Эстәлеккә күсергә

Хәбибулла

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Хәбибулла — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Хәбибулла — «алланың һөйөклөһө» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы Ғәбитов (5 май 1886 йыл — 14 апрель 1938 йыл) — Башҡорт милли хəрəкəте эшмәкәре, шағир, телсе, фольклорсы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Хәбибулла Бәхтигәрәй улы Әбдүшев (1 март 1920 йыл — 23 декабрь 1988 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, трактор бригадаһы бригадиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Хәбибулла Ибраһимов (29 декабрь 1894 — 17 март 1959) — композитор, драматург, йәмәғәт эшмәкәре. 1941 йылдан СССР-ҙың Композиторҙар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1951).

Хәбибуллин Ғабдрахман Сөләймән улы (7 ғинуар 1903 йыл — 19 сентябрь 1969 йыл) — башҡорт опера йырсыһы. Башҡорт АССР-ының (1942) һәм РСФСР-ҙың (1949) атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының (1947) һәм РСФСР-ҙың (1955) халыҡ артисы.

Хәбибуллин Равмер Хәсән улы (10 июль 1933 йыл — 31 август 2011 йыл) — совет хужалыҡ һәм партия эшмәкәре, 19871990 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары.

Хәбибуллин Руслан Әмин улы (27 март 1966 йыл) — опера йырсыһы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 2008 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Асыҡ республика вокалистар конкурсы лауреаты (Өфө, 1997).

Хәбибуллина Гөлсөм Инсаф ҡыҙы (5 март 1943 — 22 декабрь 2016) — эстрада артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1987) артисы.

Хәбибуллин Мөбәрәкша Сафиулла улы(23 апрель 1917 йыл — 9 ноябрь 1997 йыл — нефтсе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы(19141979) — СССР хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр.

Хәбибуллин Булат Нурмый улы (24 май 1958 йыл) — математик-ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика‑математика фәндәре докторы (1993), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011).

Хәбибулла — Талха Ғиниәтуллиндың «Мәтрүшкә еҫе» хикәйәһендә төп образ


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ