Шаһиев Марс Хызыр улы
Шаһиев Марс Хызыр улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 5 октябрь 1946 (78 йәш) |
Тыуған урыны |
Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Кинйәбулат, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, партия эшмәкәре |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Шаһиев Марс Хызыр улы (рус. Шагиев Марс Хзырович; 5 октябрь 1946 йыл) — партия органдары, муниципаль һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1977 йылдан Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе; 1987 йылдан КПСС-тың Хәйбулла районы комитетының беренсе секретары, халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе, район хакимиәте башлығы; 1993 йылдан «Башкирптицепром» берекмәһенең генераль директоры, 1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары.
1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт[1]. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марс Хызыр улы Шаһиев 1946 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Кинйәбулат ауылында тыуған.
Юғары белемле — 1972 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлаған.
Хеҙмәт юлын Ишембай районының «Ударник» колхозында башлап ебәргән. 1967—1970 йылдарҙа — Ишембай районының «Ударник» колхозында баш ветеринар табип булып эшләгән, колхозда һыйырҙарҙы машина менән һауыуҙы ойошторған.
1970—1973 йылдарҙа — Ишембай районының «Ударник» колхозы рәйесе.
1973—1975 йылдарҙа — Ишембай район Советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы идаралығы начальнигы.
1975—1977 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитете ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе тыңлаусыһы.
1977—1987 йылдарҙа Ишембай район Советы башҡарма комитеты рәйесе.
1987 йылда КПСС-тың Хәйбулла районы комитетының беренсе секретары итеп һайлана.
1990 йылда халыҡ депутаттарының Хәйбулла район Советы рәйесе.
1992 йылдан Хәйбулла районы хакимиәте башлығы.
1993—1997 йылдарҙа «Башкирптицепром» берекмәһенең генераль директоры.
1997 йылдан Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры урынбаҫары.
1990 йылда Хәйбулла районындағы 268-се Бүребай һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Мандат комиссияһы ағзаһы[2].
2004 йылдан 2005 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Дин эштәре буйынса советҡа М. Шаһиев етәкселек итә[3].
Хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған ауылы Кинйәбулат тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның етәкселегендә һәм бағыусылар ярҙамы 2009 йылда унда мәсет төҙөлгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- «Почёт Билдәһе» ордены.
- «Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы.
- Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
- ↑ Совет по государственно-конфессиональным отношениям при Главе РБ
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104