Эстәлеккә күсергә

Һикәлекүл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Һикәшкүлем битенән йүнәлтелде)
Һикәлекүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Исмаил ауыл Советы (Дүртөйлө районы)
Халыҡ һаны 165 кеше (2002)[1],
188 кеше (2009)[1],
170 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452328
Карта

Һикәлекүл (рус. Сикаликуль; башҡа атамалары Һикәшкүлем, Зинаракүл) — Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 170 кеше[3]. Почта индексы — 452328, ОКАТО коды — 80224810009.

Ауыл Шишмә ауылынан күсенеп төпләнеүселәр иҫәбенә хасил була. Тәүҙә ундағы 2 ихатала 13 башҡорт йәшәй. 1816 йылғы рәүиздә Шишмә һәм Һикәлекүлдә бергә 188 башҡорт теркәлә. Артабан да был ике ауыл халҡы бергә ҡушып иҫәпләнелә. 1920 йылдағы тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу сараһында Һикәлекүл ауылы 72 ихатаһы булған һәм 379 башҡорт йәшәгән айырым тораҡ пункты тип теркәлә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 170 70 100 41,2 58,8

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 25 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Шишмә): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Бүздәк): 150 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]