Имәнлек (Ғафури районы)
Ауыл | |
Имәнлек рус. Имянник | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Элекке исеме |
Имәннек |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453064 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Имәнлек (рус. Имянник) — Башҡортостандың Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 98 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828002.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Имәнлек (Имәннек) Сәйетбаба ауыл Советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышта 42 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан 61 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
Ауылға 1928 йылда Стәрлетамаҡ кантоны Уҫман ауыл кешеләре нигеҙ һала. Ауыл урынлашҡан урын Ғәйфулла Вәлиевтың «Имәнлек» очергында түбәндәгесә тасуирлана:
Йәйрәп яткан ошо һырттың иң ҡалҡыу ерендә, бер-береһенә терәк булыр хастан ҡосаҡлашҡан биш туған һымаҡ, һәр ҡайһыһы үҙенең ҡалын күкрәген ыҙғыр елдәргә ҡаршы ҡуйып, баштары күккә ашҡан биш имән-баһадир ултыра. Әлеге биш имәндән өҫтәрәк киңлеге ҡырҡ саҡрымдарға һуҙылған ҡалын урман башланып китә, ә һырттың түбән яҡ итәгенә тигеҙ рәт булып Имәнлек ауылы урынлашҡан[3]. |
Ауыл кешеләре тәүҙә «Үрнәк» ер эшкәртеү берекмәһе ойошмаһында, аҙаҡ «Ҡыҙыл партизан» колхозында эшләй. Игенселек, малсылыҡ, умартасылҡ, йәшелсә үҫтереү менән шөғөлләнгәндәр. Тәүге колхоз рәйестәре: Лоҡман Баймурзин, Хәмит Вәлиев. Ғәфүр Ғәйфуллиндың өйөндә башланғыс мәктәп асыла, тәүге уҡытыусы — Рәхим Ғүмәров. 1967 йылда мәктәп ябыла, балалар Йөҙимәнгә йөрөп уҡый башлай, ә мәктәп бинаһы медпункт итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышына ауылдан 45 ир-ат китә, шуларҙың 19 ғына кире әйләнеп ҡайта.
1951 йылда өс ауыл: Имәнлек, Йөҙимән, Уҫман ауылдары ҡушылып «Урожай» колхозы ойошторола. 1953 йылда сусҡа фермаһы төҙөлөп, эшләй башлай. Был ферма Имәнлектең данын республикала танытҡан эш урынына әйләнә. Сусҡа ҡараусы Сәлимгәрәй Суфиянов артым алыуҙа районда беренселектән ҡалмай, колхозсыларҙың IV Бөтә Союз съезы делегаты итеп һайлана. Тырыш хеҙмәттәре өсөн Мәхиән Дәүләтовҡа — Ленин ордены, сөгөлдөрсө Әхмәтгәрәй Әбделмәнов ВДНХ-ның көмөш миҙалы тапшырыла. Фәйзулла Мөхәмәтшин Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына, Хәтмулла Суфиянов III дәрәжә «Хеҙмәт даны» миҙалына лайыҡ була [3]. |
1953 йылда ҡасаба булараҡ теркәлгән, 2005 йылдан хәҙерге статусын ала. Халҡы: 1939 йылда — 190 кеше; 1959 йылда—226 кеше; 1989 йылда—155 кеше; 2002 йылда—125 кеше; 2010 йылда — 98 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 98 | 48 | 50 | 49,0 | 51,0 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район үҙәгенә тиклем (Красноусольский): 42 км
- Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Сәйетбаба): 10 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (БелоеОзеро): 61 км
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәйфулла Вәлиев (6.11.1930—1.08.1982), башҡорт журналисы, партия хеҙмәткәре һәм яҙыусы, драматург. 1953 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР Журналистар һәм 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союздары ағзаһы. БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1980).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 «Табын» гәзите / Тарих биттәренән: Имәнлек ауылы
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Имәнлек (Ғафури районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 31 май 2022)
- «Табын» гәзите / Тарих биттәренән: Имәнлек ауылы