Хөсәйен (исем)
Хөсәйен — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен — «гүзәл»,"матур", «яҡшы» мәғәнәләрен аңлатҡан ир балаларға йыш ҡушылған мосолман исеме[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Агишев Хөсәйен Буранбай улы — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы (6 ғинуар 1914 йыл — 8 ғинуар 1993 йыл) — башҡорт совет композиторы. 1946—1974 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы художество етәксеһе. 1943 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989), РСФСР-ҙың (1974) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1968). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1954) ордендары кавалеры.
Ҡунаҡбаев Хөсәйен Әхмәтйән улы, Хөсәйен Ҡунаҡбай (12 февраль 1912 йыл — 15 февраль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, батальон замполиты, кесе лейтенант. Шағир һәм журналист, тәржемәсе. 1940 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Мәжитов Хөсәйен Йәләй улы (19 апрель 1928 йыл — 3 ноябрь 1989 йыл) — башҡорт йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1975). .
Ямашев Хөсәйен Минһажетдин улы (6 ғинуар 1882 йыл — 13 март 1912 йыл) — революцион хәрәкәт эшмәкәре, публицист.
Ҡудашев Хөсәйен Илдархан улы (10 май 1913 йыл — 13 ноябрь 1986 йыл) — театр һәм кино актёры. 1948—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР-ының (1969) халыҡ артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).Бер нисә фильмда, шул иҫәптән «Алтын атлы һыбайлы» фильмында төшә.
Хөсәйен Нуршарг (фарс. حسین نورشرق) — классик фарсы йырсыһы, шағиры, Шәреҡ илдәре менән бағланыштар буйынса белгес, Мәскәү консерваторияһының фарсы проекттарын ойоштороусы.
Сәддам Хөсәйен 28 апрель 1937 йыл — 30 декабрь 2006 йыл) — Ираҡтың дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, 1979—2003 йылдарҙа Ираҡ президенты, 1979—1991 һәм 1994—2003 йылдарҙа Ираҡтың премьер-министры, Баас Ираҡ партия бүлегенең генераль секретары, Ираҡ революцион командование советы рәйесе. Маршал (1979).
Хөсәйен Хәсән улы Яубаҫаров (19 ғинуар 1925 йыл — 4 ноябрь 1997 йыл) — мәғариф эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Хөсәйен ибн Ғәли (ғәр. الحسين بن علي; (8 ғинуар 626 йыл) — 10 октябрь 680йыл) — Әли ибн Әбу Талип һәм Фатиманың икенсе улы; шиғый-имамсыларҙың 3-сө имамы. Кербела эргәһендә Өмәүи хәлифе Язид I ғәскәре менән алыш ваҡытында һәләк булған көнөн шығыйсылар мәтам көнө ашура итеп билдәләйҙәр.
Фамилияларҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов (10 апрель 1928 йыл — 27 июль 2021 йыл) — әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.
Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы (28 февраль 1965 йыл) — журналист, шағир, драматург һәм тәржемәсе. 2012 йылдан «Истоки» гәзитенең баш мөхәррире.
Топонимдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Яңы Хөсәйен (рус. Новохусаиново) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл.
Хөсәйен (Әлшәй районы) (рус. Хусаин) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл.
Хөсәйен (Дәүләкән районы) (рус. Хусаиново) — Башҡортостандың Дәүләкән районындағы ауыл.
Хөсәйен (Әбйәлил районы) (рус. Хусаиново) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл.
Хөсәйен (Белорет районы) — Башҡортостандың Белорет районындағы ауыл
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы — Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһындағы филармония. 2009 йылдан композитор Хөсәйен Фәйзулла улы Әхмәтов исемен йөрөтә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйенбәк кәшәнәһе — тарихи һәм архитектура ҡомартҡыһы. XIV быуаттың беренсе яртыһына ҡарай.
Хөсәйениә мәҙрәсәһе — Хөсәйениә мәсете нигеҙендә, XIX—XX быуаттарҙа Рәсүлиә (Троицк), Ғосмания (Өфө), Ғәлиә (Өфө), Мөхәмәдиә (Ҡазан) мәҙрәсәләре менән бер рәттән — башҡорт һәм татар халыҡтарының күренекле белем алыу үҙәге булып тора.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Гомәр Саттаров. «Татар исемнәре». — Ҡазан: «Татарстан китап нәшрияты», 2019 й. — С. б..
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гомәр Саттаров. «Татар исемнәре». — Ҡазан: «Татарстан китап нәшрияты», 2019 й. — С. б..
- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 60-сы.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |