Ғафар (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғафар — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Ғафар исеме бар.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғафар — ғәрәптәрҙән килеп ингән ир-ат исеме. Ғәфү итеүсе, яр­лыҡаусы тигәнде аңлата[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абдуллин Ғафар Абдулла улы (24 октябрь 1930 йыл — 31 октябрь 2008 йыл) — төҙөлөш алдынғыһы. 1964—1990 йылдарҙа Нефтекама ҡалаһында урынлашҡан Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресы бригадиры. Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1978). СССР Нефть һәм газ сәнәғәте предприятиеларын төҙөү министрлығының почётлы хеҙмәткәре (1987). Нефтекама ҡалаһының почётлы гражданы (1990).

Ғафар Әюпов (Ғафар Бұлғанақұлы) (1905 йыл — 1987 йыл) — Ҡырым татары телендә ижад итеүсе шағир.

Фамилияла[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғафаров Фидан Сафа улы (12 октябрь 1947 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017), Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020).

Ғафаров Азамат Фидан улы (19 июнь 1974 йыл) — драма артисы, йырсы, 1996 йылдан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (2004) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2014) артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.

Ғафаров Шәмсетдин Шәйхетдин улы (16 август 1896 йыл — 8 декабрь 1937 йыл) — хәрби эшмәкәр. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1920 йылғы совет-поляк һуғышында ҡатнашыусы.

Ғафаров Булат Баҡый улы (27 август 1938 йыл — 26 ғинуар 2003 йыл) — башҡорт педагог-методисы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1978), профессор (1995). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998).

Ғафаров Марат Фазылтдин улы (30 июль 1942 йыл) — уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, журналист. Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы (1997), Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Мәсетле районының Рәшит Әхтәри исемендәге премияһы лауреаты (2007).

Ғафаров Хатмулла Абдулла улы (1925 йыл — 2014 йыл) — журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, РСФСР-ҙың (1986) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғафаров Искәндәр Алмас улы (5 апрель 1990 йыл) — музыкант, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2010).

Ғафаров Алмас Айрат улы (19 июнь 1968 йыл) — «АНТ» ансамбле етәксеһе, йырсы, ҡурайсы, һәүәҫкәр композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Аманат» студияһында милли музыканы үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн (1998).

Ғафаров Арыҫлан Әмерғәзе улы (1907 йыл — 6 сентябрь 1997 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, рядовой минёр, сапёр.

Ғафаров Халиҡ Әбдрафиҡ улы (1926 йыл — 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, I төркөм һуғыш инвалиды, күп балалы атай.

Ғафаров Ғәбдрәшит Ғәбделнафиҡ улы (1907 йыл — 1970 йыл)— Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, пулемётсы, һуғыш инвалиды; колхозсы.

Ғафаров Фәйзи Ғәли улы (15 май 1906 йыл — 8 февраль 1943 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 294-се кавалерия полкы командиры урынбаҫары. Майор.

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Ғафар (рус. Новогафарово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл. Яңы Ғафар (Яңауыл) ауылы Ырымбур губернаһы Үҫәргән улусы составында.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ