Эстәлеккә күсергә

Мөкәлләф

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Мөкәлләф (ғәр. مکلف‎)Мукаллаф — ислам хоҡуғы — фиҡһ терминологияһында: шәриғәттең күрһәтмәләрен үтәргә бурыслы һәм шул уҡ ваҡытта мөжтәһид — фиҡһ һәм башҡа дини фәндәр өлкәһендәге эксперт булмаған балиғлыҡ йәшендәге мосолман (йәки мөслимә).

Шул рәүешле мөкәлләфтең мөҡәллид булыуы күҙ уңында тотола, йәғни теге йәки был мәҙһәбкә (сөннилектә) йәки мөжтәһидкә (шиғыйлыҡта) тәҡлид башҡарыуы күҙаллана[1].

Ислам күҙлегенән ҡарағанда, тәклиф — шәриғәтте уның бөтә аспекттарында ла эйәреү , йәғни мотлаҡ (важиб) башҡарыу һәм тыйылғандарҙан ((харам) баш тартыу[2].

«Мөкәләф» — ул «кәлләфә» («бурыс һалыу», «йөкмәтеү», «ҡушыу») ҡылымынан алынған пассив залогтың өлөшө. Шулай итеп, мөкәлләф — билдәле бер бурыстар йөкмәтелгән кеше[3].

Хәнәфи мәҙһәбенә ярашлы, өлгөрөү (балиғлыҡ) һижри календарь буйынса егеттәрҙә −18, ә ҡыҙҙарҙа 17 йәш. Әммә башҡа сөнни мәҙһәбтәр буйынса (мәлики, шәфиғи һәм хәнбәли мәҙһәбтәр) егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа 15 йәшендә бәлиғ була[4].

  1. Сейид Али Хусейни Хаменеи. Исламское право. Москва, «Исток», 2009, стр. 12-15.
  2. Ислам. Таклиф. Дата обращения: 5 май 2015. Архивировано из оригинала 12 март 2016 года. 2016 йыл 12 март архивланған.
  3. Х. К. Баранов. Арабско-русский словарь. Москва, издатель Валерий Костин, 2007, стр. 696.
  4. Там же.