Эстәлеккә күсергә

Молдовала ислам

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Молдовала Ислам битенән йүнәлтелде)
Молдовала ислам
Дәүләт  Молдова
Добруджа кенәзлеге Осман империяһы осоронда. Бессарабия мосолмандары шунда мөһәжирлек ҡыла

Молдавияла Ислам  — хәҙерге ваҡытта илдең аҙ һанлы диндәренең береһе булып тора, сөнки 93,3 процент халҡы тотҡан дин — православие.


Тәүге тапҡыр Молдова кенәзлеге территорияһында XV быуатта күсмә төрки-мосолмандар күренә. Был, нигеҙҙә нуғайҙар, ҡырым татарҙары һәм төрөктәр була. Шуғаса православ дин тотҡан кенәзлек ярайһы уңышлы ғына Ғосман империяһына ҡаршы тора, әммә һуңынан бойондороҡлоғон танырға мәжбүр була, был бойондороҡлолоҡ 1812 йылға тиклем дауам итә.

Мосолмандар бигерәк тә Бессарабияның көньяғына әүҙем күсеп ултыра, бында уларҙың аморф үҙ дәүләте — Бүжәк Урҙаһы барлыҡҡа килә (Белгород йәки Аккерман булараҡ та билдәле). Мосолмандар көньяҡ Тигин, Измаил, Аккерман тигән ҡалаларҙа күпләп йәшәгән.

Бессарабия территорияһы Рәсәй империяһы составына индерелгән һуң, мосолмандарҙың күбеһе мөһәжирлекте өҫтөн күреп Дунай аръяғына, Добруджаға күсенә, сөнки ул 1878 йылға тиклем османдар ҡулы аҫтында була. Хәҙер был өлкә Румынияға инә, унда мосолмандарҙың ҙур йәмәғәте йәшәй һәм уларҙың һаны 70 мең самаһы тәшкил итә

Молдавияла 2004 йылда үткәрелгән йәниҫәп буйынса мосолмандар айырым төркөмгә бүлеп алынмай, һәм Ислам «башҡа диндәр» иҫәбенә индерелә (29 813 кеше). Молдавияла 3 меңдән 15 меңгә тиклем мосолман йәшәй. Уларҙың күпселеген татарҙар, шулай уҡ бүжәк татарҙары (йәки дунай татарҙары) тәшкил итә). Кишинёвта мосолмандарҙы берләштереүсе 3 үҙәк бар. 1995 йыл Ислам мәҙәниәте йәмғиәте ойошторола.

Молдованың көс структуралары һуңғы йылдарҙа мосолмандарҙың эшмәкәрлеге активлашыуына шикләнеп ҡарай[1]. 2005 йылда Тәлғәт Машаев етәкселек иткән Молдавия Диниә назаратын теркәүҙән баш тарталар, Европалағы именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошмаһы (ОБСЕ) мөрәжәғәте лә иғтибарға алынмай[2].

2011 йылдың 14 мартында Молдова республикаһы юстиция министрлығы тарафынан Молдова Республикаһы Ислам лигаһы (МРИЛ)теркәлгән [3], лига Молдова мосолман йәмәғәтен берләштереп, илдә һәм сит илдәрҙә мосолмандар мәнфәғәте исеменән эш алып барыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Молдова Республикаһы Ислам лигаһына илдәге ислам дине үҫеше процесына йүнәлеш биреү бурысы йөкмәтелгән. Ислам лигаһының тәүге рәйесе — Сергей Сокирка.

2008 йылдан АҠШ-тың Молдавиялағы илсеһе булып пакистан сығышлы мосолман Асиф Чодри эшләй[4].