Эстәлеккә күсергә

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова битенән йүнәлтелде)
Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 19 август 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Яңы Байрамғол, Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Эш урыны БСТ
Башҡорт дәүләт университеты
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[1]
Ойошма ағзаһы Государственная дума Федерального собрания Российской Федерации VIII созыва[d]
Рәсми сайт аиткулова.рф
 Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы Викимилектә

Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы (19 август 1973 йыл) — ғалим-филолог, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының 8-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы һәм Дәүләт Думаһының Мәғариф буйынса комитеты ағзаһы [2] Башҡортостан Республикаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары[3]. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе (2019).

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында 1973 йылдың 19 авгусында күп балалы ғаиләлә тәүге бала була. Әсәһе — уҡытыусы, атаһы — токарь, район гәзитенең эшсе хәбәрсеһе.

1992 йылда Белорет педагогия училищеһын[4], унан һуң, 1998 йылда, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай. 1995 йылда БДУ-ла уҡып йөрөгән ваҡытында уҡ «Ленинец» гәзитендә эшләй башлай.

19972004 йылдарҙа «Даирә» ижад берекмәһенең хәбәрсеһе, комментаторы, етәксеһе. «Башҡортостан» ДТРК һәм «Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалының «ВГТРК Корпункты» сәйәси күҙәтеүсеһе. телевидениела эшләгән осорогда «Парламентский вестник», «Неслучайные люди», «Телецентр», «Разговор с властью», «Человек науки» һәм башҡа тапшырыуҙар әҙерләй.

20042010 йылдарҙа — «Юлдаш» республика мәғлүмәт-музыка радиоканалының баш мөхәррире.

2010—2013 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан» телестудияһының баш мөхәррире.

Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының «Рус теле һәм сағыштырма филология» кафедраһында уҡыта.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 2019 йылдың 28 июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресс) — йәмәғәт ойошмаларының Халыҡ-ара берлеге Президиумы рәйесе итеп һайлана[5].
  • 2013 йылда Эльвира Айытҡолова Башҡортостан Республикаһының V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты ағзаһы була. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Ҡоролтайҙағы фракцияһы ағзаһы.
  • Дөйөм Рәсәй «Рәсәй өсөн» Халыҡ фронты йәмәғәт хәрәкәтенең Үҙәк штабы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһы төбәк штабы рәйестәше.
  • «Кесе Тыуған ил мәҙәниәте» проекты координаторы
  • Д. А. Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы, күкрәк билдәһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Оло ҡыҙы табип-педиатр һәм балалар хирургы булып эшләй, бәләкәй сағынан уҡ «Тамыр» балаларүүҫмерҙәр телеканалы тапшырыуҙарында ҡатнаша, «Мисс БДМУ 2016» конкурсы еңеүсеһе. Бәләкәй ҡыҙы — мәктәп уҡыусыһы, өҫтәмә рәүештә сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә.