Эстәлеккә күсергә

Теләү (башҡорт ырыуы )

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(ТЕЛӘҮ (башҡорт ырыуы ) битенән йүнәлтелде)
Теләү

Теләу (башҡа исемдәр: Теләу, Тәне, Теле, Тиләу, Телев; башҡ. Теләү[1]) — табын башҡорттары составындағы ырыу атамаһы. Теләу атамалы этнографик төркөмдәр ҡаҙаҡтар составында (Кесе жузо) һәм үзбәктәр (ҡорама составында), теле исеме менән, тилеукусши[2]ҡарағалпаҡтарҙа, телев — ҡырғыҙҙарҙа, теле— нуғайҙарҙың составында бар.

Телеу башҡорттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

(Ырыу араһы: бесэй, ҡазаҡ, ҡәйеп, ҡыҙыл ҡатай,улайтаһың, ҡыпсаҡ, мәскәү, туҡ, тубал, һары, һәнәк, б-ре, уф-сураман)[3][4].

бесәй, бүре, ҡазаҡ, ҡәйеп, ҡыҙылбаш ҡатай, ҡыпсаҡ, мәҫкәү, туҡ, тубал, һары, һәнәк, уф-сураман аймаҡтары

Генетик анализ (протестированные) үткән телеу ырыуы башҡорттары бер өлөшө башлыса башҡорттар ырыуы R1a[5] гаплогруппаһы, R1a-Z2123[6] субклады вәкилдәре булып тора.

Үҙ тикшеренеүҙәрендә Р. Ғ. Кузеев билдәләүенсә, башҡорт һәм ҡаҙаҡ этнонимдары Телеу телеуттарға барып тоташа. Был Телеут һәм телеу этнонимдарҙың берҙәй булыуын (тождественность) иҫбатлай[7].

Телеут һәм Телеу этнонимдарҙың берҙәй булыуы Һаҡмар бассейны топонимдарында составында теркәлгән Телеү этнонимының 'теле' (ҡыт.язы. — 'тел' 鐵勒 йәки ' динлин халыҡтары ' 丁零) этнонимына барып тоташа тип билдәләргә нигеҙ бирә. Л. П. Потапов фекеренсә, төрки телле телеут, теленгит һәм телес ырыу-ҡәбилә төркөмдәре үҙ атамаларында боронғо Теле этнонимын һаҡлай[8].

Р. Г. Кузеев фекеренсә, телеуҙәр ҡара-табындарға нығыраҡ яҡын төркөм булып тора. Бөтә был билдәләр буйынса көнсығыш табындар ырыуынан булыуына ҡарап, шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер үҙенсәлектәре теле һәм мәҙәниәтенә эйә булған[9]. Эргәһендә һылыулығын тураһында авторы күҙлегенән ҡарағанда, монгол сығышлы табындар[10][11].

Р. Г. Кузеев асыҡлауынса, Теляуҙәрҙең тәү тарихы төньяҡ һундар составындағы гаогюйецтар (теле) менән бәйле. Ә улар үҙ сиратында, улар башлыса монгол телле сяньби ҡәбиләләре менән ныҡ аралашып бөткән.

Электән гаогюйецтар төрки ҡәбиләләре менән тиңләштерелә[9]. Шул уҡ ваҡытта Н. Я Бичурин һәм А. С. Шабалов кеүек авторҙар уларҙы монгол сығышлы тип һанай[12].

Шулай уҡ Теляуҙәрҙең этник яҡтан ойошоуында Көнбайыш Монголияның монгол ҡәбиләләренең билдәле бер роле бар .

  1. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. — М., Наука, 1974. — С. 295.
  2. Жданко Т. А. Очерки исторической этнографии каракалпаков (родо-племенная структура и расселение в XIX—начале XX в.). ТИЭ, новая серия, Т. IX. — М.-Л., 1950. — С. 167.
  3. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское книжное издательство «Китап», 2001.
  4. Башкирско-русский словарь, издательство «ДИГОРА», «Русский язык», Москва.
  5. DNA base of Semargl.me 2013 йыл 13 апрель архивланған.
  6. National clans project of FTDNA.
  7. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. — М. Наука, 1974. — С. 226.
  8. Потапов Л. П. Этнический состав и происхождение алтайцев. — С. 45.
  9. 9,0 9,1 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 252—254. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  10. Сальманов А. З. Башкирское племенное объединение табын: вопросы формирования / А. В. Псянчин. — Уфа, 2017. — С. 32—33. — 290 с.
  11. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 242—243. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  12. Шабалов А. С. Происхождение уйгуров, ойратов (калмыков) и других телэских племен XVIII в. до н. э. — XIV в. н. э. — Иркутск: Издательство Иркутского государственного технического университета, 2014. — С. 8—22. — 248 с.