Ле Корбюзье
Ле Корбюзье (франц. Le Corbusier; тулы исеме Шарль-Эдуар Жаннере-Гри (франц. Charles-Edouard Jeanneret-Gris); 6 октябрь 1887 йыл, Ла-Шо-де-Фон, Швейцария — 27 август 1965 йыл, Рокебрюн — Кап-Мартен, Франция) — Швейцарияла тыуған француз архитекторы, модернизмдың пионеры, интернациональ стилдәге архитектура вәкиле, рәссам һәм дизайнер.
1947 йылда Оскар Нимейер менән Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының штаб-фатиры проектын төҙөй.
Стиль үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ле Корбюзие — XX быуаттың иң мөһим архитекторҙарының береһе, уның урыны, архитектура реформаторҙары Фрэнк Ллойд Райт, Гропиус Вальтер, Сис ван дер Роэ менән бер рәттә тора.
Үҙенең һәр ваҡыт үҙенсәлекле ҡоролмалары һәм талантлы публицистикаһы арҡаһында билдәлелеккә өлгәшә.
Уның проекты буйынса биналар төрлө илдәрҙә — Швейцария, Франция, Германия, АҠШ, Аргентина, Япония, Рәсәй, Һиндостан, Бразилияла төҙөлгән.
Ле Корбюзье архитектураһының үҙенсәлекле билдәләре — ер өҫтөндә күтәрелгән күләмле блоктар; улар аҫтында ирекле торған колонналар; яҫы - ҡыйыҡ терраса («баҡса ҡыйығы»); «үтә күренмәле» фасадтар («ирекле фасад»); бетондың суғырмаҡлы матурланмаған өҫтө; ҡаттарҙың иркен арауыҡтары («ирекле план») хас. Элекке ҡасандыр уға ҡараған шәхси арихитектура программаһы хәҙерге заман төҙөлөшөндә был алымдар ғәҙәти һыҙаттар булып тора[35].
Донъяла Ле Корбюзьеның ғәжәп булған ижады, уның ҡараштарының күп яҡлылығы, тәҡдимдәренең социаль тулылығы менән аңлатыла. Архитекторҙарға ирекле формаларға күҙҙәрен асыуы тураһында уның ҡаҙаныштарын билдәләмәү мөмкин түгел. Тап уның проекттары һәм ҡоролмалары тәьҫире аҫтында ҙур кимәлдә архитекторҙарҙың аңында алға китеш күҙәтелә, һөҙөмтәлә архитектурала ирекле формаларҙы элеккегә ҡарағанда киң һәм иркен ҡуллана башлайҙар.
Шәхесенең һыҙаттарын күп төрлө: был асыҡ аңлы кеше, мистик, йәмәғәт лидеры, хәҙерге заман CIAM архитекторҙарының Халыҡ-ара Конгресын ойоштороусы һәм — ҡыҫала-дәрүиш, Кап-Мартен морононда үҙенең кескенә өй-оҫтаханаһында йәшенеп ятыусы, рациональ ҡараштың апологеты, һәм бер үк ваҡытта замандаштарына эксцентрик һәм иррациональ булып тойолған ҡоролмалар ижад итеүсе архитектор.
Уның ҡурғасыларының береһе булып яҙыусы Мальро Андре һәм сәйәсмән Джавахарлал Неру була.
Ле Корбюзьеның имиджының үҙенсәлекле айырымлылығы — ҡаты ҡара костюм, галстук-күбәләк, шулай уҡ уның үҙенсәлекле билдәһе булған түңәрәк мөгөҙсә күлҙектәр.
Биографияһы һәм ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Швейцария осоро 1887—1917
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ле Корбюзье — ысын исеме Шарль -Эдуард Жаннере-Гри — 1887 йылдың 6 октябрендә Швейцарияның француз телле Невшатель кантонының Ла-Шо-де-Фон ҡалаһында традицион нигеҙҙә сәғәтсе һөнәре менән шөғөлләнгән ғаиләлә тыуған. 13 йәшендә Шо-де-Фондағы сәнғәт мәктәбенә уҡырға инә, унда Шарль Леплатеньела биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә өйрәнә. Сәнғәт мәктәбендә уҡыу Дж. Рёскин булдырған «сәнғәт һәм һөнәрҙәр» идеяларына, шулай уҡ ул ваҡытта популяр булған ар нуво стиленә нигеҙләнә. Был мәктәпкә уҡырға инеү менән Эдуард Жаннере үҙаллы ювелир эше менән шөғөлләнә башлай, эмалдәр булдыра һәм сәғәт ҡапҡастарына монограммалар гравёрлай.
Э. Жаннере беренсе архитектура проектын һөнәри архитектор ярҙамында 18 йәше тулмаҫ борон башҡара. Был сәнғәт мәктәбе советы ағзаһы гравер Луи Фалле өсөн торлаҡ йорт була («Фалле йорто» — ингл. villa Fallet). Төҙөлөш тамамланғандан һуң, Жаннере эшләп алған аҡсаға белемен арттырыу өсөн Италия һәм Австро-Венгрия илдәре буйлап үҙенең беренсе сәфәрен ҡыла. Ярты йыл самаһы Жаннер Венала була, унда Шо-Де-Фон ҡалаһы йорттары өсөн ике яңы проект өҫтөндә эшләй, вена сецессион архитектураһын өйрәнә, ҡаланың архитекторҙары һәм рәссамдары менән осраша, атап әйткәндә, ул ваҡытта билдәле булған Йозеф Хофман менән таныша. Жаннереның сәйәхәттә эшләгән һүрәттәрен күреп, Хофман уға үҙенең оҫтаханаһында эшләргә тәҡдим итә, әммә Жаннере баш тарта, сөнки сецессион (йәки Рәсәйҙә аталғанса модерн стиле) хәҙерге заман бурыстарына яуап бирмәй тип уйлай. Сәйәхәте Парижда тамамлана, унда Жаннере ағалы -ҡустылы новаторҙар, яңыраҡ асылған тимер бетонды пропагандалаусылар Огюст һәм Густав Перреның (1908—1910) архитекторҙар бюроһында стажер- чертежсы булып эшләп, ике йылдан артыҡ үткәрә. 1910 йылда ярты йыл самаһы (Людвиг Мис ван Дер Роэ һәм Вальтер Гропиус менән бергә) Берлин эргәһендәге Нойбабельсбергта билдәле архитектура оҫтаһы немец Петер Беренс оҫтаханаһында стажировка үтә.
Үҙ өҫтөндә эшләү маҡсатында Жаннере тағы бер сәйәхәт ҡыла, Көнсығышҡа (1911) — Греция, Балҡан ярымутрауы, Кесе Азияға бара, ул унда боронғо ҡомартҡыларҙы, Урта диңгеҙ традицион халыҡ төҙөлөшөн өйрәнеү мөмкинлегенә эйә була. Был сәйәхәттәр уның университеты була, уның сәнғәткә һәм архитектураға ҡарашын формалаштыра.
Тыуған яғына ҡайтып, Жаннере үҙе ҡасандыр уҡыған Сәнғәт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1914 йылда беренсе архитектура оҫтаханаһын аса. Ла-Шо-де-Фон ҡалаһында ул бер нисә бинаны проектлай, күберәк былар торлаҡ йорттар була, атап әйткәндә, ата-әсәһе өсөн төҙөлгән «Жаннере-Перре виллаһы» (франц. villa Jeanneret-Perret, 1912). Урындағы сәғәт магнаты заказы «Швоб вилла» (йәки «Төрөк виллаһы» — ингл. Schwob villa, 1916-1917), Ле Корбюзьеның һүҙҙәре буйынса, был беренсе проекты була, бынан һуң ул үҙен тулыһынса архитектор итеп тоя.
Ошо уҡ осорҙа Жаннере үҙенең ижади биографияһы өсөн әһәмиәтле булған «Йорт-Ино» (ингл. Domino House, 1914; инженер М. Дюбуа менән берлектә) проектын булдыра һәм патентлай. Эре күләмле йыйылма элементтарҙан төҙөлөш мөмкинлеген алдан күрә, был ул ваҡыт өсөн новаторлыҡ аҙымы була. Йорт-ино концепцияһын Корбюзье һуңыраҡ үҙенең күп ҡоролмаларында тормошҡа ашыра.
1917 йылдың башында Эдуард Жаннере Ла-Шо-де-Фонды һәм Швейцарияны ҡалдыра һәм бөтөнләйгә Парижда төпләнә.
Пуризм осоро 1917—1930
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Эд Жаннере Парижға килеү менән Жаннере Макс Дюбуаның «Арматурланған бетонды ҡулланыу буйынса йәмғиәттә» архитектор-консультант булып эшләй. Унда эшләгән осоронда (апрель 1917 — ғинуар 1919), ул күп проекттар, нигеҙҙә, техник ҡоролмалар үтәй — Поденсака һыу баҫымы башняһы (Жиронда), Тулузала арсенал, Вьен йылғаһында электр станцияһы, һәм Шаллюи Гаршизила мал һуйыу урындары һәм башҡалар. Айырым оригиналлек менән билдәләнмәгән был проекттар, Ле Корбюзье тарафынан «Әҫәрҙәренең тулы йыйынтығына» индерелмәгән. «... Йәмғиәттә» эшләп, Жаннере Альтфортвиль ҡалаһында төҙөлөш әйберҙәре етештереү буйынса фабрикаға нигеҙ һала һәм уның директоры була. Билдәле булыуынса, шул уҡ ваҡытта балалар һынлы сәнғәт студияһында рәсемдән уҡыта.
Эд Жаннере Парижда рәссам Ахмед Озанфанды (франц. Amédée Ozenfant), осрата, ул хәҙерге заман һынлы сәнғәте, атап әйткәндә, кубизм менән таныштыра. Озанфан Жаннерены Брак, Пикассо, Грис, Липщиц, ә һуңыраҡ Фернан Леже менән таныштыра. Был танышыуҙар йоғонтоһо аҫтында Жаннер һынлы сәнғәт өҫтөндә әүҙем эшләй башлай, ул уның икенсе һөнәре була. Озанфан менән бергә уртаҡ күргәҙмәләр ойоштора, улар «пуристар» күргәҙмәһе булараҡ таныла. 1919 йылда Жаннере һәм Озанфан, швейцария эшҡыуары Рауль Ла Роша финансы ярҙамында «Эспри Нуво (Новый дух)» исемле фәлсәфәүи-нәфис журнал сығара башлайҙар. Ундағы архитектура бүлеген «Ле Корбюзье» псевдонимы аҫтында ҡул ҡуйып, Эд Жаннере алып бара. «Эспри Нуво» журналында Ле Корбюзьеның беренсе тапҡыр «Заманса архитектураның биш башланғыс нөктәһе» — яңы архитектураның үҙенсәлекле ҡағиҙәләр йыйынтығы баҫылып сыға.
1922 йылда Эд. Жаннере Парижда үҙенең архитектура бюроһын аса; үҙенә хеҙмәткәр итеп ике туған ағаһы Пьер Жаннерены ала, ул уның даими компаньоны була. 1924 йылда улар Севр 35 (фр. rue de Sevre, 35) урамындағы иҫке Париж монастырының бер яғын ҡуртымға алалар. Был тиҙ генә әҙерләнгән оҫтаханала Ле Корбюзьеның күп проекттары барлыҡҡа килә, бында уның ярҙамсылары һәм хеҙмәттәштәре төркөмө эшләй.
1920 йылда Эд Жаннере (хәҙер инде Ле Корбюзье) бер нисә бай вилла проектлай һәм төҙөй, уның исеме киң тарала; ҡоролмаларының күпселеге Парижда йәки уның эргә -тирәһендә урынлаша. Был ҡоролмалар сағыу модернистик стилдә төҙөлә; уларҙың бөтөнләй яңы һәм үҙ ваҡыты өсөн хатта дорфа эстетикаһы Корбюзье тураһында европа авангардының яңы лидеры тураһында һөйләргә мәжбүр итә. Уларҙың мөһимдәре — Ла Рош/Жаннер виллаһы (ингл. La Roche Villa, 1924), Гаршта (ингл. Villa Stein; хәҙер Вокресон, 1927) Штейн виллаһы, Пуассила Савой виллаһы (ингл. Savoye Villa, 1929). Был ҡоролмаларҙың хас үҙенсәлеге — ябай геометрик формалар, шыма аҡ фасадтар, горизонталь тәҙрәләр, эске каркас һәм тимер бетон ҡулланыу. Шулай уҡ эске арауыҡты новаторлы, йәғни «ирекле план» ҡулланыуы менән айырыла.
«Көҙгө Салон» күргәҙмәһе өсөн ағалы-ҡустылы Жаннерелар 1922 йылда буласаҡ ҡаланың «3 миллионлыҡ халҡы менән хәҙерге заман ҡалаһы]» макетын тәҡдим итә. Артабан был проект, Парижды радикаль төҙөкләндереү буйынса үҫешкән тәҡдим, «Вуазен планы» итеп үҙгәртелә. Вуазен планы буйынса Париждың яңы эшлекле үҙәген тулыһынса таҙартылған территорияла төҙөү ҡарала, бының өсөн 240 гектарҙағы иҫке ҡала төҙөлөштәрен һүтергә тәҡдим ителә. 50 ҡатлы ун һигеҙ бер иш бейек йорттар-офистар план буйынса бер-береһенән иркен алыҫлыҡта урынлаша. Бейек биналарҙы уларҙың нигеҙендә һәр төрлө сервис һәм хеҙмәтләндереү функциялары менән горизонталь структуралар тулыландыра. Төҙөлә торған майҙан барлығы 5 %, ә территорияның ҡалған 95 проценты магистралдәр, парктар һәм йәйәүлеләр зонаһы өсөн бүлеп бирелә. «Вуазен планы» француз матбуғатында киң тикшерелә һәм үҙенә күрә сенсация була.
Был һәм башҡа ошондай проекттарҙа — был Буэнос-Айрес (1930), Антверпен (1932), Рио-де-Жанейро өсөн пландар була (1936), Алжир өсөн «Обюс планы» (франц. Plan Obus, 1931) — Ле Корбюзье яңы ҡала төҙөлөшө концепцияларын үҫтерә. Уларҙың дөйөм асылы яңы планировкалау алымдары ярҙамында ҡалала йәшәүҙең уңайлығын күтәреү һәм унда йәшел зоналар («йәшел ҡала» концепцияһы), заманса транспорт магистраленең селтәрен булдырыу — былар барыһы ла биналарҙың бейеклеге һәм халыҡтың тығыҙлығын артҡанда була. Был проекттарҙа Корбюзье үҙен эҙмә-эҙлекле урбанист булараҡ күрһәтә.
1924 йылда сәнәғәтсе Анри Фрюже заказы буйынса Бордо ҡалаһы эргәһендәге Пессаҡ биҫтәһендә Корбюзье проекты буйынса «Фруженың заманса йорттары» ҡаласығы төҙөлә. Иллеләп ике һәм өсөр ҡатлы тораҡ йорттарҙан торған бал ҡаласыҡ Францияла беренсе сериялы (типовой проектлы) төҙөлөштәр тәжрибәһенең береһе була. Бында төрлө конфигурациялы һәм планировкалы дүрт мөһим типтағы биналар ҡулланыла — таҫмалы йорттар («аркада» тибы), айырым торған («бейек йорт» тибы) һәм ябыҡ таҫма йорттар. Был проектта Корбюзье арзан хаҡҡа заманса йорттарҙың төрлө өлгөләрен — төҙөлөштә ҡатмарлы булмаған ябай формаларын һәм уңайлыҡтың заманса кимәленә эйә булғанын тәҡдим итергә тырыша.
1925 йылда Халыҡ-ара күргәҙмәлә Парижда Корбюзье проекты буйынса «Эспря Нуво» павильоны төҙөлә. Үҙенең эстетикаһы һәм эске структураһы буйынса павильон СССР-ҙағы архитектор К. Мельниковтың павильоны һымаҡ шул уҡ күргәҙмә өсөн үҙенсәлекле модернистик архитектруа декларацияһына эйә була. «Эспри Нуво» павильоны күп фатирлы йорттоң натураль ҙурлыҡтағы тораҡ ячейкаһын — ике кимәлдәге эксперименталь фатирҙы үҙ эсенә ала. Ошоға оҡшаш ячейканы Корбюзье 40-сы йылдар аҙағында үҙенең марсель «Торлаҡ берәмеген» булдырғанда ҡуллана. 1920 йылдың икенсе яртыһында Ле Корбюзье «Хәҙерге архитектура» совет журналының редколлегия ағзаһы була.
Иртә архитектура теорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ле Корбюзье үҙенең «Заманса архитектураның биш башланғыс нөктәһе» тип аталған архитектор кодексын формалаштыра, бында яңы стилдең төп принциптары билдәләнә. Архитектураны объекттың эске идеяһы кәүҙәләнеше булараҡ ҡарай[36]. Уның иртә архитектура концепцияһы[37] Платондың эйдос тураһындағы тәғлимәте менән шартлы оҡшашлыҡ таба[38].
1930 йылдар —«интернациональ» стиленең башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1930 йылдар башына Корбюзье исеме киң билдәле була, уға ҙур заказдар килә башлай. Тәүге заказы — Парижда ҡотҡарыу Армияһы Йорто (1929—1931). 1928 йылда Корбюзье Мәскәүҙә Центросоюз бинаһына (төҙөлгәндән һуң — Наркомлегпром) конкурста ҡатнаша, һәм ул һуңынан төҙөлә (1928—1935). Центросоюз Европа өсөн бөтөнләй яңы, асылда, заманса эшлекле бинаның оҡшашы булмаған миҫалы була. Төҙөлөш архитектор Николай Колли етәкселегендә башҡарыла.
Центросоюз төҙөлөшө менән бәйле Ле Корбюзье Мәскәүгә 1928, 1929, 1930 йылдарҙа килә. Таиров, Мейерхольд, Эйзенштейн менән осраша, илдә ул ваҡытта хөкөм һөргән ижади атмосфера менән, бигерәк тә совет архитектура авангарды — ағалы-ҡустылы Весниндар, Моисей Гинзбург, Константин Мельниковтарҙың ҡаҙаныштары менән һоҡлана. Веснин менән дуҫтарса хат алыша. Мәскәү өсөн Советтар Һарайы бинаһына халыҡ-ара конкурста ҡатнаша (1931), уның өсөн бик ҡыйыу, идеяһы буйынса новаторлы проект эшләй.
1930—1932 йылдарҙа Парижда Интернациональ студент ҡаласығы биҫтәһендә төҙөлгән Швейцария павильоны — Швейцария студенттары өсөн дөйөм ятаҡ архитектура асышы була. Уның оригиналлеге — композицияһының яңылығында; иң көтөлмәгән моменты булып беренсе ҡатта формаһы буйынса ғәҙәти булмаған асыҡ терәк- колонналар тора. Төҙөлөш эштәре тамамланыу менән Швейцария павильоны үҙе тураһында матбуғатты һәм тәнҡитте һөйләргә мәжбүр итә. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа китапхана холлының стенаһына Корбюзье абстракт- символик асҡыста биҙәк һала.
1935 йылда Ле Корбюзье Америка Ҡушма штаттарына бара, Нью-Йорк, Йель университеты, Бостон, Чикаго, Мэдисон, Филадельфия, тағы Нью-Йорк, Колумбия университетына лекциялар менән турне яһай. 1936 йылда ул ҡабат бындай сәфәр ҡыла, хәҙер инде Көньяҡ Америкаға. Рио-де-Жанейрола, лекциялар уҡыуҙан тыш, Корбюзье Мәғариф министрлығы бинаһы проектын эшләүҙә әүҙем ҡатнаша. (арх. Л. Коста һәм О. Нимейер). Уның инициативаһы буйынса был комплекстың бейек офислы блокта тотошлай быялалау ҡулланыла, шулай уҡ тышҡы ҡояштан һаҡлана торған жалюзилар ҡулланыла, был бындай төрҙәге тәжрибәләрҙең береһе була.
Ле Корбюзье төрлө илдәрҙән архитектураны яңыртыу идеяһы менән берләшкән хәҙерге заман архитекторҙарының съезы— халыҡ-ара CIAM конгресына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Беренсе CIAM конгресы 1928 йылда Швейцарияның Ла Сарраз ҡалаһында үтә. Корбюзье ҡала төҙөлөшө концепцияһы 1933 йылда Афинала IV Халыҡ-ара CIAM конгресында ҡабул ителгән «Афина хартияһы» нигеҙенә ята. Уның теоретик ҡараштары «Архитектураға» (1923), «Ҡала төҙөлөшө» (1925), «Нурлы ҡала» (1935) һ.б. китаптарында яҙылған.
Бөтә был йылдарҙа (1922—1940) Парижда Корбюзьеның оҫтаханаһында төрлө илдәрҙән йәш архитекторҙар уҡыусы-стажер сифатында эшләй. Уларҙың ҡайһы берҙәре һуңынан билдәле, хатта данлыҡлы архитекторҙар булып китә, мәҫәлән, Кунио Маэкава (Япония), Дзюндзо Сакакура (Япония), Хосел Льюис Серт (Испания—АҠШ), Андре Вожански (Франция), Альфред Рот (Швейцария—АҠШ), Максвелл Фрай (Англия) һәм башҡалар.
Корбюзье Монаконан Ивон Галиға өйләнә, уның менән ул 1922 йылда Парижда таныша, 1930 йылда никах рәсми рәүештә теркәлә. Шул уҡ йылда Корбюзье Франция гражданлығын ҡабул итә.
1940—1947 йылдарҙағы осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940 йылда Корбюзье оҫтаханаһы ябыла, ә ул үҙе ҡатыны менән Париждан (Ozon, Пиреней) алыҫ ятҡан фермаға күсенә. 1942 йылдың Корбюзье Алжир ҡалаһының төҙөлөш проекты менән Алжирға рәсми сәфәр ҡыла. Шул уҡ йылда Парижға ҡайтып, заказдар булмау сәбәпле, теория менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрә, китаптар яҙа. Был ваҡытҡа «Модулор» систематик эшкәртеү башы — Ле Корбюзье уйлап тапҡан гармоник пропорциялар системаһы ҡарай, уны тәүге ҙур һуғыштан һуңғы проекттарҙа ҡуллана. Парижда «Ascoral» фәнни-тикшеренеү йәмғиәтенә (Архитектураны яңыртыу өсөн төҙөүселәр ассамблеяһы) нигеҙ һала һәм уның рәйесе була. Йәмғиәттең төрлө секцияларында төҙөү менән бәйле мәсьәләләр, торлаҡ һәм сәләмәт йәшәү буйынса темаларға бәхәстәр үтә.
Франция азат ителгәндән һуң тергеҙеү эштәре башлана һәм Корбюзье проектлаусы- ҡала төҙөүсе булараҡ властар тарафынан унда ҡатнашыуға саҡырыла. Корбюзье Сен-Дье (1945) һәм Ла-Рошель (1946) ҡалаларын төҙөкләндереүҙең пландарын эшләй. Был проекттарҙа Ле Корбюзьеның тәүге тапҡыр «торлаҡ берәмеге», буласаҡ Марсель блогының өлгөһө барлыҡҡа килә. Ошо һәм башҡа төҙөлөш проекттарында эҙмә-эҙлекле «йәшел ҡала» йәки, Корбюзье буйынса, — «Нурлы ҡала» (франц. «La Ville radieuse») идеяһы тормошҡа ашырыла.
Сен-Дье ҡалаһында сәнәғәтсе Дюваль заказы буйынса Корбюзье Клод һәм Дюваль мануфактураһы бинаһы (1946—1951) — етештереү һәм офис бинаһы менән тоташ быяла фасадлы дүрт ҡатлы блок төҙөй. Дюваль мануфактураһында фр. brise-soleil («солнцерезы»), Корбюзье уйлап тапҡан быяла фасадтарҙы тура ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы япмалы айырым конструкциялар ҡулланыла. Ошо мәлдән алып ҡояштан һаҡлаусы ҡулайлама Корбюзьеның үҙенсәлекле билдәһе була, ул бер үк ваҡытта хеҙмәт итеү һәм биҙәү ролен дә үтәй.
1946 йылдың Корбюзье төрлө илдәрҙән башҡа билдәле архитекторҙар (Нимейер, Ричардсон, Маркелиус һ. б.) менән бергә Нью-Йоркҡа БМО штаб-квартира комплексын проектлау өсөн саҡырыла. Ул уның өҫтөндә 1947 йылдың ғинуар айынан июнь айына тиклем эшләй. Ҡайһылыр бер сәбәптәр арҡаһында уға проектты аҙағына тиклем тамамларға тура килмәй һәм Корбюзье авторҙар исемлегендә рәсми рәүештә аталмай. Шуға ҡарамаҫтан, комплекстың дөйөм планировкаһы һәм бигерәк тә Секретариаттың (1951 йылда төҙөлә) бейек 50 ҡатлы бинаһы уның проект тәҡдимдәрен байтаҡ сағылдыра.
«Брутализм» осоро — 1950-1965
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдар башы —был Корбюзьеның яңы осоро, стиленә радикаль яңырыу хас. Ул үҙенең элекке әҫәрҙәренең аскетлығынан һәм пуристик тыйнаҡлығынан китә. Хәҙер уның стиле пластик формаларының бай булыуы, өҫкө йөҙҙәрҙең фактуралы эшкәртелеүе менән айырыла. Был йылдарҙа төҙөлгән йорттар яңынан уның тураһында һөйләргә мәжбүр итә. Был тәү сиратта Марсель блогы (1947—1952) — Марсель ҡалаһында йәшелләндерелгән иркен участкала айырым урынлашҡан күп фатирлы торлаҡ йорт. Был проектында Корбюзье йорттоң ике яғына ла сыҡҡан лоджиялар менән стандартлаштырылған фатирҙар ҡуллана. Тәүҙә Марсель блогы коллектив йәшәү идеяһы менән эксперименталь торлаҡ (үҙенә күрә коммуна) кеүек уйланыла. Йорт эсендә — бейеклеге буйынса уртаһында — йәмәғәт хеҙмәттәре комплексы урынлашҡан: кафетерий, китапхана, почта, аҙыҡ-түлек магазиндары һәм башҡалар. Лоджияның ҡоймаланған стеналарында тәүге тапҡыр сағыу төҫтәр — полихромия ҡулланыла. Был проектта «Модулор» системаһы буйынса киң пропорциялаштырыу ҡулланыла.
Бындай Торлаҡ Берәмектәр (өлөшләтә үҙгәртелгән) һуңынан Нант-Резе (1955), Бри-ан-Форет (1961), Фирмини (1968) (Франция) ҡалаларында, Көнбайыш Берлинда (1957) төҙөлә. Был ҡоролмаларҙа «Нурлы ҡала» идеяһы, Корбюзьеның — кешеләрҙең йәшәйеше өсөн уңайлы ҡалаһы тормошҡа ашырыла.
1950 йылда Һиндостан штаты Пенджаб властары саҡырыуы буйынса Корбюзье иң күләмле проектын — штаттың яңы баш ҡалаһы Чандигарх ҡалаһының проектын эшләй башлай. Административ үҙәкте, инфраструктуралары менән тораҡ йорттарҙы, мәктәп, ҡунаҡханаларҙы үҙ эсенән алған ҡала яҡынса ун йыл дауамында төҙөлә (1951—1960, 1960 йылдар буйына төҙөлә). Чандигархты проектлауҙа Ле Корбюзье менән Англиянан архитекторҙар, ирле-ҡатынлы Максвелл Фрай һәм Джейн Дрю, шулай уҡ Пьер Жаннере — өс баш архитектор төҙөлөштөң бойомға ашырылыуын күҙәтә. Шулай уҡ улар менән М. Н. Шарм етәкселегендә һинд архитекторҙарының ҙур төркөмө эшләй[39].
Корбюзьеның турана- тура үҙе проектлаған ҡоролмалары ҡаланың административ үҙәге Капитолиоға ҡарай. Был Секретариат, Суд һарайы һәм Ассамблея биналары. Уларҙың һәр береһе образының үҙенсәлеге, көслө монументаллеге менән айырыла һәм шул ваҡыттағы архитектурала яңылыҡ булып тора. Марсель блогында кеүек, тышҡы биҙәлештә уларҙа «beton brut» тип аталған (фр.«юнылмаған бетон») бетон өҫтөн айырым эшкәртеү технологияһы ҡулланыла. Ле Корбюзьеның яңы стилистикаһының үҙенсәлеге булып киткән был техника, Европа илдәренең һәм башҡа күп төбәктәрҙең архитекторҙары тарафынан эләктереп алына, был яңы юнәлештең, «брутализмдың» барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.
Чандигарх төҙөлөшө өсөн бойондороҡһоҙ Һиндостандың беренсе премьер-министры Джавахарлал Неру яуаплы була. Ҡала тулыһынса яңы урында проектлаусылар тарафынан «нулдән», шулай уҡ көнбайышҡа ҡарағанда башҡа төр цивилизацияла ойошторола. Дөйөм алғанда, был өр-яңы , өйрәнелмәгән тәжрибә була. Донъяла был ҡала төҙөлөшө эксперименты буйынса артабанғы баһалар ҡапма-ҡаршылыҡлы. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн Һиндостандың үҙендә Чандигарх иң уңайлы һәм иң матур ҡалаларҙың береһе һанала. Бынан тыш, Һиндостанда Корбюзье проекты буйынса Ахмадабад ҡалаһында (1951—1957) бер нисә үҙенсәлекле бина төҙөлә.
1950—1960 йылдарҙа — Ле Корбюзьеның танылыу ваҡыты. Күп заказдар ала, һәр проекты тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡытта беренсе һанлы европа архитекторы-авангардсыһы исемен нығытҡан бер рәт биналар төҙөлә. Иң мөһимдәре — Роншан капеллаһы (1955, Франция), Парижда студенттар ҡаласығында Бразилия павильоны, Ля Туретт монастыры комплексы (1957—1960), Токиола Көнбайыш сәнғәте музейы бинаһы (1959). Үҙенең архитектура образдары, пластик төҙөлөшө буйынса төрлө бөтә был биналарҙы бер нәмә берләштерә — улар үҙенең ваҡыты өсөн бөтәһе лә үҙенсәлекле, новаторлы архитектура әҫәрҙәре. Корбюзьеның һуңғы иң эре эштәренең береһе — АҠШ-та төҙөлгән Гарвард университеты мәҙәни үҙәге, Карпентер-визуаль сәнғәт үҙәге (1959-1962). Был ҡоролмала, Корбюзьеның һуңғы осороноң күп төрлө тәжрибәһе тупланған. БМО штаб-квартираһын төҙөү буйынса коллектив проекттан айырмалы рәүештә, был Төньяҡ Америка территорияһында рәсми рәүештә авторлығы теркәлгән Ле Корбюзьеның берҙән-бер ҡоролмаһы.
Корбюзье 77 йәшендә, фараз итеүенсә, Урта диңгеҙ буйындағы Рокебрюн мороно эргәһендә йөҙөү ваҡытында йөрәк өйәнәгенән һыуға батып вафат була, бында ул Le Cabanon йәйге өйөндә йәшәгән була. Оҙаҡ ваҡыт уға ял һәм эш урыны булып хеҙмәт иткән кескенә генә резиденция Корбюзье буйынса минималь торлаҡтың үҙенсәлекле өлгөһө була. Архитектор менән хушлашыу 1965 йылдың 1 сентябрендә Францияның ул мәлдә элекке мәҙәниәт министры булған яҙыусы Андре Мальро етәкселегендә Луврҙа үтә. Корбюзье Рокебрюндың Кап-Мартен һәм Ментон ҡалалары араһындағы зыяратта ҡатыны менән йәнәш ерләнә.
Архитектура мираҫынан тыш, Корбюзье үҙенән һуң пластик сәнғәт һәм дизайн әҫәрҙәре — картиналар, скульптура, графика эштәре, шулай уҡ мебель өлгөләре (мәҫәлән, LC4 кушеткаһы) ҡалдыра. Уларҙың күптәре Париждағы үҙе төҙөгән Ла-Роша-Жаннере виллаһында Ле Корбюзье Фондында һаҡлана. Шулай уҡ Цюрихта Хейди Вебер павильонында үҙенең проекты буйынса төҙөлгән хай-тек стилендәге күргәҙмә бинаһында һаҡлана.
2002 йылда Ле Корбюзье Фонды һәм Францияның Мәҙәниәт министрлығы Ле Корбюзьеның әҫәрҙәрен ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү инициативаһы менән сығыш яһай. Франция, Аргентина, Германия, Швейцария, Бельгия, Һиндостан, Япония — ҡайһы илдәрҙә уның ҡоролмалары бар, шул илдәрҙең ярҙамына таянып, был ойошмалар Ле Корбюзьеның әҫәрҙәрен «Һәйкәлдәргә…» индереү буйынса исемлек төҙөй һәм 2008 йылдың ғинуарында ЮНЕСКО-ға тәҡдимдәр индерә.
Әҙәбиәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бродскийҙың «Роттердамский дневник» шиғырында телгә алына[40]:
У Корбюзье то общее с Люфтваффе,
что оба потрудились от души
над переменой облика Европы.
Что позабудут в ярости циклопы,
то трезво завершат карандаши.
Корбюзье шулай уҡ «ДДТ» төркөмөнөң «Йорт» йырында телгә алына.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2015 йылдың 15 октябрендә Мәскәүҙә Центросоюз бинаһы эргәһендә (Мясниницкия урамы, 39) Ле Корбюзьеға һәйкәл асыла (авторҙары — скульптор А. В. Тыртышников һәм архитектор А. И Воскресенский)[41].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почетлы доктор итеп һайлана (Honoris causa):
— Цюрих университетының (математик тикшереү тәртибе өсөн, 1934), — Цюрих техник университетының (1955), — Кембридж университетының (1959), — Колумбия университетының (Нью-Йорк, 1961), — Женева университетының (1963);
- Француз Почетлы Легион Ордены:
— кавалеры (1937); — командоры (1952); — бөйөк офицеры (1963).
- Күп Сәнғәт академияларының почетлы ағзаһы;
Башҡа наградалар араһында:
- 1953 — Британия архитекторҙарының короле институты Алтын миҙалы;
- 1961 — Америка архитекторҙар институтының Алтын миҙалы AIA;
- 1961 — «Ҡаҙаныштары өсөн» француз ордены;
- 1961 — Medal Frank Brown P.;
- 1963 — Флоренция ҡалаһының Алтын миҙалы
Төп проекттары һәм ҡоролмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Парижға тиклемге осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1905 — Ла-шо-де-Фонда Фалле виллаһы, Швейцария
- 1912 — Ла-шо-де-Фонда Жаннер виллаһы, Швейцария
- 1916 — Ла-шо-де-Фонда Швоб виллаһы (Турку виллаһы), Швейцария
1917-1939 йылдар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1922 — Амеде Озанфандың йорт-ательеһы, Париж, Франция
- 81923-1924 — Ла Роша\Жаннере виллаһы, Париж, Франция
- 1924-1925 — ФРУЖ ҡасабаһы, Пессак, Бордо, Франция
- 1924 — Бөтә донъя күргәҙмәһе өсөн Парижда «ЭСПРИ НУВО» павильоны, Франция
- 1926 — Парижда Ҡотҡарыу армияһының йорт-убежищеһы, Франция
- 1926 — Болонь-сюр-Сенда Кук йорто, Париж, Франция
- 1926-1927 — Штейн/Монзи де виллаһы, Вокрессон, Париж, Франция
- 1927 —Вайсенхоф ҡасабаһында йорттар, Штутгарт, Германия
- 1928-1936 — Мәскәүҙә Центросоюз бинаһы.
- 1929-1931 — Пуассила Савой виллаһы, Франция
- 1930-1932 — Интернациональ студент ҡаласығы Швейцария павильоны, Париж
- 1930 — Женевала күп фатирлы Кларте йорто, Швейцария
- 1931-1933 — Порт-Молитор йорто (Ле Корбюзье апартаменттары менән) Париж, Франция
- 1935-1936 — Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығы (Капанеманың Гуштав Һарайы), проект етәксеһе, Бразилия
- 1930 — Леонид Мясин исемендәге төҙөкләндереү, Позитано янында Галло-Лунго утрауы, Италия
1940-1965 йылдар осоро
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1946-1951 —Сен-Дьела Дюваль мануфактураһы, Франция
- 1947-1952 —Марсель торлаҡ берәмектәре, Марсель, Франция
- 1949 — Ла-Платала Куручет йорто, Буэнос-Айрес провинцияһы, Аргентина
- 1950-1955 — Нотр-Дам-дю-О, Роншан, Франция
- 1955-1957 —Нейи-Сюр-Сенда Жауль йорто, Париж, Франция
- 1957-1959 — Бразилия павильоны, Интернациональ студент ҡаласығы, Париж
- 1957-1959 — Көнбайыш сәнғәтенең Милли музейы, Токио, Япония
- 1963-1967 — Хейди Вебер павильоны (Ле Корбюзье Үҙәге), Цюрих
- 1962 — Карпентер визуаль сәнғәт үҙәге, Гарвард университеты, Бостон, АҠШ
Ахмадабад, Һиндостан (1951-1957)
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1951-1956 — Сарабхай йорто
- 1951-1956 — Сходан йорто
- 1951-1957 — Туҡыу ассоциацияһы бинаһы
- 1951-1957 — Музей
Чандигарх — Пенджаб штатының яңы башҡалаһы, Һиндостан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1951 — музейы һәм сәнғәт галереяһы
- 1951-1958 — Секретариат бинаһы
- 1951-1955 йылдарҙа — Юстиция һарайы
- 1951-1962 — Ассамблея бинаһы
Монументаль сәнғәт әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Корбюзье ҡулы менән стеналарға һалған биҙәктәр:
— Бадович һәм Кап-Мартен моронондағы Элен Грей вилллаһында 8 сграфито-биҙәк (1938—1939 йыл);
— Дюваль мануфактура бинаһында (1900 йй.аҙағы);
— Интернациональ студент ҡаласығында Швейцария павильоны, Париж (55 күләме м², 1948 й.);
— .скульптор Константино Нивол йортондағы биҙәктәр (Саффолк-Каунтилағы Ист. Гэмптон , Нью-Йорк, АҠШ, 1950 й.);
Марселдәге Торлаҡ берәмектәре биналарында «Модулор» рельефтары, 1951 йыл; Резе-ле-Нант, 1955 йыл, һәм башҡалар);
«Асыҡ ҡул» һәйкәлендә (шул иҫәптән һәйкәл өсөн «ҡул» һынлы һүрәте) — Корбюзье эскиз буйынса Чандигархта, Һиндостанда.
Эре масштаблы эмалдәр (Ле Корбюзье эскизы буйынса):
— Роншан капеллаһына инеү урыны өсөн(1951);
— Ассамблея бинаһының тантаналы инеү урыны өсөн, (ҡала Чандигархта, 1953), — һәм башҡалар;
Декоратив стена келәмдәре (Ле Корбюзье эскизы буйынса):
— Чандигархта Юстиция һарайының ҙур ултырыштар залы өсөн акустик келәм (650 м², майҙанда, 1954 й.);
— Чандигархта президент һарайы залы өсөн келәм. (144 м² майҙанда, 1956 й.)
— Токиола театр өсөн келәм-панно (210 м² майҙанда, 1950 йй.);
— Обюссонда Корбюзье эскизы буйынса келәм оҫтаханалары өсөн — «мюральномадтар», 1948—1950 йыл
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 архитекторы, работающие в Швеции — 2014.
- ↑ 2,0 2,1 https://www.moma.org/artists/3426 (ингл.)
- ↑ 3,0 3,1 Artists + Artworks (ингл.)
- ↑ 4,0 4,1 Le Corbusier // https://www.sikart.ch/KuenstlerInnen.aspx?id=4000293&lng=en — 2006.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 https://hdl.handle.net/21.12141/id/people.539770CF-0D25-4C6C-BEF9-B647450CB05F
- ↑ 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118676873 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 7,0 7,1 Le Corbusier (нидерл.)
- ↑ архитекторы, работающие в Швеции — 2015.
- ↑ 9,0 9,1 http://www.sikart.ch/KuenstlerInnen.aspx?id=4000293
- ↑ Charles-Edouard; Jeanneret-Gris, Charles-Edouard Le Corbusier [Jeanneret] — 2006.
- ↑ 11,0 11,1 https://archiwebture.citedelarchitecture.fr/data/files/capa.diffusion/images/@pdf/FRAPN02_AUJRO_BIO.pdf
- ↑ https://divisare.com/projects/467502-lea-cottreel-rosalie-robert-mary-gaudin-maison-bernard
- ↑ https://www.documenta.de/en/retrospective/ii_documenta
- ↑ https://biblio.chaux-de-fonds.ch/bvcf/patrimoine/archives-fonds-speciaux/archives-personnelles/Pages/le-corbusier.aspx
- ↑ http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/c21abc12ac0643ed8fddd1d46c96fd81
- ↑ http://archivdatenbank-online.ethz.ch/hsa/#/content/b6df84f82ac74c2697fba18f3a198553
- ↑ JEANNERET // https://archives.yvelines.fr/rechercher/archives-en-ligne/correspondances-du-musee-departemental-maurice-denis/correspondances-du-musee-maurice-denis
- ↑ https://www.arsny.com/mostwanted/
- ↑ https://web.archive.org/web/20210630075411/https://www.dacs.org.uk/licensing-works/artist-search/artist-details?ArtistId=92ac82f6-9b19-4b95-a3fc-9e415ced2775
- ↑ 20,0 20,1 20,2 © 2019 Artists Rights Society (ARS), New York / ADAGP, Paris / FLC // https://www.moma.org/artists/3426 (ингл.)
- ↑ https://www.adagp.fr/en/identities/le-corbusier-29239
- ↑ http://www.moma.org/collection/works/558
- ↑ Corbusier, Le // (unspecified title)
- ↑ Zonder titel, 1955
- ↑ Le Corbusier // (unspecified title)
- ↑ Mur
- ↑ https://ackland.emuseum.com/people/1248/le-corbusier-charles-edouard-jeanneret/objects
- ↑ Le Corbusier : Vers une architecture...
- ↑ Compositie
- ↑ https://arkdes.se/arkitekter-och-arkitektkontor-i-arkdes-samlingar/
- ↑ архитекторы, работающие в Швеции
- ↑ https://web.archive.org/web/http://wallachprintsandphotos.nypl.org/catalog/317459
- ↑ http://kmska.be/collection/work/data/0mht5t
- ↑ https://library.si.edu/art-and-artist-files
- ↑ Пять отправных точек современной архитектуры
- ↑ Васильева Е. Идеальное и утилитарное в системе интернационального стиля: предмет и объект в концепции дизайна XX века. // Международный журнал исследований культуры, № 4 (25), 2016, с. 72-80.
- ↑ Le Corbusier. L’art décoratif d’aujourd’hui. Paris 1925. — 218 p.
- ↑ Васильева Е. Идеальное и утилитарное в системе интернационального стиля…
- ↑ Historical Background . Official Website of Chandigarh Administration. 2008 йыл 13 апрель архивланған. (инг.)
- ↑ Иосиф Бродский. Стихотворения и поэмы
- ↑ На Мясницкой открыли памятник архитектору Ле Корбюзье . 2015 йыл 18 октябрь архивланған.
- 6 октябрҙә тыуғандар
- 1887 йылда тыуғандар
- Швейцарияла тыуғандар
- 27 августа вафат булғандар
- 1965 йылда вафат булғандар
- Францияла вафат булғандар
- Король алтын миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Сәнғәт һәм әҙәбиәт француз ордены командорҙары
- Почётлы легион ордены командорҙары
- Франция архитекторҙары
- XX быуат архитекторҙары
- Почётлы легион ордены офицерҙары
- Франция рәссамдары
- Швейцария архитекторҙары
- Функционализм
- Мәскәү архитекторҙары
- Почётлы докторҙар