Эстәлеккә күсергә

Ҡарағалпаҡстан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡараҡалпаҡстан Республикаһы битенән йүнәлтелде)
Ҡарағалпаҡстан Республикаһы
ҡарағалп. Qaraqalpaqstan Respublikası
үзб. Qoraqalpogʻiston Respublikasi
Ҡалып:Ҡарағалпаҡстан Республикаһының байрағы гербы Ҡарағалпаҡстан Республикаһының
Ҡарағалпаҡстан Республикаһының байрағы Ҡарағалпаҡстан Республикаһының гербы
«»
Бойондороҡһоҙлоҡ яулауы
Рәсми телдәр Ҡарағалпаҡ теле, үзбәк теле
Баш ҡала Нөкөс (ҡарағалп. No'kis)
Иң ҙур ҡалалары Нөкөс, Ҡоңрат
Идара итеү формаһы Үзбәкстан составындағы автономиялы республика
Территория
  • Барыһы
? урын
16,200 км²
Халыҡ
  • Барыһы (2007)
  • Тығыҙлыҡ
 
1 571 800
7,5 кеше/км²


Валюта Үзбәк һумы


Ҡарағалпаҡстан Республикаһы (ҡарағалп. Qaraqalpaqstan Respublikası, Қарақалпақстан Республикасы, үзб. Qoraqalpogʻiston Respublikasi, Қорақалпоғистон Республикаси) — Үзбәкстан составындағы республика.

Республиканың рәсми телдәре — ҡарағалпаҡ теле һәм үзбәк теле. Республикала шулай уҡ рус теле киң таралған.

Боронғо заман һәм иртә урта быуат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Б.э. тиклем 470 йылда хәрәзм һалдаты Әһәмәниҙәрҙә хеҙмәттә
Б.э. тиклем V-III быуатта хәрәзм фрескалары фрагменты

Тарихи сығанаҡтарға ярашлы, кешеләр Ҡарағалпаҡстан территорияһында неолит дәүерендә үк йәшәгән. Хәҙерге Ҡарағалпаҡстан Республикаһы территорияһы үҙенә күрә «археологик ҡурсаулыҡ» булып тора, унда әле 300-ҙән ашыу археология объекттары бар. Борон был территория Хәрәзм өлкәһе һәм Төркмәнстандың йәнәш райондары менән бергә Хәрәзмде тәшкил иткән. Ҡарағалпаҡ АССР-ы территорияһында Аҡсадаръяның элекке үҙәне районында 1954 йылда Хәрәзм экспедицияһы ҙур Ҡуҡса 3 ҡәберлеген таба.

Амударъяның уң яры территорияһында С. П. Толстов бронза быуатының Таҙабағъяб һәм Һөйәргән мәҙәниәтен асыҡлай, (en:Suyarganovo culture), улар оҙайлы ваҡыт бергә ғәмәлдә булған.

Ҡәберлек б.э. тиклем XIII-XI быуаттар менән даталана һәм ике төрлө мәҙәниәттең утрағы булған ваҡытҡа ҡарай.

Был бер төрлө булмаған этник состав тураһында раҫлай. Ҡуҡса утрағында таҙабағъяб элементының өҫтөнлөк итеүе С.П.Толстовҡа ҡомартҡыны таҙабағъяб мәҙәниәтенә индерегә һәм төньяҡ Ҡаҙағстандың һәм көньяҡ Урал артының андронов мәҙәниәте һәм Волга буйының буралы-хвалын мәҙәниәте менән сағыштырырға мөмкинлек бирә.

Һөйәргән мәҙәниәте сығышы, беренсе сиратта, Урта Азия райондары, шулай уҡ Алғы Азия йәки Төньяҡ Һиндостан райондары менән бәйле.

Һөйәргән ҡәбиләләре, күрәһең, борон киң таралған — Һиндостандан алып Алғы Азияға тиклемге һинд дравидоидлы төргә ҡарай. [1].

Хәҙерге Ҡарағалпаҡстан территорияһында боронғо дәүерҙән алып (б.э. тиклем VI б.) 1924 йылға тиклем боронғо төбәк һәм дәүләт - Хәрәзм булған[2]

Геродот «Тарихта» Хәрәзмдең Фарсы империяһының 16-сы сатрапияһына ингәнлеген, шулай уҡ хәрәзмдәрҙең б.э. тиклем 480 йылда Боронғо Грецияға Ксеркс походында ҡатнашыуын хәбәр итә. Хәрәзм халҡы Әһәмәниҙәр империяһының баш ҡалаһы Персеполде төҙөүҙә ҡатнаша. Хәрәзм яугирҙәре империяның төрлө өлөштәрендә Әһәмәниҙәр ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Уларҙың береһе, Даргоман исемлеһе, Үрге Мысырҙа телгә алына. Бехистун ҡаяһында боронғо хәрәзмдәрҙең һүрәттәре һаҡланған. Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең Урта Азияға походына тиклем Хәрәзм б.э. тиклем V быуат аҙағында Әһәмәниҙәрҙән бойонодороҡһоҙлоҡ ала.

Б.э. тиклем V быуатта әрәмей яҙмаһы нигеҙендә хәрәзм яҙмаһы булдырыла. Боронғо Тупраҡ-ҡала урынында археологтар хәрәзм телендә документтарҙың архив ҡалдыҡтарын таба. Хәрәзм яҙмаһы VIII быуатҡа тиклем ҡулланыла. Боронғо хәрәзмдәрҙең төп дине зороастризм була. Боронғо Хәрәзм ҡомартҡыларының археологик тикшеренеүҙәре ваҡытында оссуария — үлгән кешеләрҙең һөйәктәрен ерләү өсөн балсыҡ йәшниктәр таба.

Хәрәзмдең боронғо батшаларынан үҙҙәренең тәңкәләрен сығарған хакимдар билдәле. Был б.э. тиклем I быуатта хакимлыҡ иткән Артав. Киләһе батшаларҙан б.э. тиклем II быуат аҙағы — III быуат башындағы хаким Артрамуш билдәле[3] Вазамар, вторая половина III века н. э. и др.[4]

Б.э. I быуатында хәрәзм дәүере һәм яңы календарь индерелә. Хәрәзмдең бөйөк ғалимы Әбү Рәйхан әл-Бируни һүҙҙәре буйынса (973—1048) тәүге тапҡыр хәрәзм йыл иҫәбе б.э. XIII быуатында индерелә

I быуат уртаһынан II быуат аҙағына тиклем Хәрәзм Ҡушан батшалығы йоғонтоһо аҫтында була тип фаразлайҙар. Был осор өсөн үҙәк хөкүмәт тарафынан күтәрелгән ҡәлғәләр хас, уларҙы даими ғәскәрҙең гарнизондары биләгән. IV быуат башында, Африг падишаһ ваҡытында, Хәрәзмдең баш ҡалаһы Кят була. Киләһе дәүерҙә, IV һәм VIII быуаттар араһында, Хәрәзм ҡалалары бөлгөнлөккә төшә. Хәҙер Хәрәзм — аристократияның күп һанлы һарайҙары һәм меңләгән крәҫтиән усадьбалары иле. 305 йылдан 995 йылға тиклем Хәрәзм менән хәрәзмшаһ титулын йөрөткән Әфригидтәр династияһы идара итә. 567—658 йылдар араһында Хәрәзм Төрөк ҡағанатынан күпмелер кимәлдә бойондороҡло була. Ҡытай сығанаҡтарында Хусыми (呼似密) атамаһы менән телгә алына.

Хәрәзм мәҙәниәте уғыҙҙарҙың IX быуаттың беренсе яртыһында барлыҡҡа килгән дәүләт һәм аҡса системаһына йоғонто яһай. Уғыҙҙарҙың тәңкәләрендә яҙыуҙар хәрәзм алфавитына ҡарай[5]

X быуатта Хәрәзмдә ҡала тормошо үҫешә. Ғәрәп сығанаҡтары Хәрәзмдең иҡтисади әүҙемлеген һүрәтләй, өҫтәүенә хәрәзм сауҙагәрҙәренең эшмәкәрлек урыны булып Төрмәнстан, көнбайыш Ҡаҙағстан, шулай уҡ Волга буйы - Хазария һәм Булҡария, һәм Көнсығыш Европаның киң славян донъяһы тора.

1218 йылда Сыңғыҙхан Хәрәзмға союз тураһында тәҡдим менән илсе ебәрә. Хәрәзмшаһ Әли әд-Дин Мөхәммәт II «кафырҙар» менән килешеүҙән баш тарта һәм Отрарҙың хакимы Ҡайыр-хан тәҡдиме буйынса илсе-сауҙагәрҙәрҙе язалап үлтерә. Сыңғыҙхан Ҡайыр-ханды биреүҙәрен талап итә, әммә Мөхәммәт әсәһенең ике туған ҡустыһын биреүҙән баш тарта һәм тағы киләһе монгол илселегенең ҡатнашыусыһын үлтерә. 1219 йылдың яҙында, Ҡытайҙы баҫып алыуын тамамламай, Сыңғыҙхан Хәрәзмға 200-меңлек ғәскәрен ебәрә. Хәрәзмшаһ генераль алыш бирергә ҡарар итмәй, үҙенең ғәскәрен дәүләттә ҡалалар һәм ҡәлғәләрҙә айырым отрядтар итеп тарҡау ҡалдыра. Монголдар ҡыҫымы аҫтында Хәрәзмдең ҙур ҡалалары бирелә. Улар бөтәһе лә емерелә, ә Хәрәзм халҡы ҡырыла.

Ҡарағалпаҡтар тарихы XIV быуатта нуғайҙарҙың башлығы Идигу (Эдыгей) етәкслеге аҫтында барлыҡҡа килгән Нуғай ханлығынан башлана. Идигу һәләк булғандан һуң 1419 йылда тәхет өсөн көрәш башлана, һәм ханлыҡ үҙ көсөн юғалта. XVI быуаттың икенсе яртыһында Нуғай ханлығы өс өлөшкә бүленә — Алты улус урҙаһы. Кесе урҙа һәм Ҙур урҙа.

Ҡарағалпаҡ классигы Ажинияз һәйкәле.

XVII быуат башында нуғайҙарҙы Волга һәм Яйыҡ райондарын баҫып алған ҡалмыҡтар ҡыйрата. Нуғайҙар Ҡырымға күсенергә мәжбүр була, ә Алты улус урҙаһы составына ингән ҡарағалпаҡтар Һырдаръя ярҙарына Арал буйына китә һәм шунда төпләнә. Ҡарағалпаҡтарҙың йәмәғәт тормошонда бейҙәр һам батырҙар ҙур роль уйнай. Бейҙәр ҡарағалпаҡ ырыуҙары менән етәкслек итә: улар хоҡуҡ һәм хужалыҡ менән бәйле мәсьәләлрҙе хәл итә.

XVI быуатта Хиуа ханлығы ойошторола, ул Бохара әмирлеге һәм Коканд ханлығы менән бер рәттән, Урта Азияла өс үзбәк ханлыҡтарының береһе була[6].

1512 йылда Шибаниҙарҙан төшөп ҡалған үзбәктәр династияһы Хәрәзмдә үҙаллы ханлыҡтың башында тора[7]. XVI-XVII быуаттарҙа ҡарағалпаҡтар йәки Бохара ханына йәки Хиуа ханына буйһона. Билдәле хан-тарихсы Әбүлғәзи (1643—1663), һәм уның улы һәм вариҫы Анушаүхан идара итеүе сағыштырмаса сәйәси тотороҡлолоҡ һәм иҡтисади үҫеш осоро була. Киң күләмле һуғарыу эштәре алып барыла, һәм яңы һуғарылған ерҙәр үзбәк ҡәбиләләре араһында бүленеп алына, улар яйлап ултыраҡ тормош йәшәү рәүешенә күсә. Хәрәзм үҙенең иҡтисади ресурстары арҡаһында Бохара һәм Сәфәүиҙәр менән һуғыш алып бара, ә төркмән дәүләттәре Хөрәсәнгә һөжүм яһай.

Шибани-Ғәрәпшаһиттар династияһынан Хәрәзмдә хакимлыҡ иткән һуңғы вәкил, 1740 йылда Нәҙир-шаһ тарафынан үлтерелгән Илбарс-хан була.

XVIII быуат башына Һырдаръя ярҙарында йәшәгән ҡарағалпаҡтар берләшеүгә ынтыла, был өлкәлә Көсөкхан, солтандар Табурсаҡ һәм Чаиб мөһим роль уйнай. Һөҙөмтәлә Һырдаръя яны ҡарағалпаҡтары Ишмөхәммәт етәкселеге аҫтында Ҡарағалпаҡ ханлығына ҡушыла. Дәүләттең сиктәре Һырдаръяның үрге ағымы буйлап үтә. Дәүләт шулай уҡ Волга буйы ҡалмыҡтары, Башҡорт улусы һәм ҡаҙаҡ Кесе жузы менән күрше була. 1723 йылда ҡалмыҡтар Һырдаръяның урта өлөшөн баҫып алғанда, ҡарағалпаҡтар ҡабаттан ҡасырға мәжбүр була һәм ике төркөмгә бүленә.

Беренсе төркөм Һырдаръяның үрге ағымына Ташкент яғына китә, ә икенсе төркөм Һырдаръяның түбәнге ағымы буйлап төпләнә. Шулай итеп, ҡарағалпаҡтар «үрге» һәм «түбәнгеләргә» бүленә.

Түбәнге ҡарағалпаҡтар Һырдаръя һәм Амударъя араһындағы буш ерҙәргә ултыра һәм, ерҙәрҙе Ҡыуандаръя һыуҙары менән һуғарып, игенселек менән шөғөлләнә.

XVII—XVIII быуаттарҙа Хиуа ханлығында төп сәйәси көстө үзбәк ҡәбиләләре: үзбәктәр, наймандар, кияттар, манғыттар, нукуздар, ҡаңлылар һәм ҡыпсаҡтар тәшкил итә[8] XVIII быуаттың икенсе яртыһында власть өсөн көрәштә еңеүҙе үзбәк ҡәбиләһе кунграттар яулай.

1763 йылда Хәрәзмдә власҡа үзбәк ырыуынан инаҡ титулына эйә булған Мөхәммәт Әмин килә.

Мөхәммәт Әмин XVIII быуат уртаһындағы көслө көрсөктән һуң илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса сәфйәсәт алып бара. Ул идара итеүе ваҡытында Хәрәзмдә ҙур ирригацион эштәр алып бара. Эске ҡаты сәйәсәтте үткәреп, ул башта ҙур ҡыйынлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар кисерә, әммә яйлап тыныслыҡ һәм дәүләттә сәйәси тотороҡлоҡ урынлаштыра. Тарихсы Агахи мәғлүмәттәре буйынса Мөхәммәт Әмин ҡарағалпаҡтарҙың ҙур төркөмөнә дәүләт сиктәрендә урынлашырға рөхсәт итә[9].

Ул 1782 йылда Бохара әмирлегенән һәм 1770 йылда күскенсе төркмәндәр ҡәбиләһе яғынан баҫып инеүгә юл ҡуймай. 1790 йылда власҡа Хәрәзмдә (Рәсәй тарихнамәһендә Хиуа ханлығы) үзбәк ырыуы вәкиле Мөхәммәт Әмин бейҙең улы инаҡ Ауаз килә. Ауаз да илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса сәйәсәтте дауам итә.

Ауаз инаҡҡа Хиуа власына даими ҡаршы сыҡҡан арал ҡәбиләләре менән һуғышырға тура килә. 1793 йылда ихтилалды ағалы-ҡустылы Хужа Морат Суфый һәм Түрә Морат Суфый етәкләй (үзбәк ырыуының кунграт ҡәбиләһенән).[10] Ихтилал баҫтырыла, ләкин арал ҡәбиләләре тик Мөхәммәт Рәхим-хан хакимлығы ваҡытында (1806—1825)тулыһынса буйһондорола.

Дәүләтселекте нығытыу һәм үҫтереү өсөн Мөхәммәт Рәхим-хан I илдә мөһим реформалар үткәрә. Ил менән идара итеү өсөн һарай янында юғары совет ойошторола, уның фекерен хан иҫәпкә ала. Яңы һалым реформаһы уҙғарыла, таможня эштәре яйға һалына. Мөхәммәт Рәхим-хан кунграт хакимдарынан беренсе булып көмөш һәм алтын тәңкәләр сығара башлай.

Мөхәммәт Рәхим-хан идараһы ваҡытында дәүләтте үҙәкләштереү көсәйә. Ул Хиуа тирәләй ерҙәрҙе «йыйыу» буйынса көрәште тамамлай. 18081809 йылларҙа човдурҙарға поход ойошторола. 1811 йылда арал ҡәбиләләре тулыһынса буйһондорола. 18121813 йылларҙа Һырдаръя түбәнендәге ҡаҙаҡтарҙы буйһондора. 1820 йылдарҙа Мервты буйһондора.

Мөхәммәт Рәхим-хан I илдең иҡтисадын тергеҙеү буйынса эштәрҙе дауам итә.

Аллаҡоло-хан ваҡытында дәүләтселекте үҙәкләштереүҙе көсәйтеү буйынса сәйәсәтте дауам итә. 1828 йылда сарыҡтар ҡәбиләһе ихтилалы баҫтырыла. 18301831 йылдарҙа Куня-Ургенч каналы төҙөлә.

Аллаҡоло-хан донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына һәм сит телдәрҙе өйәрәнә. Уға замандаш булған Урта Азия хакимдарынан айырмалы рәүештә, ул русса һәйбәт уҡый һәм яҙа белгән[11]

Аллаҡола-хан Коканд ханлығы менән берлектә йыш ҡына Бохара әмирлегенә һөжүм итә. Хөрәсәнгә биш поход яһай. 1845 йылда Рәхимкули хан вафатынан һуң (18421845) Хиуа ханлығында власҡа уның ҡустыһы Мөхәммәт Әмин-хан килә.

Мөхәммәт Әмин-хан (18451855) идаралығы ваҡытында күскенсе ҡәбиләләрҙе тыныслдандырыу буйынса үҙәк властың тырышлығы күпмелер уңышҡа өлгәшә. Мөхәммәт Әмин-хан Мервҡа һәм Хөрәсәнгә ундан артыҡ походҡа бара.

Мөхәммәт Әмин-хан хакимлығы ваҡытында Рәсәй, Ғосман империяһы, Иран, Афғанстан менән дипломатик мәнәсәбәттәр булдырыла.

1846 йылдың декабрендә Ырымбурға Хиуа илселәре — Ҡылыс Ниязмөхәммәтов һәм Шукруллабай Мискинов килә. 1847 йылдың 9 мартында улар Санкт-Петербургҡа килә. Илселәр Һырдаръя тамағы янындағы Рәсәй төҙөгән Раим нығытмаһын ҡаҙыу тураһында мәсьәләне күтәрә, быны Николай I кире ҡаға. 1847-1848 йылдар Хиуа отрядтарының батша хәрби частары менән ваҡ бәрелештәрҙә үтә. Уңышҡа өлгәшмәгәс, Мөхәммәт Әмин-хан мәсьәләне тыныс хәл итеүгә күсә. 1850 йылда Санкт-Петербургта Хиуа илсеһе Хужа Мехрем Аллабердыев килә. Шулай булһа ла нығытма буйынса һөйләшеүҙәр бушҡа була[12]

1855 йылда Хиуа хакимы Мөхәммәт Әмин-хан Серахс янындағы алышта фәжиғәле үлеп ҡала. Уның вафатынан һуң власть Хәрәзмда Абдулла-ханға (1855) күсә, ул шулай уҡ күскенсе ҡәбиләләр менән һуғышта алты айҙан һуң һәләк була. Артабан тәхеткә Кутлуг Морат-хан ултыра. Уның ғүмеренә ҡул һуҙыу һөҙөмтәһендә үлтерелә.

1856 йылда уның үлеменән һуң власҡа Хиуа ханлығында Мөхәммәт Рәхим-хандың улы Сәит Мөхәммәт-хан (18561864). килә. Ул дәүләттә тәртип урынлаштыра һәм күскенсе ҡәбиләләрҙең һөжүменә юл ҡуймай.

Сәит Мөхәммәт идаралығы осоронда Рәсәй, Ғосман империяһы, Иран, Афғанстан менән дипломатик мәнәсәбәттәр урынлаштырыла. 1863 йылда Сәит Мөхәммәт-хан билдәле сәйәхәтсе Арминий Вамбериҙы ҡабул итә.

1864 йылда атаһы — Сәит Мөхәммәт-хан вафат булғандан һуң власҡа Мөхәммәт Рәхим-хан II килә.

Ул белемле хаким була, йәш сағында Хиуала Ғәрәп Мөхәммәт-хан мәҙрәсәһендә уҡый. Уҡытыусыларының береһе күренекле үзбәк шағиры, тарихсы Агахи була.

Мөхәммәт Рәхим-хан II Хәрәзмдең һуңғы бойондороҡһоҙ ханы була. 1873 йылда ҡаршылыҡ күрһәтеүенә ҡарамаҫтан, ханлыҡ Рәсәй протектораты аҫтына эләгә. 1896 йылдан генерал-лейтенант, 1904 йылдан кавалериянан генерал. Император Николай II 1902 йылда ханға «Ғали йәнәптәре» титулын бүләк итә.

1873 йылға тиклем — Хиуа ханлығы составында, һуңынан — Һырдаръя өлкәһенең Амударъя бүлегендә

1918 йылда совет власы урынлаштырылғандан һуң — Хәрәзм халыҡ совет республикаһы һәм Төркөстан АССР-ы составында.

«Ҡарағалпаҡ АССР-ына 50 йыл» маркаһы. СССР почтаһы 1975 йыл.

1924 йылда Турткүл ҡалаһында үҙәге менән Ҡара-ҡалпаҡ автономиялы өлкә төҙөлә, ул Төркөстан АССР-ының Амударъя һәм Хәрәзм Социалистик Совет Республикаһының Ходжәйле һәм Кунград райондарын биләй.

1925 йылдың 12-19 февралендә дехкан, батрак, ҡыҙылармеец депутаттарының Ойоштороу съезы үтә, унда 16 февралдә Ҡырғыҙ АССР-ы (1920-1925)(һуңынан Ҡаҙаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә) составында рәсми Ҡарағалпаҡ автономиялы өлкә раҫлана.

1930 йылдың 20 июлендә Ҡара-ҡалпаҡ автономиялы өлкә Ҡаҙаҡ АССР-ы составынан сығарыла һәм туранан-тура РСФСР ҡарамағына күсерелә.

Күскенсе-ҡарағалпаҡтар. 1932 йыл.

1932 йылдың 20 мартында автономиялы өлкә РСФСР составындағы Ҡара-ҡалпаҡ АССР-ына үҙгәртелә, ә баш ҡалаһы Нөкөс була.

1936 йылдың 5 декабрендә Ҡарағалпаҡ АССР-ы Үзбәк ССР-ы составына индерелә. 1964 йылда Ҡарағалпаҡ АССР-ы тип үҙгәртелә.

1990 йылдың 14 декабрендә (һуңыраҡ Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан, әммә Ҡырғыҙстандан алда) Ҡарағалпаҡ АССР-ының Юғары советында дәүләт суверенитеты тураһында Декларацияҡа ҡул ҡуйыла, ул дәүләттең тулы бойондороҡһоҙлоғон күҙ уңында тота.

1992 йылдың 9 ғинуарында Ҡарағалпаҡ Республикаһы тип үҙгәртелә. 1993 йылда Ҡарағалпаҡстан Республикаһының 20 йыл срок менән Үзбәкстан составына инеүе тураһында дәүләт-ара килешеүгә ҡул ҡуйыла. Килешеүҙә автономиялы республиканың Үзбәкстандан сығыу хоҡуғы референдум үткәреү юлы менән нығытыла[13].

1980 йылдарҙа Ҡарағалпаҡ АССР-ының төньяҡ-көнбайышында (Жаслыҡ ҡасабаһы тирә-яғында) химик ҡоралды һынап ҡарау һәм унан һаҡланыу саралары өсөн хәрби полигон эш итә. Полигон 1990 йылдар башында ябыла.

1942 йылдан 1992 йылдарға тиклем Арал диңгеҙендә Яңырыу утрауында (Ҡарағалпаҡстандың Муйнаҡ районына ингән территория өлөшөндә) шартлы «Бархан» исеме аҫтында хәрби биохимик полигон эш итә. Уның рәсми исеме — 52-се ялан ғилми-тикшеренеү лабораторияһы (ПНИЛ-52).

Файл:Nukus, Parliament building .JPG
Жокаргы Кенес. Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Парламенты

Ҡарағапаҡстан Республикаһы Үзбәкстандың төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан, 166 600 км² майҙанды биләй (Үзбәкстандың 28 % территорияһы) һәм территорияһы буйынса Үзбәкстанда иң ҙур төбәк булып тора.

Ҡарағалпаҡстан Туран уйһыулығында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайыштан уға Ҡараҡом сүллеге, төньяҡ-көнбайышта Өстөрт яйлаһы, ә төньяҡ-көнсығышта Ҡыҙылҡом сүллеге йәнәш тора.

Ҡарағалпаҡстан территорияһы элекке Арал диңгеҙенең көньяҡ өлөшөн үҙ эсенә индерә, уның ҡороған төбөндә хәҙер яңы тоҙло тупраҡлы Аралҡом сүллеге һәм Амударъя йылғаһының ҡороусы түбәнлектәре барлыҡҡа килгән.

Сүллект үҙенсәлекле формаһы — бархан ҡомдары. Ҡарағалпаҡстан Арал диңгеҙенең ҡороуы менән бәйле экологик хәүефле зона булып тора.

Ҡарағалпаҡстанда сүллектәр 13,67 млн га артыҡ ер биләй (80 % территориянан артыҡ). Арал яны оҙаҡ ваҡыт яйлап һәм мезозой-кайнозой диңгеҙҙәре яуым-төшөмдәренең аккумуляцияһы урыны була. Был киң ҡатламлы һәм аллювиаль тигеҙлектәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Уларҙың төҙөлөшөндә аҡбур, өсөнсөл һәм дүртенсел ҡатламдар ҡатнаша.

Аҡбур ҡом һәм балсыҡ рәүешендә диңгеҙ һәм континенталь барлыҡҡа килеүҙәрҙән Тоҡмаҡат һәм Куланда ярымутрауҙарында яһала; Аҡтумсыҡ, Билтау, Кускәнәтау, Солтануиздағ морондары һәм башҡалар палезой һәм мезозой ҡатламдарынан һәм кристаллик тоҡомдарҙан яһала. Значительно моложе в геологическом отношении северо-западные части пустыни (плато Устюрт — позднетретичного возраста).

Көньяҡта республика Төркмәнстандың Дашоғуҙ һәм Балҡан виләйәттәре менән, көнбайышта Ҡаҙағстандың Ҡараҡиә, Манғыстау һәм Бейнеү райондары менән, төньяҡта Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе Байғанин районы, төньяҡ- көнсығышта Ҡаҙағстандың Ҡыҙыл Урҙа өлкәһе Ҡазалы һәм Ҡармаҡшы райондары менән, көньяҡ-көнсығышта Хәрәзм һәм Бохара өлкәләре, көнсығышта Нуғай өлкәһе менән сиктәш.

Административ-территориаль бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы үҙенең административ-территориаль ҡоролошон үҙаллы хәл итә[14]. Ҡарағалпаҡстандың административ үҙәге булып Нөкөс ҡалаһы тора.

1931 йылда Ҡарағалпаҡ автономиялы өлкә 11 районға бүленә:

  • Ҡара-Үҙәк, үҙәге — Ҡара-Үҙәк ҡышлағы;
  • Кәгәләй, үҙәге — Нөкөс ҡышлағы (Кәгәйле ҡышлағы);
  • Ҡыпсаҡ, үҙәге — Ҡыпсаҡ ҡышлағы;
  • Кунград, үҙәге — Кунград ҡасабаһы;
  • Муйнаҡ, үҙәге — Муйнаҡ ауылы;
  • Тамдын, үҙәге — Тамды-Бүләк ауылы;
  • Тахтаҡупыр, үҙәге — Тахтаҡупыр ҡышлағы;
  • Төрткүл, үҙәге — Төрткүл ҡалаһы (Шурахан ауылы);
  • Ходжәйле, үҙәге — Ходжәйле ҡасабаһы;
  • Чимбай, үҙәге — Чимбай ҡалаһы;
  • Шабаз, үҙәге — Шәйех-Абаз ҡышлағы.

1936 йылда Куйбышев районы ойошторола[15]. 1943 йылда Тамдын районы Бохара өлкәһе составына тапшырыла.

1950 йылда Шуманай районы, ә 1952 йылда — Кенес районы төҙөлә. 1957 йылда райондарҙы эреләтеү башлана. Беренсе булып Кенес һәм Ҡыпсаҡ райондары бөтөрөлә. Шул уҡ йылда Амударъя районы барлыҡҡа килә, ә Шаббаз районы Бируний районы тип үҙгәртелә. 1959 йылда Ҡара-Үҙәк һәм Куйбышев райондары бөтөрөлә.

1963 йылда Бируний, Кунград, Муйнаҡ, Тахта-Ҡупыр һәм Шуманай райондары бөтөрөлә.

Бер үк ваҡытта Муйнаҡ сәнәғәт районы ойошторола, әммә киләһе йылда ул «ғәҙәти» район итеп үҙгәртелә.

1964 йылда яйлап райондар һаны арта башлай. 1964 йылда Бируний һәм Кунград райондары, 1965 йылда — Тахтаҡупыр, 1967 йылда — Шуманай, 1968 йылда — Нөкөс, 1970 йылда — Ленинабад (хәҙер Ҡанлыкүл), 1975 йылда — Ҡараүҙәк, в 1977 — Эллекҡалын, ә 1979 йылда Боҙатау района барлыҡҡа килә.

Боҙатау районы 1988 йылда бөтөрөлә, ләкин 1990 йылда ул тергеҙелә[16]. В 2004 году район повторно упразднён[17]. 2019 йылда ҡабаттан тергеҙелә. 2017 йылдың 9 авгусында Ходжәйле районын бүлеү юлы менән Тахиаташ районы ойошторола. [18][19].

Хәҙерге административ бүленеш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡарағалпаҡстандың административ бүленеше

16 районға бүленгән Ҡарағалпаҡстан Республикаһында 12 ҡала һәм 25 ҡала ҡасабалары бар. Һәр районда дәүләт власын хакимдар башҡара. Хәҙерге административ бүленеше[20]:

Район Үзбәк
атамаһы
Ҡарағалпаҡ
атамаһы
Административ
үҙәк
Майҙаны,
мең км2
Халҡы
2014 йылдың 1 ғинуарына ҡарата,
мең чел.
Халҡы
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата,
мең чел.[21]
Халыҡ тығыҙлығы (чел)

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата,

(1 кв. км-ға.)

1 г. Нөкөс Nukus Nókis 0,22 295,2 315,1 1432,2
2 Амударъя районы Amudaryo Ámiwdárya Мангит 1,02 179,1 195,2 191,4
3 Беруний районы Beruniy Beruniy Беруний 3,95 170,3 187,6 47,5
4 Боҙатау районы Boʻzatov Boʻzataw Боҙатау 2,04 21,6 21,0
5 Ҡанлыкүл районы Qanlikoʻl Qanlıkól Ҡанлыкүл 0,74 46,9 50,3 68,0
6 Ҡараүҙәк районы Qoraoʻzak Qaraóek Ҡараүҙәк 5,89 49,6 52,4 8,9
7 Кәгәйле районы Kegeyli Kegeyli Кегейли 0,92 77,2 83,5
8 Кунград районы Qoʻng’irot Qońırat Кунград 76,0 120,1 128,3 1,7
9 Муйнаҡ районы Moʻynoq Moynaq Муйнак 37,88 29,4 31,3 0,8
10 Нөкөс районы Nukus Nókis Акмангит 0,94 44,4 49,1 52,2
11 Тахиаташ районы Taxiatosh Taqıyatas Тахиаташ 0,18 72,8 404,4
12 Тахтаҡупыр районы Taxtakoʻpir Taxtakópir Тахтаҡупыр 21,12 38,7 39,9 1,9
13 Төрткүл районы Toʻrtkoʻl Tórtkúl Төрткүл 7,48 192,6 210,3 28,1
14 Ходжәйле районы Xoʻjayli Xójeli Ходжәйле 0,55 121,2 220,4
15 Чимбай районы Chimboy Shımbay Чимбай 1,44 108,3 111,3 36,3
16 Шуманай районы Shumanoy Shomanay Шуманай 0,78 53,1 55,6 71,3
17 Эллекҡалын Ellikqalʼa Ellikqala Бустан 5,42 140,5 156,0 28,8

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы, Үзбәкстандың төп дәүләт символдарынан тыш, үҙенең дәүләт символикаһына эйә: флагы, гербы һәм гимны бар.

Республиканың шулай уҡ үҙенең конституцияһы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһының Министрҙар советы йөҙөндә хөкүмәте һәм республика парламенты бар.

Республиканың етәксеһе булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Кенесының Жокарғы рәйесе, әлеге ваҡытта ул Ерниязов Муса Тажетдин улы.

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Хөкүмәте етәксеһе булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Министрҙар своеты рәйесе тора. Дәүләт валютаһы үзбәк сумы.

Үзбәкстан Республикаһы конституцияһының XVII бүлеге 74 статьяһына ярашлы, Ҡарағалпаҡстан Республикаһы Үзбәкстан Республикаһы составында Ҡарағалпаҡстан халҡының дөйөм референдумы нигеҙендә ҡалыу йәки сығыу хоҡуғына эйә[22].

Үзбәкстан Республикаһы Олий Мәжлесе Сенатының рәйесе урынбаҫары булып Ҡарағалпаҡстан Республикаһы вөкиле тора (5-се өлөш, XVIII бүлек, Үзбәкстан Республикаһы Конституцияһының 86-сы статьяһы).

Министрҙар кабинеты составына вазифаһы буйынса Ҡарағалпаҡстан Республикаһының хөкүмәт башлығы инә (5-се өлөш, глава XIX, Үзбәкстан Республикаһы Конституцияһының 98-се статьяһы).

Ҡарағалпаҡстан Республикаһы ауыл хужалығының төп тармаҡтары булып игенселек хужалығы (бойҙай һәм дөгө), мамыҡсылыҡ, малсылыҡ һәм ебәкселек, сәнәғәт һәм төҙөлөш тора.

2016 йылдан Өстөрт газ-химия комплексы эшләй башлай, ул нефть һәм газ өлкәһендә донъяла иң ҙур проекттарҙың береһе булып тора. Халыҡ-ара Project Finance International баҫмаһы 2012 йылда нефть һәм химия һәм газ-химия секторында был проект буйынса проект-финанс килешеүен иң яҡшы тип таный. Проект шулай уҡ Trade Finance Magazine һәм Global Trade Review баҫмаларының «2012 йылдың иң яҡшы килешеүе» халыҡ-ара премияһына лайыҡ була. 2014 йылдың 13 мартында тағы бер халыҡ-ара Infrastructure Journal баҫмаһы комплекс төҙөлөшө проектына «2014 йылда нефть һәм газ өлкәһендә глобаль килешеү» премияһын тапшыра.

2019 йыл өсөн яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Ҡарағалпаҡстан Республикаһының тулайым төбәк продукты 6,8 % арта һәм 18 735,7 млрд. сум тәшкил итә. Тулайым төбәк продуктының артыуы төбәктә иҡтисадтың төп тармаҡтарының, ауыл хужалығы һәм балыҡсылыҡ хужалығы (106,7 %) (ТТП структураһында өлөшө – 27,3 %), сәнәғәт – 105,0 % (31,0 %), төҙөлөш – 123,8 % (8,4 %), хеҙмәтләндереү өлкәһе – 104,9 % (33,3 %) кеүек тармаҡтарҙың үҫеше менән бәйле. Шуның менән бергә ТТП йән башына 9 944,1 тыс. сум тәшкил итә һәм 5,2 % арта.[23]

Урта Азияның милли-дәүләт сикләү картаһы

Республиканың халҡы, 2018 йылға ҡарата, 1 842 000 кеше тәшкил итә — был Үзбәкстандың 35-миллионлы халҡының 5,6 % от тәшкил итә. 2017 йыл башына ҡарата, Ҡарағалпаҡстан халҡы 1 817 500 кеше тәшкил итә.

2016 йылдың ғинуар-декабрь айҙары осоронда тыуым күрһәткесе 39 427, үлем 8396 тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта баш ҡалала 307 400 кеше йәшәй[24]. 2013 йылға ҡарата рәсми мәғлүмәттәр буйынса, дөйөм халыҡ һаны — 1 711 800 кеше[25][26].

2011 йылға ҡала халҡы — 60,6 %, шуның менән бергә төбәккә үзбәк ауылдарының күпләп ҡала торағына әүерелеүе ҡағылмай (2008 йылда ҡала халҡы Ҡарағалпаҡстан халҡының 51,5 % тәшкил итә)[27].

Халыҡтың яртыһынан күберәге ҡалала һәм ҡала тибындағы ҡасабаларҙа йәшәй, ҡалған өлөшө — ауыл ерҙәрендә.

Украиналағы Үзбәкстан Республикаһы илселеге сайтында[28] Ҡарағалпаҡстанда башлыса үзбәктәр с (40,2 %) һәм ҡарағалпаҡтар (28,9 %)» йәшәй, тип хәбәр ителә, был 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәрен сағылдыра.

Bradley Mayhew (2007 йыл) мәғлүмәттәре буйынса[29], халыҡтың дөйөм һаны 1 200 000 кеше тәшкил итә, уларҙан ҡарағалпаҡтар 389 000 тирәһе, үзбәктәр — 520 000 тирәһе, ә урыҫтар — яҡынса 300 000 кеше тәшкил итә, был (түңәрәкләгәндә) 1989 йылғы халыҡ иҫәбенә тап килә (үзбәктәр — 520 000, ҡарағалпаҡтар — 389 000, урыҫтар — 319 000).

Бойондороҡһоҙ Үзбәкстанда халыҡ иҫәбен алыу бер ҡасан да үткәрелмәй, халыҡтың ағымдағы иҫәбе ЗАГС органдары тарафынан эшләнә. Этник состав тураһында мәғлүмәттәр рәсми статистик органдар тарафынан ил өсөн баҫтырылып сығарыла[30]. Үзбәкстан Республикаһының Министрҙар кабинеты ҡарамағындағы сит илдәр менән милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре буйынса кабинеттың рәсми сайтында Ҡарағалпаҡстанда милли аҙсылыҡтарҙың һаны тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр баҫтырылып сығарыла (2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата)[31]:

  • урыҫтар — 292 395 кеше
  • кореялылар — 6 526 кеше
  • немецтар — 10 470 кеше
  • төркмәндәр — 96 264 кеше
  • украиндар — 1 104 кеше

1926—1989 йылдарҙа Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Ҡарағалпаҡстан халҡының этник составы һәм һаны динамикаһы.

Милләт 1926[32](чел.) % 1939[33](кеше) % 1959[34](кеше) % 1970[35](кеше) % 1979[36](кеше) % 1989[37](кеше) %
Бөтәһе 404 539 100,00 % 569 702 100,00 % 630 101 100,00 % 762 264 100,00 % 905 500 100,00 % 1 212 207 100,00 %
үзбәктәр 205 306 27,62 % 246 054 30,71 % 286 783 32,78 % 372 597 35,27 % 450 400 38,52 % 520 826 40,12 %
ҡарағалпаҡтар 116 125 23,13 % 158 615 24,77 % 155 999 26,58 % 217 505 27,97 % 281 809 27,12 % 389 146 28,09 %
урыҫтар 25 782 8,17 % 29 677 10,61 % 33 844 16,24 % 86 038 19,49 % 163 926 23,94 % 318 739 26,29 %
төркмәндәр 9686 3,18 % 23 259 4,95 % 29 225 5,73 % 37 547 5,35 % 48 655 5,37 % 60 244 4,97 %
немецтар 4924 1,62 % 24 969 5,32 % 22 966 4,50 % 25 165 3,58 % 21 287 2,35 % 19 846 1,64 %
кореялылар 7347 1,56 % 9956 1,95 % 8958 1,28 % 8081 0,89 % 9174 0,76 %
татарҙар 884 0,29 % 4162 0,89 % 6177 1,21 % 7619 1,08 % 7617 0,84 % 7767 0,64 %
украиндар 621 0,20 % 3130 0,67 % 2201 0,43 % 2316 0,33 % 2005 0,22 % 2271 0,19 %
башҡорттар 29 0,01 % 381 0,08 % 571 0,11 % 854 0,12 % 920 0,10 % 1090 0,09 %
ҡырғыҙҙар 277 0,09 % 181 0,04 % 177 0,03 % 400 0,06 % 1955 0,22 % 867 0,07 %
молдавандар 10 0,00 % 16 0,00 % 57 0,01 % 343 0,04 % 632 0,05 %
белорустар 30 0,01 % 214 0,05 % 328 0,06 % 517 0,07 % 852 0,09 % 567 0,05 %
башҡалар 2072 0,68 % 1697 0,36 % 1874 0,37 % 2691 0,38 % 2650 0,29 % 4038 0,33 %

Ҡарағалпаҡстандың юғары уҡыу йорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡарағалпаҡ дәүләт университеты
  • Нөкөс дәүләт педагогия институты,
  • Ташкент медицина институты филиалы,
  • Ташкент информация технологиялары университетының Нөкөс филиалы[38],
  • Ташкент дәүләт аграр университеты филиалы,
  • Сәнғәттәр һәм мәҙәниәт дәүләт институты филиалы
  1. Антропологические типы древнего населения на территории СССР. М., 1988
  2. Рапопорт Ю. А. Краткий очерк истории Хорезма в древности // Приаралье в древности и средневековье. М., 1998,с.28
  3. Монеты Хорезма. Дата обращения: 7 май 2020. Архивировано 16 декабрь 2019 года.
  4. Монеты Хорезма. Дата обращения: 7 май 2020. Архивировано 18 декабрь 2019 года.
  5. Гончаров Е.Ю., Настич В.Н. Новые нумизматические памятники IX в. из Восточного Приаралья (новооткрытый чедәүләттеңкан государства Сырдарьинских огузов) // Международная научная конференция «РАСМИР: Восточная нумизматика – 2011». Сб. науч. трудов. ― Киев, 2013. С. 26–30.
  6. Uzbek khanate (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 10 июнь 2019.
  7. История Хорезма. Ташкент, 1976, с. 82.
  8. Yu.Bregel, Inak in Encyclopedia of Islam, Second Edition. Volume XII, Edited by: P. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs. Brill: 1982, p.419
  9. Гулямов Я. Г., История орошения Хорезма с древнейших времён до наших дней. Ташкент. 1957, с.212
  10. Гулямов Я. Г., История орошения Хорезма с древнейших времен до наших дней. Ташкент. 1957, с.213
  11. Туркестанские ведомости. № 35, 1879 год
  12. Гуломов Х. Г., Дипломатические отношения государств Средней Азии с Россией в XVIII — первой половине XIX века. Ташкент, 2005, с.254-256
  13. Независимый Каракалпакстан: мечта или политическая программа? Deutsche Welle (21 май 2015). Дата обращения: 2 март 2019. Архивировано из оригинала 18 август 2018 года.
  14. Конституция Республики Узбекистан (статья 73)
  15. О новой сети районов Кара-Калпакской АССР. Дата обращения: 17 февраль 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
  16. Указ Президиума Верховного Совета Узбекской ССР «О восстановлении некоторых районов в составе Узбекской ССР» // Правда Востока : газета. — 1990. — В. 22216. — № 50. — С. 1.
  17. Всемирный исторический проект. Дата обращения: 12 ноябрь 2010. Архивировано из оригинала 3 декабрь 2010 года.
  18. Қорақалпоғистонда Тахиатош тумани тузилди (үзб.). kruz.uz (14 август 2017). Дата обращения: 23 июнь 2018. Архивировано 23 июнь 2018 года.
  19. В Каракалпакстане образован новый Тахиаташский район. Новости Узбекистана (14 август 2017). Дата обращения: 23 июнь 2018. Архивировано из оригинала 23 июнь 2018 года. 2018 йыл 23 июнь архивланған.
  20. Qala ha’m rayonlar. sovminrk.gov.uz. Дата обращения: 2 март 2019. Архивировано 17 февраль 2019 года. 2019 йыл 17 февраль архивланған.
  21. Сведения о численности населения Республики Каракалпакстан (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка)
  22. Конституция Руспублики Узбекистан (статья 74)
  23. Валовой региональный продукт (январь-декабрь 2019 года). Дата обращения: 22 февраль 2020. Архивировано 22 февраль 2020 года. 2020 йыл 22 февраль архивланған.
  24. Қарақалпақстанда халық саны қанша? Qaraqalpaqstan Xabar Agentligi. Дата обращения: 2 март 2019. Архивировано 13 декабрь 2018 года.
  25. Государственный комитет Республики Узбекистан по статистике. Дата обращения: 18 ноябрь 2011. Архивировано из оригинала 15 июль 2012 года. 2012 йыл 15 июль архивланған.
  26. Государственный комитет Республики Узбекистан по статистике. Дата обращения: 20 февраль 2014. Архивировано из оригинала 21 октябрь 2013 года.
  27. Курбанов Ш. Б. Развитие городских поселений и урбанизации административных районов Узбекистана // Социально-экономическая география. Вестник Ассоциации Российских географов-обществоведов. — 2014. — № 3. — С. 104
  28. Узбекистан → Административные районы. Посольство Республики Узбекистан на Украине. Дата обращения: 15 апрель 2016.
  29. Bradley Mayhew. Central Asia. — Lonely planet. — 2007. — С. 258. — ISBN 1741046149. — ISBN 9781741046144. Архивная копия от 16 июнь 2018 на Wayback Machine
  30. ДЕМОГРАФИЧЕСКАЯ СИТУАЦИЯ В РЕСПУБЛИКЕ УЗБЕКИСТАН. Дата обращения: 11 апрель 2019. Архивировано из оригинала 11 апрель 2019 года. 2019 йыл 11 апрель архивланған.
  31. официальный сайт Комитета по межнациональным отношениям и дружественным связям с зарубежными странами при Кабинете министров Республики Узбекистан. Дата обращения: 31 март 2020. Архивировано из оригинала 2 декабрь 2019 года.
  32. 1926 йылда Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу. РСФСР төбәктәре буйынса халыҡтың милли составы (Ҡарағалпаҡ автономиялы өлкә) 2014 йыл 29 декабрь архивланған. Демоскоп
  33. 1939 йылда Бөтә союз халыҡ иҫәбен алыу. Союздаш республикалар өлкәләренең ҡала һәм ауыл халҡын милләт һәм енесе буйынса бүлеү 2016 йыл 5 июнь архивланған. Демоскоп
  34. Всесоюзная перепись населения 1959 года. Городское и сельское население областей республик СССР (кроме РСФСР) по полу и национальности 2016 йыл 5 июнь архивланған. Демоскоп
  35. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Городское и сельское население областей республик СССР (кроме РСФСР) по полу и национальности 2016 йыл 5 июнь архивланған. Демоскоп
  36. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Городское и сельское население областей республик СССР (кроме РСФСР) по полу и национальности 2016 йыл 5 июнь архивланған. Демоскоп
  37. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Распределение городского и сельского населения областей республик СССР по полу и национальности 2016 йыл 25 апрель архивланған. Демоскоп
  38. Сайт Нукусского филиала Ташкентского университета информационных технологий. Дата обращения: 5 декабрь 2013. Архивировано 10 сентябрь 2013 года.