Эстәлеккә күсергә

Мөхтәр (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөхтәр — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Мөхтәр — мосолман халҡында күп ҡулланылған «һайлап алынған» мәғәнәһендәге ир-ат исеме[1].

Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов (башҡ. Мөхтәр Мофаззал улы Сәғитов, 19331986) — башҡорт ғалим-фольклорсыһы, филология фәндәре кандидаты (1965).

Мөхтәр Абдрахман улы Сабитов (20 декабрь 1946 йыл) — журналист, яҙыусыһы, драматург, топонимист һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе. 2001—2006 йылдарҙа Салауат ҡалаһында башҡорт телендә сыҡҡан «Салауат» гәзите мөхәррире. 1992 йылдан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, 2002 йылдан — Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2006), СССР-ҙың мәҙәниәт отличнигы (1989), Х. Ғиләжев исемендәге премия лауреаты (1998).

Мөхтәр Исхаҡ улы Мутин (25 декабрь 1886 йыл — 3 июнь 1941 йыл) — актёр, режиссёр, театр эшмәкәре. Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1926). Татар һәм башҡорт халҡының беренсе трагик актёры. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мөхтәр Батыргәрәй улы Ҡарамышев (1895 — ?) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Маҡар ауылында (хәҙерге Башҡортостанҙың Ишембай районы) тыуған.

Мөхтәр Хөснөлхаҡ Әхтәмов (15 ғинуар 1929 йыл — 19 октябрь [2020 йыл]) — башҡорт тел белгесе, 1972—2013 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1989), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).

Мөхтәр Әхмәтғәзи улы Байымов (10 май 1905 йыл — 10 июль 1938 йыл) — уҡытыусы, филолог, тәржемәсе, партия органдары хеҙмәткәре. 1932 йылдан «Культура революцияһы» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының яуаплы мөхәррире. 1933 йылдан Башҡортостан партия нәшриәте етәксеһе, 1934—1936 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1936—1937 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең нәфис әҙәбиәт секторы мөдире. Сәйәси золом ҡорбаны.

Мөхтәр Хәйҙәр улы Баһауетдинов — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, полк батареяһы разведчигы, гвардия старшинаһы.

Мөхтәр Батталов (1922—?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡурайсы.

Мөхтәр Бәхтиғәни улы Назарғәлиев (10 апрель 1930 йыл — 27 май 1990 йыл) — совет нефтсеһе, Ләнтор нефть ятҡылығын асыусы һәм Ләнтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы.

Ғәйетбаев Мөхтәр Бәҙетдин улы (1917 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, өлкән сержант, 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһы яугиры, 148-се гвардия артиллерия-миномет полкы пулеметсыһы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), II дәрәжә Ватан һуғышы (1945) ордендары кавалеры.

Мохтар Әүәзов (ҡаҙ. Мұхтар Омарханұлы Әуезов 16 (28 сентябрь) 1897 йыл — 28 июнь 1961 йыл) — совет ҡаҙаҡ яҙыусыһы, драматург һәм ғалим. Ленин (1959) һәм Сталин премияһы (1949) лауреаты. Ҡаҙаҡ ССР-ы ФА академигы (1946), Ҡаҙағстан Яҙыусылар союзы рәйесе. Уның дүрт томлыҡ «Абай юлы» романы «бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы» на инә. Уның хикәйәһе буйынса фильм СССР-ҙан «Оскар» премияһына дәғүә итә.

Мөхтәров мәсете (йәки Сөнниҙәр мәсете) — Владикавказда Терек йылғаһының һул ярында урынлашкан сөнниҙәр мәсете. Ҡала символы булараҡ һәм дәүләт тарафынан һаҡланған архитектура ҡомартҡыһы булып һанала.

Мөхтәров һарайы — Әзербайжандың Баҡы ҡалаһында Истиглалият урамының үҙәк өлөшөндәге бина. Һарай 19111912 йылдарҙа нефть сәнәғәтсеһе, миллионер-меценат Мортуза Мөхтәров аҡсаһына Иосиф Плошко проекты буйынса төҙөлә.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ