Һабанаҡ
Ауыл | |
Һабанах Һабанаҡ | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Этнохороним |
һабанаҡтар |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Һабанаҡ (рус. Сабанаково) — Башҡортостандың Мәсетле районындағы ауыл. Ләмәҙтамаҡ ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 391 кеше [1].
Почта индексы — 452564, ОКАТО коды — 80242825003.
Бөгөнгө торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәсәғүт-Әчит юлынан ауылға тиклем асфальт юл һалынған. Ләмәҙтамаҡ һәм Сәлйоғот ауылдарына ҡырсынташлы элекке оло юл бар. Ауылдың Мәжит Ғафури, Чкалов, Йәштәр урамына асфальт түшәлгән, Әй һәм Шишмә урамы ҡырсынташлы. Эсәр һыу торбалары буйынса урамдарға таратылған. Күп кешеләр һыуҙы йорттарына үткәргәндәр. Ауылда газ үткәрелгән, күпселек йорттар газ менән йылытыла.
Ауылда өс кибет бар. 2008 йылда сафҡа ингән яңы социаль-мәҙәни үҙәктә балалар баҡсаһы, мәктәп, клуб, фельдшер-акушер пункты урынлашҡан.
Үткән быуат башында бөтә волостың ашлыҡ һаҡламын тотоу өсөн махсус төҙөлгән келәт — мәгәзәй (рус. страховой магазин һүҙенән) йорто һаҡланған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Рәсми сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1736 йылда телгә алына. 1770 йылда ауылда ғалим-этнограф Иван Иванович Лепёхин булып китә.
1865-1922 йылдарҙа Оло Ҡошсо улусы үҙәге булған.
1918-1919 йй. Кулактар тарафынан йыртҡыстарса һәләк булған коммунистар.
Ауыл исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың исеме нигеҙ һалыусы Һабанғол Һарыҡайев исеме менән бәйле.
Мәктәп
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәктәп, архив мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп әйткәндә, тәүҙә мәҙрәсә булараҡ 1907 йылда асылған. 1920 йылдан башланғыс мәктәп итеп үҙгәртелгән.1952 йылдан ете йыллыҡ , 1962 йылдан һигеҙ йыллыҡ булып үҙгәртелә. 1982 йылға тиклем мәктәп Оло Ҡошсо олоҫо үҙәгенең бинаһында урынлаша. 1982-2007 йылдарҙа Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбенең күсереп килтерелгән бинаһында була. Ә 2008 йылдан яңы бинаға — социаль-мәҙәни үҙәккә күсә . [2]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1795[3] | 1816[3] | 1834[3] | 1850[3] | 1859[3] | 1865[3] | 1897[3] |
103 | ↗117 | ↗161 | ↗215 | ↗245 | ↗303 | ↗610 |
1920[3] | 1939[3] | 1959[3] | 1970[3] | 1979[3] | 1989[3] | 2002[4] |
↗708 | ↘521 | ↘459 | ↗541 | ↘395 | ↗439 | ↘437 |
2009[4] | 2010[5] | |||||
↗470 | ↘391 |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 708 | 346 | 362 | 49 | 51 |
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 521 | 224 | 297 | 43 | 57 |
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 439 | 216 | 223 | 49 | 51 |
2002 йыл 9 октябрь | 437 | 224 | 213 | 51 | 49 |
2010 йыл 14 октябрь[6] | 391 | 203 | 188 | 52 | 48 |
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алыҫлыҡ[7]:
- Район үҙәгенә тиклем (Оло Ыҡтамаҡ): 10 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ләмәҙтамаҡ): 6 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сулея): 116 км
Күренекле ауылдаштар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Исемлек Мәсетле районы энциклопедияһына нигеҙләнеп төҙөлдө[8].
- Вәлиева Гөлнур Йосопйән ҡыҙы () — БЮТ каналының Яңылыҡтар тапшырыуын алып барыусы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
- Ғәйнуллина Фәриҙә Әфризун ҡыҙы (1928—2013) — һауынсы, ун бала әсәһе. «Герой әсә» исеме һәм ордены менән бүләкләнгән (1970).
- Ғәлиәкбәров Ғәлиулла (декабрь 1898 — ??) — дәүләт эшмәкере, Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
- Ғәрипов Радмир Әбделғәлим улы (31 май 1955) — хәрби табип, медицина хеҙмәте полковнигы. СССР-ҙың сик буйы ғәсҡәрҙәренең беренсе (1985) һәм икенсе (1987) дәрәжә отличнигы.
- Зарипов Илшат Булат улы (11 ғинуар 1980) — журналист. Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы журналистар союзы ағзаһы (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2019).
- Заһитов Фиҙәил Фазлый улы (11 ноябрь 1948) — дәүләт эшмәкәре. Мәсетле районының халыҡты социаль яҡлау бүлеге етәксеһе.
- Ҡорамшин Рамир Марат улы (15 апрель 1937) — хәрби, ФСБ полковнигы, ғалим, тарих фәндәре кандидаты (1981), спортсмен, конькила тиҙлеккә йөгөрөү буйынса спорт мастеры (1968).
- Әсбәпова Әлфиә Фәйзрахман ҡыҙы (2 август 1936) — уҡытыусы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1985).
Тирә-яҡ мөхит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әй — йылға, Ҡариҙел ҡушылдығы
- Һабанаҡҡул(Һептәтә) — бәләкәй йылға, Әй ҡушылдығы, элек йыл дауыманда ағып ятҡан, хәҙергә ваҡытта ҡороған.
- Һыйыртау
- Һаҡтау
- Ыйыҡтау
- Таштау
- Туйҡай
- Ҡашҡабейәтау - Оло юлдан Һабанаҡҡа кергән юлдан һул ҡулда ҡалған тау итәге.
- Ҡырсынды
- Таштыҡул
- Борошҡул
Урамдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урам исеме [9]:
- башҡ. Әй (урамы) — рус. Айская ( улица )
- башҡ. Мәжит Ғафури (урамы) — рус. Мажита Гафури ( улица )
- башҡ. Йәштәр (урамы) — рус. Молодежная ( улица )
- башҡ. Шишмә (урамы) — рус. Родниковая ( улица )
- башҡ. Чкалов (урамы) — рус. Чкалова ( улица )
Ерле (рәсми булмаған) урам исемдәре[10]
- Әй (урамы) — Ҡуянауыл
- Мәжит Ғафури (урамы) — Барановка, Урта Суҡ, Әйяғос
- Чкалов (урамы) — Тартай, Камчатка
- Йәштәр (урамы) — ЦРУ
Һабанаҡтарҙың ҡушаматы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һабанаҡ ауылының дөйөм ҡушаматы — алабай, көсөк. Ауылда быуындан быуынға күсеүсе ҡушаматтар бар, хатта кейәү-килендәргә лә йәбешә. Шулай уҡ шәхси кешенең үҙенә генә бирелгән ҡушаматтар була. Ҡайһы берәүҙәр ҡушаматтарынан ояла, ҡыйынһына. Шуға күрә ҡушаматтар исемлеге генә бирелә: Бөкө, Генерал Майор, Мекетә, Күк ҡомған, Кәкүк, Ҡара сираҡ, Сумка, Шороҡ, Шапаҡтар, Шутиха, Өс тишек, Әлеш, Ҡурғаш, Бештәй, Имас, Әпә, Тункин, Һапый, Мыҡый, Бәрҙәш, Шандырша, Ҡаҡай, Бәпкә (Ҡаҡай күршеһе), Бекей, Ҙур Бекей, Бекей Бекей, Оҙон, Аяҙғанға ҡатҡан ...
Ауыл лаҡаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беҙҙә аҡса серей, кәрәкһә апайыңдан барып ал — Бер ағай йыш ҡына кешенән бурысҡа алып йөрөгән. Бурысҡа аҡса алған саҡта гел шулай әйтер булған. Хәҙер һабанаҡтар кешенән бурысҡа аҡса һорауҙарын бына шул лаҡап менән белдерәләр. Теге апайҙың исемен дә ҡушып әйтәләр.
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Һабанаҡ исемле ауыл Башҡортостанда берәү генә.
- Һабанаҡ ауылы Оло Ҡошсо олоҫо үҙәге булған.
Рәсемдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Мәҙрәсә
-
Мәктәп
-
Мәктәп
-
Мәктәп 2008й.
-
Һыйыртауҙан Һабанаҡ ауылының көнбайыш осо күренә
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и возрастно-половой состав населения по итогам Всероссийской переписи населения 2010 года. Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан: статистический бюллетень. — Уфа: Башкортостанстат, 2012. — 103 с., табл.
- ↑ Мәҙрәсә бинаһы
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 3,11 3,12 Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. (Сборник сведений из различных источников). — Уфа, 2007. — 132 с.
- ↑ 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Башҡортостан Республикаһы ауылдары буйынса 2010 йыл халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре(недоступная ссылка)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
- ↑ "Налог Белешмәһе" системаһында Һабанаҡ ауылы
- ↑ Ауыл ағаһы Хәйретдинов Рафас Вәдит улы һүҙҙәренән, 1958 йылда тыуған
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гатауллин Р. Ш. Села и деревни Кущинского рода. — Уфа: Башкортостанстат, 2007. — 136 с.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан. Краткая энциклопедия. — Уфа, 2000. — 166 c.
- Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |