Серге
Серге | |
Серге Викимилектә |
Серге - (рус. чепра́к, по́тник, нем. waltrapp)[1] - үңлек өҫтөнән эйәр аҫтына һалына торған тышлы кейеҙ [2], [3]. Уны сергетыш[4] тип аталған биҙәкле күн йәки буҫтау тышлыҡ менән ҡаплайҙар.
Тәғәйенләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Серге бер нисә функцияны үтәй:
- аттың тирен һеңдерә, арҡаһын ҡоро һаҡлай;
- эйәрҙе тирҙән һаҡлай;
- эйәр аттың арҡаһында шыуып йөрөмәй;
- аттың арҡаһы ныҡ тирләп китмәй[5].
Шулай итеп, серге аттың арҡаһын һаҡлау сараһы ла һәм уңайлылыҡ та тыуҙыра. Башҡорттарҙа серге һәм сергетыш эстетик элемент, күркәмлек монаяты булып та тора.Сергетыш атҡа күҙ тейеүҙән һаҡлаусы булып та тора тип һанаған башҡорттар.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙә серге XIV быуаттарҙан алып XVIII быуатҡа тиклем плат, чепрак, чандарь тип аталған. Пётр I заманында ғәскәрҙе немец өлгөһөндә кейендерә башлағас, чепрак һаҡлана, әммә билдәле бер формаһы булмай. Артабан беселеше лә, материалы ла күрһәтелә башлай. 1763 йылда «чепрак» һәм «вальтрап» бер үк мәғәнәгә эйә була. Һуңынан бөтә ҡупшы сергеләр - вальтрап, ә япмалары чепрак тип атала башлай.
Гусар полктарында вальтрап һалдаттың кейемдәре төҫөндә була[6].
-
Лейб-гвардия гусар полкы офицеры вальтрапы (сергеһе) , 1826-1855
-
Эйәргә ҡапланған тире вальтрап. 1843 йылдан һуң).
-
Түшәк_өсөн_ҡулланылған_сергетышлы_кейеҙ
-
Ат_биҙәү_өсөн_ҡулланылған_сергетышлы_кейеҙ
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Вальтрап // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 193-сө бит
- ↑ Вальтрап . Толковый словарь Ушакова. Дата обращения: 8 февраль 2010.(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 193-сө бит
- ↑ Для чего нужен вальтрап? Ridewest.ru. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 17 апрель 2012 года. 2015 йыл 8 октябрь архивланған.
- ↑ Гусарские полки. Расцветка обмундирования . Васильевский полигон. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 17 апрель 2012 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Как правильно выбрать вальтрап. Несколько советов . equestrian.ru (15 июнь 2000). Дата обращения: 8 февраль 2010.
- Вальтрап . КоноКрад.ru. Дата обращения: 8 февраль 2010.(недоступная ссылка)
- Для чего нужен вальтрап? Ridewest.ru. Дата обращения: 8 февраль 2010. Архивировано 17 апрель 2012 года. 2015 йыл 8 октябрь архивланған.
- Чепрак в словаре иностранных слов . www.inslov.ru. Дата обращения: 9 февраль 2010. Архивировано 17 апрель 2012 года.