Испандар
Испандар (лат. Bergistani[3][4]) — роман халыҡтары, Пиреней ярымутрауының ҙур өлөшөндә йәшәйҙәр. Герман элементына индерелгән (вестготтар һәм свевтар) ибер-римлян тоҡомдары булып тора. Испан (кастилия), каталан/вален, арагон һәм астурий телдәрендә һөйләшәләр. Донъяла испандарҙың һаны 47 миллион самаһы тәшкил итә. Испанияның үҙендә — 38 миллиондан ашыу кеше, ҡалғандары Көнбайыш Европа илдәрендә, Америкала, Африкала йәшәйҙәр.
XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәйҙә «испан» һүҙе йыш ҡына «гишпанец» тип әйтелгән.
Латин Америкаһында, Филиппиндарҙағы испан теле төркөмөндәге милләттәрҙә йөҙ миллионлаған кешеләр араһында испан тоҡомдары күрһәтелә.
1983 йылдың илдең бөтә 17 тарихи төбәктәре автономия ала һәм хәҙер үҙ парламенты һәм хөкүмәте бар. Был — Каталония, Басктар иле, Галисия, Андалусия, Валенсия, Эстремадура, Канар утрауҙары, Балеар утрауҙары, Кастилия-Леон, Кастилия-Леон-Манча, Астурия, Наварра, Мурсия, Риоха, Арагон, Кантабрия һәм Мадрид.
Исемдәр тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Латин эпиграфында беренсе испан хроникаһында «Estoria de Espanna» (1282 йәки 1284), король Альфонсо X тарафынан әҙерләнгән, король кешеләрен « хиспанис» тип йөрөтәләр, ә испан вариантында — «испанос»
Был китапта Гераклдың Эспан (Espan) исемендәге туғанының мифик ата-бабалары тураһында һөйләнә[5].
Теле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Испан теле һинд-европа тел ғаиләһендәге роман төркөмөнә ҡарай.. Уның сығанағы — халыҡ латины. Португал, каталан, галисий теленә яҡын.. Асылда, һуңғы ике — аралыҡтағы звено, галисий — испан һәм португал араһы, каталан — франция һәм испания араһы. Бәләкәй , әммә италия телеименён ярайһы ҙур оҡшашлыҡ..
Йыш ҡына испан диалектына хаталанып астурийский (бабле) телен индерәләр — төп испан теленең төньяҡ диалекттары араһы менән галисий теле, ә шулай уҡ арагоно-наваррлы, көньяҡ-көнбайыш Франциялағы гаскон теле менән ҙур оҡшашлыҡ бар. Барыһы күрһәтелгән телдәр — испан, каталан, галисий, арагоно һәм астурий-наваррлы — үҙ аллы һәм бер-береһенә буйһонмайынса, ибрей латин нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Ҡытай, инглиз, француз, немец, рус, ғәрәп, португал телдәре менән бер рәттән, испан теле — Халыҡ-ара телдәргә инә. Латин Америкаһы илдәренең күпселегенең (Француз Гвианаһы, Гайана, Суринам,Бразилия һәм рәт Антил утрауҙарынан башҡа), шулай уҡ Экваториаль Гвинеяла йәшәүселәрҙең дәүләт теле булып һанала. Филиппинда, көньяҡ-көнбайыш АҠШ-та, Көнбайыш Сахарала төбәк теле булараҡ таралған.
Ҡайһы берҙә кастиль тип атала, сөнки әҙәби испания теле кастиль диалекты нигеҙендә формалашҡан. Хәҙерге ваҡытта Испанияла яҙма латиница нигеҙендә башҡа диалекттар ҙа бар: арагон, андалуз, эстремадурский, иҫке-кастиль, леон һ. б.
Испан теле — боронғо испан теленең дауамы — испандар ғәрәптәрҙән Толедоны (1085), Кордованы (1236) һәм Севильяны (1248) яулап алған дәүерҙә нығынған. Ул Франциялағы труверҙарҙың һәм Прованс трубадурҙарҙың француз һәм провансаль телдәре йоғонтоһонда үҫешә . Хәҙер ул бер аҙ үҙгәргән хәлдә испан йәһүдтәренең ,Балҡанға күскән ладино исеме аҫтындағы сефардтарҙың тоҡомдарында һаҡланған.
Этногенез
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башта Испания территорияһында иберҙар йәшәй башлай, улар аҙаҡ кельттар менән буталалар. Яңы ҡәбилә — кельтибер барлыҡҡа килә.. Ил Иберия тип атала. Бынан тыш, башҡа сығышлы халыҡтар ҙа йәшәй. Римляндарҙың Испанияны баҫып алыуы менән, кельтиберҙар улар тарафынан ассимиляцияға дусар була һәм яйлап ибер-римляндар булып китә. 1 мең йыллығы башындағы 5 быуатта бында герман ҡәбиләләре баҫып инәләр. Ил менән вестгот королдәре идара итәләр. VIII быуатта көньяҡтан бөтә ярымутрауҙы ғәрәптәр һәм берберҙар баҫып алалар. Ғәрәп династияһы власы урынлаштырыла. Был ваҡыттан ҙур булмаған гот короллектәре, Астурия, Леон, Арагон, Наварра ғәрәптәр менән көрәш башлайҙар, һәм ул XV быуатта Фердинанд Арагон һәм королева Изабелла Кастилия ваҡытында тамалана..Илде һәм милләтте берләштереү башлана. XV быуат аҙағында Бөйөк географик асыштар башлана. Унда Испания төп ролде уйнай. Үҙенең конкуренттары, Португалия һәм Англияла, кеүек ҙур колонияларға эйә була. Испандар арҡаһында Латин Америкаһында, Филиппиндарҙа, испан һәм урындағы халыҡтың буталыуынан яңы халыҡтар барлыҡҡа килә. Инглиздәрҙән айырмалы рәүештә, улар, ғәҙәттә, урындағы ҡатын-ҡыҙға өйләнмәгән, ә испандар ҡатнаш никахҡа еңел ингәндәр.. Испандарҙың төп антропологик типтары, ата-бабаларыныҡы кеүек неолит дәүеренән, — урта диңгеҙ расаһынан[6]. Уларҙың биттәре оҙонса, танауҙары оҙон йәки кәкере, сәстәре ҡара-каштан төҫтә, тиреләрее ҡара һөрөнкө, ләкин аҡ төҫлөләр ҙә осрай.
Хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡтың шөғөлө төбәккә йәки этник төркөмгә бәйле айырыла. Бөтә ерҙә игенселек һәм ерҙе һуғарыу киң таралған . Ҡуҙаҡлы культураларҙы, оливаларҙы, виноградты бөтә ерҙә үҫтерәләр — бөртөклө культураларҙы Андалусияла, Арагонда һәм Месетала (" яҫы тигәнде аңлата "), кукуруз, арыш һәм картуфты — төньяҡ райондарҙа, ә цитрус төрлөләрҙе — көнсығыш яр буйҙарында. Малсылыҡ һәм диңгеҙ балыҡсылығы Каталонияла, Астурияла, Басктар илендә , шулай уҡ Мадридта малсылыҡ үҫешкән. Эре мөгөҙлө мал, сусҡа, һарыҡ үрсетәләр. Айырым төркөмдәрҙең үҙҙәренең традицион шөғөлдәре бар. Был — Кантабрия пасьегос, Леон марагатос, Астурия вакейрос, улар — көтөүселәр, үҙенең продукцияһын икмәккә, йәшелсә, һөнәрселек әйберҙәренә алмаштыралар..
Испания — ярайһы уҡ юғары иҡтисади үҫкән ил. Тарихта ул көрсөк осоро кисерә, уның күп һанлы колонияларынан караптар метрополияға алтын һәм ҡиммәтле аҙыҡ-түлек ташыйҙар. Шул арҡала Испанияның үҙендә иҡтисад үҫтеше туҡтап тора, әммә колониаль держава тарҡалғандан һуң, XX быуатта иҡтисады әкренләп тергеҙелә.
Мөһим тармаҡтары булып тау эшкәртеү, ҡара металлургия, машиналар эшләү, электротехник, химик тармаҡтары торһа, ә иң боронғо тармаҡтаҙан туҡыу тармағы һанала. Иҡтисад үҫешендә туризм мөһим роль уйнай.
Ауыл хужалығында феодаль ҡалдыҡтары һаҡланып ҡалған. Хужалыҡтар араһында латифундия ҙур өҫтөнлөк ала.. Миллионлаған крәҫтиәндәр бөлгөнлөккә төшә һәм ҡалаға ҡасалар. Халыҡтың күпселек өлөшө сәнәғәт һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе менән бәйле эштәрҙә биләнгән.
Шарап әҙерләү илдә ҙур роль уйнай. Иң билдәле шарап — херес-де Херес-де провинцияһында етештерелә, малага Малага ҡалаһында, портвейн һәм мадера (Португалиялияла етештерелгән шарап).. Урта диңгеҙ илдәрендә ҡоро, еңелсә шарапты, ғәҙәттә, төшкө аш ваҡытында сама менән ҡулланалар..
Испандарҙың традицион һөнәре һәм художество әйберҙәр эшләү сәнәғәтенән керамик әйберҙәр, ағасты һырлау, сигеү, туҡыу, туҡыусылыҡ күрһәтелә.
Йәшәү урындары — төрлө типта.Ҙур ауылдар бар, бер йорттан тоған хуторҙар, урта быуаттар типибындағы тарихи традициялы һәм ҡомартҡылары менән ҙур булмаған ҡалалар күп. Иң эре, күп функциялы — Мадрид (баш ҡала), Барселона, Валенсия. Порттар күп. Таулы райондарындағы ауылдар кавказ ауылдарын хәтерләтә — күп яруслы, т тығыҙ ултырғандар, йорттары башлыса аҡ төҫтә. . Испандар борон заманда йәшәү өсөн мәмерйәләрҙе файҙаланғандар, түңәрәк йәки овал формала землянкалар төҙөп йәшәгәндәр.
Төньяҡ-көнбайышында шымартылмаған таштан төҙөлгән һалам менән ябылған йорттар таралған (пальясо). Төньяҡта (илдең дымлы өлөшө) — бискайя-астуро йәки наваррлы-галисийский тибындағы таш йорттар. Ул өйҙәр ике ҡатлы, йоҡо бүлмәһе, ашхана, өҫкө ҡатта аш-һыу, хужалыҡ бүлмәләре һәм аҫҡы өлөшөн — аран өсөн ҡулланғандар. Көнъяҡтараҡ, ҡоро өлөшөндә, йорттар бер ҡатлы, мал һәм хужалыҡ өсөн айырым биналар төҙөгәндәр. Күп райондары урманға ла, ташҡа ла ярлы, һәм ундай урындарҙа төҙөлөш өсөн балсыҡ һәм кирбес ҡулланыла. Бәләкәй яҫы ҡыйыҡлы өйҙәр бар. Андалусияла — йорттар йомоҡ ихата менән.
Ир-ат кейемдәре — ҡыҫҡа тар ыштандар тубыҡҡа тиклем (XVIII быуат европала бындай ыштандарҙы кейгәндәр), аҡ күлдәк, жилет, куртка, билбау, накидка, плащ, плед. Испандарҙың ҡыҫҡа курткалары, ғәҙәттә, нағышлап биҙәлгән. Аяҡ кейеме — күндән йәки эспарто (ҡылғандан) үрелгән, төньяҡта ямғыр ваҡытында ағас башмаҡтар кейеп йөрөйҙәр. Баш кейеме — һалам фетр эшләпә, баск берет. Эшләпә, итальяндарҙыҡынан киң тирәсленән (калабрез) айырмалы рәүештә, ҡыҫҡа тирәсле, бейек булмаған түбәле. Ҡатын — ҡыҙҙар кейеме — илдең үҙәгендә — ләмкәле күлдәк, ҡыҫҡа йөн куртка. Андалусияла — оҙон тар күлдәк кейәләр. Баштарына — яулыҡ, накидка, аҡ йәки ҡара селтәр мантилья ябыналар.. Ойоҡтары сигеүле. Сәстәренә биҙәү өсөн тараҡ йәки сәскә ҡаҙайҙар. Испандарҙың типик күлдәктәре — биле тар, итәге киң,күп һанлы әүеркәләр менән.
Аш-һыуҙары төрлө. Дөйөм алғанда — сусҡа майын мул ҡулланалар, оливка, томаттан әсе тәмләткестәр, һуған, һарымһаҡ, ҡыҙыл борос, йәшелсә һәм еләк-емеш. Андалусияла күбеһенсә балыҡтан төрлө аш-һыу әҙерләйҙәр, көньяҡ-көнсығышта — дөгөнән әҙерләнгән аш-һыу өҫтөнлөк итә.. Эсемлектәре — ҡәһүә, һөт, цитрус һуттары, шарап, алма сидрҙары. Типик аш — паэлья. Ул тауыҡ, быҙау, сусҡа ите һәм балыҡ һурпаһында дөгөнән әҙерләнә, шпик, һуған, борос, тоҙ, йәшеллектәр, лимон һуты, үҫемлек майы менән ҡойоп табынға бирелә. . Шулай уҡ ҡатмарлы олье подрид әҙерләнә, һыйыр, быҙау, сусҡа ите, шпик, колбаса, йәшел борсаҡ, картуф, кишер, кәбеҫтә, һуған ҡойола, һарымһаҡ, сельдерей, лавр япрағы, борос, тоҙ, петрушка, помидор ҡырғыс аша үткәрелгән сыр өҫтәлә. Тортильяс — йәшелсә һәм картуф менән ҡыҙҙырылған омлет яратҡан аш-һыуҙары.
Католик традициялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һәр ҡаланың үҙенең ҡурсалаусыһының байрам ителә торған көнө бар. Байрамды эрмандадтар (туғанлыҡтар) ойоштора. көньяҡта — тантаналы, төньяҡта — баҫалҡы. Яҙғы карнавалдар, йәрминкәләр, театрлаштырылған тамашалар аныҡ урындар өсөн хас.
Мәҙәниәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыҙ-тел ижадында дини риүәйәттәр, романстары, халыҡ йырҙары һәм поэзия — летрилья, сегидилья, серенада, вильянсико йөрөй. Испан шиғриәтендә типик жанр — копло (дүрт юллыҡ). Андалусияла йыр һәм бейеүҙең үҙенсәлекле жанры фламенко үҫешә. Бейеү — аяҡтар менән ритмик туҡылдау, аяҡ остары, табандар, үксәләр менән -испанса — сапатеадо (сапато — ботинок тигән һүҙҙән). Бындай бейеү бөтә ерҙә лә осрамай, был тик шотландарҙың, ирландарҙың һәм америкалыларҙың тыпырҙығы (степ -чечётка). Бейеү башлыса төркөм менән һикереп, йүгерә-һикерә башҡарыла. Иң билдәле испан бейеүҙәре — пасодобль, фанданго, сарабанда һәм павана (боронғо).
Испания музыкаһы донъяла иң яҡшыларҙан һанала. Испанияла иң боронғо әҙәби әҫәр — төньяҡ Европа илдәрендәге кеүек рыцарҙар романдары. Ләкин испан әҙәбиәтенең үҙенең «ынйылары» бар. Был — "Песня о моем Сиде " һәм «Амадис Гальский», ваҡиғалар Испанияла бара, геройҙары — испандар. Испания әҙәбиәте Яңы дәүерҙә ҡатмарлы сәйәси шарттарҙа үҫешә. Испан Ренессансы итальян, француздыҡынан ҡалыша, , ләкин тап ошо осорҙа исемдәре бөтә донъяға билдәле яҙыусылар барлыҡҡа килә — драматург Лоп де Вега һәм Мигель де Сервантес Сааведра, «Хитроумный идальго Дон Кихот Ламанчский»роман авторы. Тап Испанияла муттар роман жанры барлыҡҡа килә. Был жанрҙа беренсе әҙәби әҫәр булып әҙәби «Ласарильо с Тормеса» повесы , 1554 йылда аноним рәүештә баҫыла, ә был жанрҙың беренсе авторы « Гусман де Альфараче» романын яҙған Матес Алеман һанала.. Был жанр миҫалы булған Луис Велес де Геварҙың « Хромой бес» киң билдәле. Башҡа бер илдә лә был жанр үҫешмәй. Францияла муттар романына Алена-Ренә Лесаждың ("Похождения Жиль Бласа из Сантильяны ") инә. XIX быуатта костумбризм жанры йәғни көнкүреште һүрәтләү үҫешә.
Испания архитектураһында башҡа илдәрҙәге кеүек үк һыҙаттар күрһәтелгән, ләкин уның архитектураһында айырмалы һыҙаттар бар. Бер үҙенсәлеге булып мосолман архитектураһы йоғонтоһо тора (был бигерәк тә илдең көньяғында). Испан готикаһы дөйөм европаныҡынан айырылмай тиерлек (ул бында « атап мудехар» тип йөрөтөлә), әммә Ренессанс инде үҙенсәлекле, үҙенең исемен йөрөтә — платереско (platero — аҫыл, испан plata көмөш). Стиль барокконың бында үҙ исеме бар — чурригереско (Хосе Чурригер архитектор исеме менән йөрөтөлә). Иң билдәле һәйкәлдәре: Бургос соборы, университет бинаһы Вальядолидта, Сантьяго-де-Компостел соборы. Шунан Испанияла Европа өсөн хас башҡа ҡалған стилдәр үҫешә, Испания өсөн архитектор Антонио Гәүди ижады хас, белгестәр уны модерн булараҡ баһалай.. Ул — каталон, уның ижады Барселонала күрһәтелгәнБынан тыш күп йорттар үҙенсәлекле стилдә, уның ижад булып «Саграда фамилиа» соборы (Изге ғаилә) тора, ул һуңғы ваҡытта Испанияның символы булып китте (Париждағы Эйфель башняһы кеүек). Испанияның элекке символы булып Дон Кихот һәм Санчо Панса фигуралары тора ине. Испания мәҙәниәте башҡа илдәрҙең мәҙәниәтенә йоғонто яһай. Француз Жорж Бизе «Кармен» операһын яҙҙы, итальян Джоаккино Россини «Севильский цирюльник» операһын, ә австриялы . Минкус Людвиг балетына музыка «Дон Кихот» балетына музыка. Күп кенә рус яҙыусылары һәм шағирҙары испан темтикаһына мөрәжәғәт иткәндәр, мәҫәлән, Александр Пушкин "Каменный гость " әҫәрендә.
Испан исемдәре һәм фамилиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ир-ат исемдәре: Агустин, Альберто, Альфонсо, Альфредо, Арсенио, Алонсо, Алехандро, Амбросио, Андрес, Антон, Антонио, Аугусто, Бартолом, Гонзать, Карлос, Сес, Хенд, Клемент, Диего, Доминго, Эдуардо, Эмилиано, Энрике, Эстебан, Федерико, Фелипе, Феликс, Фернандо, Франсеск, Франсиско, Гонсало, Гильермо, Густаво, Эрнандо, Уганда, Умберто, Игнасио, Иньиго, Кристобаль, Хесус, Хоакин, Хорхе, Хосе (Хосеф, Хусеп), Хуан, Хулиан, Хулио, Леон, Луис, Мануэль, Марко, Мигель, Николас, Октавио, Пабло, Пед., Пио, Рафаэль, Рамон, Рауль, Ренато, Рикардо, Роберто, Родриго, Сальвадор, Санчо, Томас, Висенте, Виктор, Хавьер.
Ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Алисия, Альба, Амалия, Ана, Анхелика, Анхелес, Аурора, Бланк, Карма, Конча, Дельмир, Долорес, Габриел, Инесе, Исабель, Химена, Хосефин, Хулия, Лаура, Ленид, Лусия, Маргарита, Мария, Мерседес, Монсеррат, Нерей, Паола, Патриций, Пилар, Соледад, Сюзанна, Тереса, Элена, Элиса, Эстефания.
Исемгә -эс суффиксы ҡушҡас, барлыҡҡа килгән фамилиялар Рамиро — Рамирес Родриго — Родригес, һәм башҡалар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 1,13 1,14 1,15 1,16 1,17 1,18 1,19 1,20 1,21 1,22 Explotación estadística del Padrón de Españoles Residentes en el Extranjero a 1 de enero de 2013
- ↑ Estadística del Padrón Continuo
- ↑ Под таким названием население Испании зафиксировано в трудах Тита Ливия.
- ↑ Ainsworth, Robert. Thesaurus Linguae Latinae Compendiarius. — 4th ed. — London, 1752. — Pt. 2 — P. 28.
- ↑ Primera Crónica General. Estoria de España. Tomo I. — Madrid, Bailly-Bailliere e hijos, 1906, стр. 11
- ↑ Карлтон Кун. Расы Европы. — США: Macmillan Inc., 1939.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия «Донъя халыҡтары һәм дин», М., 1998.
- Б Алисов Т, А. Т. Репин, Таривердиев А. М. Введение в романскую филологию . М., 1987.
- Испан шиғриәте урыҫ тәржемәһендә. , М., 1984.
- Сит ил әҙәбиәте тарихы. Урта быуаттар һәм яңарыу. М., 1987.
- Гиляревский С. Р., Б. А. Старостин. Сит ил исемдәре һәм атамалары урыҫ тексында, М., 1985.