Ҡатнашыусы:Регион102/Баш бит3

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Википедия — һәр кем яҙа алған ирекле энциклопедия.
Хәҙер башҡорт телендә 48 695 мәҡәлә бар.
Мәҡәлә яһарға Биш таған Ҡоролтай Embassy 1000 әһәмиәтле мәҡәлә
Һайланған мәҡәлә
Парад Победы на Красной площади 24 июня 1945 г. (22).jpg

Еңеү көнө — 19411945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы, һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.

1945 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия Берлинға яҡынлаша. Операция алдынан совет ғәскәрҙәрендә бөтәһе 1 900 000 һуғышсынан торған 149 уҡсы, 12 кавалерия дивизияһы, 13 танк һәм 7 механизацияланған корпус, 15 айырым танк һәм үҙйөрөшлө бригада иҫәпләнә. Операцияла Польша Ғәскәренең 1-се һәм 2-се армияларының 10 пехота, 1 танк дивизияһы, шулай уҡ 1 айырым кавалерия дивизияһы ҡатнашып, уларҙа йәмғеһе 155 900 кеше була. Берлинға һөжүмдә бөтәһе 2 миллиондан ашыу һалдат һәм офицер, 6 250 танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 41 600 орудие һәм миномет, 7 500 самолет ҡатнаша.

Немец ғәскәрҙәре Одер һәм Нейсе йылғаларының көнбайыш ярҙарында оборона тота. Берлин эргәһендә һәм ҡаланың үҙендә составында 62 дивизия (шул иҫәптән 48 пехота, 4 танк һәм 10 моторлаштырылған), 37 айырым пехота полкы, 100-гә яҡын айырым пехота батальоны, бихисап артиллерия частары һәм подразделениелары иҫәпләнгән ғәскәр төркөмө туплана. Унда миллион тирәһе кеше, 1 500 танк, 10 400 орудие һәм миномет, 3 300 хәрби самолет була. Берлин ҡеүәтле нығытмаға әйләндерелә һәм урам һуғыштарын алып барыуға әҙерләнә. Ҡала тирәләй өс оборона ҡулсаһы булдырыла, ҡала эсендә һәр береһендә меңләп һалдаты булған гарнизонлы 400-ҙән ашыу тимер-бетон ут нөктәһе ҡорола. Берлин гарнизонының үҙендә яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.

Берлин операцияһы барышында Ҡыҙыл Армия 78 291 һуғышсыһын юғалта, санитар юғалтыуҙар 274 184 кеше тәшкил итә. Йәғни тәүлегенә 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк була. Польша ғәскәрҙәре 8 892 мең кешеһен юғалта, уларҙың 2825-е һәләк була.

1945 йылдың 1 майында таң менән, Рейхстагты штурмлағанда, кесе лейтенант А. П. Берест етәкселегендә сержант Михаил Егоров менән кесе сержант Мелитон Кантария Рейхстаг бинаһы түбәһенә Еңеү байрағын ҡаҙай. Әммә бынан бер көн алда, 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта, гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков етәкселегендә Рейхстагка беренселәрҙән булып Ҡыҙыл байраҡты Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Янағош ауылы егете Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы ҡаҙай ↪ дауамы…

Исемлек | Үҙгәртеү

Яҡшы мәҡәлә
Coat of Arms of Bashkir ASSR.png

Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы — РСФСР составында башҡорт халҡының автономлы республикаһы.

1919 йылдың 20 мартында Ырымбур губернаһының төньяҡ өйәҙҙәре (кантондары) биләмәләрендә ойошторолған. Территорияһында ҡалалар булмағанлыҡтан, тәүге ваҡытта күрше Өфө губернаһында урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡалаһынан идара ителгән.

1925 йылдың 27 мартында БАССР-ҙың беренсе Конституцияһы ҡабул ителә. Был конституция Башҡортостандың кантондарға бүленешен билдәләгән; уның буйынса Башҡорт АССР-ы Арғаяш, Бәләбәй, Бөрө, Йылайыр, Мәсәғүт, Стәрлетамаҡ, Тамъян-Ҡатай һәм Өфө кантондарынан торған. Граждандар йыйылыштарҙа, судта, идаралыҡта һәм ижтимағи тормошта үҙ телендә һөйләшеү һәм яҙыу хоҡуғын алған. Бер үк ваҡытта республикала йәшәгән аҙ һанлы милләттәргә лә мәктәптә үҙ телдәрендә уҡытыу хоҡуғы тәьмин ителгән. Рәсми телдәр булып башҡорт һәм урыҫ телдәре танылған.

1990 йылдың 11 октябрендә «Башҡорт АССР-ы суверенитеты тураһында» декларация ҡабул ителә.

1992 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ы үҙ атамаһын Башҡортостан Республикаһы тип үҙгәртә.

1992 йылдың 31 мартында Рәсәйҙең башҡа республикалары менән бергә Башҡортостан исеменән дә яңы федератив килешеүгә ҡул ҡуйыла. ↪ д а у а м ы…

Исемлек | Үҙгәртеү

Аҙналағы рәсем
Axis axis (Nagarhole, 2010).jpg
Нагархол милли паркында болан, Һиндостан.

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Бөгөн: 23 май

Үҙгәртеү | 24 май

Ҡыҙыҡ мәғлүмәт

Үҙгәртеү | Архив | Тәҡдим

Туғандаш проекттар
Төрки телдәрендәге бүлектәр