Эстәлеккә күсергә

Осипенко Полина Денисовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Осипенко Полина Денисовна
укр. Поліна Денисівна Осипенко
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Украинская Народная Республика[d]
 СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь (8 октябрь) 1907
Тыуған урыны Осипенко[d], Новоспасовская волость[d], Мариупольский уезд[d], Екатеринослав губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 11 май 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (31 йәш)
Вафат булған урыны Рыбновский район[d], Рязань өлкәһе, РСФСР, СССР
Үлем төрө смерть от несчастного случая[d]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Хәләл ефете Александр Степанович Осипенко[d]
Һөнәр төрө лётчик, штурман
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Хәрби звание лейтенант, өлкән лейтенант[d], Капитан һәм Майор
Ғәскәр төрө СССР хәрби-һауа көстәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы
 Осипенко Полина Денисовна Викимилектә
Анатолий Серов һәм Полина Осипенколарҙың һәләк булыуы тураһында Хөкүмәт белдереүе
Бердянск ҡалаһында Полина Осипенко һәйкәле

Поли́на Дени́совна Осипе́нко (ҡыҙ фамилияһы — Дудник; 1905 йылдың 24 сентябре (7 октябрь) — 1939 йылдың 11 майы) — совет лётчигы; Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе.

24 сентября (7 октября1905 год Рәсәй империяһы, Новоспасовка ауылында (хәҙер уның исемен йөрөтә), хәҙерге Запорожье өлкәһенең Бердянский районында (Украина)[2], Дудник Денис Емельянович һәм Феодосия Фёдоровнаның крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Суҡындырылғанда бирелгән исеме — Пелагия. Ғаиләлә туғыҙынсы бала була. Украин ҡыҙы.

Башланғыс мәктәпте, ҡошсо курстарын тамамлағай. Колхоз ҡош фермаһы мөдире булып эшләй. Беренсе ире (1926 йылдың 1 февраленән) — ауылдашы Степан Мефодьевич Говяз (1906 й.11 (24) октябре −1941 й.), хәрби лётчик, капитан. Ҡатынының да авиацияны һайлауында ире хәл иткес роль уйнай. Үҙ ире ҡалаға күсеп китә 1931 йылдың апрелендә Полина Говяз Новоспасовканан ире хеҙмәт иткән ергә, Качаға, килә. Степан ҡатынын Кача хәрби пилоттар мәктәбенә инергә әҙерләй. Полина Говязды авиация рекордтары ҡуйыуға әҙерләй башлағанда, ирле-ҡатынлы лётчиктарҙы аңлы рәүештә айырып, Степанды Ростов өлкәһенә хеҙмәт итергә ебәрәләр. Һуңыраҡ, 1936 йылда, уны репрессияға дусар итәләр, уның барлығын дәлилләүсе документтарҙы — юҡ итәләр. С. М. Говяздың эҙе 1941 йылдың мартынан һуң Баҡы ҡалаһы эргәһендәге холоҡ төҙәтеү-хеҙмәт лагерында юғала. Уның артабанғы яҙмышын асыҡларға тырышыу һөҙөмтә бирмәй. 2001 йылдың 22 ноябрендә үлгәндән һуң аҡлана.

Полинаның Кача лётчиктар мәктәбенә тәүге тапҡыр уҡырға инергә тырышыуы уңышһыҙ була. Училище бер нисә майҙансыҡта урынлашҡан була, һәм бында сәғәт 12-гә У-2 самолётында старт иртәнге ашын килтергәндәр. Был даими осоштарҙа лётчик-инструкторҙар Полинаға идара итеп ҡарау рөхсәтен биргәндәр. Һуңынан, «Качаға» К. Е. Ворошилов килгән саҡта, ул үҙен училищеға уҡырға алыуҙарын үтенә, һәм уны 1933 йылда тамамлай. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Лётчик, истребителдәр авиацияһында звено командиры булып хеҙмәт итә.

Икенсе ире (1934 йылдың 11 февраленән) — полкташы, совет осоусы-истребителе һәм хәрби эшмәкәре, генерал-лейтенант, Советтар Союзы Геройы Александр Степанович Осипенко (1912 йылдың 19 майы (1 июнь) — 1991 йылдың 22 июле), Испанияла һуғышҡан. Әммә 1936 йылға тиклем Полина Денисовна Говяз фамилияһын йөрөтә, быны документтар ҙа дәлилләй. 1936 йылда ғына Осипенко фамилияһына күсә.

1937 йылдың йәйендә П. Д. Осипенко йөк тейәгән көйө йә йөк тейәмәгән килеш бейек осоу буйынса өс донъя рекорды ҡуя. 1938 йылда ул Севастополь — Архангельск ергә төшмәй оҙаҡ осоуҙы беспосадочный етәкләй; шулай уҡ уның экипажы ҡатын-ҡыҙҙар араһында йомоҡ кәкре осоу буйынса халыҡ-ара рекорд ҡуя.

1938 йылдың 24-25 сентябрендә Гризодубова, Осипенко һәм Раскова Алыҫ Көнсығышҡа ергә төшмәй оҙаҡ осоуҙы беспосадочный, фараз ителгәнсә, Мәскәүҙән Амурҙағы Комсомольск ҡалаһына АНТ-37 «Родина» самолётында тормошҡа ашырырға тейеш булған. Әммә ҡатмарлы һауа шарттары арҡаһында улар комсомольск аэропортын таба алмай, ә буш бактары менән Охот диңгеҙе ярына яҡын барып төшәләр. Гризодубова, самолёт командиры булараҡ, урманда ергә ҡаты ултыртыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Раскова самолёттан һикерергә бойороҡ бирә — ун көн үткәндән һуң уны урманда табалар. Шулай уҡ Гризодубова һәм Осипенко самолётта һәм авария ваҡытында ергә ҡаты ултырыуҙа ла иҫән ҡалалар. Шуға ҡарамаҫтан, улар 6450 км оҙонлоғо буйынса (туранан-тура — 5910 км) ҡатын-ҡыҙҙар араһында рекорд ҡуя, һәм өс лётчицаның һәр береһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Был осошто үтәгәне һәм шул ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Полина Денисовна Осипенкоға 1938 йылдың 2 ноябрендә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Мәскәү — Алыҫ Көнсығыш маршрутында осҡандан һуң П. Д. Осипенко — пилотаж техникаһы буйынса инспектор, осоусы-истребителдәр тәрбиәсеһе. ВКП (б)-ның XVIII съезы делегаты итеп һайлана.

Полина Денисовна Осипенко 1939 йылдың 11 майында, уҡыу-күнекмә осоуҙары ваҡытында, Эшсе-Крәҫтиәндәр Ҡыҙыл Армияһының баш осоу инспекцияһы начальнигы А. К. Серов менән бергә «һуҡырҙарса» осоу мөмкинлектәрен ентекләп өйрәнгәндә, авиация һәләкәтенә осрап, икеһе лә һәләк була. РСФСР, СССР Рязань өлкәһе Рыбновский район Высокое ауылы өҫтөндә һәләкәткә осрайҙар.

Серов менән Осипенконың кәүҙәһе Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһына ҡуйыла.

  • 1926 йылдың 1 февраленән тәүге ире — Степан Мефодьевич Говяз (1906 й.11 (24) октябре —1941), 1934 йылдың 11 февраленән икенсе ире — Александр Степанович Осипенко (1912 й. 19 майы (1 июнь) — 1991 й. 22 июле).
  • Улы Павел Александрович (1938—1984), Хабаровский крайы Амурск ҡалаһы.
  • Ейәнсәре Полина Павловна Осипенко, 1973 йылда тыуған, Хабаровск[3] ҡалаһында йәшәй.
«Полина Осипенко» сирень сорты
  • 1939 йылдың 17 июленән 1958 йылға тиклем уның исеме менән Бердянск[4][5] ҡалаһы аталған.
  • РСФСР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 10 июнь указы менән Хабаровск крайы Түбәнге Аму өлкәһе Кербинский районы Полина Осипенко исемендәге район тип йөрөтөлә. Ошо уҡ указ менән Керби ауылы — райондың административ үҙәге Полина Осипенко исемендәге ауыл тип үҙгәртелә.
  • Уның тыуған ауылы (элекке Новоспасовка ауылы) һәм урындағы мәктәп музейыП. Д. Осипенко исеме менән аталған.
  • М әскәү ҡалаһы Үҙәк административ округы Замоскворечье районында П. Д. Осипенко исемендәге урам бар. Урамдың элекке исеме тергеҙелгәндән һуң, П. Д. Осипенко исеме Мәскәүҙең Хорошевский районындағы яңы урамына бирелде.
  • Уның исемен йөрөткән урамдар һәм майҙандар Армавир, Архангельск, Березники, Винница, Витебск[6], Бөйөк Устюг, Владивосток, Владимир, Волгоград, Воронеж, Выкса, Вязьма, Гродно, Дальнегорск, Димитровград, Днепродзержинск, Ейск, Екатеринбург, Елизово, Жуковский, Измаил, Иркутск, Ишим, Йошкар-Ола, Камышино, Калининград, Керчь, Киренск, Коломна, Краснодар, Липецк, Луганск, Людиново, Мариуполь, Макеевка, Мелитополь, Минск, Мәскәү (өс урам), Мурманск, Муром, Никополь, Түбәнге Новгород, Новороссийск, Ырымбур, Орёл, Петропавловск (Ҡаҙағстан) (һуңғараҡ Ҡаҙағстанда Егемен урамы тип үҙгәртелә), Пермь, Полоцк, Пучеж, Дондағы Ростов, Рыбинск,Рязань, Һамар, Санкт-Петербург, Саранск, Свободное, Сергиев Посад, Синельниково,Симферополь, Смоленск, Советская Гавань, Ставрополдә, Ступино, Сыктывкар, Тамбов, Тверь, Томск, Тула, Төмән, Харьков, Химки, Силәбе, Чита, Элиста, Якутск һәм башҡа ҡалаларындағы, Запорожье, Барнаул биҫтәләрендә, Хабаровск крайы район үҙәктәрендә һәм райондарында, Өфөлә бар.
  • 1939 йылда Одесса хәрби авиация мәктәбенә, Днепропетровск өлкә аэроклубына, Бердянск уҡытыусылар институтына (педагогия институты, һуңынан университет) Осипенко исеме бирелә.
  • 1940 йылдың көҙөндә Черновцы өлкәһенең Вижница ҡалаһында Полина Осипенко исемендәге һөнәрселек артеле ойошторола, әммә ҡаланы немец -румын ғәскәрҙәре (1941 йылдың 5 июле) оккупациялағандан һуң, уның исеме тыйыла[7]
  • Осипенко (Запорожье өлкәһе) ауылында уның бюсы ҡуйылған.
  • Бердянск ҡалаһында — һәйкәле.
  • Рязань өлкәһе Рыбновский районы (һәләк булған урыны) Высокое ауылында (М-5 трассаһы) — обелискы бар.
  • «Полина Осипенко» сирень сортын Мәскәү селекционеры Л. А. Колесников сығара.
  • 1940 йылда Ҡырымда «Осипенко Полина» совхоз-заводына, Ҡырымдың иң эре виноград хужалыҡтарҙың береһенә нигеҙ һалына. Мөшкәт сығарған Инкерманский маркалы шарап заводы шул совхоз-заводта үҫтерелгән мускатлы виноград сорттарынан «Осипенко мускаты» тигән аҡ ярым-ҡоро шарап етештерә.
  • Амурҙағы Комсомольск ҡалаһында — һәләкәттән ҡотолғандан һуң «Родина» самолёты экипажы ваҡытлыса йәшәгән Киров урамындағы йортта иҫтәлекле табличка ҡуйыла.
  • Барнаул ҡалаһында — Тимер юл районы кварталы.
  • Полина Осипенко исеме менән йөк судноһы аталған[8].
  • Ҡаҙағстан Республикаһында: Алматы ҡалаһында Полина Осипенко урамы; Күксәтау ҡалаһында һәйкәле ҡуйылған.
  • 1939 йылда Ырымбур ҡалаһы үҙәгендә .П. Д. Осипенко исемендәге скверға нигеҙ һалына. Шулай уҡ урамдарҙың береһе уның исемен йөрөтә.
  • 1985 йылда Осипенко исеме менән Венера планетаһындағы кратерҙы атағанылар.
  • Имени Полины Осипенко
  • Улица Полины Осипенко
  1. Осипенко Полина Денисовна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Осипенко Полина Денисовна. www.warheroes.ru. Дата обращения: 9 октябрь 2017.
  3. Внучка Полины Осипенко живет в Хабаровске. Дата обращения: 22 октябрь 2019.
  4. Бердянск // Большая Советская Энциклопедия. / под ред. А. М. Прохорова. 3-е изд. том 3. М., «Советская энциклопедия», 1970. стр.211
  5. Бердянск // Украинская Советская Энциклопедия. том 1. Киев, «Украинская Советская энциклопедия», 1978. стр.432
  6. Витебск: Энциклопедический справочник / Гл. редактор И. П. Шамякин. — Мн.: БелСЭ им. П. Бровки, 1988. — С. 269—270. — 408 с. — 60 000 экз. — ISBN 5-85700-004-1.
  7. Вижниця, Вижницький район, Чернівецька область // Історія міст і сіл Української РСР. Чернівецька область. — Київ, Головна редакція УРЕ АН УРСР, 1969.
  8. Божаткин М. И. Дальние берега. — К.: Радянський письменик, 1982. — 256 с.
  • Осипенко Полина Денисовна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 209. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
  • Осипенко А. С. Две звезды. — М.: Фонд содействия авиации Русские витязи, 2009. — ISBN 978-5-903389-12-4.
  • Гризодубова В. Дочь народа // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
  • Пронякин К. А. Первые летчики на Дальнем Востоке России: влетевшие в историю (справочник. 196 биографий). К 80-летию Хабаровского края, к 95-летию Гражданского Воздушного флота России и к 100-летию Восточного военного округа. Приветствия: Героя России Г. В. Жидко, С. И. Авакянца, С. И. Фургала, А. С. Николаева; предисл. Т. В. Барановой; послесл.: А. М. Будника, В. М. Куканова. — Хабаровск: ООО «МедиаМост»; РГО, 2019. — 160 с., ил. (Серия: История развития авиации на Дальнем Востоке), стр. 81-82.