«Юлдаш» татар-башҡорт ассоциацияһы, Швейцария

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Юлдаш» татар-башҡорт ассоциацияһы, Швейцария
Нигеҙләү датаһы 2015
Дәүләт  Швейцария
Административ-территориаль берәмек Женева

«Юлдаш» татар-башҡорт ассоциацияһыШвейцарияның Женева ҡалаһында милли мәҙәниәтте һәм йолаларҙы һаҡлау маҡсатында 2015 йылда ойошторолған мәҙәни ойошма. Маҡсаты: ассоциация Швейцария татарҙарын һәм башҡорттарын берләштереү, мәҙәни саралар уҙғарыу, ассоциация ағзаларын һәм башҡа башҡорт-татар кешеләрен мәҙәни саралары һәм башланғыстар тураһында хәбәр итеү өсөн булдырылған. Ойошманың етәксеһе — Щеголова Регина Николаевна.

Берекмә вәкилдәре милли йолаларҙы һаҡлай һәм хөрмәт итә. Ойошма даими йыйыла, сәй эсеү, татар-башҡорт кулинария буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Һигеҙ йыл рәттән Һабантуй байрамын үткәрәләр, сараға 400-гә яҡын ҡунаҡ йыйыла. Женева властары башланғысты хуплай, байрам үткәреү өсөн сәхнә менән асыҡ майҙансыҡ урыны тәҡдим итә.[1][2]

«Йыл һайын Европа һәм донъя кимәлендәге ҡатнашыусыларҙы, урта һәм бәләкәй бизнес вәкилдәрен, потенциаль инвесторҙарҙы һәм туристарҙы йәлеп итәбеҙ. Күләмле халыҡ-ара проекттар өсөн бөтә донъя буйынса әүҙем башҡорттарҙы BashkirGlobe ойошмаһына берләштерәү өсөн эшләйбеҙ. Киләһе йылдарҙа BashkirGlobe Беренсе Европа башҡорттары Йыйынын ойоштороу планлаштырыла. Донъяның төрлө илдәрендә йәшәгән ватандаштарыбыҙ ҡатнашырға сыҡырабыҙ» — тип белдерҙе Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән, хәҙер Женевала йәшәүсе Айһылыу Янтурина-Дарлес.[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]