Эстәлеккә күсергә

«Батыр торҡаһы» һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Батыр торҡаһы» һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Пермь крайы һәм Башҡултай
Автор Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы

«Батыр торҡаһы» һәйкәле — Пермь крайы Пермь районы Башҡултай ауылындағы батырҙар торҡаһы өлгөһөндә боронғо башҡорт ҡаһармандарына бағышланған һәйкәл. Һөйкәлдең авторы — халыҡ оҫтаһы, ябай слесарь Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы (рус. Мурзакаев Анас Сабирович).

Пермь крайы. Башҡултай ауылы. «Батыр торҡаһы» һәйкәленән күренеш
«Батыр торҡаһы» һәйкәленең көмбәҙе

Пермь крайы Пермь районы Башҡултай ауылында йәшәгән, яҡташтары араһында ғына түгел, Псков өлкәһендә лә туғандар ҡәберлеген тәртипкә килтереүе менән танылған, изге эштәре менән билдәле слесарь-сантехник Мырҙаҡаев Әнәс Сабир улы тыуған ауылының 400 йыллығына уникаль бүләк әҙерләй — «Батыр торҡаһы» һәйкәле эшләй.

Дүрт йыл алдан уҡ музейҙа күргән батыр торҡаһына оҡшатып эшләр өсөн проект, материал әҙерләй, тутыҡмаҫ ҡоростан дүңгәләктәр ҡырҡа. Махсус белеме булмаһа ла, тәжрибәле тимер оҫтаһы юғары инженерлыҡ әҫәре тыуҙыра. Ваҡыты менән дә, аҡсаһы менән дә, тимер йәбештергәндәге зарарлы эш булыуы менән дә иҫәпләшеп тормай, яңғыҙы шул бөйөк эште атҡарып сыға.

Һәйкәл ауылдың тимер быуат археологик ҡомартҡыһы Алтынтауҙа урынлаштырылған. Рәүеше менән төп нөсхәнең теүәл өлгәһенә ярашлы башҡарылған торҡа өс аҫҡормаға урылаштырылған. Ул өс өлөштән — ике ҡолаҡты һәм маңлай менән танауҙы һаҡлаусы бүлкәттән тора. Маңлай өлөшөнә ғәрәпсә доға яҙылған.

Аҫҡормаларҙың һәр береһенең түбәнге өлөшөндә тимер-бетон плиталарҙа ауылдың 400 йыллыҡ датаһына арналған мәғлүмәттәр һәм билдәле кешеләренең : Мырҙаҡаев Хәниф Ғарифйән улы, Сәйҙәшева Зәүәрә Ғабдрахман ҡыҙы, Шакирйәнов Миңнулла, шулай уҡ сығышы менән Татарстандан Мәүлетов Хөсәйен Баһауетдин улының исем-фамилиялары яҙылған.

Һәр таяу 1,8 м тәрәнлектә урынлаштырылған нигеҙгә ҡуйылған. Һәйкәлдең уртаһына киләсәк быуындарға хат — мөрәжәғәт һалынған капсула күмелгән. Капсула 2042 йылда, 50 йыл үткәс, асылырға тейеш[1].

Ҡоролманың техник тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бейеклеге — 5,30 м, шпиле менән — 6,80 м.
  • Диаметры — 5,20 м.
  • Дүңгәләктәр һаны 12000-дән ашыу[2].
  1. Уникальный памятник-шлем в селе Баш-Култаево Пермского края(недоступная ссылка)
  2. Сайдашев Ф. К. (Пермский район). Материалы 12-й научно-практической конференции (май 2011г.), посвященной 175-летию Пермской краевой библиотеки им. А. М. Горького