Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы | |
татар. Роберт Искәндәр улы Нигъмәтуллин | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | |
Альма-матер |
Н. Э. Бауман ис. Мәскәү дәүләт техник университеты Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжәһе |
физика-математика фәндәре докторы, 1971 |
Ғилми исеме | |
Награда һәм премиялары |
Ленин комсомолы премияһы (1973) СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983) |
Сайт | |
Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы (17 июнь 1940 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1971), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (1991, математика, механика, информатика секцияһы), 2017 йылдан Рәсәй Фәндәр академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океонология институтының ғилми етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының элекке президенты, Рәсәй Федерацияһы 3-сө саҡырылыш Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы 1940 йылдың 17 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған, Тереғоловтар нәҫеленән. Татар[1].
Атаһы — Ниғмәтуллин Искәндәр Ниғмәтулла улы (Тереғолов) (1908—1980), совет ғалимы, физик, техник фәндәре докторы (1955), профессор (1955), йылылыҡ һәм атом электр станциялары буйынса хеҙмәттәр авторы. 1938—1964 йылдарҙа Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү юғары техник университетында эшләй, 1964—1980 йылдарҙа В. С. Черномырдин исемендәге Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник институтының йылылыҡ-энергетика ҡоролмалары кафедраһы мөдире була. Атаһы буйынса олатаһының өлкән ағаһы — Ғиниәтулла Тереғолов (1891—1984), совет табибы-терапевты, ғалим-курортолог, 1931 йылда Башҡорт медицина институтына нигеҙ һалыусы[2].
Әсәһе — Ғәзизова Ғәлиә Лотфулла ҡыҙы (1914—2005), табип. Әсәһе буйынса олатаһы, Лотфулла Абдулғәзизов башҡорт ауылы Сермәндә һәм Троицк ҡалаһында мәктәп директоры булып эшләгән, башҡорт һәм татар мәктәптәре өсөн урыҫ теле дәреслеген яҙған; Беренсе донъя һуғышы алдынан вафат булған[3].
Ағай-энеләре: Булат (1943) һәм Ниғмәтулин Рәйес Искәндәр улы (1946) — икеһе лә профессорҙар, техник фәндәре докторҙары.
Фәнни-педагогик хеҙмәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Н. Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын 1963 йылда һәм М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын 1965 йылда тамамлаған.
1965 йылдан 1986 йылға тиклем Мәскәү дәүләт университетының Механика институтында эшләй. 1970 йылдан башлап өлкән ғилми хеҙм‑р, 1974 йылдан — лаборатория мөдире.
Механика-математика факультетында уҡыта. Физика-математика фәндәре докторы (1971), профессор (1978).
1986 йылдан Рәсәй Фәндәр Академияһының Себер бүлексәһенең Себерҙе үҙләштереү проблемалары институтының директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төмән ғилми үҙәгендә эшләй, Төмән университетының күп фазалы системалар Механика институтын ойоштора, кафедра мөдире була.
1987 йыл СССР Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты итеп, ә 1991 йылда — Рәсәй Фәндәр Академияһы академигы итеп һайлана.
1990—95 йылдарҙа РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы институты директоры.
1993 йылдан 2006 йылға тиклем — Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө фәнни үҙәге Президиумы рәйесе.
1995—2004 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының президенты.
2006 йылдан 2016 йылға тиклем Рәсәй Фәндәр Академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты директоры, 2017 йылдан — уның ғилми етәксеһе.
2010 йылдан — Мәскәү дәүләт университеты механика-математика факультетының тулҡын һәм газ динамикаһы кафедраһы мөдире. Шулай уҡ Төмән дәүләт университетының физика факультетының ғилми етәксеһе[4]. Йылына бер тапҡыр Төмәнгә ғәмәли математика, иҡтисад, океанология, заманса фән һәм инженерия тураһында лекциялар менән килә торған була.
2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының бер нисә академигы һәм ағза-корреспондентының үҙгәртеп ҡороу осрағында яңы "Рәсәй Фәәндәр Академияһы"на инеүҙән баш тартыуы тураһындағы ғаризаһына ҡул ҡуя[5].
2017 йылдың июнендә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты вазифаһына һайланырға ниәтләнеүе хаҡында белдерә[6], август башында һайлау алды программаһы хаҡында һөйләй[7]. Уның кандидатураһы, тағы ла дүртәү менән бер рәттән, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтендә килешеү үтә[8]. 26 сентябрҙә тауыш биреүҙең беренсе турында икенсе урынға сыға (1596 тауыштан 276 тауыш йыя) һәм А. М. Сергеев менән бергә[9]һайлауҙың икенсе турына сыға (681 тауыш). Икенсе тур һөҙөмтәләре буйынса көрәштәше А. М. Сергеевтан еңелә[10]. 2014 йылдағы кеүек үк, Рәсәй Фәндәр Академияһы Президиумы составына һайлана[11]. Әлеге ваҡытта ғилми этика буйынса Рәсәй Фәндәр академияһы комиссияһы ағзаһы.
2022 йылдың көҙөндә Рәсәй Фәндәр академияһы президентын һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй,[12], ләкин уның кандидатураһы Министрҙар кабинеты менән килешелмәгән була[13].
Мәскәү иҡтисади форумы эксперты[14][15].
200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 21 уйлап табыу һәм бер нисә китап авторы.
2020 йылға тиклем «Океанология» журналының баш мөхәррире, «Известия Уфимского научного центра РАН» журналының редколлегия ағзаһы.
Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡ физикаһы, күп фазалы системалар механикаһы, акустика, яныу һәм шартлау физикаһы, ядро физикаһы һәм химик физика проблемаларына һ. б. арналған. Ниғмәтуллин тарафынан күп фазалы системалар механикаһының хәҙерге заман концепцияһы эшләнгән, күп фазалы мөхиттәрҙең хәрәкәтен тасуирлау өсөн арауыҡта уртасалау нигеҙләнгән; яйлатып кокслау ҡулайламаһындағы углеводород сеймалын йылытыу өсөн тәғәйенләнгән торба һымаҡ мейестәрҙең коксландырыу механизмы асыҡланған (В. Ш. Шаһапов һ. б. менән берлектә), интенсив акустик тәьҫир аҫтында шыйыҡлыҡ ҡыуыҡсалары эсендәге газдың үтә ныҡ ҡыҫылыуы ысулы (Шаһапов, И. Ш. Әхәтов һ. б. менән берлектә) һ. б. уйлап табылған.
Ниғмәтуллин тарафынан эшләнгән моделдәр һәм иҫәпләп сығарыу методикалары яңы техника объекттарын проектлағанда, атом энергетикаһы ҡулайламаларында, үткәргес торба транспортында һ. б. янар һәм янмаусы системаларҙың ике фазалы ағымы булған ҡоролмаларында авария ситуацияларын анализлау һ. б. өсөн файҙаланыла.
Ниғмәтуллин күп фазалы мөхиттәр механикаһы өлкәһе буйынса ғилми мәктәп аса.
Р. И. Ниғмәтулиндың уҡыусылары араһында 23 фән докторы, 50 фән кандидаты, 3 академик институттар директоры, 1 Рәсәй Фәндәр Академияһының ағза-корреспонденты.
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—2‑се саҡырылыш депутаты итеп һайлана. 1999 йылда Башҡортостан Республикаһының Киров бер мандатлы һайлау округы буйынса, һайлаусылар тарафынан туранан-тура тәҡдим ителеп, РФ Дәүләт думаһының 3‑сө саҡырылыш депутаты итеп һайлана. «Рәсәй төбәктәре» депутат төркөмө ағзаһы, Экология буйынса комитет ағзаһы, Юғары экология советы рәйесе була.
Бөтә донъя татарҙары конгресы (2017 йылдың авгусы, Ҡазан) съезында «Милли шура» милли советы ағзаһы итеп һайлана[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәйҙең Теоретик һәм ғәмәли механика буйынса милли комитеты ағзаһы
- Механика һәм йылылыҡ физикаһы буйынса алдынғы халыҡ-ара журналдарҙың редколлегия ағзаһы
- Ислам донъяһы Фәндәр академияһы ағзаһы
- Ленин комсомолы премияһы (1973) — тотош мөхит механикаһы буйынса эштәр циклы өсөн
- СССР-ҙың Дәүләт премияһы (1983) — «Волновая динамика газо-жидкостных систем» («Газ-шыйыҡлыҡ системаларының тулҡынлы динамикаһы» (1952—1982) эштәре циклы өсөн
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы (2012) — сода һәм төҙөлөш материалдары етештереүҙе модернизациялау, сеймал һәм энергетика ресурстарын экономиялау, тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонтоно кәметеү (эш етәксеһе) инновацион комплекслы программаһын әҙерләгәне һәм индергәне өсөн.[16]
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең фән һәм техника өлкәһендәге премияһы — үткәргес торба системаларының механик бөтөнлөгөн тәьмин итеүсе алдынғы технологиялар комплексын булдырғаны һәм индергәне өсөн (эш етәксеһе).[17]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2011 йылдың 25 апреле) — ватан фәне үҫешенә ҙур өлөш индергәне һәм күп йыллыҡ һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн[18]
- Почёт ордены (2000 йылдың 17 авгусы) — күп йыллыҡ һөҙөмтәле эше һәм халыҡтар араһында дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн.
- СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы
- В. П. Макеев исемендәге һәм К. Э. Циолковский исемендәге Рәсәй Космонавтика федерацияһы миҙалдары
- СССР Фәндәр Академияһының фундаменталь тикшеренеүҙәр конкурсында беренсе дәрәжә дипломы, РФА Себер бүлексәһенең 1‑се дәрәжә премияһы (1990)
- Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының «За достижения в науке» Алтын миҙалы (2015 йыл)[20].
Ғаиләһе һәм мауығыуҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, улы Ниғмәтуллин Таһир (1969 йылғы) һәм ҡыҙы Кәримә (1984 йылғы)[21]. Мауығыуҙары: рус һәм сит ил әҙәбиәте, башҡорт шиғриәте, автомобилдә йөрөү, сәйәхәт итеү.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Нигматулин Р. И. Основы механики гетерогенных сред. — М.: Наука, 1978. — 336 с.
- Нигматулин Р. И. Динамика многофазных сред. Часть I. — М.: Наука, 1987. — 464 с.
- Нигматулин Р. И. Динамика многофазных сред. Часть II. — М.: Наука, 1987. — 360 с.
- Нигматулин Р. И. Механика сплошной среды. Кинематика. Динамика. Статистическая динамика. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2014. — 640 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9704-2898-6.
- Основы механики гетерогенных сред. М., 1978; Динамика многофазных сред: в 2 ч. М., 1987.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ниғмәтуллин Роберт Искәндәр улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Персональный сайт
- Профиль Роберта Искандровича Нигматулина РФА рәсми сайтында
- Роберт Нигматулин на «Эхо Москвы»
- Биография на сайте Ocean.ru
- Как выбрать мужа? (Конспект лекции академика Нигматуллина, сделанный корреспондентом «УиР») // «Университет и регион» № 9 (442), март 2010, с. 8.(недоступная ссылка с 05-10-2018 (2232
дней))
- Нигматуллин Р. И. Мои тринадцать башкирских лет и награда от академика АН РБ З. Г. Ураксина // Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2011.
Алдан килеүсе: Толстиков Генрих Александрович |
Рәсәй Фәндәр Академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге рәйесе 1993—2006 |
Һуңынан килеүсе: Юнысов Марат Сабирович |
Алдан килеүсе: Кайбышев Оскар Акрамович |
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһы президенты 1995—2004 |
Һуңынан килеүсе: Илһамов Марат Әҡсәнович |
Алдан килеүсе: Лаппо Сергей Сергеевич |
Рәсәй Фәндәр Академияһының П. П. Ширшов исемендәге Океанология институты директоры 2006—2016 |
Һуңынан килеүсе: Соков Алексей Валентинович (и. о.) |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Василя Шайхразиева избрали председателем национального совета «Милли шура» . «Татар-информ» (3 август 2017). — «В состав «Милли шура» вошли академик Института океанологии РАН Роберт Нигматуллин,..» Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 5 август 2017 года.
- ↑ Ректор СПбГУП А. С. Запесоцкий об академике Роберте Нигматулине 2017 йыл 27 сентябрь архивланған., авторе книги «4 Э нашей жизни: экология, энергетика, экономика, этнос» (изд-во «ЛитТерра», 2015 г. — ISBN 978-5-4235-0181-5), написанной на основе лекции в СПбГУП.
- ↑ Автобиография Р. И. Нигматулина . Дата обращения: 10 июль 2017. Архивировано из оригинала 9 июль 2017 года.
- ↑ Наталия Лескова Условия жизни на планете диктует океан (рус.) // Наука и жизнь. — 2018. — № 7. — С. 24—30.
- ↑ Заявляем об отказе вступить в новую «РАН» // «Троицкий вариант» онлайн, 2 июля 2013 г. Дата обращения: 9 июль 2013. Архивировано 21 сентябрь 2013 года.
- ↑ Роберт Нигматулин будет баллотироваться в президенты РАН . Дата обращения: 7 июль 2017. Архивировано 6 август 2017 года.
- ↑ М. Киселёва. Интервью с кандидатом в президенты РАН Робертом Нигматулиным . Портал Indicator.Ru (2 август 2017). Дата обращения: 5 август 2017. Архивировано 6 август 2017 года.
- ↑ Кабмин согласовал пять кандидатур на пост президента РАН . ТАСС (31 август 2017). Дата обращения: 31 август 2017. Архивировано 1 сентябрь 2017 года.
- ↑ Академики Нигматулин и Сергеев вышли во второй тур голосования на выборах президента РАН . ТАСС (26 сентябрь 2017). Дата обращения: 26 сентябрь 2017. Архивировано 26 сентябрь 2017 года.
- ↑ Физик Александр Сергеев избран главой РАН . Интерфакс (26 сентябрь 2017). Дата обращения: 26 сентябрь 2017. Архивировано 26 сентябрь 2017 года.
- ↑ Члены РАН избрали президиум Академии . Сайт «Indicator.Ru» (28 сентябрь 2017). Дата обращения: 28 сентябрь 2017. Архивировано 29 сентябрь 2017 года.
- ↑ Президиум РАН утвердил кандидатов для участия в выборах президента академии . ТАСС (19 июль 2022). Дата обращения: 20 август 2022.
- ↑ Н. Анисимова. Глава РАН снял кандидатуру с выборов из-за «беспрецедентного давления» . РБК (19 сентябрь 2022). Дата обращения: 19 сентябрь 2022.
- ↑ Статья Ксении Авдеевой на портале «Регионы-онлайн» 2018 йыл 23 май архивланған., 10.07.2013.
- ↑ Эксперты МЭФ 2018 йыл 20 май архивланған. на сайте Московского экономического форума.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 27.02.2013 № 254-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2012 года в области науки и техники», п. 18
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 29.11.2019 № 2846-р «О присуждении премий Правительства Российской Федерации 2019 года в области науки и техники», п. 2
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 25 апреля 2011 года № 525 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2011 йыл 2 май архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 августа 2000 года № 1516 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» . // Официальный сайт Президента России. Дата обращения: 9 август 2016. Архивировано 19 август 2016 года.
- ↑ Награждённые Золотой медалью АН РТ «За достижения в науке» . Академия наук Республики Татарстан. Дата обращения: 4 февраль 2022. Архивировано 16 ғинуар 2022 года.
- ↑ Анкетные данные Р. И. Нигматулина
- 17 июндә тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- Физика-математика фәндәре докторҙары
- РФА академиктары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Википедия:Статьи с нерабочими ссылками с октябрь 2018
- Алфавит буйынса механиктар
- Рәсәй Федерацияһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттары
- Мәскәү дәүләт университетын тамамлаусылар