Юлдыбай (Йылайыр районы)
Юлдыбай | |
Юлдыбай | |
Рәсми тел | башҡортса һәм урыҫ теле |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Юлдыбай ауыл Советы (Йылайыр районы)[1] һәм Матрай районы |
Административ-территориаль берәмек | Юлдыбай ауыл Советы (Йылайыр районы) |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны |
1650 кеше (2010)[2], 1359 кеше (2020), 1910 кеше (2002)[3], 1730 кеше (2009)[3] |
Почта индексы | 453684 |
Юлдыбай Викимилектә |
Юлдыбай (рус. Юлдыбаево; икенсе атамаһы Ғүмәр) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1650 кеше булған[4]. Почта индексы — 453684, ОКАТО коды — 80227836001.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||
---|---|---|
2002[5] | 2009[5] | 2010[6] |
1910 | ↘1730 | ↘1650 |
- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса башҡорттар 95 % тәшкил итә[5].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 607 | 321 | 286 | 52,9 | 47,1 |
1959 йыл 15 ғинуар | 2032 | 1078 | 954 | 53,1 | 46,9 |
1970 йыл 15 ғинуар | 2057 | 1101 | 956 | 53,5 | 46,5 |
1979 йыл 17 ғинуар | 1896 | 951 | 945 | 50,2 | 49,8 |
1989 йыл 12 ғинуар | 1730 | 851 | 879 | 49,2 | 50,8 |
2002 йыл 9 октябрь | 1910 | 946 | 964 | 49,5 | 50,5 |
2010 йыл 14 октябрь | 1650 | 822 | 828 | 49,8 | 50,2 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Йылайыр): 40 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 95 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау урамы (рус. Горная (улица))
- Дуҫлыҡ урамы (рус. Дружбы (улица))
- З. Вәлиди урамы (рус. З. Валиди (улица))
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
- И. Дилмөхәмәтов урамы (рус. И. Дильмухаметова (улица))
- Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица))
- Кооператив урамы (рус. Кооперативная (улица))
- Тыныслыҡ урам (рус. Мира (улица))
- Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
- Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))
- С. Юлаев урамы (рус. С. Юлаева (улица))
- Совет урамы (рус. Советская (улица))
- Т. Морат урамы (рус. Т. Мурата (улица))
- Ф. Юлдашбаева урамы (рус. Ф. Юлдашбаевой (улица))
- Х. Атанғолов урамы (рус. Х. Атангулова (улица))
- Хоҙайбирҙин урамы (рус. Худайбердина (улица))
- Электр урамы (рус. Электрическая (улица))
- 1 Май урамы (рус. 1 Мая (улица))[7]
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 18-се быуат уртаһында Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Юлдыбай, Юлыбай, Ҡабарбаш исемдәре менән теркәлгән. 1866 йылда 80 йортта 515 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 йылда мәҙрәсә теркәлгән. Юлдыбай 4-се башҡорт кантонының үҙәге булған (1855 йылға). 1938—1956 йылдарҙа Матрай районының административ үҙәге. 50-се йылдарҙа 18 быуаттың 2-се яртыһында нигеҙләнгән Ғүмәр ауылы менән ҡушыла[8].
Шулай уҡ уҡығыҙ[9].
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы «Һаҡмар совхозы» МУАХП-нда эшләй. Һөнәрселек лицейы, Юлдыбай урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (башҡорт халыҡ театры, халыҡ ҡурайсылар ансамбле, халыҡ вокаль ансамбле) бар. «Азамат», «Сатҡылар» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, китапхана, мәсете бар[10].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27.01.1956) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1990) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).
- Солтанов Юнир Йонос улы (6 октябрь 1954 йыл), дәүләт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәре. 1998—2005 йылдарҙа Мәсетле районындағы «Ҡарағай» шифаханаһының баш табибы һәм директоры, 2005—2011 йылдарҙа Мәсетле район хакимиәте башлығы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы[11].
- Хисмәтуллин Әхмәт Әхәт улы (19 ғинуар 1952 йыл), дәүләт хеҙмәте ветераны. 1986—1994 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк дәүләт тарихи архивы директоры; 1998—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре идаралығы начальнигы, 2014—2021 йылдарҙа идаралыҡ ҡарамағындағы Йәмәғәт советы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы архивсыһы (2007).
- Әбсәләмов Мөслим Бәхтейәр улы (12 июнь 1932 йыл — 5 июль 2009 йыл) — уҡытыусы, прозаик һәм публицист.
- Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (29 ғинуар 1950 йыл) — ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фəн эшмəкəре (2000).
- Нәҙерғолов Азат Әхмәҙулла улы (1 август 1962 йыл), актёр, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1994) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1989)http://bashenc.online/ba/articles/87896/
- Йәғәфәров Алик Ҡәйүм улы (21 февраль 1941 йыл) — геология-минералогия фәндәре докторы, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы, РСФСР-ҙың Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1987), Рәсәйҙең атҡаҙанған геологы (1997)[12].
- Шәрипов Рөстәм Фазылйән улы (1 ноябрь 1976 йыл — 18 июнь 2013 йыл) — ҡурайсы.
- Хөрмәт Моталлапов — Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Урал Моталлапов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре.
- Мәүлетдин Моталлапов — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
- Эльмира Юлдашева — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы
- Буканова Люция Ғафар ҡыҙы (22 сентябрь 1947 йыл) — ғалим-табип, йәмәғәт эшмәкәре. Санкт-Петербург Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы етәксеһе. Медицина фәндәре кандидаты
- Фәтхуллин Салауат Һиҙиәт улы (4 май 1947 йыл) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветераны, табип-хирург. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1997), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1984), «Почёт Билдәһе» (1986) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры. Хәйбулла районының почётлы гражданы (2015)
Матбуғатта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килен булып төшкән ер[13]
- Йыр-моңға бай Юлдыбай[14]
- Йылайыр районы Юлдыбай ауылы халҡы-урындағы башланғыстар өсөн[15]
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фото
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылайыр районының Юлдыбай ауылы[17]
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылайыр районы Юлдыбай ауылының ер-һыу атамлары[18]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ https://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw?url=http://bashstat.gks.ru/wps/wcm/connect/rosstat_ts/bashstat/resources/2f055a804e303140ba45fe3bf8d20d64/%D0%A7%D0%B8%D1%81%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%BD%D0%BE%D1%81%D1%82%D1%8C+%D0%BD%D0%B0%D1%81%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BD%D0%B8%D1%8F+%D0%BF%D0%BE+%D0%BD%D0%B0%D1%81
- ↑ 3,0 3,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Улицы села Юлдыбаево
- ↑ Село Юлдыбаево
- ↑ История села Юлдыбаево Зилаирского района(недоступная ссылка)
- ↑ История села Юлдыбаево Зилаирского района(недоступная ссылка)
- ↑ Единый республиканский бизнес-портал. Султанов Юнир Юнусович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2019)
- ↑ Ягафаров Алик Каюмович 2020 йыл 29 ғинуар архивланған.
- ↑ Килен булып төшкән ер
- ↑ Йыр-моңға бай Юлдыбай
- ↑ Муниципальный район Зилаирский район Республики Башкортостан 2021 йыл 12 август архивланған.
- ↑ YouTube сайтында Видео
- ↑ Юлдыбай ауылы күренеше
- ↑ https://distolimp.bspu.ru/template/guest/global/page.php?p=t_15_35
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдыбай (Йылайыр районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 24 сентябрь 2019)
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Юлдыбай (Йылайыр районы) Викимилектә | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |