Ашау етмәү
Аслыҡ, ашау етмәү | |
| |
eMedicine | |
---|---|
MeSH |
D044342 |
Ашау етмәү Викимилектә | |
Ашау етмәү — аҙыҡ-түлек етешмәү, ашауға мохтажлыҡ кисереүҙән барлыҡҡа килгән хәлде тасүирлаусы термин. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ рационда аҙыҡ-түлек етешмәү тураһында, ҡайһы саҡта аш ҡайнатыу трактында аш һеңдереү процессы боҙолау һәм аш һеңдереү процессында туҡлыҡлы матдәләр юғалтыу тураһында бара. Ашау етмәү осрағында гиротрофия күренеше өс дәрәжәлә квалификациялана. Бының өсөн индивидумдың нормаль ауырлығынан процентраҙа етешмәгән ауырлыҡты иҫәпләйҙәр.
Аслыҡ, ашау етмәү социаль афәт булып һанала . Абсолют аслыҡ — ашар еткермәүҙең күҙгә күренеп торғаны, сағыштырмаса (йәшерен) аслыҡ — аслы-туҡлы йәшәү, аҙыҡ рационында кәрәкле матдәләр етмәү.
Аслыҡ, ғәҙәттән тыш тәбиғәт шарттары афәтенән һу: ер тетрәү, һыу баҫыуҙар, оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡ, циклондар һ.б., шулай уҡ һуғыштар, хәрби конфликттар нәтижәһендә башланып китә. Был осраҡ тар ауыл хужалығы етештереүен киҫкен кәметә һәм көтөлмәгән бәлә-ҡазаларға алып килә.
2000 йылдан 2000 йылғаса аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителеү буйынса БМО докладында ашап еткермәү сәбепле үлем осрағы 58 % етә тип билдәләнә. «Донъяла йыл һайын 62 миллион кеше үлә, һәи ун икенсе кеше аслыҡтан ыҙалан[1]. 2006 йылда 38 миллион кеше ашап еткермәү менән бәле, микроэлементтар етешмәүҙән үлә»[2]. Үлем кимәлен хроник аслыҡ нәтижәһендә билдәләү ифрат та ауыр. Сөнки үлем осрағы туранан-тура аслыҡ менән бәйләнмәгән. Ашап еткермәү кешеләрҙең яман шеш, кахексия, дистрофия, маразм кеүек сирҙәр менән күпләп ауырыуына килтерә. Аҡһым етмәүҙән айырыуса балалар, бигерәк тә күкрәк һөтө имгән осорҙа һәм ғүмеренең беренсе йылдарында, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе ҡатындар ғазаплана.
Оҙаҡ ашамау билдәләре — хәлһеҙлек, ябыҡлыҡ, анемия, йыш ҡына шешкелек.
Ашау етмәү, организмдың нормаль эшмәкәрлеген һаҡлау өсөн туҡлыҡлы матдәләр етмәү булараҡ, ғәҙәттә үҫешеүсе илдәрҙә ярлылыҡ менән бәйле. Әммә туҡланыуҙың боҙолоуы, дөйөм термин булараҡ, айырыуса дөрөҫ туҡланмау кеүек, үҫешкән илдәрҙә лә күҙәтелә, был артыҡ ауырлыҡтағы кешеләр һаны күбәйгән процентында сағыла.
Ашау етмәү арҡаһында аҙыҡтың энергетик ҡиммәте (калориялар һаны) етешмәй, шулай уҡ кешелә аҡһымдар, витаминдар, микроэлементтар етешмәүе ихтимал. Көндәлек тормошта бындай боҙоҡлоҡтар башҡа терминдар менән билдәләнә, мәҫәлән, авитаминоз, йәки унан да тарыраҡ, ҡайһы бер туҡлыҡлы матдәләрҙең булмауы тураһында клиник картинаны аңлатҡан төшөнсәләр. Миҫал итеп С витамины етешмәгәндә цинга, пеллагрия (сәбәбе — PP витамины һәм бигерәк тә мөһим триптофан аминокислотаһы булған аҡһымдар етешмәүе) килтерергә мөмкин.
Дөйөм аслыҡ алиментар дистрофияға һәм квашиоркорға (туҡланыу рационында аҡһымдар етешмәү фонында ҡаты дистрофия төрө) килтерә.
Дөйөм клиник картина
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашау етмәү арҡаһында организм көсһөҙләнә; хеҙмәткә яраҡлылыҡ юҡҡа сыға; ауырыуҙар, бигерәк тә пневмония, ағышы әкренәйә; яралар, шул иҫәптән хирургик яралар ҙа, күпкә насарыраҡ уңалалар. Тире кибә һәм ҡубырсый. Дөйөм ағарыныу һәм шешкелек күҙәтелә, сөнки организмда аҡһымдар етешмәгәнлектән, ҡанда плазманың онкотик баҫымы кәмей, һыу ҡан тамырҙары тормай һәм туҡыма шыйыҡсаһында йыйыла, ошонан «аслыҡтан шешеү» тигән һүҙбәйләнеш барлыҡҡа килгән дә инде. Шештәрҙең сәбәбе етерлек асыҡланмаған. Сфинктер менән арт юлы функциялары боҙолоуы ихтимал. Ирҙәрҙә ирлек кәре кәмей, ҡатын-ҡыҙҙарҙа күрем туҡтай. Өлөшләтә туҡланмағанда аппетит, ҡағиҙә булараҡ, етешмәгән продуктҡа, мәҫәлән, майға йүнәлтелә[3].
Аҙыҡ етешмәгәнлектән организм үҙ ихтыяжын организм матдәләре иҫәбенә ҡәнәғәтләндерә, шул уҡ ваҡытта төрлө органдарҙың материалдары юғалтыуы тигеҙ бармай: иң әҙ юғалтыуҙар иң мөһимдәре кисерә. Ҡан составы үҙгәрмәй тиерлек, сөнки ҡанға тарҡалыусы туҡымаларҙан алынған материалдар инә. Аҡһым матдәләре сығанағы булараҡ мускул туҡымалары ҡулланыла, улар үҙҙәренең ҡоро матдәһенең 65% тиклемен юғалталар, ә майҙар — май деполарын, һөйәктәр — минералдарҙы. Углеводтарҙы тәүҙә үҙенең гликоген байлыҡтарынан, һуңынан аҡһымдарҙың тарҡалыу барышында барлыҡҡа килгән продукттарынан углеводты бауыр БИРӘ. Йөрәк һәм мейе хатта аслыҡтан вафат булғандарҙа үҙ массаһын һаҡлап ҡалалар тиерлек[3].
Ашау етмәүҙең варианттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашау етмәгәндә туҡланыу организмдың энергетик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алмай, ҡайһы бер туҡлыҡлы матдәләрҙең етешмәүенә лә килтерә, был төрлө патологик сағылыштар тыуҙыра[3].
Аҡһымдар етмәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡһымдар етешмәгәндә барлыҡҡа килә. Был шарттарҙа аҡһым алмашыныуының көсөргәнешлеген сағылдырған бәүел һәм тиҙәктә азот һаны ни тиклем аҙыраҡ булһа, организмдың энергия ихтыяжын тәьмин итеүсе башҡа аҙыҡ ингредиенттары ла шул тиклем күберәк була, быға ҡарамаҫтан организмда аҡһымдар етешмәүе һәм башҡа матдәләрҙең етерлек ҡабул ителеүе арҡаһында ла аҡһымдарҙың тарҡалыуы бер ҡасан да туҡтамай[3].
Аминокислоталар етешмәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Организмда синтезлана алмаған мөһим мәтдәләр, аминокислоталар булмаған осраҡта үҫешә. Иң мөһимдәре — триптофан, тирозин, лейцин, цистин. Оҙаҡҡа һуҙылған аминокислота аслығы организмдың үҫеү осоронда һиҙелә, ул туҡтап ҡалырға һәм хатта тән ауырлығын юғалта башларға мөмкин. Бөтә аминокислоталарҙың етерлек миҡдары барлыҡҡа килгәс, үҫеү дауам итә[3].
Минералдар етешмәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡайһы бер элементтар етешмәүҙән барлыҡҡа килә, мәҫәлән, фосфор аслығы, кальций аслығы. Үҫеп килеүсе организмдарҙа нығыраҡ сағыла. Ҡайһы бер туҡымаларҙың, мәҫәлән, һөйәктең дөрөҫ үҫеүе өсөн кәрәкле файҙалы минералдар миҡдары ғына түгел, уларҙың нисбәте лә мөһим роль уйнай, мәҫәлән, рахит ауырыуында кальцийҙың фосфорға нисбәте[3].
Липидтар етешмәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Липидтар етешмәй. Липидтар — май һәм майға оҡшаш матдәләр, уларҙың күбеһе йәшәү өсөн кәрәк, әммә уларҙың барыһыла организмда етерлек тиҙлек менән синтезлау мөмкин түгел. Липид етешмәүҙең айырым осрағы — рахит (D-авитаминоз)[3].
Ашау етмәү сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аслыҡ
- Фәҡирлек
- Аш ҡайнатыу тракты ауырыуҙары
- Аш һеңдереү процессы боҙолоу
- Депрессия(күңел төшөнкөлөгө)[4]
- Неврозлы анорексия (ауырыу сәбәпле ашау теләгенең юҡлығы)[5]
- Булимия (ныҡ көслө асығыу тойғоһо; йыш ҡына хәлһеҙлек һәм эс ауыртыу күҙәтелә)[6]
- Шәкәр диабеты
- Ураҙа тотоу
- Кома (тәрән йоҡоға оҡшаған иҫһеҙ хәл)[7]
- Алкоголизм
- Май һәм углеводтарҙы саманан тыш артыҡ ҡулланыу
- Халыҡтың үтә күплеге[8]
- Аҙыҡ продукттарын сәңәғәттә етештереү
Ашау етмәүҙең патологик эҙемтәләре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашау етмәүҙең патологик сәбәптәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашау етмәүҙең симптомдары ашты һеңдереү йәки ашау һәләтенең боҙолоуы менән бәйле булыуы мөмкин. Организмға аҙыҡтың эләгеүенең боҙолошо аппетиттың (анорексия) булмауы менән бәйле булыуы мөмкин, быға ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары, йоғошло ауырыуҙар, яман шештәр, экзоген һәм эндоген ағыуланыуҙар, ҡаты ауыртыуҙар һ.б. эҙемтә булып тора. Ҡайһы бер психик тайпылыштарҙы оҙатылып килгән анорексия нейро-психик характерға эйә булыуы[3].
Аш һеңдереү системаһына аҙыҡты ҡабул итеүҙең ҡыйынлығы һәм уның аша алға барыуының сәбәбе йотоуҙың боҙолоуы, шулай уҡ ҡайһы бер механик ҡаршылыҡтар: стеноз һәм аш юлы шештәре, пилоростеноз, эсәк үткәрмәүсәнлеге һәм башҡалар булыуы мөмкин[3].
Аш һеңдереү һәм туҡлыҡлы матдәләрҙе һурыуҙың боҙолоуы аш һеңдереү һуттарының етерлек бүленмәүе, ферменттарҙың аҙ әүҙемлеге, эсәктә процестарҙың дөрөҫ бармауы арҡаһында барлыҡҡа килә. Бының сәбәптәре күп төрлө булыуы мөмкин[3].
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Аҙыҡ-түлек һәм ауыл хужалығы ойошмаһы докладына ярашлы, 2001-2003 йылдар араһында түбәндәге илдәрҙә 5 миллиондан ашыу ашау етмәүҙән яфаланған кеше теркәлгән[9]
Ил | Ашау етмәүҙән ыҙалағандар һаны, млн |
---|---|
Индия | 196.0 |
Ҡытай | 140.5 |
Бангладеш | 43.1 |
Конго Демократик Республикаһы | 37.0 |
Пакистан | 35.2 |
Эфиопия | 31.5 |
Танзания | 16.1 |
Филиппины | 15.2 |
Бразилия | 14.2 |
Индонезия | 13.8 |
Вьетнам | 13.8 |
Таиланд | 13.4 |
Нигерия | 11.5 |
Кения | 9.7 |
Судан | 8.8 |
Мозамбик | 7.9 |
Төньяҡ Корея | 7.2 |
Йемен | 7.1 |
Мадагаскар | 6.5 |
Колумбия | 5.9 |
Зимбабве | 5.7 |
Мексика | 5.0 |
Замбия | 4.9 |
Ангола | 4.8 |
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, үҫешеүсе илдәрҙә балаларҙың 20-25 проценты аҡһым-калориялы йәки башҡа ашау етмәүҙән яфалана[10].
Глобаль проблема
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөгөнгө көндә лә ашау етмәү глобаль проблема булып тора. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ашау етешмәүе бөтә донъяла халыҡ һаулығына янаған иң ҙур хәүеф тип иҫәпләй[11]. Шуның менән бергә халыҡтың туҡланыу характерын һәм балансын яҡшыртыу был проблеманы еңеп сығырға ярҙам итеүсе иң һөҙөмтәле саралар тип һанала[11][12]. Ғәҙәттән тыш сараларға организмда микроэлементтарының аҙлығы һөҙөмтәләрен махсус өҫтәмәләр (мәҫәлән, арахис майы[13]) ярҙамында еңеп сығыу йәки йәш менән бәйле дозаларҙа микроэлементтары булған фармацевтика препараттарын ҡулланыу инә[14].
Гонконгтың иң эре аналитик үҙәктәренең береһе — Asian Patrion Portal мәғлүмәттәре буйынса, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Африка халҡының ашап туймауы системалы характер йөрөтә һәм организмда ҡиммәтле хайуан аҡһымының етешмәүенә килтерә. Хайуан аҡһымының баҙар ҡеүәте 180 миллион тонна тип баһалана, ә хаҡы йылына 6 миллиард долларҙан ашыу тәшкил итә. Asian Patrion Portal ошондай һығымтаға килә: бер ниндәй шәхси, хатта бик ҙур компания ла был баҙарҙы тултырыу мәсьәләһен хәл итә алмай, шуға күрә төбәктә ашау етмәү мәсьәләһен бергәләп хәл итергә кәрәк.
Үлем кимәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО-ның 2000 йылдан алып 2008 йылдың мартына тиклем аҙыҡ-түлек ҡулланыу тураһындағы докладында Жан Зиглер билдәләүенсә, 2006 йылда ашау етмәүҙән үлем дөйөм үлем осраҡтарының 58 процентын тәшкил итә. «Йыл һайын донъяла төрлө сәбәптәрҙән яҡынса 62 миллион кеше үлә, шул уҡ ваҡытта бөтә донъяла һәр ун ике кеше ашау етмәүҙән яфалана[1]. 2006 йылда 36 миллиондан ашыу кеше аслыҡтан йәки микроэлементар етешмәү ауырыуҙарынан вафат була»[15].
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ашау етмәү балалар үлеме структураһына иң ҙур өлөш индерә, бөтә осраҡтарҙың яртыһында сәбәптәрҙең береһе булып тора. Йыл һайын алты миллион бала аслыҡтан үлә[16].
Ғүмерҙен тәүге ике йылында ашау етмәү кире ҡайтарғыһыҙ, йәғни киләсәктә уның эҙемтәләре бөтөнләй тиерлек бөтмәй. Ярлылыҡ менән ауырлашҡан, аҙыҡ менән аҙ тәьмин ителгән балалар насар һаулыҡ күрһәткестәре һәм түбән белем алыу потенциалы менән үҫәләр. Уларҙың балалары, ғәҙәттә, бәләкәйерәк була. Элегерәк ашау етмәү тик ауырыуҙар (ҡыҙылса, пневмония һәм диарея) ҡатмарлашыуы күҙлегенән генә ҡарала ине. Әммә ашау етмәү (ауырыуҙар булмаған осраҡта) үлемесле эҙемтәләргә килтерергә мөмкин[11].
Дауалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауалау төп сәбәпте (аҙыҡ етмәү йә патология) бөтөрөүҙән йәки аҙыҡты яһалма индереүҙән тора. Йоғошло ауырыуҙарҙа махсус сикләүҙәр булмаһа, көс менән туҡландырыу тәҡдим ителмәй, ғәҙәттә, һауыҡҡан һайын аппетит тергеҙелә. Әммә етерлек һыу йәки витаминлы һуттар эсергә кәрәк[17].
Дауалау маҡсатында асығыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бушатыу-диетик терапия — һимереүҙе, шулай уҡ метаболизмдың боҙолоуы менән бәйле — ревматизм, подагра, шәкәр диабеты, гипертония, атеросклероз, бронхиаль астма һ.б. ауырыуҙарҙы дауалауҙа ҡулланыла[18]. Нефрит ауырыуында аҡһымдарҙы ҡулланыуҙы сикләү тәҡдим ителә, шулай итеп пациент организмы аҡһымдар иҫәбенә үҙенең энергетик ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә. Был бөйөрҙәр сығарған азотлы продукт күләмен кәметергә мөмкинлек бирә, һәм уларға йөкләнеш кәмей[3].
Бушаныу-диетик терапияны яман шеш, ҡан ауырыуҙары, туберкулез һ. б. ауырыуҙар булғанда үткәреүгә ярамай[17].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 The world hunger problem: Facts, figures and statistics 2011 йыл 18 ноябрь архивланған.
- ↑ Ziegler Jean. L'Empire de la honte. — Fayard, 2007. — P. 130. — ISBN 978-2-253-12115-2.
- ↑ 3,00 3,01 3,02 3,03 3,04 3,05 3,06 3,07 3,08 3,09 3,10 Голодание — статья из Большой медицинской энциклопедии
- ↑ Русско-башкирский словарь педагогических и психологических терминов (Н. Ф. Суфьянова, 2002)
- ↑ Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)
- ↑ Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
- ↑ Русско-башкирский словарь (под редакцией З. Г. Ураксина, 2005)
- ↑ Ron Nielsen, The little green handbook, Picador, New York (2006) ISBN 0-312-42581-3
- ↑ [1]
- ↑ Шаблалов Н. П. Детские болезни. — 3-е изд., перераб. и доп. — СПб.: Сотис, 1993. — С. 75—86. — 567 с. — (учебная литература для студентов медицинских институтов). — 50 000 экз. — ISBN 5-85503067-9.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Malnutrition The Starvelings (24 ғинуар 2008).
- ↑ Anderson, Tatum. Firms target nutrition for the poor (24 июнь 2009).
- ↑ Can one pill tame the illness no one wants to talk about? (17 август 2009). 10 март 2012 тикшерелгән. 2013 йыл 26 август архивланған.
- ↑ Ziegler, Jean (инг.)баш. L'Empire de la honte (билдәһеҙ). — Fayard, 2007. — С. 130. — ISBN 978-2-253-12115-2.
- ↑ U.N. chief: Hunger kills 17,000 kids daily, CNN (17 ноябрь 2009). 2020 йыл 13 август архивланған.
- ↑ 17,0 17,1 Голодание. Краткая медицинская энциклопедия / Гл. редактор Б.В.Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
- ↑ [ Голодание] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә (3-е издание)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Reports on World Nutrition Situation The annual reports prepared by UN Standing Committee on Nutrition contain detailed information on common challenges, extent of malnutrition, efforts being taken to address them, and a wealth of other useful information.
- The Merck Manual — Malnutrition 2006 йыл 20 октябрь архивланған.
- Physical Growth & Nutritional status 2009 йыл 17 ноябрь архивланған.
- World Hunger Map (недоступная ссылка с 21-05-2013 (4209
дня) — история, копия) (согласно United Nations World Food Programme)
- FAO country statistics 2010 йыл 15 ноябрь архивланған.
- HungryKids Информация о гипотрофии в HungryKids