Элсмир (утрау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Элсмир
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Эгертон, Фрэнсис, 1-й граф Элсмир[d]
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка
Дәүләт  Канада
Административ үҙәк Грис-Фьорд[d]
Административ-территориаль берәмек Нунавут[d]
Сәғәт бүлкәте EDT[d] һәм CDT[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Баффин диңгеҙе һәм Джонс (пролив)[d]
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Королева Елизавета утрауҙары
Иң юғары нөктә Барбо[d]
Халыҡ һаны 146 кеше
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 2616 метр
Асыу датаһы 1616 һәм б. э. т. 2700
Оҙонлоҡ 820 km
Киңлек 440 km
Майҙан 196 235 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Элсмир Викимилектә

Эльсмир (элек рус телле сығанаҡтарҙа Эллесмер ере, Эльсмир ере; ингл. Ellesmere Island, фр. Île d’Ellesmere, инуктитут ᐊᐅᓱᐃᑦᑑᑉ ᕿᑭᖅᑖᓗᐊ Umingmak Nuna — «һарыҡ-үгеҙ ере») — Канаданың иң төньяҡ утрауы. Нунавуттың биләмәһенең Кикиктани регионына (Канада арктик архипелагы) ҡарай.

Аксель-Хейберг утрауынан көнсығышҡа ҡарай йүнәлештә урынлашҡан. Королева Елизавета утрауҙары составына инә. Утрауҙан көнсығышта Канада менән Гренландия сиге үтә.

Утрау биләмәһендә тарихҡа тиклемге хайуандарҙың эҙҙәрен күп тапҡыр табалар.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Элсмир Канаданың Арктик архипелагында

Административ бүленеш буйынса Элсмир Нунавут биләмәһе составына инә.

Көнсығышында — Гренландиянан Кейн бассейны һәм Кеннеди боғаҙы, ә көньяғынан Девон утрауынан Джонс боғаҙы[1] менән айырыла.

Көнбайышта Аксель-Хейберг һәм утрауҙарын бер-береһенән Амундсен һәм Юрик боғаҙҙары бүлеп тора[2].

Утрауҙың төньяҡтан көньяҡҡа оҙонлоғо 800 км самаһы, ә киңлеге — яҡынса 500 км[3]. Утрауҙың майҙаны 196 236 км² тәшкил итә. Ҙурлығы буйынса Элсмир Канадала өсөнсө[4] һәм донъяла унынсы урынды алып тора[5].

Яр буйы һыҙатының дөйөм оҙонлоғо 10 748 км тәшкил итә[6]. Утрауҙың бөтә яр буйҙарын оҙон фьордтар йырғылаған. Улар утрауҙы бер нисә айырым өлөшкә — ерҙәргә (Гранта, Гриннелла, Свердрупа, Элсмир) бүлә.

Төньяҡта яр һыҙатын шельф боҙлоҡтары[7] — ҡалынлығы 60 метрға тиклем булған ҙур боҙ яландары диңгеҙгә 18 км-ға тиклем инә.

Утрауҙың башҡа өлөштәрендә ярҙар текә, урыны менән 2 км бейеклектәге ҡаялы диуарҙар барлыҡҡа килә[8]. Колумбия мороно Канаданың иң төньяҡ нөктәһе булып тора[9].

Барбо-Пик

Элсмирҙың күпселек өлөшө тауҙар менән ҡапланған. Улар көнбайыштан көнсығышҡа һуҙылған өс үткәүел-артылышты киҫеп үтә.

Тау һырттарының бер өлөшө боҙ эшләпәләре менән ҡапланған, уларҙан диңгеҙгә боҙлоҡтар шыуып төшә[10].

Элсмирҙың төньяҡ өлөшөндә өҫтөнлөк иткән бейеклектәр сифатында Грант Ере тауҙары — 100 мең йыл самаһы йәштәге ултырма тоҡомдарҙан торған осло түбәләр сылбыры үтә һәм ул 900 м тиклем ҡалынлыҡтағы боҙ эшләпә менән ҡапланған. Боҙ һәм ҡар ҡалынлығы аша үткән нунатаки, яланғас түбәләр пейзаждың үҙенә генә хас үҙенсәлеге булып тора. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Барбо түбәһе (диңгеҙ кимәленән 2616 м бейеклектә) — шулай уҡ Төньяҡ Американың бөтә көнсығыш өлөшөнөң иң бейек нөктәһе. Рельеф көньяҡҡа табан түбәнәйә һәм Гейзен яҫытаулығын барлыҡҡа килтерә, унда Поляр түңәрәгенең аръяғында иң ҙур күл бар. Элсмирҙың үҙәк өлөшөндә таулы Форд бүлкәте 2000 м бейеклеккә етә[11].

Утрауҙың көньяҡ-көнсығыш осо Кембрий алды Канада ҡалҡанының иң төньяҡ өлөшөнән ғибәрәт. Элсмирҙың был өлөшөндә шулай уҡ боҙ ҡалпағы, нунатактар менән ҡапланған тауҙар күп, бейеклеге 2200 метрға тиклем. Көньяҡ һәм көнсығыш ярҙарға тиклем һуҙылған боҙ эшләпәһе бик күп айсбергтар барлыҡҡа килтерә, һуңынан улар Баффин диңгеҙенә ағыла. Фрам ҡултығынан алыҫ түгел көнсығыш яр буйындағы Пим утрауы — был районда боҙ булмаған иң ҙур урын. Утрауҙың көньяҡ өлөшө Канада ҡалҡанынан көнбайыштараҡ палеозой тоҡомдары барлыҡҡа килтергән яҫытаулыҡ, тәрән үҙәндәр аша үтә. Яҫытаулыҡтың уртаһында тағы бер ҙур боҙ ҡалпағы урынлашҡан, уның көнбайышында һәм көнсығышында тағы ике бәләкәй ҡалпаҡ бар[12].

2005 йылдың 13 авгусында Элсмирҙан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан Айлс шельф боҙлоғонан (инглиз телендә Ayles Ice Shelf) боҙ ватылыу барышында боҙ киҫәктәре айырыла. Ул Төньяҡ Боҙло океанға төшә. Бынан һуң шельф боҙлоғо ғәмәлдә юҡҡа сыға[13]. Ғалимдар тарафынан тикшеренеүҙәр һәм киҫәкте барлыҡҡа килтергән ваҡиғалар хронологияһын тергеҙеү процесы ун алты ай самаһы ваҡытты ала[14]. Айлс, Маркхем, Уорд-Хант и Серсон шельф боҙлоҡтарының байтаҡ өлөштәре 2008 йылдың йәйендә айсбергтар булараҡ кителеп төшә[15].

Утрауҙа нефть[3] ятҡылыҡтары табыла, ә 2012 йылда Canada Coal корпорацияһы шулай уҡ Элсмирҙа табылған ҙур таш күмер запасын тикшерә башлай[16].

Климаты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Утрауҙың климаты поляр арктик. Йылдың күпселек өлөшөндә тирә-яҡ һыуҙар боҙ менән ҡаплана. Утрауҙың күпселек өлөшөндә уртаса йыллыҡ температура −16 °С һәм −16,5 °С араһында тирбәлә. Йәйгеһен уртаса температура яҡынса нулгә етә, ҡышын −28 градустан −30 градусҡа тиклем[17][18]. Боҙ эшләпәләре тирәһендә һауа температураһы түбәнерәк − уртаса йыллыҡ −18,5 градус, йәй көнө −2 градус һәм ҡышфн −30 градустан −35 градусҡа тиклем[19]. Поляр төн һәм көн оҙайлығы яҡынса биш ай тәшкил итә.

Утрауҙың үҙәк райондарында йылына 50-нән алып 150 мм-ға тиклем яуым-төшөм[20], көнбайыш һәм көнсығыш яр буйында — 100-ҙән 200-гә тиклем[21], боҙ ҡалҡыулығы районында — 300-гә тиклем яуа[22]. Ҡар япмаһы бик йоҡа. Һыуыҡ дымдың парға әйләнеүен ҡыйынлаштыра, һөҙөмтәлә утрауҙа дымлылыҡ кәмей һәм яуым-төшөм аҙ була.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Арктик сүллектәр һәм тундралар үҫемлектәре үҫә. Утрауҙың байтаҡ өлөшө Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды классификацияһы буйынса Төньяҡ Американың поляр аръяғы тундраһы экотөбәгенә (High Arctic tundra) инә[23].

Йәйгеһен утрауҙың күпселек өлөшө боҙҙан әрселһә лә, был ағас үҫемлектәр үҫеше өсөн етерлек түгел, сөнки ҡыҫҡа һәм һалҡын йәйҙә ер бер нисә сантиметрға ғына ирей. Утрауҙа үҫемлектәр өйкөмләп үҫә, елдән һаҡланған урындарҙа яланғас һабаҡлы мәктәр һәм башҡа үлән төрҙәре үҫә.

Иң ҙур йәшел оазисы — Хейзен күле районы. Йәйге айҙарҙа уның ярҙарында күрәндән, түшәлеүсән талдарҙан, арса һымаҡ ярым ҡыуаҡлыҡтарҙан һәм таштишәрҙәрҙән торған ҡуйы балаҫ йәйелә.

Утрауҙағы хайуандар донъяһы үҫемлектәр донъяһына ҡарағанда күп төрлө. Бында поляр ҡуяндар, һарыҡ-үгеҙҙәр, Пири карибу боландар бар, улар көньяҡҡа күсенмәй, материктағынан бәләкәйерәк һәм төҫө еңелерәк. Канаданың башҡа ҡайһы бер арктик утрауҙарындағы кеүек, Элсмирҙа ла Мелвилл утрауы бүреһе (Canis lupus arctos) — аҡ йәки асыҡ һоро тиреһе һәм бәләкәйерәк ҙурлығы менән айырылып торған бүре төрө йәшәй.

Утрауҙа йәйге осорҙа ҡоштарҙың күп төрҙәре оя ҡора, улар араһында аҡ өкө, поляр сарлаҡ. Ултыраҡ ҡоштарҙан аҡбаш турғай һәм тундра ағунаһы осрай.

Үҫемлектәр япмаһының ҡытлығы һәм климаты ҡырыҫ булыу сәбәпле, бында йәшәгән төрҙәргә тереклек итеү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Утрауҙың нәҙек тәбиғәтен һаҡлау маҡсатында уның бер өлөшө, шул иҫәптән Хазен күле, 1988 йылда милли парк тип иғлан ителә.

Палеонтология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эоцен дәүерендә утрау ҡуйы киң япраҡлы урмандар менән ҡапланған һәм Ер тарихында бындай типтағы иң юғары киңлектәге урмандарҙың береһе булған. Утрауҙа52—53 миллион йыл элек йәшәгән хайуандар һәм үҫемлектәрҙең ҡаҙылма ҡалдыҡтары табылған. Арктикала пребиорнистар затына ҡараған иң боронғо ҡоштарҙың ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары табылған.

Утрау хәҙер 50 миллион йыл элеккегә ҡарағанда бер нисә градусҡа ғына төньяҡтараҡ урынлашҡан. Ул осорҙа климат иһә сағыштырмаса йомшағыраҡ булған һәм утрауҙа аллигаторҙарға ла, гөбөргәйелдәргә лә йәшәргә мөмкинлек биргән. Климаты уртаса типта була, йәйге уртаса температура Цельсий буйынса яҡынса 20 градус тәшкил итә, ҡышын хатта поляр төндә лә, бындай киңлектәрҙә 3 айҙан 4 айға тиклем дауам итә, температура 0 градустан түбән төшмәй. Утрауҙа йылы эоцен өсөн дә уникаль биоценоз барлыҡҡа килә. Хайуандар, ҡоштар һәм үҫемлектәр сирек йыл дауам иткән тулы ҡараңғылыҡ осоронда йәшәүгә яраҡлашҡан. Корифодондар көньяҡҡа күсеп йөрөмәгәндәр, әммә йыл әйләнәһенә йәшәгәндәр, был, уларҙың ҙурлығын иҫәпкә алып, көньяҡ хайуандарының төньяҡ шарттарға яраҡлаша алыуы тураһында етди фекерҙәр тыуҙыра[24].

Поляр төн ҡыйынлыҡ тыуҙырған, әммә ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, йылы климат шарттарында хайуандар һәм үҫемлектәр был мәсьәләне уңышлы хәл иткән. Корифодонтар — гиппопотамдарға оҡшаш, бейеклеге 1 метрға тиклем һәм оҙонлоғо 2,5 метрға тиклем булған эре һөтимәрҙәр. Күрәһең, улар утрауҙан көньяҡҡа күсмәгән, ә даими йәшәгән. Поляр төндә улар ҡойолған япраҡтар менән туҡлана, һуңынан бәшмәктәргә һәм ылыҫлы тоҡомдарға күсә, ә йәйге һәм ҡышҡы аҙыҡ өсөн унификацияланған яңаҡ уларға теләһә ниндәй туҡланыу төрөнә лә яраҡлашырға мөмкинлек бирә. Ул осорҙағы арктик киң япраҡлы урмандар һөҙөмтәлелеге буйынса Американың Көньяҡ-Көнсығышындағы урмандарҙан ҡалышмай.

Эоценда 52—53 миллион йыл элек утрауҙа йыландар, аллигаторҙар, туғыҙ төркөм ташбаҡа ғаиләһе, 25 һөтимәрҙәр төрө, ҡоштар йәшәгән.

Гасторнистар — 1,75 метр бейеклектәге һәм ауырлығы 100 килограмға тиклем булған бик ҙур ҡоштар.

Пресбиорнистар — ҡаҙ һымаҡтар отрядының юҡҡа сыҡҡан ҡоштар нәҫеле. Хәҙерге Америка Ҡушма Штаттары һәм Монголия биләмәһендә йәшәгән палеоцендан — эоцендан (66,0—33,9 миллион йыл элек) 4 төрҙө үҙ эсенә ала.

Allognathosuchus — 1,5 метрға тиклем оҙонлоҡтағы юҡҡа сыҡҡан аллигатор төрө.

Трионикстар (Trionyx) — өс тырнаҡлы йомшаҡ панциярмалы гөбөргәйелдәр.

Беноидеилар (Baenidae) — Paracryptodira кладының юҡҡа сыҡҡан йәшерен муйынлы гөбөргәйелдәр ғаиләһе.

Lambdotherium popoagicum — ваҡ ҡына мөгөҙһөҙ бронтотериялар булған. Баш һөйәге оҙонса, бит өлөшө мейе өлөшөнә ҡарағанда оҙонораҡ (был йәһәттән башҡа бронтотериялыларҙан айырыла).

Палеотериялылар — имеҙеүселәрҙең юҡҡа сыҡҡан ғаиләһе. Парһыҙ тояҡлылар (Perissodactyla) отрядына ҡарағанлыҡтан, улар аттар ғаиләһенең яҡын туғандары булып һаналған. Палеотерийҙарҙың күбеһе ваҡ булған. Уларҙың иң тәүге вәкилдәре иңбашында ни бары 20 см бейеклеккә етә, ә һуңғы палеотерийҙарҙы ҙурлығы буйынса сусҡа йәки пони менән сағыштырып булған.

Плагиолофус — 150 кг тиклем ауырлыҡтағы үлән ашаусыларҙың юҡҡа сыҡҡан төрө.[25]

Утрауҙың көнбайышында (78° 33′N 82° 22′W) палеонтологик табылдыҡтарҙың урыны Beaver Pond бар. Табылдыҡтар — плиоцен дәүерендәге бореаль урман (тайга) биоценозынан ҡалған яҡынса 3,5 —3,75 млн йәшлек организмдарҙың ташҡа әүерелгән ҡаҙылмалары; һөтимәрҙәрҙән — айыу (Protarctos abstrusus), ҡуян (Hypolagus), ҡондоҙ (Dipoides), эт һымаҡтар (Eucyon), дөйәләр (Paracamelus). Шуларҙың Protarctos abstrusus, Eucyon һәм Paracamelus Азиянан килгән. Ул дәүерҙә Төньяҡ Американың поляр аръяғында уртаса йыллыҡ температура хәҙергегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ була.

Плиоцен тайгаһында ағастарҙың өҫтөнлөклө төрө Beaver Pond — Гренландияның ҡаҙылма ҡарағасы. Башҡа ағас тоҡомдарынан — ерек, ҡайын, шыршы, ҡарағай һәм туя. Яуым-төшөм күләме ярайһы уҡ күп булған һәм йылына 550 миллиметрға баһалана. Фауна шул уҡ дәүерҙең Көнсығыш Азия фаунаһына оҡшаш була. Үрҙә күрһәтелгәндәрҙән тыш, Beaver Pond-та ташҡа әүерелгән йәнлектәр ҙә табылған, улар араһында ер тишкес (Arctisorex polaris), ҙур росомаха (Plesiogulo), һыуһар (Martes), йәтсә (Mustela), ҡуян (Arctomeles sotnikovae), боронғо ат (Plesiohipparion), боланға оҡшаштар (Cervoidea).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  2. William James Mills. Axel Heiberg Island (Canada) // Exploring Polar Frontiers: A Historical Encyclopedia. — 2003. — P. 45. — ISBN 1-57607-422-6.
  3. 3,0 3,1 John P. Rafferty. Ellesmere Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 1 май 2020.
  4. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  5. John Moen. Islands of The World: Largest (ингл.). WorldAtlas.com. Дата обращения: 1 май 2020.
  6. List of Islands (ингл.). The Atlas of Canada. Natural Resourced Canada. Архивировано из оригинала 22 ғинуар 2013 года. 2013 йыл 22 ғинуар архивланған.
  7. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  8. Ellesmere Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 29 март 2020.
  9. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  10. Ellesmere Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 29 март 2020.
  11. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  12. Ellesmere Island (ингл.). Canada's Polar Environments. Дата обращения: 29 март 2020.
  13. Canada's Arctic ice shelves breaking up fast (ингл.). NBCNews.com (30 сентябрь 2011). Дата обращения: 6 ноябрь 2017.
  14. Lovett R. A. Giant Ice Shelf Breaks Off in Canadian Arctic. National Geographic News. Nationalgeographic.com (29 декабрь 2006). Дата обращения: 6 ноябрь 2017. Архивировано из оригинала 19 июнь 2018 года.
  15. John P. Rafferty. Ellesmere Island (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 1 май 2020.
  16. James H. Marsh (updated by Erin James-abra). Ellesmere Island (ингл.). The Canadian Encyclopedia (15 апрель 2012). Дата обращения: 1 май 2020.
  17. Ecoregions of Canada: Ellesmere Mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  18. Ecoregions of Canada: Eureka Hills (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  19. Ecoregions of Canada: Ellesmere and Devon Islands Ice Caps (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020.
  20. Ecoregions of Canada: Eureka Hills (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  21. Ecoregions of Canada: Ellesmere Mountains (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020. 2021 йыл 25 июнь архивланған.
  22. Ecoregions of Canada: Ellesmere and Devon Islands Ice Caps (ингл.). The Ecological Framework of Canada. Дата обращения: 4 май 2020.
  23. World Wildlife High Arctic tundra. Дата обращения: 30 август 2011. Архивировано из оригинала 13 октябрь 2009 года.
  24. Thomas A. Stidham & Jaelyn J. Eberle The palaeobiology of high latitude birds from the early Eocene greenhouse of Ellesmere Island, Arctic Canada (инг.) // Scientific Reports. — 2016. — Vol. 6. — DOI:10.1038/srep20912
  25. Thomas A. Stidham & Jaelyn J. Eberle The palaeobiology of high latitude birds from the early Eocene greenhouse of Ellesmere Island, Arctic Canada (инг.) // Scientific Reports. — 2016. — Vol. 6. — DOI:10.1038/srep20912

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • [ Элсмир (утрау)] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә