Эстәлеккә күсергә

Ҡоншаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡоншаҡ
Герб
Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Ҡоншаҡ

Ауыл биләмәһе

Ҡоншаҡ

Координаталар

55°42′00″ с. ш. 61°33′00″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

XVIII быуат

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1763 йыл

Халҡы

6296[1] кеше (2010)

Милли состав

татарҙар, башҡорттар, урыҫтар

Конфессиональ составы

мосолмандар

Телефон коды

+7 35148

Почта индексы

456730

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

75 236 830 001

Код ОКТМО

75 636 430 101

Номер в ГКГН

0012504

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡоншаҡ (Рәсәй)
Ҡоншаҡ
Ҡоншаҡ
Ҡоншаҡ (Силәбе өлкәһе)
Ҡоншаҡ

Ҡоншаҡ — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы үҙәге. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһенең үҙәге.

Ауыл Силәбе өлкәһенең төньяғында, Силәбе ҡалаһынан 85 км төньяҡтараҡ, Ҡоншаҡ күленең көньяҡ-көнбайышындағы бәләкәй күлдәр яр буйҙарында урынлашҡан. Ҡоншаҡ тимер юл станцияһы ауылдан төньяҡ‑көнбайыштараҡ 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Иҫәт провинцияһы башҡорттары тарафынан нигеҙ һалына. Тәүге тапҡыр 1763 йылда телгә алына. Һуңыраҡ Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ улусының үҙәге була[2].

1869 йылда 4 мәсет теркәлгән. XX быуат башында ауылда өс синыфлы мәктәп һәм мәҙрәсә эшләгән.

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составында була.

1930 йылдан Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы үҙәге. 1934 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы үҙәге.

1869 1920 1959 1989
2473 6531 4199 5546
Халыҡ иҫәбе
2002[3]2010[1]
59936296

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар (77,5 %), башҡорттар (12,7 %), урыҫтар (8 %) йәшәй[4].

Халҡы башлыса ауыл хужалығында эшләй. Ҡоншаҡта балыҡ эшкәртеү заводы, лесхоз, нефть базаһы, асфальт-бетон заводы һәм башҡа предприятиелар бар.

Урта һәм башланғыс мәктәптәр, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, көрәш бүлеге булған балалар һәм үҙмерҙәр спорт мәктәбе, Ҡадир Даян исемендәге үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 2 мәсет бар. Ҡоншаҡта шулай уҡ Башҡорт‑татар мәҙәниәт үҙәге һәм «Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы эшләй[2].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]