Эстәлеккә күсергә

Беназир Бхутто

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беназир Бхутто
урду بینظیر بھٹو, синдхи بينظير ڀٽو
Беназир Бхутто
Флаг
Флаг
Пакистандың Премьер-министры
19 октябрь 1993 — 5 ноябрь 1996
Алдан килеүсе: Моинуддин Әхмәд Куреши
Дауамсы: Мерадж Хәлид
Флаг
Флаг
Пакистандың Оборона министры
4 декабрь 1988 — 6 август 1990
Алдан килеүсе: Мәхмүд Һарун
Дауамсы: Ghous Ali Shah
Флаг
Флаг
Пакистандың Премьер-министры
2 декабрь 1988 — 6 август 1990
Алдан килеүсе: Мөхәммәт Зия-уль-Хаҡ
Дауамсы: Ғүләм Мостафа Джатой
 
Дине: Исламдың шиғый йүнәлеше[1][2]
Тыуған: 21 июнь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Карачи
Үлгән: 27 декабрь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (54 йәш)
Равалпинди
Ерләнгән: Ларканы ҡалаһы янындағы Гари Худа Бахш ауылындағы мавзолей
Династия: Бхутто[d]
Атаһы: Зөлфиҡәр Али Бхутто
Әсәһе: Носрат Бхутто
Ире: Асиф Али Зардари
Балалары: улы: Билавал, ҡыҙҙары: Бахтавар һәм Асифа
Партия: Пакистан Халыҡ партияһы
Белеме: Радклиффский колледж[d]
Леди Маргарет Холл[d]
Гарвард университеты
Колледж Святой Екатерины[d]
Convent of Jesus and Mary, Karachi[d]
Грамматическая школа Карачи[d]
Конвент Иисуса и Марии[d]
Presentation Convent Girls High School[d]
Eliot House[d]
Ғилми дәрәжәһе: фән докторы
 
Сайт: benazirbhutto.com
 
Автограф:

Бенази́р Бху́тто (21 июнь 1953 йыл — 27 декабрь 2007 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. 19881990 һәм 19931996 йылдарҙа Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры, яңы тарихи дәүерҙә күпселек халҡы мосолман булған илдә тәүге ҡатын-ҡыҙ — хөкүмәт башлығы.

Оҙаҡ ваҡыт эмиграцияла булғандан һуң тыуған иленә ҡайта. 2007 йылдың һуңғы айҙарында уны юҡ итеү маҡсатынан ике террор акты яһала. Уларҙың 18 октябрҙә булған тәүгеһендә 130 кеше һәләк була, 500-гә яҡыны яралана. 27 декабрҙәге икенсе террористик акт Бхуттоның ғүмерен өҙә.

Беназир Бхутто 1953 йылдың 21 июнендә Пакистандың көньяғында урынлашҡан Карачи ҡалаһында тыуған. Уның олатаһы Шах Наваз Бхутто һәм атаһы Зөлфиҡәр Али-хан Бхутто Хөкүмәтенең элекке етәкселәре[3]. Әсәһе Носрат Бхутто курд сығышлы иран ҡыҙы[4]. Ғаиләлә Беназир иң өлкән бала була: уның ҡустылары Мортаза менән Шахнауаз һәм апаһы Сәнәм.

Европала белем алған Зөлфиҡәр Али Бхутто ҡыҙын ислам илдәрендәге йолалар буйынса түгел, ә заманса тәрбиәләй. Беназир Бхуттоның хәтерләүҙәренән:

«Минең атайым — диндар мосолман. 12 йәшлек сағымда әсәйем миңә бөркәнсек кейҙергәс, ул: „Башта үҫеп етһен һәм йөҙөн асырғамы әллә юҡмы икәнен үҙе хәл итһен, тине, — ислам ҡатын-ҡыҙға нисек йәшәргә үҙенә хәл итергә хоҡуҡ бирә“. Башҡаса мин бөркәнсек кеймәнем».

Бәләкәй сағында Беназир Дженнингтың шәхси балалар баҡсаһына йөрөй, артабан Карачи, Равалпинди ҡалаларындағы һәм Исламабад янындағы ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән католик мәктәптәрҙә уҡый. Урта мәктәп өсөн имтихандарын 15 йәшендә уңышлы тапшыра. 1969 йылдың апрелендә Бхутто Америка Ҡушма Штаттарындағы Гарвард университетының Редклифф Колледжына уҡырға инә[5]. Уның артабанғы хәтерләүҙәренән күренеүенсә, нәк шунда ул «тәүге тапҡыр демократия тәмен татый». Гарвард и Оксфорд университеттарында уҡыған осорҙа Беназир һүҙ оҫтаһы һәм ораторлыҡ маһирлығы менән айырылып тора, шуның менән киләсәккә ҙур өмөттәр уята. 1973 йылда ул, Гарвард университетын отличие менән тамамлап, дәүләт идараһы бакалавры дипломы ала.

Шул уҡ йылдың көҙөнән Бөйөк Британиялағы Оксфорд университетының Леди Маргарет Холл колледжында уҡыуын дауам итә, бында 1976 йылғаса политология, философия һәм иҡтисад фәндәрен өйрәнә. Артабан Оксфордта халыҡ-ара хоҡуҡ һәм дипломатия буйынса бер йыллыҡ тәрәнәйтелгән курс тыңлай. Оксфордта уҡыу йылдарында Бхутто тәүҙә «Оксфорд союзы» исемле абруйлы дискуссия йәмғиәтенең даими комитет ағзаһы, аҙаҡ президенты итеп һайлана"[5].

Был осорҙа (1977 йылға тиклем) уның атаһы Зөлфиҡәр Али-хан Бхутто башта Пакистандың президенты, шунан — премьер-министры була.

1987 йылдың 18 декабрендә (ҡайһы бер башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 17 декабрҙә) Карачи ҡалаһында Бхутто Асиф Али Зардариға кейәүгә сыға. Беназир кеүек үк Зардари ҙа Синд провинцияһындағы бай ғаиләләрҙең береһенән була, Бхутто һымаҡ мосолман-шиғыйҙарға ҡарай. Матбуғат саралары мәғлүмәттәре буйынса, был никах иҫәп-хисап нигеҙендә була, уға Бхутто үҙ теләге менән ризалаша: Зардариҙа ул үҙенең Көнбайышта алған прогрессив ҡараштарын ҡабул итерҙәй кешене күрә. Никахтан һуң Беназир атаһы фамилияһында ҡала. Был никахтан Беназир Бхуттоның өс балаһы була: улы Билауал (1988) һәм ҡыҙҙары Бәхтәүәр (1990) менән Әсифә (1993).

Сәйәси көрәшкә ҡушылыуы. Беренсе тапҡыр премьер булыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Бхутто премьер-министр булараҡ интервью бирә

1977 йылдың июнендә Беназир Пакистанға ҡайта. Ул дипломатик хеҙмәткә урынлашырға нейәтләһә лә атаһы Зөлфиҡәр Али Бхутто ҡыҙына парламент карьераһы күҙаллай. Һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғы биргән йәшкә етмәгәнлектән, Беназир атаһының ярҙамсыһы булып хеҙмәт башлай. Был сифатта уға бик аҙ ғына эшләргә тура килә: 1977 йылдың июлендә Пакистандың генераль штабы башлығы генерал Мөхәммәд Зыя-уль-Хаҡ, хәрби түңкәрелеш ойоштороп, власты үҙ ҡулына ала һәм илдә хәрби хәл индерә. 1977 йылдың сентябрендә ҡолатылған Бхутто һәм уның ҡыҙы ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Тотҡонлоҡта ниндәй шарттарҙа көн күргәнене тураһында автобиографияһында ул түбәндәгеләрҙе яҙа:

«Йәйге эҫе минең камерамды ҡыҙған мейескә әйләндерҙе. Ҡулдарымдың тиреһе сатнап ярылды һәм киҫәк-киҫәк булып ҡубып төшә башланы. Битемде күпертке ҡапланы. Сәстәрем ҡойола башланы. Бының өҫтөнә камерама хәтһеҙ бөжәк килеп тулды. Сиңерткәләр, серәкәйҙәр, тешләүсе себендәр, бал ҡорттары һәм ҡуңыҙҙар иҙәндәге ярыҡтарҙан һәм рәшәткә аша үтеп инде. Башыма тиклем юрған менән ҡапланып, тын алыуы ныҡ ауырайғас ҡына уны аса инем»

1979 йылда атаһы, сәйәси оппонентын үлтереүгә заказ биреүҙә ғәйепләнеп, язалана. Һуңынан үҙенең «Көнсығыш ҡыҙы» тип исемләнгән мемуарында «Мин тормошто түгел, ул мине һайланы», — тип хәтерләй Беназир Бхутто. Яҙыуынса, атаһын язалау уны сәйәсмән булырға мәжбүр итә. Бөйөк Британияға китергә рөхсәт бирелгәнсе, 1979—1984 йылдарҙа Бхутто бер нисә тапҡыр өй һағына алына. Илдән ҡыуылып ситтә йәшәгән осоронда атаһы ойошторған Пакистан халыҡ партияһы менән етәкселек итә. Әммә был ваҡытта Бхуттоларҙың ғаилә кланы эсендә ҡаршылыҡтар тыуа: Беназирҙың ҡустылары Мортаза менән Шахнауаз сәйәси мираҫҡа үҙ хоҡуҡтары тураһында иғлан итә һәм апалары менән бүлешергә теләмәй. Зөлфиҡәр Али Бхутто язаланғандан һуң Пакистан халыҡ партияһының лидеры булып уның ҡатыны ҡала. 1985 йылда Шахнауаз Францияла асыҡланмаған шарттарҙа үлтерелә. Имеш-мимештәр күп — уны Пакистандың махсус хеҙмәттәре ағыулап үлтергән тигән юрауҙар бар, шулай уҡ был сәйәсе үлтереү Беназир Бхуттоның үҙенең заказы менән башҡарылған тип һанаусылар ҙа бар.

Зыя-уль-Хаҡ авиафәжиғәттә һәләк булғандан һуң Беназир тыуған иленә ҡайтыу мөмкинлеге ала. Аэропортта уны өс миллион кеше ҡаршылай.

Атаһының башына етеүсенең үлемендә Беназирҙың әсәһенән генә түгел, ҡустыһы Мортазанан да шикләнәләр.

Беназир Бхутто АҠШ-ҡа визит ваҡытында ире Асиф Али Зардари һәм улы Билауал менән

1988 йылдың 16 ноябрендә һуңғы ун йыллыҡтан да күберәк осор эсендә үткән тәүге асыҡ парламент һайлауҙарында, Милли ассамблеялағы 207 урындың 94-ен алып, Пакистан халыҡ партияһы еңеү яулай. Фекерҙәштәренең урындары менән бергә был ныҡлы күпселекте тәшкил итә[5][6]. Партия лидеры булараҡ, Беназир Бхутто 2 декабрҙә Пакистан премьер-министры вазифаһына ант тота[7]. Был посты 35 йәшендә биләп, Беназир премьер ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң йәше, ә мосолман илдәренең хәҙерге заман тарихында ҡатын-ҡыҙҙың хөкүмәт башлығы итеп тәғәйенләнеүе беренсегә була[5]. Уның тәүге ҡарарҙарының береһе — сәйәси тотҡондарға тотош амнистия иғлан итеү (яҡынса 1000 кеше иреккә сығарыла).

Атаһының халыҡ араһындағы юғары популярлығы Беназирға һайлауҙа еңеүгә ныҡлап булышлыҡ итә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең программаһынан ҡайһы бер саҡырыуҙарҙы һәм «социализм» һүҙен алып ташлай. Бхуттоның ире финанс министры вазифаһында хөкүмәт составына инә.

28 декабрҙә Беназир Бхуттоны уңышһыҙ үлтерергә маташыу була: ул осоп киткәс, аэропортта бомба табыла.

1989 йылдың мартында әсәһе Носратты үҙенең хөкүмәттәге урынбаҫары итеп тәғәйенләй, бер үк ваҡытта уның составына тағы ла дүрт ҡатын-ҡыҙҙы индерә, һәм уларҙың һаны хөкүмәт ағзаларының дүрт бер өлөшөнә етә — был инде Азия өсөн бөтөнләй ғүмерҙә лә күрелмәгән хәл була.

Социаль һәм сәйәси реформалар программаһын тормошҡа ашырыуҙа яңы кабинет бер ни тиклем уңыштарға ирешә. Ул профсоюздарҙың хәрби диктатура тарафынан юҡҡа сығарылған хоҡуҡтарын ҡабаттан тергеҙә, студенттар союздарын тыйыуҙы һәм хөкүмәткә ҡарамаған ойошмалар, шул иҫәптән хоҡуҡ яҡлау һәм ҡатын-ҡыҙҙар төркәмдәренең эшмәкәрлегенә сикләүҙәрҙе юҡҡа сығара, матбуғат азатлығын ҡайтара һәм беренсе тапҡыр оппозицияға хөкүмәттең киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыу мөмкинлеген аса.

Биназир Бхутто шулай уҡ илдең күптәнге ҡаршылашы булған Һиндостан менән мөнәсәбәт һәм бәйләнештәрҙе яйлауға һәм яҡшыртыуға ирешә. Һинд премьер-министры Раджив Ганди менән улар бер нисә ике яҡлы комитет төҙөй, тәүге килешеүгә ҡул ҡуя. Ул Көньяҡ Азиялағы ядро энергетикаһы мәсьәләләренә ҡағыла, һәм яҡтар ядро объекттарына һөжүм итеүҙән баш тартырға йөкләмә ала. Артабан ғәскәрҙәрҙе ҡыҫҡартыу, уларҙы икенсе урындарға күсереү һәм сикләнгән тауар әйләнеше тураһындағы килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Тағы ла Зыя-уль-Хаҡ диктатураһы йылдарында Һиндостандың Пакистандан тартып алған Сиачен боҙлоғона дәғүә-талаптарҙа килешеп тормай ғына ғәскәрҙәрҙе Каргил буйынса бүлеү тураһында килешеү проекты әҙерләнә.

Шуның менән бергә Беназир Бхуттоның хөкүмәткә етәкселек итеүе осоронда илдә коррупцияның ҡырҡа үҫеүе күҙәтелә. Коррупцион ғауғаларҙа йыш ҡына пермьер-министрҙың иренең исеме телгә алына: уға «ун процент әфәнде» тигән ҡушамат тағыла, сөнки инвесторҙарҙан капитал һалыуҙарҙың нәҡ ун процентын үҙенә талап иткән була.

Низағ халыҡ-ара тиерлек билдәлелек ала, сөнки, Асиф Али Зардариға Пакистандың ғына түгел, шулай уҡ Бөйөк Британия һәм Швейцарияның хоҡуҡ һаҡлау органдары ла ғәйеп ташлай. Был осорҙа Бхутто илдән ситкә йыш сығып йөрөй, парламенттағы дебаттарҙан баш тарта һәм осраҡлы, уйланылмаған ҡарарҙар ҡабул итә. Бөтә был хәлдәр 1990 йыл уртаһында президент Гүләм Исхаҡ Хандың Беназир Бхутто хөкүмәтен отставкаға ебәреүе менән тамамлана.

Икенсе тапҡыр премьер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылда уҙған сираттағы һайлауҙа Бхутто коррупция һәм ярлылыҡ менән көрәш лозунгыһы аҫтында еңеү яулай. Пакистан халыҡ партияһы йыйған тауыштар уның төп дәғәүәсеһе — Мосоман лигаһыныҡынан аҙыраҡ була, шуға ла хөкүмәт төҙөү өсөн Бхутто консерватив партиялар менән коалиция ойоштора. Ноябрҙә эмиграциянан уның ҡустыһы Мортаза ҡайта, ул партия менән етәкселек итеүҙе үҙенә тапшырыуҙы талап итә. Бхутто ғаиләһендәге ыҙғыш-низахтар партияның берҙәмлегенә йоғонто яһай. Мортаза, ғаиләнең сәйәси эшенә ир-егет етәкселек итергә тейеш тип иҫәпләгән әсәһенең хуплауынан сығып, Пакистан халыҡ партияһының айырылған өлөшөн етәкләй. Карачи ҡалаһына барғас, терроризмда ғәйепләнеп, Мортаза ҡулға алына, әммә 1994 йылдың июнендә залогҡа азат ителә.

Икенсе тапҡыр премьер булғас, Бхутто илдә бер нисә масштаблы реформа йәйелдерә. Ул нефть ятҡылыҡтарын национализациялай һәм финанс ағымын социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтә. Реформалар һөҙөмтәһендә мәғарифҡа һәм һаулыҡ һаҡлауға сығымдар арта, ил халҡы араһында наҙанлыҡ өстән бер өлөшкә кәмей, балалар ауырыуы — полиомиелит еңелә, ярлы ауылдарға электр һәм эсәр һыу үткәрелә. Бынан тыш, ул һаулыҡ һаҡлау һәм мәғарифте түләүһеҙ итә, уларға сығымдарҙы арттыра. Ул идара иткән осорҙа тышҡы инвестициялар күләме күп тапҡырға арта, Пакистандың иҡтисади үҫеш темптары күрше Һиндостанға ҡарағанда юғарыраҡ була. Беназир Бхуттоның был реформалары үҙе фанатик табыныу объектына әйләнгән Пакистанда ғына түгел, илдән ситтә лә лайыҡлы баһалана.

1995 йылдың сентябрендә Пакистандың консерватив ҡарашлы бер төркөм офицерҙары Беназир Бхуттоға ҡаршы заговор әҙерләй, әммә заговорсылар ҡулға алына. 1996 йылда Беназир, йылдың иң популяр халыҡ-ара сәйәсмәне булараҡ, Гиннесстың рекордтар китабына индерелә, уға Оксфорд университетының почётлы доктор дәрәжәһе, Францияның Почётлы легион ордены һәм башҡа бик күп наградалар бирелә. Тышҡы сәйәсәттә Беназир Бхутто бойондороҡһоҙлоҡ күрһәтә — ул ядро ҡоралын эшләү программаларын финанслауҙы дауам итә, афған хәрәкәте «Талибан» ярҙамында наркотиктар менән әүҙем һатыу итеүҙе туҡтата, хатта, Афғанстан һуғышынан һуң әсирлектә булған Рәсәй һалдаттарын азат итеп, Рәсәй менән хеҙмәттәшлеккә тәүге аҙымдар яһай.

Икенсе премьерлыҡ осоронда хөкүмәт эшмәкәрлеге уңышлы булһа, Бхутто идара иткән йылдарҙа коррупция тағы ла киңерәк ҡолас йәйә. Атап әйткәндә, Бхуттоның ире Азиф Али Зардари йәнә ришүәт алыуҙа ғәйепләнә. Бхуттоның был эште ентекле тикшереү өсөн сығыш яһаған ағаһы Карачиҙа полиция менән сәйер атыш һөҙөмтәһендә үлтерелә. Уны үлтереүҙә Бхуттоның ире һәм Беназир үҙе ғәйепләнә.

Халыҡ араһында Бхуттоның популярлығы кәмей, ә ислам фундаменталистарының йоғонтоһо арта бара. Шуға күрә 1996 йылда уның хөкүмәте Афғанстандағы «Талибан» режимын танырға мәжбүр була. Әммә шул уҡ йылдың аҙағында хөкүмәт отставкаға ебәрелә. Халыҡ-ара террорсы Усама бен Ладен власҡа икенсе килеү осоронда журналистар Пакистандың ҡара розаһы тип исемләгән Беназирҙың башы өсөн $10 млн бүләк иғлан итә. 1997 йылдағы һайлауҙа, 217 урындың 17-һен генә алып, Пакистан халыҡ партияһы ҙур еңелеүгә дусар була. 1998 йыл башында Бхуттоға, уның иренә һәм әсәһенә коррупцияла рәсми ғәйепләүҙәр иғлан ителә, уларҙың Британия һәм Швейцария банктарындағы иҫәптәре туңдырыла. 1999 йылдың аҙағында власҡа Пәрүәз Мөшәррәф етәкселегендәге хәрбиҙәрҙең килеүе хәлде тағы ла ҡатмарлаштыра.

Ҡабаттан эмиграция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бхутто финанс махинацияларында һәм заказлы үлтереүҙәр ойоштороуҙа ғәйепләнә, һәм ул илде ташлап китергә мәжбүр була; ире иһә, ришүәтселектә ғәйепләнеп, биш йылдан ашыу төрмәлә ултыра. Беназир өс балаһы менән Дубайға эмиграцияға китә, 2004 йылда азат ителгәндән һуң унда ире лә килә; күпмелер ваҡыт Бхутто Лондонда йәшәй. 2001 йылда Пакистанда конституцияға төҙәтмә ҡабул ителә, ул бер үк кешенең ике тапҡырҙан ашыу премьер-министр вазифаһын биләүҙе тыя. Был күпселек тарафынан Мөшәррәфтең демократик һайлауҙар уҙғарылған осраҡта үҙен Бхутто яғынан конкуренциянан һаҡларға тырышыуы тип ҡабул итә.

Шул уҡ йылда Пакистандың Юғары суды Бхуттоға ҡарата яңы процесс тәғәйенләй, был 1999 йылда сығарылған хөкөм ҡарарының ғәмәлдә булыуын туҡтатыуҙы аңлата. Судҡа килмәгәне өсөн Бхутто өс йыл төрмәгә ябыуға хөкөм ителә, был Бхуттоның 2002 йылғы парламент һайлауҙарында кандидат сифатында теркәүҙән баш тартыуғы нигеҙ була. 2003 йылда Швейцария суды Бхуттоны һәм уның ирен аҡса үҙләштереүҙә ғәйепле тип таный һәм ҡарарҙы үтәүҙе кисектереп уларҙы алты айға төрмәгә ябырға хөкөм итә (Бхуттоның банк счеттарын 1997 йылдың сентябрендә Пакистандың үтенесе буйынса Швейцария бикләй).

Ваҡытының күпселек өлөшөн Бхутто Лондонда һәм Дубайҙа үткәрә, бөтә донъя буйлап лекциялар менән сығыш яһай һәм ПНП етәкселеге менән бәйләнеш тота.

2007 йылдың 18 октябрендә тыуған иленә ҡайтыуы һәм теракт

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Б. Бхутто 2007 йылдың декабрендә Мехр Али Шах мавзолейына визиты ваҡытында

2007 йылдың ғинуар айында Абу-Дабиҙа Беназир Бхутто менән Пакистан президенты Пәрүәз Мөшәррәфтең бәйләнештәрҙе яйға һалыу маҡсатында беренсе шәхси осрашыуы үтә. Президент Мөшәррәф уға һәм башҡа оппозиция эшмәкәрҙәренә коррупцияла ғәйепләүҙәрҙән амнистия биреү тураһындағы указға ҡул ҡуя. Күҙәтеүселәр фекеренсә, Пакистандың хәрби даирәләре уны дини көстәрҙе һәм ислам хәрбиләштерелгән төркөмдәрен изоляциялау өсөн көрәштә үҙенең союздашы тип иҫәпләй.

2007 йылдың 18 октябрендә Беназир Бхутто һигеҙ йыллыҡ мәжбүри һөргөндән һуң тыуған иленә ҡайта. Кортеж үткән саҡта уның яҡлылар төркөмөндә ике шартлау яңғырай — 130-ҙан ашыу кеше һәләк була, 500-гә яҡыны яралана. Быға тиклем Әл-Каида һәм Талибан, Бхутто Пакистан еренә аяҡ баҫҡас та, күләмле теракттар эшләйәсәге тураһында бер нисә тапҡыр янаған була. Әммә Мөхәммәт Зыя-үл-Хаҡтың радикаль эйәрсендәрен моғайын терактты ойоштороусылар тип һанайҙар. Бхуттоның үҙенең төп сәйәси оппоненттары, ҡасандыр уның мәрхүм атаһына ҡамасаулаған кеүек, Беназир һәм уның Халыҡ партияһының Пакистандағы власҡа кире ҡайтыуына ҡамасауларға тырыша.

Илдә парламент һайлауы 2008 йылдың ғинуарына билдәләнә, һәм Беназир еңеүгә иҫәп тота. Закон буйынса премьер-министр вазифаһын ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа биләргә ярамай. Бхуттоның ике тапҡыр премьер була, әммә ҡайһы бер аналитиктар, октябрҙә элекке һөргөнсе менән килешеүгә ҡул ҡуйған ил президенты Пәрүәз Мөшәррәф тыйыуҙы ғәмәлдән сығарырға тейеш, тип иҫәпләй. Бхутто кандидатураһын АҠШ та хуплай, тап рәсми Вашингтон Бхуттоны тыуған иленә һәм ҙур сәйәсәткә ҡайтарыу инициаторы булып сығыш яһай.

Тыуған иленә ҡайтҡас та, ул сәйәси көрәшкә ҡушыла. 2007 йылдың 3 ноябрендә Пакистан президенты П. Мөшәррәф илдә ғәҙәттән тыш хәл индерә, уның зарурлығын «терроризм һәм экстремизмдың көсәйеүе» менән аңлата: был дәүләт суверенитетын хәүеф аҫтына ҡуя, шулай уҡ суд власы яғынан президент эшмәкәрлегенә ҡарата саботаж күрһәтелә; Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында конституцияның ғәмәлдә булыуы һәм судтарҙың эше туҡтатыла.

Беназир Бхутто, Пакистанда ғәҙәттән тыш хәл индереү властарҙың илдә әлеге режимды нығытырға һәм П. Мөшәррәфкә сикләнмәгән власть вәкәләттәрен бирергә тырышыуынан килә, тигән фекерен белдерә. 9 ноябрҙә Пакистандың хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре бронетанк техникаһы ярҙамында элекке премьерға Исламабадтағы йортонан сығырға һәм күрше Равалпинди ҡалаһындағы митингыла телмәр менән сығыш яһарға мөмкинлек бирмәй. Икенсе көндө Бхутто өй тотҡонлоғонан азат ителә. Әммә бер нисә көндән, 13 ноябрҙә, Бхутто йәнә 7 көнгә ҡулға алына һәм өс көндән, 16 ноябрҙә, азат ителә. Ҡулға алыу Б. Бхуттоның ил президенты Пәрүәз Мөшәррәфте отставкаға китергә саҡырып, үҙе өсөн уның етәкселеге аҫтында яңы хөкүмәттә эшләү мөмкинлеген ҡалдырмауы тураһында белдереүенән һуң була. Бхутто Пакистан президентын «демократия юлында ҡаршылыҡ» тип атай һәм уның отставкаһы «Пакистанды ҡотҡарыу өсөн» кәрәк булыуын айырып әйтә.

Беренсе һөжүмдән һуң ике ай үткәс, 27 декабрҙә Бхутто Равалпинди ҡалаһында яңы террор актының ҡорбаны була. Бында ул Лиагат Багх паркы районында үҙе яҡлылар алдында митингыла сығыш яһай. Митинг тамамланғас, террорсы-үлемсе уның муйынына һәм күкрәгенә ата, шунан һуң шартлатҡыс ҡулайламаны эшләтә. Һөжүм ваҡытында Бхутто бронежилетлы һаҡсылары уратыуында бронежилетһыҙ була. Теракт 20-нән ашыу кешенең ғүмерен ҡыя, ә Б. Бхутто ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла, табиптарҙың тырышыуына ҡарамаҫтан, аңына килмәйенсә, операция өҫтәлендә вафат була.

Беназир Бхуттоның матбуғат секретары Бабар Ауан, Равалпинди дауаханаһында Б. Бхуттоның үлеме тураһында рәсми белдереү яһағанда үҙен ҙур ҡыйынлыҡ менән ҡулда тота: «Мин әле генә доктор Муссадиг менән һөйләштем, һәм ул беҙҙең Беназирҙың вафат булыуын раҫланы». Беназир Бхутто яҡлы ярһығандар Карачи һәм илдең башҡа ҡалаларында урам сыуалыштарын башлай. Үлтерергә маташыуға тиклемге һуңғы телмәрендә Беназир Бхутто былай тип әйткән була: «Мин ғүмеремде хәүеф аҫтына ҡуям, сөнки илебеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Кешеләр борсола. Әммә беҙ бергә илде көрсөктән сығарасаҡбыҙ!»

Ерләү алдынан хәрбиҙәр сыуалыштар көсәйгән осраҡта хәрби патрондар ҡулланырға бойороҡ ала. Беназир Бхуттоның ире һәм өс балаһы Дубайҙан Исламабадҡа килә һәм мәрхүмдең кәүҙәһен ерләү өсөн Бхуттоларҙың Синд провинцияһындағы нәҫел поместьеһына алып китә. 2007 йылдың 27 декабренән 28 декабргә ҡарай төндә Бхуттоның флагҡа төрөлгән табуты С-130 хәрби самолетының махсус рейсы менән Синд провинцияһындағы уның тыуған ҡалаһы Ларканаға килтерелә. Аҡ автомобилдәр кортежы ҡала аша ерләү булырға тейешле ғаилә кәшәнәһенә йүнәлә.

Ерләү процессияһы үткән юл буйлап йыйылған халыҡ: «Кеше үлтереүсе Мөшәррәфкә хурлыҡ, Кеше үлтереүсе АҠШ-ҡа хурлыҡ» тип бергәләп ҡысҡыра. Кәшәнә янына килгәндәрҙең һаны йөҙҙәрсә меңгә етә. Ерләүҙә лидеры Бхутто булған Пакистан Халыҡ Партияһы (ПНП) етәкселәре лә ҡатнаша. Сараны көсәйтелгән полиция нарядтары һаҡлай. ПНП-ның ҡыҙыл-ҡара-йәшел төҫтәрҙәге флагы менән ҡапланған ағас табут хушлашыу өсөн ҡуйыла. Беназир Бхутто атаһы Зөлфиҡәр Али Бхуттоның ҡәбере эргәһендә ер ҡуйынына тапшырыла. Ерләү сараһын Пакистан телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә.

Бхуттоның үлеменә реакция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беназир Бхуттоны үлтереүҙе бөтә донъя йәмәғәтселеге ғәйепләп сыға. Халыҡ-ара ойошмалар — Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО), Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы (ОИК), Европа союзы (Евросоюз), шулай уҡ Афғанстан, Бангладеш, Италия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һәм башҡа илдәр Пакистандың элекке премьер-министрының үлеменә бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерә. Бөтә донъя был хәлде ғәйепләй һәм, бындай енәйәттәр башҡаса ҡабатланырға тейеш түгел, енәйәтселәр табылырға һәм язаға тарттырылырға тейеш, тип һанай.

Пакистан президенты Пәрүәз Мөшәррәф Беназир Бхуттоны үлтереүҙе ҡәтғи ғәйепләй: «Был вәхшилек — террорсылар эше, беҙ улар менән көрәшәбеҙ. Тап ошо террорсыларҙан Пакистан һәм уның халҡы өсөн иң ҙур ҡурҡыныс янай», — тип белдерә Мөшәррәф ил етәкселегенең ашығыс кәңәшмәһе барышында. Пакистан президенты ватандаштарын берләшергә һәм тотанаҡлылыҡҡа саҡыра. Ул терроризмдың бөтә төрҙәре менән көрәшергә әҙерлеген белдерә һәм Бхуттоның фажиғәле һәләк булыуына бәйле илдә өс көнлөк матәм иғлан итә.

АҠШ президенты Джордж Буш, Техас штаты Кроуфордтағы ранчоһында журналистар алдында сығыш яһап, Пакистандың элекке премьер-министры Беназир Бхуттоның «мәкерле үлтерелеүен» ҡырҡа ғәйепләй һәм пакистандарҙы демократик процесты үҫтерергә саҡыра. «Ҡанға һыуһаған һәм Пакистандағы демократияны ҡаҡшатырға маташҡан террористар ҡылған был мәкерле актты АҠШ ҡаты ғәйепләй», — тип белдерә Дж. Буш һәм, пакистандарҙы демократик процестарҙы дауам итергә саҡырып, АҠШ «терроризм һәм экстремизм менән көрәштә Пакистан халҡы яғында» торасаҡ тип өҫтәй. Ул шулай уҡ «был терактты яһаусылар судҡа бирелергә тейеш», тип билдәләй. «Б. Бхутто үҙ иленә хеҙмәт итте һәм ике тапҡыр премьер вазифаһын биләне. Быйыл Пакистанға ҡайтҡанда ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыуын аңлай ине, әммә ул үҙен үлтереүселәрҙе иленең ниндәй курс менән барырға тейешлеген билдәләү хоҡуғынан мәхрүм итте», — тип айырып әйтә АҠШ президенты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин илдең элекке премьер-министры Беназир Бхуттоның һәм тағы ла ике тиҫтә кешенең ғүмерен өҙгән теракт менән бәйле Пакистан президенты Пәрүәз Мөшәррәфкә ҡайғы уртаҡлашыу ебәрә. Рәсәй дәүләте башлығы, һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, Пакистан халҡы менән теләктәшлек белдерә. Путиндың хатында Бхуттоны үлтереү «терроризм көстәре менән Пакистанға ғына түгел, бөтә халыҡ-ара берләшмәгә ташланған сираттағы аяуһыҙ саҡырыу» тип билдәләнә. Рәсәй Президенты, терактты ойоштороусылар лайыҡлы яза аласаҡ, тигән ышаныс белдерә[8].

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы ла был хәлде ҡырҡа ғәйепләй һәм Пакистандың төп сәйәси көстәрен максималь тотанаҡлыҡ күрһәтергә һәм экстремистар провокацияһына бирелмәҫкә саҡыра. «Пакистан етәкселегенең илдә тотороҡлоҡто тәьмин итеү өсөн саралар күрә алырына ышанабыҙ», — тип белдерә Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Михаил Камынин.

2008 йылда Пакистан почтаһы Беназир Бхутто хөрмәтенә уның тыуыуына 55 йыл тулыуға арналған ике почта маркаһы (Михель 1317, 1318) һәм почта блогы (Михель BL19), кеше хоҡуҡтары өлкәһендә БМО-ның 2008 йылғы премияһы бирелеү айҡанлы почта маркаһы (Михель 1320), шулай уҡ уның һәләк булыуының бер йыллығы айҡанлы почта маркаһы (Михель 1321) һәм почта блогы (Михель BL20) сығара[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Кеше хоҡуҡтары өлкәһендә БМО-ның 2008 йылғы премияһы (үлгәндән һуң)[10]
  1. Interview with Vali Nasr 2008 йыл 23 ғинуар архивланған.
  2. End in sight for a dynasty steeped in power, death and politics
  3. Вольперт Стэнли Альберт (Wolpert S. A.). Zulfi Bhuto of Pakistan: His life and Times. — Oxford: Oxford University Press, 1993. — 378 p. — ISBN 978-0-19-507661-5. — P. 4.
  4. Benazir Bhutto announces she is Kurdish // Saradistribution.com
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Benazir Bhutto // Storyofpakistan.com
  6. Правда, 1988, № за 2 декабря.
  7. Правда, 1988, № за 3 декабря.
  8. Новая Политика — Владимир Путин направил соболезнования всему пакистанскому народу. Дата обращения: 3 февраль 2008. Архивировано 31 декабрь 2007 года. 2007 йыл 31 декабрь архивланған.
  9. Pakistan: Stamps [Series: Benazir Bhutto]. Colnect. Дата обращения: 19 декабрь 2019.
  10. The United Nations Prize in the Field of Human Rights. Управление Верховного комиссара ООН по правам человека. Дата обращения: 19 декабрь 2019. Архивировано 19 ноябрь 2019 года.
  • Родионов Алексей Алексеевич Зульфикар Али Бхутто, каким я его знал: Записки дипломата (Мемуары). - М.: - Междунар. отношения, 2004. - 304 с. ISBN 5-7133-1223-2
  • Густерин П. В. Тайны семейства Бхутто // Азия и Африка сегодня. — 2008. — № 5. — С. 73—74.
  • Бхутто Б. Дочь Востока. Автобиография. - СПб.: Амфора. ТИД Амфора, 2009. - 527 с. ISBN 978-5-367-00892-0
  • Суворова А. А.  Беназир Бхутто: портрет в двух ракурсах. — М.: Восточная литература, 2013. — 223 с. — ISBN 978-5-02-0365534-6.
Алдан килеүсе:
Мөхәммәт Зия-уль-Хаҡ
Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры
(беренсе срок)

1989 - 1990
Һуңынан килеүсе:
Ғүләм Мостафа Джатой
Алдан килеүсе:
Моинуддин Әхмәд Куреши
Пакистан Ислам Республикаһы премьер-министры
(икенсе срок)

1993 - 1996
Һуңынан килеүсе:
Мерадж Хәлид
Алдан килеүсе:
Зульфикар Али Бхутто
Пакистандың Халыҡ партияһы рәйесе
Беназир Бхутто

1980 - 2007
Һуңынан килеүсе:
Билавал Зардари