Аҡ торна
Аҡ торна | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
арауыҡтағы ранг
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Ареал | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Күсеп осоу юлдары, оя ҡороу, ҡышлау төбәктәре
| |||||||||||||||||||||||||||||||||
Һаҡлау статусы | |||||||||||||||||||||||||||||||||
Критик хәлдәге төр
IUCN 3.1 Critically Endangered : 106002786 | |||||||||||||||||||||||||||||||||
|
Аҡ торна[1], йәки стерх[2] (лат. Grus leucogeranus) — Рәсәйҙең төньяҡ биләмәләрендәге торналарҙың бер төрө, эндемик.
Аҡ торналар юҡҡа сығыу хәүефендә торалар. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау Ҡыҙыл китабына һәм Халыҡ-ара сауҙа итеү конвенцияһы СИТЕС исемлегәнә, шулай уҡ, Рәсәй Ҡыҙыл китабына индерелгән.
Әлеге көндә был төрҙөң саха популяцияһында (ҡырағай тәбиғәттә) сама менән 2900—3000 зат иҫәпләнә.
Иң киҫкен хәлдә көнбайыш себер популяцияһы — бары 20 тирәһе генә зат ҡалған.
Зоологтар араһында беренсе булып Саханың төньяғында аҡ торнаның ояһын табып, уны һүрәтләүсе булып совет орнитологы К. А. Воробьёв тора (30 июнь, 1960 йыл)[3].
Был ҡоштоң биологияһы бик әҙ генә өйрәнелгән. 1973 йылда АҠШ-та Арчибальд Джордж тарафынан Торналарҙы һаҡлауҙың халыҡ-ара фонды нигеҙләнгәс кенә , орнитологтар аҡ торнаны күҙ уңына ала башлайҙар.
1979 йылда Рәсәйҙә был ҡоштар өсөн махсус Окск дәүләт ҡурсаулығы төҙөлә. Шунда уҡ, себештәрен сығарып, тәбиғәткә кире ҡайтарыу өсөн (реинтродукции) питомник төҙөлә.
2002 йылда, америка ғалимдарының тәжрибәһенә таянып, аҡ торналарҙың көнбайыш себер популяцияһын тергеҙеү буйынса программа төҙөлә. Ул проект әле лә эшләй, — «Полёт надежды» исеме аҫтында.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҙур ҡош. Ҡаҙҙан байтаҡ ҙурыраҡ. Бейеклеге 140 см, ҡанаттарының ҡоласы 210—230 см, ауырлығы 5—8,6 кг.
Аяҡтары оҙон, алһыу-ҡыҙыл төҫтә. Оҙон муйынлы бик һаҡ ҙур ҡош. Оло ҡоштоң бар ере лә аҡ, тик ҡанат сите генә ҡара. Күҙе һәм суҡышы эргәһендә ҡауырһындары юҡ. Күҙенең мөгөҙсәһе ҡыҙғылт йәки аҡһыл-һары төҫтә була. Суҡышы һәм яндарындағы яланғас урыны — сағыу ҡыҙыл төҫтә. Башҡа торналарҙыҡы менән сағыштырғанда, суҡышы иң оҙоно.
Йәшерәктәрендә башының алғы өлөше аҡһыл-һары. Ҡауырһын япмаһы һорғолт- ерән төҫтә. Муйынында һәм суҡыш аҫтында тоноҡ таптар бар.
Араларында арҡаһы, муйыны, ян яҡтары ерән таплы, аҡ торналар ҙа осрап ҡуя.
Себештәре тәүге ярты йылында зәңгәр күҙле була, аҙаҡ һары төҫкә керә.
Енси диморфизм (ата һәм инә заттар араһында айырма) юҡ тиерлек. Тик ата заттар кәүҙәгә эрерәк һәм суҡышы оҙонораҡ. Айырым төрсәләргә тарҡалмаған.
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы төр юғала | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы һирәк осрай торған төр | |
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә |
Ареал һәм йәшәү мөхите
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ торна тик Рәсәй биләмәләрендә генә оя ҡора.
Бер-береһенән айырым ике популяцияһы бар: көнбайыш популяция Архангельск өлкәһендә , Коми Республикаһында һәм Ямал-Ненец автоном округында һәм көнсығыш популяция Якутияның төньяғында.
Тәүгеһенең (шартлы рәүешә «Обь» популяцияһы) ареалы көнбайышта Канин ярымутрауынан көньяҡтараҡ Мезень йылғаһының тамағы менән сикләнә.
Ә көнсығышта Куноват йылғаһының үҙәне һәм һәм Ямал-Ненец автоном округында Обь йылғаһының түбәнге ағымы сикләй.
Ҡышҡылыҡҡа был популяция Һиндостандың һаҙымат биләмәләренә |күсә (Кеоладео) милли паркы). Шулай уҡ, бер өлөшө Ирандың төньяғында Каспий диңгеҙе ярында ҡышлай (Шомаль).
Көнсығыш популяцияның ареалы Саха Республикаһында, Яна, Индигирка һәм Алазея йылғаларының араһында ята.
Ҡытайҙа, Янцзы йылғаһының урта ағымында ҡышлайҙар.
Сахала аҡ торна тундраның төпкөл райондарында, кеше аяғы баҫмаған ерҙәрендә, ныҡ дымлы тигеҙлектәрҙә , Обь йылғаһы буйындағы һаҙлыҡтарҙа оя ҡора.
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшәү шарттарына талаптары бик юғары. Шуға аҡ торнаны һаҡлау ауырыраҡҡа төшә.
Башҡа торналарға ҡарағанда һыу мөхите менән нығыраҡ бәйләнгәндәр. Был уларҙың тышҡы төҙөлөштәрендә асыҡ күренеп тора.
Оҙон аяҡтары һәм суҡыштары батҡыл урындарҙа ла йөрөргә һәм ашарға табырға ярҙам итә. Бынан тыш, уларҙың морфологияһы һәм ҡылыҡтары ла башҡа туғандаш төрҙәренән айырымыраҡ.
Аҡ торналарҙың тауыштары таҙа, юғары тонда, яңғырауыҡ һәм һуҙылыбыраҡ сыға.
Кешеләрҙән ныҡ ситләшә. Хатта алыҫтан күренеп ҡалғанында ла ояһын ташлап китергә мөмкин. Нәҫеле ҡарауһыҙ ҡала һәм йыртҡыстарҙың күкл табышына әйләнә. Шуға ла, оя ҡорған ерҙәрендә һунар итеү тыйылған.
Туҡланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡ торна һәр төрлө аҙыҡ менән дә туҡлана.
Яҙғыһын һәм йәйгеһен ваҡ кимереүселәр, ҡоштарҙың йомортҡалары һәм себештәре балыҡтар, бөжәктәр һәм башҡа умыртҡаһыҙ хайуандар менән туҡлана.
Үҫемлек аҙыҡтарҙан рационына мүк еләге, күрәндең һыу аҫты өлөштәре һәм мамыҡбаш күрән инә.
Ҡышҡы күсеп йөрөүҙәрендә, башлыса үҫемлек аҙыҡ өҫтөнлөк итә. Былар һәр төрлө һыу үҫемлектәренең органик матдәләргә бай бүлбеләре һәм тамырһабаҡтарынан ғибәрәт. Башҡа торналарҙан айырмалы, аҡ торна бер ҡасан да ауыл хужалығы биләмәләрендә аҙыҡ эҙләмәй.
Үрсеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үрсеү мәле еткәс, май аҙағында оя яһау өсөн ҡайталар.
Парлашыу үҙенсәлекле йола менән башҡарыла. Бер-береһен оҡшатҡан парҙар бергәләп, баштарын артҡа ташлап, үҙенсәлекле тауыш сығарып йырлай.
Йыр менән бергә бейеү башҡарыла. Бейегәндә ата ҡош ҡанаттарын йәйә. Бейеү талғын ғына күркәм хәрәкәттәр, еңелсә һикереү, эйелеү, ҡанат ҡағыу, ботаҡтар ырғытыу менән оҙатылып бара.
Ояны тундраның йәки тайганың һаҙыматлы, ныҡ дымлы урындарында ҡоралар. Кеше аяғы баҫмаған төпкөл, мул һыулы сөсө һыу ятҡыллыҡтарына өҫтөнлөк бирәләр.
Оя һыу өҫтөндә , унан 12—15 см бейеклектә, эсен 30—40 см тәрәнлектә итеп эшләйҙәр. Төҙөлөш материалы итеп күрәнде йәки икенсе бер үләнде файҙаланалар . Үләнде өйөп һалғас, ныҡ итеп тығыҙлайҙар, уртаһын соҡорайталар. Ояны инә һәм ата ҡош бергәләп эшләйҙәр.
Инә ҡош, ғәҙәттә, ике көн аралыҡ менән ҡара таптары булған һоро төҫтәге ике йомортҡа һала. Массаһы 215 г тирәһе була.[4]
Ҡайһы бе р йылдарҙа бер йомортҡа ғына ла һалырға мөмкин. Йомортҡа һалыу май аҙағы — июнь уртаһына тура килә.
Йомортҡаны алмашлап баҫалар . Ояла күберәк инә ҡош ултыра . Ата ҡоштоң төп эше — ояны һаҡлау. Себештәре 29 көн тирәһендә сыға.
Ояла бер генә себеш үҫә. Сөнки, аҙыҡ өсөн, тере ҡлыу өсөн конкуренция береһенең үлеме менән тамамлана. Ҡауырһын япма тулыһынса 70—75 көндә яһалып бөтә .
Хәүеф һәм һаҡлау саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Донъяла тәбиғи шарттарҙа сама менән 2900—3000 зат тирәһе генә иҫәпләнә. Көнбайыш популяция һаны 20 затҡа тиклем кәмегән һәм бөтөнләй юҡҡа сығыу хәүефе алдында торалар.
Йәшәү мөхитенә талаптары бик юғары. Тереклектәре һыу мөхитенә үтә лә бәйле ҡоштар булып торалар.
Ҡышҡы күсеп йөрөүҙәре мәлендә генә төрлө мөхит шарттарын кисерә алһалар ҙа, көн итеү, туҡланыу даими рәүештә тик һайлыҡтарҙа ғына үтә.
Йәшәү мөхитенә талаптары хәүефтең иң ҙур сәбәбе булып тора. Икенсе хәүеф — Ҡытайҙа, Янцзы йылғаһы үҙәндәрендәге ҡышлау урындарында. Халыҡтың тығыҙлығы, урбанизация, ерҙәрҙе ауыл хужалығы дәирәһенә күсерә барыу, Өс тарлауыҡ ГЭС-ы төҙөү был ҡоштарҙың йәшәү мөхитен ҡыҫҡартыу өҫтәндә[5].
Һаҙлыҡтарҙы киптереү һәм нефть сығарыу оя ҡороу ерҙәрен сикләгәндән сикләй бара. Шулай уҡ, көнбайыш популяцияның кәмеүе Рәсәйҙә, Пакистанда, Афғанстанда һәм башҡа илдәрҙә был ҡоштарға ойошторолған һунарға бәйле.
Аҡ торнаны һаҡлау буйынса эштәр 1970-сы йылдарҙа башлана. Был 1973 йылда АҠШ-та Дж. Арчибальд тарафынан Торналарҙы һаҡлауҙың халыҡ-ара фонды нигеҙләнеүенә бәйле.
1974 йылда Әйләнә -тирә мөхитте һаҡлау буйынса хеҙмәттәшлек итеү буйынса совет -америка килешеүе төҙөлә.
1977—1978 йылдарҙа Америка штаты Висконсияла питомник төҙөлә. Унда тәбиғәттән йыйып килтерелгән йомортҡаларҙан 7 себеш сығарыуға өлгәшәләр. Ошоның менән аҡ торнаның яһалма популяцияһын булдырыу буйынса эш башлана.
1979 йылда Рәсәйҙә был ҡоштар өсөн махсус Окск дәүләт ҡурсаулығы төҙөлә. 2002 йылда, америка ғалимдарының тәжрибәһенә таянып, аҡ торналарҙың көнбайыш себер популяцияһын тергеҙеү буйынса программа төҙөлә. Ул проект әле лә эшләй, — «Полёт надежды» исеме аҫтында.
Шунда уҡ, себештәрен сығарып, тәбиғәткә кире ҡайтарыу өсөн (реинтродукции) питомник төҙөлә. Тәбиғәттә ике йомортҡанан да себеш сыҡҡан хәлдә лә, береһе генә тере ҡала ала. Шуға орнитологтар оянан берәр йомортҡаны йыйып алалар. Бер йомортҡаһын юғалтҡан ҡош тағын бер йомортҡа һалырға мөмкин. Ул йомортҡалар ҙа инкубатор өсөн йыйып алына.
Бөгөнгө көнгә Бельгияла, Ҡытайҙа, АҠШ-та, Рәсәйҙә вольерҙарҙа бер нисә мең аҡ торна бар инде.
Резерв фонд булдырыуҙан тыш, уларҙың тәбиғи популяцияларын һаҡлау буцынса ла эштәр алып барыла.
1994 йылда Германиянан Торналарҙы һаҡлауҙың халыҡ-ара Международного фонды Күсеп йөрөүсе ҡырағай хайуан төрҙәрен һаҡлау буйынса Конвенция (Бонн конвенцияһы, CMS) менән берлектә Аҡ торнаны һаҡлау буйынса үҙ-ара аңлашыу Меморандумы сығара. Уны ошо ҡоштоң йәшәүе һәм күсеп йөрөүе менән бәйле 11 дәүләт раҫлап, имза ҡуя.
Был килешеү сиктәрендә һәр ике йыл аша Әзербайжандың, Афғанстандың , Һиндостандың , Ҡаҙағстандың, Ҡытайҙың, Монголияняң, Пакистандың, Рәсәйҙең, Төркмәнстандың һәм Үзбәкстандың орнитологтары бергә йыйылып был ҡоштарҙы һаҡлау буйынса үҙ-ара фекер алышалар.
Махсус «Стерх»' ' проекты ҡабул ителә. (ингл. Siberian Crane Wetland Project). Уның бурысы булып Ямал биләмәләрендәге популяцияһын һаҡлау һәм тотороҡло хәлгә ингәнсе тергеҙеү булып тора.
Ҡытайҙа Аҡ торнаның яҡут популяцияһын һаҡлау өсөн Поянху күле янында милли резерват булдырылған. Рәсәйҙә Ямал-Ненец автономиялы округында Куноват федераль заказнигы һәм Төмән өлкәһенең Белозерский заказнигы булдырылған.
Стерх Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа, Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына һәм Юғалыу ҡурҡынысы янаған ҡырағай фауна һәм флора менән сауҙа итеү буйынса Конвенция исемлегенә индерелгән.
«Полёт надежды»
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990-сы йылдарҙың уртаһынан тәбиғәткә 100-ҙән ашыу аҡ торна сығарылған. Әммә тәбиғәттәге популяция эсендә үлем бик юғары. Себештәре араһында тәүге йыл эсендә был күрһәткес 50-70 % тәшкил итә. Яһалма юл менән үҫтерелгәндәрҙең дә 20 %-ы ғына тере ҡала.
Шуға ғалимдар себештәрҙең тере ҡалыу кимәлен үҫтереү буйынса яңы юлдар эҙләйҙәр.
Иң сетерекле урын булып инкубаторҙа сығарылған себештәрҙе алыҫ араларға осорға өйрәтеү һәм күсеп йөрөү(миграция) юлдарын өйрәтеү.
Тулыһынса осоу күнекмәләре навигация әҙерлеге үтмәгән себештәрҙең тере ҡалыу ышанысы бик аҙ.
Был хәлдән сығыу юлдарын Америка белгестәре хәл итә алды: улар кеше тарафынан идара ителгән мотодельтаплан ярҙамында себештәрҙе күсеү юлында осороп йөрөтөүгә күстеләр. Был ысулдың асылы шунда: махсус әҙерлек үткән себештәр мотодельтапланды лидер итеп ҡабул итә һәм уның артынан ҡышлау урындарына эйәреп китә.
Туҡтап ял итеү өсөн уңайлы урындар алдан билдәләп ҡуйыла. Ошо юл менән тәбиғәткә ҡайтарылған себештәрҙең 90 % -ы аҙаҡ ҡышлау урындарынан үҙаллы имен-аман әйләнеп ҡайта.
Иң тәүге шундай осоштарҙы Италия тикшеренеүсеһе дельтапланерист Анджело Д’Арриго тормошҡа ашыра (2006 йылда фәжиғәле рәүештә вафат була).
2001—2002 йылдарҙа Рәсәй орнитологтары американдарҙың был ысулын ныҡлап өйрәнеп, аҡ торнаның көнбайыш популяцияһын тергеҙеү өсөн дә уңышлы тип табалар.
«Полёт надежды» исеме менән махсус программа төҙөйҙәр. Программаны тормошҡа ашырыуҙа Рәсәй Федерацияһының тәбиғи ресурстар министерствоһы, Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт министерствоһы белгестәре («ВНИИ Природы»), Окск биосфера дәүләт ҡурсаулығы , нефть-газ компанияһы «ИТЕРА», «Стерх» фонды, шулай уҡ, унлап илдең ғалимдары ҡатнаша.
Программаның милли координаторы булып Александр Сорокин тора. Ул Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт министерствоһында(«ВНИИ Природы») биологик төрлөлөктең етәксеһе.
2006 йылда 5 заманса мотодельтаплан төҙөлә. Уның ярҙамында аҡ торналарҙы оҙайлы араға осороп алып китәләр. Ямалдан Үзбәкстанға тиклем алып барып еткерәләр. Бында улар һоро торналар торкөмөнә ҡушылып ҡышлау урынына китәләр.
Аҡ торналарҙың сираттағы ошондай осошо 2012 йылда Президенты РФ Президенты В. В. Путина ҡатнашлығында ойошторола.[6]. Алты торнаны Төмән өлкәһендәге Белозер федераль заказнигына алып барып еткерәләр. Ләкин был юлы һоро торналар уларҙы ҡабул итмәй.[7].
Аҡ торнаның көнбайыш популяцияһы хәле тураһында хәбәрҙәр булһындар тигән ниәт менән 2012 йылдың апрелендә Окск ҡурсаулығында — «Полёт надежды» онлайн трансляцияһы үткәрелә башлай. LIVE"[8]. Бында ысынбарлыҡта ике пар аҡ торна тормошон ҡарарға мөмкин. Себеш саҡтарынан алып дельтаплан артынан осҡанға тиклем.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Позвоночные животные России: Стерх(недоступная ссылка)
- «Полёт надежды. LIVE» — онлайн-трансляция жизни стерхов из Окского заповедника
- РИА Новости: Эксперимент по «переселению» журавлей обойдется в 15 млн руб
- Greshnvikov, Anatoliy. (2001) Save the Cranes, Pensoft Publishing, Sofia. 79pp ISBN 954-642-140-5
- Сайт Международного фонда охраны журавлей 2007 йыл 9 февраль архивланған.
- IUCN/SSC: Обзор состояния и план по охране журавлей
- Российский фонд «Стерх» 2006 йыл 31 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дегтярев В. Г., Слепцов С. М., Пшенников А. Е. Территориальность восточной популяции стерха Grus leucogeranus // Экология. — 2013, № 3. — С. 183—188.
- Дегтярев В. Г., Слепцов С. М., Пшенников А. Е. Ихтиофагия восточной популяции стерха Grus leucogeranus // Зоологический журнал. — 2013. — Т. 92, № 5. — С. 588—595.
- Degtyarev, V.G. & Sleptsov S.M. Ecology of the eastern population of the Siberian Crane Grus leucogeranus in the taiga section of its flyway: habitats, foraging, trophic links with Elk Alces alces, and threats // Journal of Threatened Taxa. — 2013. — Vol. 5(14). — Рp. 4871-4879.
- Панов, Е. Н. Сигнальные поведения журавлей (стерх — Sarcogeranus leucogeranus, даурский — Grus vipio, японский — Grus japonensis) в свете гипотезы ритуализации / Е. Н. Панов, Е. Ю. Павлова, В. А. Непомнящих // Зоологический журнал. — 2010. — Т. 89, N 8. — С. 978—1006
- ↑ Коблик Е. А., Редькин Я. А., Архипов В. Ю. Список птиц Российской Федерации. — М.: Товарищество научных изданий КМК, 2006. — С. 108. — 256 с. — ISBN 5-87317-263-3
- ↑ Бёме Р. Л., Флинт В. Е. Пятиязычный словарь названий животных. Птицы. Латинский, русский, английский, немецкий, французский. / под общей редакцией акад. В. Е. Соколова. — М.: Рус. яз., «РУССО», 1994. — С. 68. — 2030 экз. — ISBN 5-200-00643-0.
- ↑ Воробьёв К. А. Птицы Якутии. — М.: Изд-во АН СССР, 1963. — 336 с.
- ↑ Searchable Ornithological Research Archive 2010 йыл 9 июнь архивланған.
- ↑ Three Gorges Dam Case Study, American University, The School of International Service. 20 ғинуар 2008 тикшерелгән.
- ↑ Путин полетал со стерхами…
- ↑ Путиндың торналары көньяҡҡа осоп китә алмай. Уларҙы самолётта кире Окск ҡурсаулығына алып ҡайталар
- ↑ Проект Стерхи - Полёт надежды. LIVE, Аргументы и Факты.