Эстәлеккә күсергә

Бородин Александр Порфирьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Александр Порфирьевич Бородин битенән йүнәлтелде)
Бородин Александр Порфирьевич
рус. Александр Порфирьевич Бородин
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 31 октябрь (12 ноябрь) 1833[1][3][4][…]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][2][6][…]
Вафат булған көнө 15 (27) февраль 1887[7][1][8][…] (53 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][2][6][…]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Тихвин зыяраты (Санкт-Петербург)
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Александра Лукинична Гедианова[d]
Хәләл ефете Ekaterina Protopopova[d][9][10][11]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө композитор классической музыки, химик, пианист, флейтист, виолончелист, табип, оперный композитор, композитор
Эшмәкәрлек төрө музыка[12], сочинение музыки[d][12], химия[12], медицина[12] һәм музыкальная композиция[d][12]
Эш урыны Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Медицина-хирургия академияһы[d][7]
Гейдельбергский университет[d]
Аспиранттар Дианин, Александр Павлович[d], Попова Вера Евстафьевна һәм Флоринский, Василий Маркович[d]
Кемдә уҡыған Николай Николаевич Зинин[d][13]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1887
Музыка ҡоралы фортепиано[11], Флейта[11] һәм виолончель[d][11]
Әҫәрҙәр исемлеге Список произведений Александра Бородина[d]
Ойошма ағзаһы Бөйөк бишәү[d]
Жанр Опера, Симфония, классик музыка, романс[d] һәм камера музыкаһы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][14]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Alexander Borodin
 Бородин Александр Порфирьевич Викимилектә

Бородин Александр Порфирьевич (12 ноябрь 1833 йыл — 27 февраль 1887 йыл) — Рәсәй империяһы композиторы, ғалим-химик, медицина докторы, йәмәғәт эшмәкәре. «Бөйөк бишәү» төркөмө ағзаһы. Рус эпик симфонизмына нигеҙ һалыусы.

Бородин Александр Порфирьевич 14 йәшендә. 1848 йылда Деньер тарафынан яҙылған портреттан

Александар Сергеевич 1883 йылдың 12 ноябрендә Петербургта Грузияның көнбайыш төбәге Имеретияның 62 йәшлек грузин кенәзе Гедианов (Гедеванишвили) Лука Степанович (1772—1840) менән 25 йәшлек Антонова Авдотья Константиновнаның (1808—1876) никахтан тыш тыуған улы. Ул кенәздең крепостной ялсыһы Бородин Порфирий Ионович һәм уның ҡатыны Татьяна Григорьевнаның улы булып теркәлә. 8 йәшенә тиклем малай үҙенең атаһының крепостнойы булып иҫәпләнә, ләкин 1840 йылда, үлер алдынан, Гедианов улына иреклек документы юллай һәм уның өсөн дә, хәрби врач Клейнекыға кейәүгә сыҡҡан Авдотья Константиновна өсөн дә дүрт ҡатлы өй һатып алып бирә. ХІХ быуаттың беренсе яртыһында, әле никахтан тыш бәйләнештәрҙе асып һалырға ярамағанлыҡтан, ата-әсәләренең исемдәре сер итеп һаҡланған, шуға ла никахһыҙ тыуған малайҙы Авдотья Константиновнаның туғаны итеп таныштыралар.

Сығышы арҡаһында гимназияға уҡырға инә алмағанлыҡтан, гимназия курсының бөтә уҡыу предметтарын өйҙә өйрәнә, немец һәм француз телдәрен үҙләштерә һәм бик яҡшы белем ала.

Бала сағында уҡ музыкаға һәләте асыла, 9 йәшендә тәүге әҫәрен — «Helen» полькаһын яҙа. Музыка ҡоралдарында (башлыса әсә ихтыяры буйынса) — тәүҙә флейтала, фортепианола, ә 13 йәшендә — виолончелдә[15] уйнарға өйрәнә. Был ваҡытта уҡ тәүге етди музыкаль әҫәрен — флейта менән фортепиано өсөн концертын[16] ижад итә.

10 йәшендә химия менән ҡыҙыҡһына башлай, был мауығыуы йылдар үтеү менән тормошоноң иң ҙуршөғөлөнә әүерелә.

Әммә фән менән шөғөлләнеү һәм юғары белем алыуына йәш кешенең шул уҡ «законһыҙ» сығышы ҡамасаулай, ошо йәмәғәт статусын үҙгәртеү өсөн легаль мөмкинлек булмағанлыҡтан, әсәһе һәм уның ире улдарын Новоторгтың өсөнсө гильдиялы сауҙәгәрлегенә яҙҙырыр өсөн Тверь ҡаҙна палатаһы чиновниктары ведомствоһы менән файҙаланырға мәжбүр була. Ул гимназияны тамамлау һәм белемен юғары уҡыу йортонда дауам итеү хоҡуғын ала.

1850 йылдың йәйендә Бородин Беренсе Санкт-Петербург гимназияһында имтихандарҙы тик яҡшы билдәләренә генә тапшырып, өлгөргәнлек аттестаты ала, ә шул уҡ йылдың сентябрендә ун ете йәшлек «сауҙагәрҙәр» Бородин Александр Петербургтағы Медицина-хирургия академияһына тыңлаусыһы булып уҡырға инеп, уны 1856 йылдың декабрендә тамамлай. Медицинаны өйрәнеү менән бер рәттән, Бородин Н. Зинин етәкселегендә химия менән шөғөлләнеүен дауам итә.

Химия һәм медицина

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
рус химия йәмғиәтенә нигеҙ һалыусылар. 1868 йыл

1857 йылдың мартында йәш табип Икенсе хәрби-ҡоро ер госпиталенең ординаторы итеп тәғәйенләнә һәм шунда дауаланған офицер М. П. Мусоргский менән таныша

1858 йылда Бородин медицина докторы дәрәжәһен ала, шул уҡ ваҡытта химик тикшеренеүҙәр үткәреп, «Фосфор һәм мышьяк кислоталарының токсикологик һәм химик мөнәсәбәттәрҙәге оҡшашлығы» темаһына диссертация яҡлай.

Шул уҡ йылда Хәрби-медицина ғалимдар советы Бородинды 1841 йылда сауҙагәр В. А. Кокоревтың һыу менән дауаланыу дауаханаһындағы минераль һыу составын өйрәнеү өсөн Солигаличҡа йүнәлтә. 1859 йылда «Мәскәү ведомостары» гәзитендә баҫылып сыҡҡан эше тураһындағы отчеты ысын мәғәнәһендә бальнеология буйынса ғилми хеҙмәт була, ул авторға киң танылыу алып килә.

Сит илгә командировка (1859—1862)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылдың октябренән Бородин Александр Порфирьевич химия өлкәһендәге белемен сит илдә — башта Германияла (Гейдельберг университеты) [17] камиллаштыра. 1860 йылдың сентябрендә Бородин Зинин һәм Менделеев (беренсеһе уның уҡытыусыһы булһа, икенсеһе — дуҫы) менән бер рәттән Карлсруэ халыҡ-ара химия конгресында ҡатнаша. Бында «атом» һәм «молекула» («туҙан», «корпускула»), тигән аңлатмаларға аныҡ төшөнсә бирелә, был инде матдәнең төҙөлөшө буйынса атом-молекуляр теорияһының тулы тантанаһын аңлата, шулай уҡ француз химигы Жерар һәм уның уҡыусылары хеҙмәте тарафынан ҡуйылған «яңы» атом ауырлығы таныла. 1860 йылдың көҙөндә Бородин һәм Менделеев туристик маҡсатта Генуя һәм Римға килә, шунан һуң Менделеев Гейдельбергҡа ҡайтып, китә, ә Бородин ҡыш үткәреү өсөн Парижға юллана. Парижда Бородин ғилми эш менән етди шөғөлләнә, китапханаларға йөрөй, билдәле ғалимдарҙың лекцияларын тыңлай.

1861 йылдың яҙында Бородин Гейдельбергҡа ҡайта. Бында 1861 йылдың майында ул Германияға дауаланыу өсөн килгән хроник бронхо-үпкә ауырыуынан яфаланған Екатерина Сергеевна Протопопова менән таныша. Екатерина Сергеевна бик шәп пианистка һәм иҫ киткес музыкаль абсолют ишетеү һәләтенә эйә була. Уның хәтирәләре буйынса, Бородин «ул ваҡытта Шуманды бөтөнләй тиерлек белмәй, ә Шопенды саҡ ҡына күберәк белә». Яңы музыкаль тәьҫораттар менән осрашыу Бородиндың композицияға ҡарата бер ни тиклем һүнә башлаған ҡыҙыҡһыныуын уята, ә инде бер аҙҙан Екатерина Сергеевнаға өйләнә. Сентябрҙә Елена Сергеевнаның һаулығы һиҙелерлек ҡаҡшай, һәм Гейдельберг профессоры уға климатты ашығыс рәүештә алмаштырырға — көньяҡҡа, Италияға, Пизаға барырға тәҡдим итә. Бородин уны оҙата бара. Пиза университетының химия профессорҙары Де Лука (итал.) һәм Тассинарь (ит.) менән осрашҡандан һуң, Бородин университет лабораторияһында эшләү мөмкинлеге ала һәм «фтор берләшмәләре буйынса етди эшкә керешә». 1862 йылдың йәйендә генә ул Гейдельбергҡа ҡайта.

Рәсәйҙә Бородинға ваҡытлыса кәләше менән айырылышып торорға тура килә, кәләше әсәһе янында Мәскәүҙә ҡала, үҙе Петербургҡа бара, унда сит илгә командировкаһы тураһында отчетын тәҡдим итә һәм тиҙҙән Медицина-хирургия академияһының адъюнкт-профессор вазифаһын ала. Яңы вазифа йәш ғалимдың матди хәлен яҡшыртмай: эш хаҡы йылына 700 һум ғына тәшкил итә, ә госпиталдә ординатор булып иҫәпләнгәндә, йылына 900 һум алған була. Бынан тыш, Бородин Тәбиғи-тарих факультетының яңы йортондағы биҙәкләү эштәре тамамланып бөтмәгәнлектән, вәғәҙә ителгән ҡаҙна фатирын оҙаҡ ала алмай. Матди һәм көнкүреш хәленең яйға һалынмағанлығы туйҙы кисектереп торорға мәжбүр итә, тантана тик 1863 йылдың апрелендә генә үтә. Матди проблемалар ғаиләне ғүмер буйына йөҙәтә, шуға ла Бородинға күп эшләргә тура килә — ул Урман академияһында ла уҡыта, тәржемә менән дә шөғөлләнә.

1864 йылдан Бородин — ябай профессор, 1874 йылдан — химия лабораторияның етәксеһе, ә 1877 йылдан — Медицина-хирургия академияһы академигы. 1883 йылдан алып — рус табиптары йәмғиәтенең почетлы ағзаһы. Бородин А. П. — күренекле химик Н. Зининдың уҡыусыһы һәм яҡын хеҙмәттәше, уның менән бергә 1868 йылда рус химия йәмғиәтен ойоштороусы ағзаһы ла.

Ул химия буйынса 40-тан ашыу эш авторы. Ул кислоталарҙың көмөш тоҙҙарына бромдың тәҫьире аша бромды алмаштырған углеводородтарҙы алыу ысулдарын асыҡлай. Был реакция Бородин—Хунсдикер реакцияһы булараҡ билдәле, донъяла беренсе булып (1862 йылда) фтороорганик берләшмә —фторлы бензоил ала, ацетальдегид буйынса тикшеренеүҙәр үткәрә, альдоль конденсатының альдголь һәм химик реакцияһын һүрәтләй.

А. П. Бородин. Илья Репин портретынан(1888)

Медицина-хирургия академияһында уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ Бородин романстар, фортепиано өсөн пьесалар, камера-инструменталь ансамбльдар яҙа башлай. Ғилми етәксеһе Зинин ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, сөнки музыка менән шөғөлләнеү ғилми эштәргә етди ҡамасаулай тип иҫәпләй. Шул сәбәпле сит илдә стажировка ваҡытында музыкаль ижадынан баш тартырға теләмәгән Бородин шөғөлөн коллегаларынан йәшерергә мәжбүр була.

1862 йылда Рәсәйгә ҡайтҡас Бородин А. П. композитор Балакирев Милий менән таныша һәм уны түңәрәгенә инә (һуңғы традициялар буйынса «Бөйөк бишәү» исеме аҫтында). Балакирев М. А., Стасов В. В. һәм был ижади төркөмдөң бүтән ҡатнашыусылары йоғонтоһо аҫтында Глинканың юлынан барыусы һәм музыкалағы рус милли мәктәбенең яҡлаусыһы булараҡ Бородиндың ҡарашында музыкаль-эстетик юнәлеш билдәләнә. А. П. Бородин Белявский түңәрәгенең әүҙем ағзаһы була.

Бородиндың музыкаль ижадында тәрән лиризм менән үҙендә эпик киңлекте һәм батырлыҡты берләштергән рус халҡының бөйөклөгөнә арналған, патриотлыҡ, азатлыҡ темалары асыҡ яңғырай.

Сәнғәткә булған хеҙмәтен бер үк ваҡытта фәнни эшмәкәрлек, уҡытыу эштәре менән бергә алып барғанлыҡтан, Бородиндың ижади мираҫының күләме сағыштырмаса ҙур түгел, әммә ул рус музыкаһы классикаһы ҡаҙнаһына ҡиммәтле өлөш индерҙе.

Музыкала милли героик эпостың өлгөһө булараҡ иң мөһим әҫәре булып Бородиндың хаҡлы рәүештә «Кенәз Игорь» операһы һанала. Автор төп әҫәре өҫтөндә 18 йыл буйына эшләй, әммә тамамлай алмай: инде ул үлгәндән һуң Бородиндың материалдары буйынса композиторҙар Н. А. Римский-Корсаков менән А. К. Глазунов. оркестровкаһын эшләп, операны яҙып бөтөп ҡуялар. 1890 йылда Санкт -Петербургтағы Мариинский театрында ҡуйылған опера, Глинканың "Руслан һәм Людмила "операһындағы эпик традицияларына ярашлы, үҙенең монументаль образдар бөтөнлөгө менән, халыҡ хор күренештәренең ҡеүәте һәм киңлеге, милли колориттың сағыулығы менән ҙур уңыш яулай һәм хәҙерге көндәргә тиклем опера сәнғәтенең шедевры булып ҡала.

Бородин А. П. шулай уҡ Рәсәйҙә симфоник, квартет классик жанрҙарының нигеҙ һалыусыларының береһе тип һанала.

1867 йылда яҙылған Бородиндың Беренсе симфонияһы Римский-Корсаков, П. И. Чайковскийҙарҙың беренсе симфоник әҫәрҙәре менән бер үк ваҡытта донъя күреүе рус симфонизмының героик-эпик юнәлешенә нигеҙ һала. Симфония 1869 йылда тәүге тапҡыр Балакирев М. А. етәскселегендә яңғырай, уның партитураларын 1882 йылда В. В. Бессель нәшер итә. рус һәм бөтә донъя эпик симфонизмының иң юғары баҫҡысы булып композиторҙың 1876 йылда яҙылған Икенсе («Батырҙар») симфонияһы була. Беренсе тапҡыр 1877 йылда Направник Э. Ф. етәкселегендә башҡарыла. Партитура 1887 йылда, Бородин үлгәндән һуң, А. Римский-Корсаков һәм А. К. Глазунов мөхәрририәтендә донъя күрә. Улар музыкаға байтаҡ үҙгәрештәр индерә.[18]. Ике симфонияһы ла Бородин тере саҡта уҡ сит илдә танылыу алған, Беренсе симфонияһы ул ваҡытта күпкә популярыраҡ булған.

Иң яҡшы камера — инструменталь әҫәрҙәре иҫәбенә 1879 һәм 1881 йылдарҙа музыка белгестәренә күрһәтелгән Беренсе һәм Икенсе квартеттары инә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Бородин Өсөнсө квартеты өҫтөндә эшләй.

XX быуатта Бородиндың ҡыллы квинтетының икенсе өлөшөндәге музыкаһы популяр булған «Тылсымлы сәхрә күрәм» йырын ижад итеү өсөн (Савинов Ф. П. шиғырына) ҡулланыла.

Бородин — инструменталь музыка оҫтаһы ғына түгел, ул шулай уҡ камера- вокаль лирикаһын нескә аңлаған сәнғәт әһеле. Камера- вокаль лирикаһының сағыу өлгөһө булып Александр Сергеевич Пушкиндың һүҙҙәренә яҙылған «Алыҫтағы ватан ярҙары өсөн» элегияһы тора. Композитор беренсе булып романсҡа рус батырҙар эпосының образдарын, ә улар менән бер рәттән — 1860 йылдың азатлыҡ идеяларын индерә (мәҫәлән, «Йоҡлаусы княжна», «Ҡара урман йыры»), ул шулай уҡ юмористик һәм сатирик («Тәккәберлек» һ. б.) йырҙар авторы булып тора.

Бородиндың үҙенсәлекле ижады рус халыҡ йырының ғына түгел, көнсығыш халыҡтары музыкаһының төҙөлөшөнә лә тәрән үтеп инә алыуы менән айырылып тора («Кенәз Игорь» операһында, «Урта Азияла» симфоник картинаһында һәм башҡа симфоник әҫәрҙәрендә), был рус һәм сит ил композиторҙарына ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Уның музыкаһының традицияларын совет композиторҙары (С. С. Прокофьев, Ю. А. Шапорин, Г. В. Свиридов, А. И. Хачатурян һ. б.) дауам итте.

Бородиндың йәмғиәт алдындағы ҡаҙанышы булып Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙың юғары белем алыу мөмкинлеген булдырыуҙа һәм үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы һанала: ул Табип ҡатын-ҡыҙҙар курстарының ойоштороусылары һәм педагогтарының береһе була, 1872 йылдан алып 1885 йылда бөтөрөлгәнгә тиклем шунда уҡыта.

Бородин байтаҡ ваҡытын студенттар менән эшләүгә бүлә, үҙе абруй менән файҙаланғанлыҡтан император Александр II үлтерелгәндән һуң уларҙы властарҙың сәйәси эҙәрлекләүҙәренән яҡлай.

Рус мәҙәниәтенең халыҡ -ара танылыуы өсөн Бородиндың музыкаль әҫәрҙәренең әһәмиәте ғәйәт ҙур, шул арҡала ул ғүмеренең күп өлөшөн фәнгә арнаһа ла фәнни эшмәкәр тип түгел, ә композитор булараҡ бөтә донъяла танылыу ала.

  • 1850—1856 — килем йорто, Санкт-Петербург, Бочарный урамы, 49;
  • 1880 — 19 июндән 22 сентябренә тиклем Соколово усадьбаһында йәшәй (хәҙер Иваново өлкәһе Волга аръяғы районы), (57°30′06″ с. ш. 42°03′32″ в. д. HGЯO)

Екатерина Сергеевна астма менән яфалана һәм һаулыҡ өсөн насар булған Санкт- Петербург климатын ауыр кисерә, шуға ла көҙ ғәҙәттә Мәскәүгә китә, унда туғандары янында оҙаҡ ҡына йәшәй ҙә тик ҡыш, ҡоро һыуыҡ һауа торошо урынлашһа ғына ире эргәһенә ҡайта. Әммә был да астма өйәнәгенән ҡотолдормай, ул ваҡытта ире уның өсөн табип та, бағыусы ла була. Ауырыуы ҡаты булыуға ҡарамаҫтан, Екатерина Сергеевна тәмәкене күп тарта; шул уҡ ваҡытта йоҡоһоҙлоҡтан яфалана һәм таң атыуға ҡарай ғына йоҡлап китә. Александр Порфирьевич, ҡатынынын ихлас яратҡанлыҡтан, бөтә был нәмәләр менән күнергә мәжбүр була.

Данлыҡлы композиторҙың бүләсәһе Зинаида Тимофеевна Бородина дрессировщик Юрий Владимирович Дуровта тормошта була, уларҙың ҡыҙҙары — Дурова Наталья Юрьевна (13.04.1934-27.11.2007)

Бородин ғүмеренең һуңғы йылы дауамында йөрәк тапҡырындағы ауыртыуҙарға зарлана. Ҡапыл үлеүенең сәбәбе М. В. Доброславинаның хәтирәләрендә ентекле һүрәтләнә. Бородин 1887 йылдың 15 (27) февралендә кис үҙенең «академик» ҡаҙна фатирында, Масленицаға ҡарата үҙе ойошторған карнавал кисәһенең иң күңелле сағының ҡыҙған мәлендә вафат була. Доброславина менән һөйләшеү ваҡытында Бородин ҡапыл аңын юғалтып ҡолай. «Бөтәһе лә уға ташлана, һәм шунда уҡ, иҙәндә,ҡалҡытмайынса, иҫенә килтерергә маташалар. Яйлап, академияла йәшәгән врачтар һәм профессорҙар йыйыла. Ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн бер сәғәт тиерлек тырышалар. Бөтә саралар ҙа һынап ҡарала, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй»[19].

Бородиндың үлеменең сәбәбе йөрәге ярылыуҙан тип ҡуйыла.

Тихвин зыяратының Александро-Невская лавраһында ерләнә (Санкт-Петербург).

Тихвин зыяратының Александро-Невская лавраһында (Санкт-Петербург) Бородин А.П ҡәбере

Күренекле ғалим һәм композитор иҫтәлегенә аталған урындар:

  • Бородин А. П. исемендәге Дәүләт квартеты
  • Рәсәй тораҡ пункттарында һәм башҡа күп кенә дәүләттәрҙә Бородин исемендәге урамдар
  • Рәсәй Фәндәр академияһы ғалимдарының үҙәк йортонда Бородин А. П. исемендәге симфоник оркестр , Мәскәү
  • Кострома өлкәһенең Солигалич ҡалаһында Бородин А. П. исемендәге дауахана
  • Менделеев Д. И. исемендәге Рәсәй химико-технологик университетының А. П. Бородин исемендәге тамаша залы
  • Санкт-Петербургта Бородин А. П. исемендәге балалар музыка мәктәбе.
  • Мәскәүҙә 89-сы һанлы Бородин А. П. исемендәге балалар музыка мәктәбе
  • Смоленскиҙа 17-се һанлы Бородин А. П. исемендәге балалар музыка мәктәбе
  • Новгород өлкәһенең Дзержинск ҡалаһындағы 2-се һанлы Бородин А. П. исемендәге балалар музыка мәктәбе
  • Бородин А. П. исемендәге Владимир өлкәһе музыкаль колледжы
  • Аэрофлот авиакомпанияһының A319 Airbus самолеты (номеры VP-BDM)
  • Владимир өлкәһенең Давыдово ауылында Бородин Александр Порфирьевич музейы
  • 1918 йылда «Иван Сусанин» тип аталған Волга иҙел пароходы «Композитор Бородин» тип алмаштырыла; 1942 йылдың 24 авгусында немецтәр тарафынан батырылып, 400 тирәһе кеше һәләк була..

Бородиндың эшмәкәрлеге тураһында цитаталар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Бородин әфәнде, романстар менән әҙерәк шөғөлләнегеҙ, мин һеҙгә бөтә өмөттәремде бағлайым» — Н. Н. Зинин

«Инде музыка менән шөғөлләнегеҙ» — Н. А. Римский-Корсаков

  • Богатыри (1868)
  • Млада (башҡа композиторҙар менән берлектә, 1872)
  • Князь Игорь (1869—1887)
  • Царская невеста (1867—1868, һыҙмалар, юғалған)[20]

Оркестр өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Симфония № 1 Es-dur (1866)
  • Симфония № 2 h-moll «Богатырская» (1875)
  • Симфония № 3 a-moll (1887, Глазунов тамамлай һәм оркестровкалай)
  • Симфоническая картина «В средней Азии» (1880)

Камера-инструменталь ансамблдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Струнное трио на тему «Чем я тебя огорчила» (g-moll, 1854-55)
  • Струнное трио (Большое, G-dur, 1862 йылға тиклем)
  • Фортепианное трио (D-dur, 1862)
  • Струнный квинтет (f-moll, 1862)
  • Струнный секстет (d-moll, 1860-61)
  • Фортепианный квинтет (c-moll, 1862)
  • 2 струнных квартета (A-dur, 1879; D-dur, 1881)
  • Серенада в испанском роде из квартета В -la-f (коллектив әҫәр, 1886)

Фортепиано өсөн әҫәрҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Патетическое адажио (As-dur, 1849)
  • Маленькая сюита (1885)
  • Скерцо (As-dur, 1885)
  • Полька. Мазурка. Похоронный марш и Реквием из Парафраз на неизменяемую тему (Бородин, Римский-Корсаков А. Н. , Кюи Ц. А., Лядова А. К. коллектив әҫәрҙәре, 1878)
  • Скерцо (E-dur, 1861)
  • Тарантелла (D-dur, 1862)

Фортепиано һәм тауыш өсөн әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Разлюбила красна девица (1850 йыл)
  • Слушайте, подруженьки, песенку мою (1850 йыл)
  • Что ты рано, зоренька (1850 йыл)
  • Красавица-рыбачка (Г. Гейне һүҙҙәре, 1854-55)(тауыш, виолончель һәм фортепиано өсөн) )
  • Отравой полны мои песни (Г. Гейне һүҙҙәре, Мей Л. А. тәржемәһе, 1871)
  • Из слез моих (слова Г. Гейне, Л. А. Мей тәржемәһе, 1871)
  • У людей-то в дому (Н. А. Некрасов һүҙҙәре, 1881)
  • Для берегов отчизны дальней (А. С. Пушкина һүҙҙәре, 1881)
  • Спесь (А. К. Толстой һүҙҙәре, 1884-85)
  • Чудный сад (Septain G., 1885)

Бородин һүҙҙәренә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Морская царевна (1868)
  • Спящая княжна (1867)
  • Фальшивая соната Романс (1868)
  • Песня темного леса (1868)
  • Море. Баллада (1870)
  • Арабская мелодия (1881)
  • Мужской вокальный квартет без сопровождения
  • Серенада четырех кавалеров одной даме (Бородин һүҙҙәре, 1868-72)
  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #118661914 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Archivio Storico Ricordi — 1808.
  4. Архив изобразительного искусства — 2003.
  5. 5,0 5,1 Borodin, Alexander Porfyrievich (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 4. — P. 266.
  6. 6,0 6,1 Бородин Александр Порфирьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1970. — Т. 3 : Бари — Браслет. — С. 577—578.
  7. 7,0 7,1 Грушке Н. Бородин, Александр Порфирьевич (урыҫ) // Русский биографический словарьСПб.: 1908. — Т. 3. — С. 266—272.
  8. Э. Бородин (урыҫ) // Музыкальный словарь: Перевод с 5-го немецкого издания / под ред. Ю. Д. Энгель, пер. Б. П. ЮргенсонМ.: Музыкальное издательство П. И. Юргенсона, 1901. — Т. 1. — С. 145—146.
  9. http://www.rsc.org/diversity/175-faces/all-faces/alexander-borodin/
  10. https://www.classicfm.com/composers/borodin/guides/discovering-great-composers-alexander-borodin/
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 https://www.francemusique.fr/personne/alexandre-borodine
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 Чешская национальная авторитетная база данных
  13. В. Як. Зинин, Николай Николаевич (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1894. — Т. XIIа. — С. 593—594.
  14. https://data.performing-arts.ch/a/091a128e-1726-4ed6-b9c4-8671dd35e878 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  15. Грушке Н. Бородин, Александр Порфирьевич // Русский биографический словарь : в 25 томах. — СПб.М., 1896—1918.
  16. Гольдштейн М. Ю., Соловьёв Н. Ф. Бородин, Александр Порфирьевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  17. Зорина, 1987, p. 35
  18. Булычева А. В. Тайные игры: хождение по кругам // Искусство музыки: теория и история (журнал Государственного института искусствознания), 2014 № 10-11. С. 1-35.
  19. Доброславина М. В. Воспоминания // А. П. Бородин в воспоминаниях современников / Сост. А. Зорина. — М.: Музыка, 1985. — С. 182—186.
  20. [1]
  • В Стасов. Бородин Александр Порфириевич. — СПб., 1887.
  • Александр Порфирьевич Бородин. Его жизнь, переписка и музыкальные статьи. (с предисловием и биографическим очерком В. В. Стасова— СПб., 1889.
  • Бородин А. П. в воспоминаниях современников / Сост. А. Зорина. — М.: Музыка, 1985. — 288 с.
  • А. П. Бородин: к столетию со дня рождения / Ю. А. Кремлев; [отв. ред. А. В. Оссовский]. — Л.: Ленинградская филармония, 1934. — 87, [1] с., портр.
  • Гольдштейн М. Ю., Соловьев Н. Ф., Бородин Александар Порфирьевич//Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: в 86 т. (82 т. и 4 доп.) — СПБ., 1890—1907
  • Дианин С. А. Бородин: Жизнеописание, материалы и документы — 2-е изд. — М., 1960.
  • Добровенский Р Алхимик, или Жизнь композитора Александра Бородина. — Диптих / Р.: Лиесма, 1984. — 489 с.
  • Зорина А. Г. Александр Порфирьевич Бородин (1833—1887). — М., Музыка, 1987. — 192 с., вкл. (Русские и советские композиторы).
  • М. Ильин, Е. Сегал Бородин Александр Порфирьевич. — М.: Молодая гвардия, 1953 (Жизнь замечательных людей).
    • 2. изд.: М.: Молодая гвардия, 1957.
    • 3-изд.: М.: Правда, 1989.
  • Письма А. П. Бородина. Полное собрание, критически сверенное с подлинными текстами. С предисловием и примечаниями С. А. Дианина — Вып. 1-4. — М.-Л., 1927—1950:
    • Вып. 1 (1857—1871). М.: Гос. издательство, музыкальный сектор, 1927—1928. 420 с.
    • Вып. 2 (1872—1877). М.: Музгиз, 1936. 316 с.
    • Вып. 3 (1878—1882). М.-Л.: Музгиз, 1949.
    • Вып. 4 (1883—1887). М.-Л.: Музгиз, 1950. 480 с.
  • Сохор А. Н. Александр Порфирьевич Бородин: Жизнь, деятельность, муз. творчество. — М.-Л.: Музыка, 1965. — 826 с.
  • Н. Фигуровский. А., Ю. И. Соловьев Александр Порфирьевич Бородин — М.-Л..: Изд-во АН СССР, 1950. — 212 с.
  • Хубов Г. А. П. Бородин. — М., 1933.
  • Энциклопедический словарь юного химика / Сост. В. А. Крицман, В. В Станцо. — М.: Педагогика, 1982. — 306 с.
  • E. Kuhn (Hrsg.): Alexander Borodin. Sein Leben, seine Musik, seine Schriften. — Berlin: Ernst Verlag Kuhn, 1992. ISBN 3-928864-03-3
  • G. Vijvers Willem Alexander Borodin; Composer, Scientist, Educator (Александр Бородин; композитор, ученый, преподаватель), Amsterdam: Center Book The American, 2013). ISBN 978-90-812269-0-5.