Эстәлеккә күсергә

Саҡлаубаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Саҡлаубаш
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Саклов-Башское сельское поселение[d][1]
Административ-территориаль берәмек Саклов-Башское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423373
Карта

Саҡлаубаш[2] (Һаҡлаубаш[3]; татар. Саклаубаш, рус. Саклау-Баш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Ауыл Саҡлаубаш йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1754 йылдан билдәле[3]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

1870 йылда ауылда ел тирмәне, тимерлек, икмәк магазины; XX быуат башында — 5 мәсет, мәктәп, 7 кибет теркәлгән[5][4].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[4].

1795 йылда ауылда 229 башҡорт һәм 58 типтәр; 1834 йылда — 538 башҡорт һәм 46 типтәр; 1870 йылда — 1128 башҡорт; 1912 йылда — 1708 аҫаба башҡорт һәм 285 типтәр (элекке керҙәштәр) иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][5])
17951859187018971920192619381949195819701979198920022008
2875461128158917951267960629462615570546573621
  1. 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 398. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Саҡлаубаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 198-203. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.