Хәмзә (исем)
Хәмзә — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзә — «яндырусы», «көйҙөргөс»; «дарыу үләне» мәғәнәләрен аңлатҡан ир балаларға ҡуышылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзә Хәкимзаде Ниязи (үзб. Hamza Hakimzoda Niyoziy; 22 февраль (6 март) 1889 йыл — 18 март 1929 йыл) — үзбәк шағиры, драматургы, йәмәғәт эшмәкәре, Үзбәк ССР-ының халыҡ шағиры (1926). Үзбәк совет әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусы.
Хәмзә Ғәббәс улы Дәүләтшин (9 сентябрь 1912 йыл — 16 июль 1999 йыл) — инженер-механик. Техник фәндәре докторы (1964), профессор (1965).
Хәмзә Искәндәр улы Ғәлләмов (2 апрель 1931 йыл — 16 июнь 2015 йыл) — Рәсәй Үҙәк Диниә назараты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының төбәк диниә назараты рәйесе, мөфтөй, Өфө ҡалаһындағы «Хәмзә-Хажи» мәсете етәксеһе, «Имам хәҙрәт Хәмзә хажи» хәйриә фонды етәксеһе.
Хәмзә Фәтих улы Усманов (24 апрель 1923 йыл — 13 ғинуар 2009 йыл) — тарихсы, Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981).
Хәмзә Әғләм улы Садиҡов (рус. Садыков Хамза Ахлямович 1922 йыл — ?) — 112 -се Башҡорт каваерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, рядовой.
Хәмзә Зәки улы Әбдрәшитов (5 июнь 1954 йыл) — СССР һәм Рәсәй хирургы, һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, уйлап табыусы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1992), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1991). 1997 йылдан — Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш хирургы. Фәнни тикшеренеүҙәре ашҡаҙан һәм бөйән эсәге сей яра ауырыуҙарын хирургик дауалау ысулдарын камиллаштырыуға, анастомоз зоналарында ҡан микроциркуляцияһын өйрәнеүгә (ашҡаҙан-эсәк соустье) арналған. Мини-лапаротомия ысулдарын дауалау практикаһына индереү инициаторҙарының береһе.
Хәмзә Ильяс улы Абдуллин(7 ғинуар 1918 йыл — 31 июль 2008 йыл) — педагог. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1971).
Хәмзә Рәис улы Әхмәтов (3 июль 1958 йыл — 13 октябрь 2007 йыл) — Рәсәйҙең дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Республикаһының 3-сө класлы Действительный дәүләт кәңәшсеһе, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең запастағы подполковнигы.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзин Ғәли Ғәббәс улы (12 июнь 1950 йыл — 15 ноябрь 2009 йыл) — башҡорт йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1989). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Хәмзәтов Рәсүл Хәмзәт улы (8 сентябрь 1923 йыл — 3 ноябрь 2003 йыл) — авар шағиры, прозаик, публицист, СССР һәм Рәсәйҙең йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәре, тәржемәсе. Сталин (1952) һәм Ленин (1963) премиялары лауреаты, Дағстан АССР-ының халыҡ шағиры (1959), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
Архитектурала
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хәмзә мәсете— Өфөләге мосолман дини ойошмаһы (Башҡортостан Республикаһы). Мәсет Һупайлы биҫтәһендә урынлашҡан. Мәсет Хәмзә хажи Ғәлләмовтың шәхси аҡсаһына төҙөлгән. Проект авторы — Хәмзә хажи Ғәлләмов.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |