Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы
Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1914 |
Тыуған урыны | Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1979 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | КПСС-тың XIX съезы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Хәбибуллина Рабиға Хисмәт ҡыҙы (1914 йыл — 1979 йыл) — СССР хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәр.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рабиға Хисмәт ҡыҙы Хәбибуллина 1914 йылда Әлшәй районының Әлшәй ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Әлшәй районының Раевка ауылы) приказчик Хәбибуллин Хисмәт Хөсәйен улы (1870 йылғы) ғаиләһендә тыуған. 1939 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
1936 йылдан — хужалыҡ, ижтимағи һәм сәйәси эштә.
1936—1969 йылдар — Дәүләт банкы Әлшәй бүлексәһенең кредит инспекторы, Әлшәй районының «Һынтыш» колхозы хисапсыһы, Ташлы МТС-ында конструктор-бухгалтер, Дәүләт банкы Башҡортостан республика контораһы аппаратында бухгалтер, партия статистикаһы секторында, КПСС-тың Туймазы райкомы партия кабинеты мөдире, Туймазы «Заготзерно» контораһы директоры урынбаҫары, КПСС-тың Туймазы райкомының икенсе, беренсе секретары, Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры.
СССР-ҙың 4-6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡорт АССР-ының 7-9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XIX съезына делегат итеп һайлана.
1950 йылдарҙа, ВКП(б) район комитетының беренсе секретары булараҡ, Туймазы районы етәкселек итеп, Туймазы ҡасабаһы статусын күтәреү буйынса ҙур эш башҡара. 1960 йылдың 5 февралендә РСФСР Юғары Советы Президиумының Указы менән Туймазы эшселәр ҡасабаһын район ҡарамағындағы ҡала итеп үҙгәртеп ҡороу тураһында ҡарар раҫлана.
1961 йылдан алып 1979 йылға тиклем — Башҡорт АССР-ының социаль тәьминәт министры[1]
Рабиға Хисмәт ҡыҙы 1979 йылда вафат була.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ленин ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Р. Х. Хәбибуллинаның бюсы Туймазы ҡалаһының Чапаев урамында, 2\1, Республика халыҡҡа социаль ярҙам үҙәге янында ҡуйыла[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Страницы истории . Дата обращения: 16 июнь 2018. Архивировано 16 июнь 2018 года. 2018 йыл 16 июнь архивланған.
- ↑ В Башкирии увековечили память о партийном деятеле и министре Рабиге Хабибуллиной // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1914 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 1979 йылда вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Шәхестәр:Туймазы
- 9-сы саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 8-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- 6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 5-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- 4-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр