Барлыбаев Хәлил Әбүбәкер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Халиль Барлыбаев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев
Тыуған көнө:

5 ғинуар 1944({{padleft:1944|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (73 йәш)

Тыуған урыны:

Йомаш ауылы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы

Гражданлығы:

СССРРәсәй флагы

Ғилми өлкәһе:

иҡтисад, фәлсәфә

Ғилми дәрәжәһе:

иҡтисад фәндәре докторы, фәлсәфә фәндәре докторы

Ғилми исеме:

профессор

Уҡыу йорто:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаев (5 ғинуар 1944) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең танылған ғалимы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад һәм фәлсәфә фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһының 3 саҡырылыш депутаты, Рәсәй шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт АССР-ның Баймаҡ районының Йомаш ауылында 1944 йылдың 5 ғинуарында тыуған. 1972 йылда М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының уҡытыусыһы булып эшләне. Бөгөнгө көндә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы профессоры, Рәсәй шахмат федерацияһының ревизия комиссияһы рәйесе, Рәсәй фәндәр академияһының Фәлсәфә институтының ғилми хеҙмәткәре.

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Экономика Башкортостана (баш мөхәррир) (1988, 2003, 2007)
  • Приватизацию на пользу народа (1994)
  • Путь человечества: самоуничтожение или устойчивое развитие (Издание Госдумы, 2001)
  • Общая теория глобализации и устойчивого развития (Издание Госдумы, 2003)
  • Глобализация: за или против устойчивого развития (Изд-во РАГС, 2006)
  • Человек, глобализация, устойчивое развитие (Изд-во РАГС, 2007)
  • Человек в потоке универсальной эволюции (Изд-во РАГС, 2008)
  • Интеллектуально-гуманистическая (ноосферная) формация — закономерное будущее человечества (Изд-во РАГС, 2010)
  • Истина и справедливость как системообразующие ценности (2014)

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]