Эстәлеккә күсергә

Богдановка (Әлшәй районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Богдановка
Дәүләт  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Административ үҙәк Әбдрәшит ауыл советы
Административ-территориаль берәмек Әлшәй районы
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Ҡулланыу статусы пустошь[d] һәм заброшено[d]
Карта

БогдановкаБашҡорт АССР-ының Әлшәй районы Әбдрәшит ауыл Советы составындағы 1986 йылда бөтөрөлгән ауыл.

1952 йылда Әбдрәшит ауыл Советы составына ингән, урындағы ике юл сатында урынлашҡан ауыл була [1].

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1986 йылдың 12 декабрендәге «Ҡайһы бер тораҡ пункттарҙы иҫәп мәғлүмәттәренән сығарыу тураһында» Н 6-2/396 номерлы указы менән иҫәп мәғлүмәттәренән төшөрөлә[2].

Халыҡ һаны: 1969 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 166 кеше; 1981 йылдың 1 сентябренә ҡарата 28 кеше иҫәпләнә.

Милли составы

1969, 1972 йылдарҙа украиндар күпселек тәшкил иткән. 1981 йылда урыҫ милләте кешеләре күпселек була.

Богдановка ҡасабаһы урман-дала зонаһында урынлашҡан. Климаты уртаса континенталь. Һауа торошо тотороҡло. Бөтә йыл дауамында ҡояшлы көндәр күберәк. Уртаса йыллыҡ һауа температураһы +3,3С° тәшкил итә. Иң һыуыҡ ай ғинуар, уртаса айлыҡ температура -14,2С°. Иң эҫе ай - июль, уртаса айлыҡ температура +20,0С°. Абсолют минималь һауа температураһы -45 С°, абсолютная максималь һауа температураһы +40 С°. Карбонатлы һәм һелтеһеҙләнгән ҡара тупраҡлы ер. Ландшафт даланыҡына тартым[3].

Алыҫлығы:

  • район үҙәгенә (Раевка) тиклем: 32 км (1952 й.), 28 км (1972, 1981 йылдарҙа)
  • ауыл Советы үҙәгенә (Әбдрәшит) тиклем: 7 км (1952 й.), 5 км (1972, 1981 йылдарҙа)
  • яҡындағы тимер юл станцияһына (Раевка) тиклем: 32 км(1952 й.), 28 км (1972, 1981 йылдарҙа)

Богдановкаға яҡын тораҡ пункттар: Әбдрәшит, Ҡырым, Линда, Әбделкәрим, Игенсе, Красная Звезда, Бәләкәй Әбдрәшит, Балҡан, Михайловка, Николаевка, Һартбаш ауылдары.

  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Башкирское книжное издательство, Уфа, 1953. C.13
  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 января 1969 года. — Изд. 5-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1969. С.21
  • Башкирская АССР. Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года/Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с. C.19
  • Башкирская АССР: административно-территориальное деление на 1 сентября 1981 года. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1981. С.27
  1. [1]
  2. Об исключении из учетных данных некоторых населенных пунктов. Дата обращения: 13 май 2019. Архивировано 30 сентябрь 2018 года. 2018 йыл 30 сентябрь архивланған.
  3. [2]