Артур (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Артур — башҡорт ир-ат исеме. Төрки һәм славян телдәрендә йыш осрай.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артур исеме Европаның иң боронғо халҡына — кельттарға ҡарай. Тәржемә иткәндә ул «кеше-айыу» йәки «таш» тип яңғырай. Шулай уҡ artus һүҙҙәренән «көс, ҡеүәт» тип тәржемә ителгән латин варианты ла ышаныслы иҫәпләнә. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, Арктур йондоҙҙарының грек исемлегенән барлыҡҡа килгән һәм «айыу ғазабы» тигәнде аңлата, тип иҫәпләй. Артурҙың легендар короллеге арҡаһында популярлыҡ яулай. https://my-calend.ru/names/artur
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл — 14 май 2019 йыл) — дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Ҡорбанғәлиев Артур Ришат улы (14 декабрь 1980 йыл — 9 сентябрь 1999 йыл) — Рәсәй Федерацияһы Һауа-десант ғәскәрҙәренең хәрби хеҙмәткәре, гвардия парашют-десант полкының взвод командиры урынбаҫары, гвардия сержанты. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1999, үлгәндән һуң).
Дәүләтбәков Артур Хәсән улы(25 ғинуар 1971 йыл) — журналист, матбуғат һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2006 йылдан «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире. 2010—2020 йылдарҙа Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2016).
Айвазян Артур Суренович (әрм. Արթուր Այվազյան; 14 ғинуар 1973 йыл, Ереван, Әрмән ССР-ы) — спортсы, бәләкәй калибрлы һәм пневматик спорт винтовкаһынан атыу буйынса сығыш яһай. Атҡаҙанған спорт мастеры.
Әхмәтхужин Артур Камил улы(21 май 1988 йыл) — рапирала фехтовальщик, донъя һәм Европа чемпионаттары приздарын яулаусы. Команда ярыштарында Олимпия чемпионы (2016). Фехтование буйынса Рәсәй спорт мастеры (2005), халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2013), атҡаҙанған спорт мастеры (2016).
Сурин Артур Шәйхетдин улы(6 июнь 1958 йыл — 1 апрель 2012 йыл) — мәғариф һәм дәүләт эшмәкәре. 2005—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министры урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1992) һәм атҡаҙанған уҡытыусыһы (1997), Рәсәй Федерацияһының урта профессиональ белем биреү алдынғыһы 2003), Константин Ушинский һәм Михаил Шолохов исемендәге миҙалдар эйәһе.
Нәзиуллин Артур Искәндәр улы (5 июнь 1988 йыл) — Рәсәй музыканты, кларнетсы. 2019 йылдың июненән — Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.
Артур Конан Дойл (ингл. Sir Arthur Ignatius Conan Doyle; 22 май 1859 йыл — 7 июль 1930 йыл, Кроуборо, Суссекс) — инглиз яҙыусыһы (белеме буйынса табип), бихисап мажаралы, тарихи, публицистик, фантастик һәм юмористик әҫәрҙәр авторы. Детектив, фәнни-фантастик һәм тарихи-мажаралы әҙәбиәттең классик персонаждарын: гениаль шымсы Шерлок Холмсты, сәйер профессор Челленджерҙы, ғәййәр кавалерия офицеры Жерарҙы уйлап сығарыусы. 1910 йылдың икенсе яртыһынан алып ғүмере аҙағынаса спиритуализм идеяларын яҡлаусы һәм таратыусы.
Артур Мейчен (ингл. Arthur Machen, төп исеме ингл. Arthur Llewellyn Jones; 3 март 1863 йыл — 15 декабрь 1947 йыл) — Англия (Уэльс) яҙыусыһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Порт-Артур (йыр)[1] — башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |