Собханғол (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Собханғол — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собханғол исеме ғәрәптәрҙән килеп ингән. Башҡортса данлы, шөһрәтле, маҡтаулы тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собханғол Килтәков (1720 йыл — 4 февраль (17 февраль), 1774 йыл) — Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы ҡатнашыусыһы, 1774 йылдан баш күтәреүселәр полковнигы. Башҡорт.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собханғолов Абдрахман Собханғол улы (рус. Субхангулов Абдрахман Субхангулович; 1922 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Собханғолов Шакир Исламғол (Исламғәле) улы (рус. Субхангулов Шакир Исламгулович 1899 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Собханҡолов Мәғәлим Әкрәм улы (11 апрель 1920 йыл — 10 сентябрь 1976 йыл) — СССР-ҙың ғалим-математигы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1976 йылдарҙа (өҙөклөк менән) Дүшәнбеләге В. И. Ленин исемендәге Тажик дәүләт университеты уҡытыусыһы, факультет деканы, кафедра мөдире. 1968—1970 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының математик анализ кафедраһы мөдире. Физика-математика фәндәре докторы (1963), профессор (1964). СССР-ҙың юғары мәктәбе, Тажик ССР-ының халыҡ мәғарифы отличнигы.
Собханҡолов Артур Рәмил улы (1 ғинуар 1992 йыл) — Рәсәй боксеры. Рәсәй халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2017).
Собханҡолов Хәбрәй Әхсән улы (рус. Субханкулов (Супхангулов) Хадрей (Хабрей) Ахсанович 1903 йыл — 12 ғинуар 1944 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Ауылдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Собханғол — Башҡортостандың Белорет районындағы бөткән ауыл. Елмәрҙәк һәм Әүҙәрҙәк тауҙары араһында, Рәүәт йылғаһына Ҡөҙрәт йылғаһы ҡушылған ерҙә урынлашҡан.
Иҫке Собханғол (Бөрйән районы) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.
Иҫке Собханғол (Туймазы районы) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Яңы Собханғол — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.
Собханғол (Ауырғазы районы) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.
Собханғол (рус. Субханкулово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |