Ҡыям
Ҡыям | |
![]() |
Ҡыям (ғәр. قيام — »баҫып тороу; баҫыу; күтәрелеү"; рус. Кия́м) - намаҙҙың ҡушма өлөшө. Намаҙ баҫып тороп уҡыла башлай, ә йыназа намаҙында ул тик аяғөҫтө генә башҡарыла.
Йыназа намаҙы уҡығанда, намаҙҙың башынан аҙағына тиклем доға ҡылыусылар аяғөҫтө тора һәм доғалар уҡый. Намаҙҙа оҙаҡ тора алмаған ауырыуҙарға ултырып йәки ятып намаҙ ҡылырға рөхсәт ителә.
Ҡөрьәндә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыям намаҙға ҡағылышлы Ҡөрьәндә телгә алына: {{Коран/Цитата |«Йола намаҙҙарын ваҡытында ҡылыуға һәм урталыҡтағы намаҙ ҡылыуға иғтибарлы булығыҙ. Аллаһ алдында буйһоноусан рәүештә баҫып тороғоҙ» [1].
Ҡыям эшләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡыям намаҙ башында башҡарыла. Намаҙ ҡылыусылар ҡиблаға ҡарап баҫа, намаҙға ниәт һәм тәкбир әйтә. Тәкбирҙан һуң ғибәҙәт ҡылыусылар ҡулдарын кендек өҫтөнә һала (хәнәфи, шәфиғи һәм хәнбәли мәҙһәб мәҙһәбтәрендә ҡулдарҙы ҡорһаҡ тирәһенә ҡуйыу сөннәт) һәм әл-Фатиха сүрәһен уҡый, әл-Фәтиха сүрәһенән һуң беренсе һәм икенсе рәкәғәттәрҙә башҡа бер сүрә йәки Ҡөрьән аяттары уҡыла[2].
Һәр рәҡәғәттә намаҙ ҡылыусылар, ҡыҫҡа доға уҡып, билдән бөгөлөп баш эйә (руҡуғ). Бынан һуң намаҙ уҡыусы йәнә «Рәббән үә ләкәл-хәмдү» һүҙҙәрен әйтеп, турая, бер аҙ туҡтап торғандан һуң, сәждә ҡыла.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. [450 Кыям] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).