Ярославль
Уҡыу көйләүҙәре
Ҡала | |||||
Ярославль | |||||
| |||||
Ил | |||||
---|---|---|---|---|---|
Координаталар | |||||
Башлыҡ | |||||
Телефон коды | 4852 | ||||
Һанлы танытмалар | |||||
ОКАТО коды | |||||
ОКТМО коды | |||||
ГКГН номеры | |||||
Рәсми сайт | |||||
бүләктәр | |||||
Ярославль (рус. Ярославль) — Волга йылғаһы ярында урынлашҡан, Ярославль өлкәһенең административ үҙәге. Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вахромеев Игорь Сергеевич (18.01.1924—16.01.1998), ғалим-геолог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1986—1991 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы, артабан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәге Геология институтының баш ғилми хеҙмәткәре. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986)[2].
- Павлычев Валентин Николаевич (12.02.1936), хеҙмәт ветераны, ғалим-химик-технолог, хужалыҡ эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1994—1996 йылдарҙа «Газпром Нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры, 1996—2000 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш технологы. Химия фәндәре кандидаты (1978), доцент (1986). СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть сәнәғәте отличнигы (1986), СССР уйлап табыусыһы (1988), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған рационализаторы (1980). СССР-ҙың дәүләт премияһы (1983) һәм СССР Министрҙар Советы премияһы (1976) лауреаты. Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976). (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- Роднов Михаил Игоревич (14.01.1959), тарихсы-ғалим, тарих фәндәре докторы (2004). 1985—1990 йылдарҙа һәм 1995 йылдан — Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1999—2011 йылдарҙа — бүлек мөдире[3].
- Сабанеев Леонид Павлович (1844—25.03.1898), Рәсәй империяһы этнографы, тәбиғәтте өйрәнеүсе. 1873—1877 йылдарҙа Мәскәүҙә баҫылған «Природа», 1878 йылдан — «Природа и охота» журналдарының мөхәррире һәм нәшерсеһе. 1868—1870 йылдарҙа Урал буйлап экспедицияла ҡатнашып, төбәктең тарихын, үҫемлек һәм хайуандар донъяһын өйрәнә, 1873 йылда «Очерки Зауралья и степное хозяйство на башкирских землях» тигән китап яҙа[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Города Трудовой Доблести и Славы 2022 йыл 27 март архивланған.
- ↑ Башкирская энциклопедия — Вахромеев Игорь Сергеевич (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- ↑ Башкирская энциклопедия — Роднов Михаил Игоревич (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сабанеев Леонид Павлович (Тикшерелеү көнө: 10 февраль 2021)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт органов городского самоуправления Ярославля 2015 йыл 17 октябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2010)
- Официальная туристическая карта Ярославля 2017 йыл 20 август архивланған.
- Культурная эволюция — Ярославль (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2010)
- Панорамы Ярославля, фото Ярославля (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2010)
- Рощектаев А. В. Паломнический путеводитель по Ярославлю
- История и исторические фотографии Ярославля (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2010)
- Путеводитель по Ярославлю 2018 йыл 1 ноябрь архивланған.