Эстәлеккә күсергә

Бүл-Ҡайпан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бүл-Ҡайпан
Бүл-Ҡайпан
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°19′41″ с. ш. 55°46′57″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 820 001

ОКТМО коды

80 650 420 101

ГКГН номеры

0660871

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Бүл-Ҡайпан (Рәсәй)
Бүл-Ҡайпан
Бүл-Ҡайпан
Бүл-Ҡайпан (Башҡортостан Республикаһы)
Бүл-Ҡайпан

Бүл-Ҡайпан (рус. Буль-Кайпаново) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 682 кеше[1]. Почта индексы — 452848, ОКАТО коды — 80250820001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 682 324 358 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 18 км

Ауылға 18 быуат уртаһында Уҫы даруғаһы Ҡыр‑Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Бүлеғарт-Ҡайпан исеме менән нигеҙ һала.[2] Бүлеғарт-Ҡайпан ауылы «оброк документтары булмаған осорҙа» мишәрҙәрҙе үҙенә алған аҫаба башҡорттар торамаһы. Мишәрҙәр IV һәм V ревизиялары (1783 - 95 йылдар) араһында ҡабул ителгән, һәм V ревизияла иҫәпкә алынған. Ул ваҡытта 14 хужалыҡта 24 ир-ат һәм 18 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнгән. 1798-1865 йылдарҙа улар Ырымбур губернаһының Бөрө өйәҙендә урынлашҡан 4-се мишәр кантонының 8-се йорто составына инә. 1811 йылда - 20, 1816 йылда - 23, 1834 йылда 37 мишәр ир-ат булған. Артабанғы халыҡ иҫәбен алыуҙа мишәрҙәр менән башҡорттар бергә иҫәпкә алынған. 1795 йылда 32 йорт-хужалыҡта 147 кеше иҫәпләнгән. 1812 йылда Пермь губернаһы Уҫы өйәҙенең Тайна улусының төрлө ауылдарынан 35 башҡорт ғаиләһе күсерелә. Был ауылда йәмғеһе 65 йортта 165 ир-ат һәм 178 ҡатын-ҡыҙ булған. Башҡорт һәм мишәрҙәрҙең Х ревизия буйынса 79 йортта 426 кеше булған. 1870 йылда 84 йортта 490 кеше теркәлгән. Өҫтәүенә башҡорттар (389 кеше) хата менән мишәрҙәргә, ә мишәрҙәр (111 кеше) типтәрҙәргә индерелгән (һуңғылары был ауылда бөтөнләй юҡ). 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу башҡорттар һәм мишәрҙәрҙе дөрөҫ иҫәпләй, 182 йортта 908 кеше иҫәпләнгән.

Ауылдың исеме түбәндәгесә аңлатыла: Бүлеғарт - «урман аръяғы» тигәнде аңлата, ә Ҡайпан - антропоним исеменән. 19 быуатта Яңы Ҡайпан исеме менән билдәле була, һуңынан - Оло Ҡайпан, бөгөн - Бүл-Ҡайпан исемен йөрөтә.

Башҡорттарҙың шөғөлдәре тураһында бер нисә мәғлүмәт (мишәрҙәр буйынса мәғлүмәттәр юҡ). 1842 йылда 343 кешегә 2040 бот ужым һәм 2280 бот яҙғы иген сәселгән, йәғни һәр кешегә 12,6 бот. 65 йорттоң һәр береһендә 1,4-әр йылҡы малы, 1,6-шар һыйыр малы, 1,4 һарыҡ, 0,6 кәзә булған.

Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр (1842 йылда 23 умарта һәм 2 солоҡ булған). 1842 йылда һәм 1870 йылда ауылда 2 мәсет күрһәтелә, әммә һуңғы осраҡта мәсеттәр эргәһендә «училище» телгә алына. 1816 йылда 1 «иҫке мәсет» бар тип яҙылған.

Бында 18-се йорт старшинаһы Рәхмәтулла Ҡанһуяров йәшәгән. Бөгөлмәнән Зәйнибәшир Баҡыевтың улы 1793 йылғы улы Илепеев, 1842 йылға тиклем Урал йылғаһы буйлап Ырымбур сик буйы хеҙмәтендә 5 тапҡыр булып өлгөргән. Уның улдары: Тайраүитдин, Шәғәфетдин, Шәүәләй.[3]