Татар-башҡорт мәҙәни үҙәге (Берлин)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Татар-башҡорт мәҙәни үҙәге
Нигеҙләү датаһы 1999
Дәүләт  Германия
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Берлин, Германия
Цель проекта или миссии Мәҙәни мираҫ
Рәсми сайт tatar-bashqort.tk

Татар-башҡорт мәҙәни үҙәгеГерманияның баш ҡалаһы Берлинда эшләп килгән татар-башҡорт мәҙәни үҙәге. Татар-башҡорт мәҙәни үҙәгенең маҡсаты — һәр кемгә милли үҙенсәлекте һаҡлап ҡалырға ярҙам итеү.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәмғиәт 2000 йылда рәсми теркәлгән, был немец формализмы юридик яҡтан өҫтөнлөктәр бирә. Әммә Берлинда башҡорттар һәм татарҙар бер йыл элек «Римон» галереяһында Рәйес Хәлилов, Нурия Хадееваның рәсемдәре һәм Илдар Харисовтың коллаждары күргәҙмәһен ойошторған. Тиҙҙән беренсе гәзит баҫтырырға өлгәшәләр, һуңынан икенсе баҫма барлыҡҡа килә. Бер-ике айҙан ойошманы лигитимлаштырыу зарурлығы килеп тыуа. «Беҙҙең үҙәк немецсә "Tatarisch-Baschkirischer Kulturverein e.V.", татарса һәм башҡортса - "Tatar-bashqort madani uzage" тип атала, - ти үҙәкте ойоштороусы Илдар Харисов. Беҙҙе журналистар нисек кенә атаманы: татар-башҡорт ойошмаһы, татар йәмғиәте, яҡташтар... Беҙ мәҙәни үҙәк тигән исем һайланыҡ».[1]

Үҙәктә эмигранттар юҡ тиәрлек, күпселеге ваҡытлыса эшкә йәки уҡырға килгән ватандаштар. Татар-башҡорт үҙәге ячейкалары бөтә Германия буйлап - Майндағы Франкфурттан Мюнхенгә тиклем бүлеп таралған. Франкфурдта 2004 йылдан 2010 йылға тиклем «Бертуған» тигән татар-башҡорт журналы сығарылған.[2] 2010 йылда журнал сығарылыуҙан туҡтай, шул уҡ исемдәге нәшриәт эшләп килә.

Рәис Хәлилов ирекле рәссам-дизайнер булып эшләй һәм фотоһүрәттәр менән шөғөлләнә. Ул рәссамдарҙың, музыканттарҙың, ғалимдарҙың мәҙәни үҙәген ойошторған. Үҙәк күргәҙмәләр, классик һәм милли музыка кисәләрен ойоштора. Берлинда татар-башҡорт общинаһы һабантуйҙың милли байрамын даими билдәләй.

Евросоюз илдәрендә башҡорттар ҡоролтайын Лейпциг ҡалаһында йәшәүсе Баишев Ирек Фәнүр улы етәкләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге