Эстәлеккә күсергә

Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов битенән йүнәлтелде)
Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (63 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми дәрәжә юридик фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы[2] һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса күрһәткән хеҙмәте өсөн» миҙалы медаль «За содружество во имя спасения» Дуҫлыҡ ордены Почёт ордены
 Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы Викимилектә

Ялалов Ирек Ишмөхәмәт улы (27 ғинуар 1961 йыл) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 2012—2018 йылдарҙа Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016), Дуҫлыҡ ордены (2015) һәм Почёт ордендары (2022) кавалеры.

Ирек Ишмөхәмәт улы Ялалов 1961 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Өфө нефть институтын (инженер-төҙөүсе) һәм Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын (юрист) тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты[3].

1983—1986 йылдар -СУ-6 Эре панелле йорттар төҙөү тресы пррабы, мастеры;

1986—1989 йылдар — ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитеты секретары;

1989—1990 йылдар — КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь район комитетының идеология һәм социаль-иҡтисади анализ секторҙары инструкторы;

1990—1995 йылдар — «Восток» Халыҡ-ара тармаҡ-ара концерны, Востокстрой −2 МП директоры урынбаҫары, Востокстрой −7 МП директоры;

2011 йылдың декабре — 2012 йылдың ғинуары — Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы.

2012 йылдың 18 ғинуарынан — 2018 йылдың 27 сентябренә тиклем Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡала хакимиәте башлығы[4].

2018 йылдан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙан Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышы ағзаһы.


Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (2002).
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2016)[5].
  • Дуҫлыҡ ордены (2015).
  • Почёт ордены (2022)[6].