Изотов Алексей Николаевич
Изотов Алексей Николаевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Рәсәй |
Тыуған көнө | 26 апрель 1973 (51 йәш) |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] |
Уҡыу йорто | Өфө дәүләт авиация техник университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ойошма ағзаһы | Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VII созыва[d] |
Изотов Алексей Николаевич Викимилектә |
Изотов Алексей Николаевич (26 апрель 1973 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзаһы, Дәүләт Думаһының финанс баҙары буйынса комитеты ағзаһы[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Алексей Николаевич Изотов 1973 йылдың 26 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. 1992 йылда Өфө радиоэлектроника колледжын бөтөрә һәм Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инә һәм 1997 йылда уны «Менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай. 2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында белемен күтәрә. 1997—1999 йылдарҙа «Башкредитбанк» банкында эшләй. 1999—2000 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сбербанкының Башҡортостан филиалында кредит бүлеге баш иҡтисадсыһы, кредитлау секторы начальнигы булып эшләй. 2000 йылдан алып 2004 йылға тиклем — «Башкиргазинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең директор урынбаҫары, башҡарма директоры, директоры. 2004 йылда Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводына башҡарма директор, ә 2007 йылда заводтың генераль директоры итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдың мартында 28-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы — Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтайының IV саҡырылыш депутаты итеп һайлана[2].
2010 йылдың октябрендә, Стәрлетамаҡ ҡалаһы мэры вазифаһына контракт буйынса тәғәйенләнеү менән бәйле[3], үҙенән заводтың генераль директоры вазифаһын һәм депутат вәкәләттәрен һала. 2012 йылдың ноябрендә ике йыллыҡ контракт ваҡыты үткәндән һуң, А. Н. Изотов Стәрлетамаҡ ҡалаһының ҡала округы советы ҡарары менән йәнә ҡала башлығы итеп тәғәйенләнә[4].
2016 йылдың сентябрендә VII саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутатлыҡҡа үҙенең кандидатураһын ҡуя, һайлау һөҙөмтәләре буйынса Стәрлетамаҡ 8-се бер мандатлы һайлау округы буйынса Дәүләт Думаһы депутаты итеп һайлана[5].
Закондар сығарыу эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2016 йылдан 2019 йылға тиклем VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен башҡарыу ваҡытында, 42 закондар сығарыу инициативаһы һәм федераль закон проектына төҙәтмәләр авторҙашы була[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн»[7]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Изотов Алексей Николаевич . Государственная Дума. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ Изотов, Алексей Николаевич . ТАСС. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ В Стерлитамаке (Башкирия) избран новый мэр . ИА REGNUM. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ Главой администрации Стерлитамака назначен Алексей Изотов . ufa.mk.ru. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ Постановление Центральной избирательной комиссии Российской Федерации от 23 сентября 2016 г. N 56/541-7 г. Москва "Об установлении общих результатов выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации седьмого созыва" . Российская газета. Дата обращения: 5 декабрь 2018.
- ↑ Объекты законотворчества :: Система обеспечения законодательной деятельности . sozd.duma.gov.ru. Дата обращения: 3 август 2019. 2019 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Бывший мэр Стерлитамака Алексей Изотов награжден знаком «За заслуги перед городом» . Стерлеград - новости Стерлитамака, Уфы, Республики Башкортостан (Башкирии), России. Дата обращения: 5 декабрь 2018.