Эстәлеккә күсергә

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы
Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы
Флаг
Флаг
РФ Федераль Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе[1]
Флаг
Флаг
 25 сентябрь 2014 йыл
Флаг
Флаг
Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]
 25 сентябрь 2014 йыл
Флаг
Флаг
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары[2]
2012 — 2014
 
Тыуған: 16 декабрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (47 йәш)
Башҡорт АССР-ы
Учалы ҡалаһы
Партия: Берҙәм Рәсәй
Белеме: Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми дәрәжәһе: Педагогия фәндәре кандидаты
 
Наградалары:
Дуҫлыҡ ордены — 2022

Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы (16 декабрь 1976 йыл) — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-педагог. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министр урынбаҫары[2], 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле[1]. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[3], 2019 йылдан — рәйесе. Педагогия фәндәре кандидаты.

Лилиә Салауат ҡыҙы Ғүмәрова 1976 йылдың 16 декабрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы[4]) Учалы ҡалаһында тыуған. 1994 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогика һәм психология факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген шул уҡ йылда Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә педагог-психолог, психология уҡытыусыһы булып башлай. 2001 йылда Учалы ҡалаһы һәм районы хакимиәтенә белгес итеп эшкә саҡырыла һәм 2007 йылға тиклем унда хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2007 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратына эшкә үрләтелә һәм унда 2010 йылға тиклем социаль үҫеш, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәт һәм халыҡ мәшғүллек бүлеге мөдире була. 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил. 2011—2012 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары[5]. 2012—2014 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары. 2014 йылдан Рәсәй Федерацияһының Федераль Йыйылышының Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы башҡарма органы вәкиле. Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары[3].

Лилиә Ғүмәрова — педагогия фәндәре кандидаты. Ул шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын (русса БАГСУ) «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлаған[2].

Федерация Советындағы эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарған Лилиә Ғүмәрова Рәсәй күләмендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.

  • Шундай уҡ маҡсаттар менән ул Башҡортостанда ла йыш була[6]
  • Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова 1 октябрҙән 5-нә тиклем уҙған «Сочи-2015» Халыҡ-ара инвестиция форумы эшендә ҡатнашты[7].
  • «Parlamentarium» ғилми бәхәс клубы эшмәкәрлегенә ярашлы, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова Башҡорт дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашты[8].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Ваҡытлы матбуғаттағы сығыштары, уның менән интервьюлар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лилия Гумерова: «В Послании Президента обозначены задачи социально-гуманитарной сферы в борьбе с терроризмом» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 декабрь[11].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Дуҫлыҡ ордены (2022) — Рәсәй дәүләтселеген нығытыуға, парламентаризмды үҫтереүгә ҙур өлөшө һәм әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге өсөн[12].
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы (2018)[13]
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2015)[14].
  1. 1,0 1,1 1,2 Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Официальный сайт (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 Кто есть кто в Республике Башкортостан Гумерова Лилия Салаватовна (рус.)
  3. 3,0 3,1 Лилиә Ғүмәроваға яуаплы вазифа йөкмәтелде — «Башҡортостан» гәзите, 2014, 3 октябрь 2016 йыл 8 март архивланған.
  4. ЗАКОН Башкирской ССР от 25.02.92 N ВС-10/12 ОБ ИЗМЕНЕНИИ НАИМЕНОВАНИЯ ГОСУДАРСТВА БАШКИРСКАЯ СОВЕТСКАЯ СОЦИАЛИСТИЧЕСКАЯ РЕСПУБЛИКА 2016 йыл 30 июнь архивланған. (рус.)
  5. «Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында». Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары — «Башҡортостан» гәзите, 2012, 1 ноябрь(недоступная ссылка)
  6. Лилиә Ғүмәрова: «Өфөләге „Йылмайыу-2015“ операцияһы бер ниндәй санкциялар ҙа Рәсәйҙең сит илдәр менән бәйләнештәрен юҡҡа сығара алмауын иҫбатланы» — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015 йыл, 31 август
  7. Лилиә Ғүмәрова: «Бюджет аҡсаларын сифатлы тотоноу — заман талабы». — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 6 октябрь
  8. Сенатор от Башкортостана встретилась со студентами и преподавателями БАГСУ — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 12 октябрь (рус.)
  9. Рәсәйҙә Башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһы ойошторолдо — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 декабрь
  10. Лилия Гумерова избрана председателем Совета Федеральной национально-культурной автономии башкир — «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 18 декабрь (рус.)
  11. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 3 декабрь (рус.)
  12. Указ Президента Российской Федерации от 14 ноября 2022 года № 816 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  13. Владимир Путин Башҡортостандан сенаторҙы II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы менән бүләкләне. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018 йыл, 2 июль (Тикшерелеү көнө: 3 июль 2018)
  14. Рустэм Хамитов вручил государственные награды Российской Федерации и Республики Башкортостан — Официальный сайт Главы Республики. 09.10.2015 2021 йыл 13 июнь архивланған. (рус.)