Рәмил
Рәмил |
Рәмил — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки-мосолман халыҡтарында ла ҡулланыла.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәмил башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән, сихри көскә эйә булған, тылсымлы[1] тигәнде аңлата.
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәнбәков Рәмил Әхмәт улы, Рәмил Йәнбәк (10 август 1952 йыл — 11 ғинуар 2017 йыл) — башҡорт шағиры һәм журналисы. СССР Журналистар союзы (1979), Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2002), Шәһит Хоҙайбирҙин (2002), Зәйнәб Биишева (2006) һәм Фәтих Кәрим (2015[2]) исемендәге премиялар лауреаты.
Рәмил Ҡол-Дәүләт, Дәүләтҡолов Рәмил Хөснөтдин улы (30 май 1958 йыл — 12 ғинуар 1998 йыл) — башҡорт шағиры, драматург. Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (1995).
Ғәйзуллин Рәмил Мәүлит улы (25 сентябрь 1961 йыл) — музыкант. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2003).
Бәхтизин Рәмил Нәзиф улы (30 март 1955 йыл) — ғалим-математик, юғары мәктәп һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы (2016), Физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1994). 2014—2019 йылдарҙа Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018). Башҡортостан вуздарының ректорҙар советы рәйесе (2018). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһы газ сәнәғәтенең почётлы хеҙмәткәре (1998) һәм почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре. (2010). Башҡортостан комсомолының фән һәм техника өлкәһендәге премияһы лауреаты (1986). Вьетнамдың (2016) һәм Таджикстан Республикаһының (2016) Дуҫлыҡ ордендары кавалеры.
Хәкимов Рәмил Ғәрәф улы (13 июнь 1932 йыл — 29 июнь 1999 йыл) — Башҡортостандың рус телендә ижад иткән яҙыусыһы, публицист, тәржемәсе. 1964 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976).
Туйсин Рәмил Париж улы (12 апрель 1972 йыл) — педагог һәм һәүәҫкәр йырсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2009).
Ғатауллин Рәмил Сөләймән улы (24 февраль 1969 йыл) — Рәсәй журналисы. «Постскриптум» программаһының махсус корреспонденты (ТВ Центр Москва). НТВ, Беренсе каналдың элекке хеҙмәткәре.
Исҡужин Рәмил Кәбир улы (5 март 1958 йыл) — ғалим-хоҡуҡ белгесе, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Юридик фәндәр кандидаты. Рәсәй Федерацияһы прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Ғүмәров Рәмил Ғәтүф улы (25 апрель 1953 йыл — 8 апрель 2018 йыл) — төҙөүсе, 1995—2018 йылдарҙа Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы «Башнефтепромстрой» тресының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе» һәм «Нефтекама ҡалаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2013) маҡтау билдәләре эйәһе.
Маликов Рәмил Фәрүҡ улы (20 ғинуар 1951 йыл) − ғалим-физик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре докторы (1998), профессор (2000). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1998). 1974 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2003 йылдан — Һөнәри белем биреү һәм мәғлүмәт технологиялары институтының Мәғлүмәт технологиялары үҙәге директоры, 2006—2015 йылдарҙа мәғлүмәт һәм полиграфия системалары һәм технологиялары кафедраһы мөдире.
Килмәмәтов Рәмил Исмәғил улы (10 сентябрь 1949 йыл — 12 апрель 2019 йыл) — фоторәссам, йәмәғәтсе. 1983 йылдан СССР Фоторәссамдар союзы ағзаһы. 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһының Фоторәссамдар союзы рәйесе, Рәсәй Фоторәссамдар союзы сәркәтибе, 2004 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Фоторәссамдар союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2014). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡорт АССР-ының (1990) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2010).
Рәхимов Рәмил Нәсибулла улы (7 ғинуар 1962 йыл) — Рәсәй, Башҡортостан ғалимы- тарихсы. Тарих фәндәре кандидаты (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2020).
Сурағолов Рәмил Мотаһар улы, Рәмил Чурағол, Рәмил Сурағол (16 август 1962 йыл) — шағир һәм композитор, меңдән ашыу йыр авторы, көйҙәр ҙә яҙа. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2006), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010); Башҡортостандың, Рәсәйҙең Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы (1996).
Әсәҙуллин Рәмил Миҙхәт улы (11 ноябрь 1954 йыл) — ғалим-математик, электрон техникаһы инженеры. 1977―1996 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1999―2014 йылдарҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының программалау һәм хисаплау математикаһы кафедраһы мөдире. Физика‑математика фәндәре докторы (1998), профессор. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007).
Мәжитов Рәмил Ғиниәт улы (13 апрель 1957 йыл — 21 октябрь 2020 йыл) — дәүләт һәм мәғариф эшмәкәре, ғалим-педагог, менеджер, сәйәсәт фәндәре кандидаты. 2019 йылдан Башҡортостан йәбештереү-монтаж һәм сәнәғәт етештереүе колледжы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.
Мирсаев Рәмил Нурый улы (21 июнь 1950 йыл) — дәүләт хеҙмәте ветераны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- ↑ «Илһам шишмәләре» байрамында Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия лауреаттары билдәләнде . «Башинформ» (7 апрель 2015). Дата обращения: 23 май 2015.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |