Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше
Был мәҡәлә Яҡшы мәҡәләләргә кандидат. |
Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше | |
Дәүләт | Рәсәйҙең территориаль бүленеше[d] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан |
Башҡортостан автономияһының административ-территориаль бүленеше — Башҡортостан автономияһы сиктәрендә территориаль берәмектәр системаһы. Ырымбурҙа 1917 йылдың 8 — 20 декабрендә үткән III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында (съезында) билдәләнә. Съезд Башҡортостан автономияһын раҫлай һәм уның сиктәрен ҡарай. Ойоштороу ҡоролтайы «Бәләкәй Башҡортостан» сиктәрендә автономияны раҫлай һәм уның территорияһында өйәҙҙәр урынына 75 улусҡа (волость) бүленгән 9 кантон булдырыу ҡарарын ҡабул итә. 1919 йыл башына кантондарҙың дөйөм һаны 13 була.
Һуңғараҡ 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт Хөкүмәте совет власы яғына күскәндән һәм 1919 йылдың 20 мартында "Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү"енә ҡул ҡуйғандан һуң, ошо уҡ 13 кантондан торған Башҡорт АССР-ының административ-территориаль бүленеше нығытыла.
Тәүтарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорттарҙың ғәскәр ҡоролошон иҫебеҙгә алып, беҙ Башҡортостанды кантондарға бүлдек. Кантондар, үҙ сиратында, участкаларға бүленде һәм урындағы комитеттар булдырылды[1].
1865 йылда Ырымбур губернаһы бүленгәс, Башҡортостандың берҙәм административ идаралығы булмай һәм Октябрь революцияһына тиклем Урал буйының биш губернаһы: Өфө, Ырымбур, Пермь, Вятка һәм Һамар — составына инә. Башҡортостан территорияһының төп өлөшө Өфө (Бөрө, Бәләбәй, Златоуст, Минзәлә, Өфө һәм Стәрлетамаҡ өйәҙҙәре) һәм Ырымбур губерналары (Силәбе, Троицк, Ырымбур, Орск, Верхнеурал өйәҙҙәре) составына ингән; Һамар, Вятка һәм Пермь губерналарында башҡорттар сик буйындағы райондарҙа йәшәгән һәм халыҡтың 3 % -ын тәшкил иткән[2][3]. Революцияға тиклемге 1914 йылғы Рәсәйҙә административ-территориаль бүленеш бөтә территория өсөн бер төрлө булған һәм башлыса өс эре берәмектән торған: губерна, өйәҙ, улус[4].
Рәсәй империяһында ҡабул ителгән административ-территориаль бүленеш Башҡортостанда 1917 йылға тиклем һаҡланған. 15 ноябрҙә Башҡорт үҙәк советы (шура) Башҡортостан автономияһын иғлан итеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Унда былай тиелгән ине: «Башҡорт өлкә советы Ырымбур, Өфө, Һамар һәм Пермь губерналарының башҡорт биләмәләрен бөгөндән 15 ноябрь көнөнән Рәсәй Федерацияһының автономиялы өлөшө тип иғлан итә». Һуңыраҡ «Правда» гәзитендә, Башҡорт советы «Ырымбур губернаһы территорияһында автономия тормошҡа ашыра башланы», тәүҙә автономия составына Ырымбур губернаһының 44 башҡорт улусы һәм Пермь губернаһының Шадринск һәм Екатеринбург өйәҙҙәренең 8 улусы инде, тип хәбәр ителә[5][6][7][8]. 2-се фарман (декларация) буйынса "Пермь губернаһының Шадринск, Екатеринбург өйәҙҙәре, бөтә Ырымбур губернаһы башҡорттарына һәм Башҡорт үҙәк Советынан Башҡорт округ һәм район советтарына) һигеҙ кантонға (текста — кантонлыҡтар) бүленергә тейеш булған:
- Аллабирҙе, Иманғол, Таймаҫ, Мораптал һәм Бөрйән улустары, һәм шулай уҡ Ҡыпсаҡ һәм Яңы Башҡорт улустары — ваҡытлыса;
- Беренсе, Икенсе Ҡара-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Бошмалын һәм Йомағужа улустары;
- Сәлих, Беренсе, Икенсе, Өсөнсө, Дүртенсе, Бишенсе һәм Алтынсы Үҫәргән һәм Үҫәргән-Хәбибулла улустары;
- Беренсе, Икенсе Түңгәүер, Беренсе, Икенсе, Өсөнсө, Бишенсе Бөрйән, Бөрйән-Таналыҡ һәм Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улустары;
- Тамьян-Түңгәүер, Ҡатай һәм Ғосманғәле улустары;
- Күбәләк-Тиләү, Типтәр-Учалы, Байһаҡал, Мулдаҡ һәм Таңғатар улустары;
- Ичкин, Ҡытай, Һарт-Ҡалмыҡ һәм Ҡараһыу улустары;
- Һыҙғы, Черлын, Мөхәмәтҡол, Мәтәле, Һолтай, Һары, Күлмәк, Ҡарапул, Әмин, Башҡорт-Тапсын, Бүре, Бәғрәктамаҡ һәм Түләк улустары[9].
Был кантондарҙа башҡорт революция ойошмалары ҡарамағына йәмәғәт тыныслығын күҙәтеү; земство, дәүләт, ер һәм донъяуи йыйымдар һәм уларҙы тотоноу; суд; ер, урман, һыу һәм юл эштәре менән идара итеү; милиция; халыҡ мәғарифы һәм аҙыҡ-түлек мәьәләләрен хәл итеү күскән. Улус земстволары кантон идаралыҡтарына һәм Башҡортостан өлкә советына буйһонған. Кантон идаралығы составына хәҙерге өйәҙ земстволары гласныйҙары һәм район башҡорт советтары вәкилдәре ингән[10].
Автономия иғлан итеү 1917 йылдың 2 ноябрендәге "Рәсәй халыҡтары хоҡуҡтары декларацияһы"нда нығытылған милләттәрҙең үҙбилдәләнеше принцибына ҡаршы килмәгән, ләкин ул ойошторолған көн Ырымбурҙа властың атаман Дутовҡа күсеү көнө, ысынында иһә тәбәктә граждандар һуғышы башланған көн менән тап килгән[7], когда в крае фактически началась гражданская война[8].
Автономлы Башҡортостан проектын тормошҡа ашырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырымбурҙа 1917 йылдың 8-20 декабрендә үткән III Башҡорт ҡоролтайының беренсе пленар ултырышы автономиялы Башҡортостан сиктәрен ҡарай һәм автономияны раҫлай[7][11]. Мәсьәләне ҡарау барышында башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры Әхмәтзәки Вәлидов өс карта («Оло Башҡортостан», «Бәләкәй Башҡортостан», «Көнсығыш Рәсәйҙең ирекле мосолман өлкәләре федерацияһы») һәм ике вариантта проект әҙерләгән була[5][12].
Беренсе вариант («Бәләкәй проект») Ырымбур һәм Өфө губерналарының башҡорттар йәшәгән төп территорияны, шулай уҡ Һамар һәм Пермь губерналарының бер өлөшөн үҙ эсенә ала. Икенсе вариантҡа («Оло проект», шулай уҡ «Бөйөк Башҡортостан») — башҡорттар йәшәгән Екатеринбург, Шадринск, Красноуфимск өйәҙҙәрен һәм, башҡорттарҙан тыш, сыуаштар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар йәшәгән «Бәләкәй Башҡортостан» биләмәһе ингән[5][12].
III Ойоштороу ҡоролтайы көнсығыш Башҡортостан сиктәрендә («Бәләкәй Башҡортостан») автономияны раҫларға, ә уның территорияһында өйәҙҙәр урынына 75 улусҡа бүленгән 9 кантон: Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Барын-Табын, Ялан, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән кантондарын ойошторорға ҡарар иткән[5][12].
Автономлы Башҡортостандың кантондры һәм улустарының тәүге исемлеге[13][14] | ||
---|---|---|
Кантон атамаһы | Улустар | Бөтәһе |
Барынтабын | Һыҙғы, Чирле, Мөхәмәтҡол, Мәтәле, Һолтай, Һары, Күлмәк, Ҡараболаҡ, Иккүл, Мяколш, Әмин, Башҡорт-Теча, Бүре, Түләк, Бәғәрәктамаҡ | 15 |
Бөрйән-Түңгәүер кантоны | 1—2 Түңгәүер, 1—5 Бөрйән, Кананикольск, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Преображенск | 10 |
Ете ырыу кантоны | Аллабирҙе, Иманғол, Таймаҫ, Мораптал, Бөрйән, Сәйет, Көйөргәҙе, Разномойкин | 8 |
Ичкин-Ҡатай | Ичкин, Ҡатай, Һарт-Ҡалмыҡ, Карасев | 4 |
Ҡыпсаҡ кантоны | Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бошманһыуын-Ҡараҡыпсаҡ, Йомағужа, Ташлы, Ҡараҡыпсаҡ | 5 |
Ҡыуаҡан кантоны | Типтәр-Учалы, Туңғатар, Муллаҡай, Байһаҡал, Покров, Елизаветин, Мейәс, Кирәбе | 8 |
Тамьян-Ҡатай кантоны | Тамьян-Түңгәүер, Ҡатай, Уҫманғәле, Күбәләк-Тиләү, Белорет, Әүжән-Петровск, Үҙән, Ҡағы, Ломовский, Тирлән | 10 |
Туҡ-Соран кантоны | Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Йомран-Табын, Сәйет | 4 |
Үҫәргән кантоны | 1—6 Үҫәргән, Ново-Покров, Фёдоровский, Үҫәргән-Хәйбулла, Сәлих, Новониколаевский | 11 |
Бөтәһе | 75 |
Башҡортостан территорияһын кантондарға бүлеү менән бәйле, ҡоролтайҙа «Кантон идаралығы тураһында положение» ҡабул ителә. Кантон идаралығы кантон съезы тарафынан ойошторола. Ул кантон думаһынан һәм кантон башҡарма идаралығынан торған. Беренсе кантон думаһы айырым һайлау законы буйынса һайланғанға тиклем был кантондың өйәҙ земство гласныйҙарынан һәм район башҡорт советтары — төбәк шуранан — берәр вәкилдән торған. Улус һәм урындағы үҙидара һаҡланып ҡалған, ә өйәҙ земство учреждениелары бөтөрөлгән[15].
1918 йылдың ғинуарында Минзәләлә өйәҙ мосолман съезы була, унда делегаттарҙың күбеһе Башҡортостан автономияһы яҡлы була, әммә Өфө Милли йыйылышы (Милли мәжлес) Минзәләгә «башҡорттарҙың штатҡа ҡушылыуы тураһында» телеграмма ебәрә, был иһә ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Был сәйәси аҙым Урал-Волга штаты яҡлыларға Минзәлә өйәҙендә кәрәкле һанда тауыш йыйырға ярҙам итте. Һуңыраҡ II Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы эшендә ҡатнашыу өсөн Имаҡов Таһир Ғилман улы етәкселегендәге башҡорт делегацияһы ебәрелә, унда башҡорт фракцияһы татарҙарҙы Башҡортостан автономияһына ярҙам итергә күндерә алмай, ә һуңыраҡ съезд Ҡазан эшсе һәм һалдат депутаттары советы тарафынан таратыла. Һөҙөмтәлә башҡорт милли хәрәкәте — үҙ аллы автономия, ә татар эшмәкәрҙәре Татар-Башҡорт республикаһы өсөн сығыш яһай, уның идеяһы артабан Татар-Башҡорт совет республикаһы рәүешендә үҫеш ала[16][17].
1918 йылдың 27 ғинуарынан 30-ына тиклем 16 улустың съезы уҙғарыла, унда Арғаяш кантонын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә[18].
Ырымбур губернаһы территорияһын автономиялы Башҡортостан составына индереү Ырымбур губерна земство башҡармаһының иғтибарынан ситтә ҡалманы, был башҡарма губерна территорияларын автономия составына индереү өсөн хөкүмәттән нигеҙ һораны. Яуап итеп хөкүмәттең эске эштәр бүлеге Башҡортостан картаһының өлкә съезы тарафынан 1917 йылдың 8-20 декабрендә раҫланған күсермәһен ебәрә. «Башҡортостанға автономиялы идара итеүҙе аҙағынаса тормошҡа ашырыу буйынса ваҡытлыса саралар» һәм Илдархан Ибраһим улы Мутиндың Ер программаһы буйынса доклады[18].
Мәсьәләне хәл итеү өсөн Ырымбур губерна земство башҡармаһы Ырымбур архив комиссияһының ултырышын йыйған, ул башҡорттпрҙыҡы түгел тип һанаған киләһе улустарҙы Башҡортостан составына индереүҙе шик аҫтына ҡуйған:
- Ете ырыу кантоны — Көйөргәҙе һәм Разномайкин улустары;
- Ҡыпсаҡ кантоны — Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Ташлы һәм Ҡараҡыпсаҡ улустары;
- Үҫәргән кантоны — Ново-Покров, Фёдоровский һәм Ново-Никольский улустары;
- Бөрйән-Түңгәүер кантоны — Кананикольский һәм Преображенский улустары;
- Тамьян-Ҡатай кантоны — Белорет, Әүжән-Петровский, Ҡаға, Ломовский һәм Тирлән улустары;
- Ҡыуаҡан кантоны — Покровский, Елизаветин һәм Мейәс улустары;
- Барынтабын кантоны — бөтә улустар[19].
Башҡортостандың Ваҡытлы революцион Советы проекты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һуңыраҡ, 1918 йылдың 16 февралендә, Мосолман хәрби-революцион комитеты (МВРК) «өлкә шураһы башында торған кешеләрҙе контрреволюцияла ҡатнашыусылар булараҡ ҡулға алыу тураһында» ҡарар ҡабул итә[20], ә 1918 йылдың 17 февралендә Ырымбурҙа Башҡорт хөкүмәте ағзалары ҡулға алына[21][22]. Шуның менән бәйле, «Тулҡын» йәштәр ойошмаһы инициативаһы буйынса шул уҡ көндө Ырымбурҙа Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы (ВРСБ) ойошторола[23]. Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы совет платформаһында торһа ла, автономия мәсьәләләрендә Башҡорт өлкә шураһы менән бәйләнешен таный, йәғни «Башҡортостан автономияһы тураһында»ғы положениеның нигеҙенә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (съезд) ҡарарҙары ята[6][24][25]. Был положение автономиялы Башҡортостанды Рәсәй составына ингән федератив штат тип иғлан итә[26][27].
РСФСР Милләттәр эштәре Халыҡ Комиссариаты тәҡдим иткән проектта билдәләнеүенсә, автономиялы Башҡортостандың үҙәге булып көнсығыш өлөшө тора, уның составына Красноуфимск өйәҙенең көньяҡ, Екатеринбургтың көньяҡ-көнсығыш өлөшө, Силәбе өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө, Троицк өйәҙенең көнбайыш өлөшө, Верхнеурал өйәҙенең көнбайыш өлөшө Орск өйәҙенең төньяҡ-көнбайыш өлөшө һәм Ырымбур өйәҙенең төньяҡ өлөшө инә, шулай уҡ көнбайыш өйәҙҙәре: Уҫы районының көньяҡ, Бөрө өйәҙенең көньяҡ-көнбайыш, Минзәлә, Бөгөлмә, Боғорослан өйәҙҙәренең көнсығыш өлөштәре, Стәрлетамаҡ өйәҙенең төньяҡ-көнсығыш өлөшө ҡушылыуы тураһында һүҙ барҙы. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Ваҡытлы революцион Советы автономияның сиктәре тураһында мәсьәлә ныҡлап хәл ителмәгән тип иҫәпләй[6][24][25].
Әммә РСФСР хөкүмәтендә Башҡортостан автономияһы тураһында мәсьәлә айырым ҡаралмаған, сөнки Шәфиев Бәхтегәрәй Әғзәм улы (БВРС рәйесе урынбаҫары) был ваҡытҡа Татар-Башҡорт Совет Республикаһын ойоштороу проекты менән килешә, ә Ырымбур губерна комитетының 1918 йылдың 30 мартындағы ҡарары менән Башҡортостандың Ваҡытлы революцион советы таратылған була.
Башҡортостандың артабанғы йәшәүе Татар-Башҡорт Совет Республикаһы составында ҡарала. Башҡорт революцион комитеты ағзалары Ырымбур губерна комитеты ҡарары менән ризалашмай һәм эшен дауам итеү өсөн Стәрлетамаҡ ҡалаһына күсеп килә, ләкин БВРС унда 1918 йылдың 3 майында рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында белдерә[6][24][26].
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан Ваҡытлы революцион Советы проекты башланғанға тиклем март башында автономиялы Башҡортостанға ҡушылыу маҡсатын ҡуйған Борай ихтилалы башлана. Шуның өсөн Борай башҡорт милли советы (шура) төҙөлә, ә улус территорияһы һәм уның эргәһендәге тағы ете биләмә «Борай кантоны» тип иғлан ителә. 27 мартта уҡ сығыш баҫтырыла, ә Борай кантоны бөтөрөлә[28].
Башҡортостан автономияһы проектын артабан тормошҡа ашырыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1918 йылдың 4 апрелендә атаман Дутов отряды тарафынан Башҡорт хөкүмәте ағзалары һаҡ аҫтынан азат ителә, ә майҙа Башҡортостан автономияһын таныуҙы ҡараған Ваҡытлы Себер хөкүмәте менән килешеү төҙөй. Аҡтар баҫып алғанда, Башҡортостан формаль рәүештә автономия һаналған һәм 13 кантондан торған. Ысынында иһә, территорияла Башҡорт хөкүмәте генә түгел, Себер хөкүмәте, Комуч һәм урыҫ чиновниктарынан торған элекке өйәҙ хакимиәттәре системаһы ярҙамында атаман Дутов идара иткән[6].
1918 йылдың сентябренә ҡарата Автономиялы Башҡортостан кантондары һәм улустары исемлеге[29] | |||
---|---|---|---|
Кантон атамаһы | Волости | Административ үҙәк | Всего |
Арғаяш кантоны | Һыҙғы, Мәүлит, Мөхәмәтҡол, Мәтәле, Черлинский, Һолтай, Әмин, Башҡорт-Теча, Ҡонашаҡ, Түләк, Бүое, Байбурасҡар, Бәғәрәктамаҡ, Ҡунаҡбай, Һары, Ҡарабол, Макрушинский | Арғаяш ауылы | 17 |
Бөрйән-Түңгәүер кантоны | 1-се Бөрйән, 2-се Бөрйән, 3-сө Бөрйән, Бөрйән-Таналыҡ, 4-се Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Байназар, 1-се Түңгәүер, 2-се Түңгәүер | Баймаҡ ауылы | 9 |
Ете ырыу кантоны | Иманғол, Аллабирҙе, Бөрйән, Мораптал, Таймаҫ | Икенсе Иманғол | 5 |
Дыуан кантоны | Нәсибаш, Ҡалмаҡҡол, 1-се Әйле, 2-се Әйле, Мырҙалар, Үрге Ҡыпсаҡ, Дыуан-Мәсетле, Яңыбай, Яңы Балаҡатай, Түбәнге Ҡыйғы, Яхъя, Ибрай | Арҡауыл ауылы | 12 |
Ҡыпсаҡ кантоны | Бөрйән-Ҡыпсаҡ, 1-се Ҡараҡыпсаҡ, 2-се Ҡараҡыпсаҡ, Йомағужа, Бошман-Һыуын-Ҡараҡыпсаҡ | Мораҡ ауылы | 5 |
Көҙәй кантоны | Урман-Көҙәй, Илек, Бүләкәй-Көҙәй, Иглин | Таутөмән ауылы | 4 |
Ҡошсо кантоны | Билән, Шәкүр, Теләш, Оло Аҡа, Яңы Златоуст, Сажин, Әжеғол, Манчар, Ювинский, Оло Ҡошсо | Оло Аҡа ауылы | 10 |
Табын кантоны | Бишауыл-Уңғар, Биштәкә, Кәлсер-Табын, Кесе-Табын, Бишҡайын, Дыуан-Табын, Ново-Андреевский, Өршәк-Мең, Гәрәй-Ҡыпсаҡ | Еҙем-Ҡаран ауылы | 9 |
Тамьян-Ҡатай кантоны | Тамьян-Түңгәүер, Күбәләк-Тиләү, Типтәр-Учалы, Ахун, Ҡатай, Уҫманғәле, Байһаҡал, Туңғатар, Мулдаҡай | Верхнеурал ҡалаһы | 9 |
Туҡ-Соран кантоны | Ҡыпсаҡ, Яңы Башҡорт, Йомран-Табын, Туҡ | Ғүмәр ауылы | 4 |
Үҫәргән кантоны | Сәлих, 1-се Үҫәргән, 2-се Үҫәргән, 3-сө Үҫәргән, 4-се Үҫәргән, 5-се Үҫәргән, 6-сы Үҫәргән, Үҫәргән-Хәйбулла | Ейәнсура ауылы | 8 |
Юрматы кантоны | Ҡарамыш, Петровский, Маҡар, Илсек-Тимер, Аҙнай, Бошман-Ҡыпсаҡ, Мәләүез, Ҡурағош, Сытырман, Ҡалҡаш, Петровский, Татьяновский, Рязановский | Ергән ауылы | 13 |
Ялан кантоны | Ичкин, Ҡатай, Һарт-Ҡалмыҡ, Һарт-Әбдрәшит, Карасевский | Тәңрекүл ауылы | 5 |
Бөтәһе | 110 |
Совет власы яғына сығыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]§3. Кантон һүҙе әлегә тиклем Башҡорт Совет Республикаһында йәшәп килгән өйәҙҙәргә хас административ бүленеште генә аңлата.
1918 йылдың 4 ноябрендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте Башҡорт хөкүмәтенең, Комучтың һәм башҡа өлкә хөкүмәттәренең эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итә[30]. Һуңынан Омск хөкүмәте лә 1918 йылдың 21 ноябрендә Башҡорт хөкүмәтен һәм ҡаҙаҡ Алаш автономияһын юҡ итеү тураһында бойороҡ сығара, был Башҡорт хөкүмәтен совет власы яғына сығырға мәжбүр итә[3][31][32]. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 20 мартында Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүенә ҡул ҡуйыла, уның буйынса Башҡорт АССР-ы составына Ырымбур, Орск, Ырымбур губернаһының Верхнеурал, Троицк, Силәбе өйәҙҙәре инә; Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ, Өфө һәм Златоуст өйәҙҙәре; Пермь губернаһы Шадринск, Екатеринбург һәм Красноуфимск өйәҙҙәре һәм Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙе Урман-Табын улусы, ә баш ҡала итеп ваҡытлыса Темәс биҫтәһе билдәләнә[4][33][34][35][36][37].
Тимәк, республика көнсығыш Башҡортостан сиктәрендә генә булдырылған, ә көнбайыш тураһында мәсьәлә асыҡ ҡалған. Башҡорт АССР-ының анығыраҡ сиктәре республика составына ингән улустар һәм халыҡтан һорау алғанға тиклем ситтә ваҡытлыса ҡалдырылған улустар һаналған 2, 3 һәм 4 параграфтар менән билдәләнә[38][39].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Валиди, 1994, с. 215
- ↑ Раимов, 1952, с. 56
- ↑ 3,0 3,1 Свод законов. Том I, 2005, с. 8—21
- ↑ 4,0 4,1 Хисматуллин, 2003, с. 3—8
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 Парламентаризм в Башкортостане, 2005, с. 47—56
- ↑ 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 Самигуллин, 1991, с. 9—14
- ↑ 7,0 7,1 7,2 Янгузин, 1997, с. 50
- ↑ 8,0 8,1 Кульшарипов, 2000, с. 118
- ↑ Башкирия в 1917 году, 2017, с. 493—495
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 227
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 125
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Кульшарипов, 2000, с. 127
- ↑ Свод законов. Том I, 2005, с. 85—89
- ↑ Башкирия в 1917 году, 2017, с. 493—495
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 229
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 135—136
- ↑ Кульшарипов, 2010, с. 132—133
- ↑ 18,0 18,1 Газизов, 2008, с. 56
- ↑ Газизов, 2008, с. 57—58
- ↑ Янгузин, 1997, с. 52
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 123
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 231
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 148
- ↑ 24,0 24,1 24,2 Гильманова, 2013, с. 61—67
- ↑ 25,0 25,1 Янгузин, 1997, с. 53
- ↑ 26,0 26,1 Кульшарипов, 2000, с. 150
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 232
- ↑ Хамидуллин, 2015
- ↑ Ярмуллин, 2017, с. 215—216
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 188
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 195
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 240
- ↑ Самигуллин, 1991, с. 15—18
- ↑ Янгузин, 1997, с. 59—60
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 216
- ↑ Еникеев и др., 2007, с. 246
- ↑ Ясыбаева, 2011
- ↑ Раимов, 1952, с. 256—263
- ↑ Самигуллин, 1991, с. 21
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1917—1919 гг. // Свод законов и нормативных правовых актов Башкортостана / пред. редколлегии Толкачёв К.Б.. — Уфа: Секретариат Государственного Собрания — Курултая — Республики Башкортостан, 2005. — Т. I. — 512 с. — ISBN 5-85051-370-1. — УДК 34(470.57)(094.4)(G)
- История административно-территориального деления Республики Башкортостан (1708—2001). Сборник документов и материалов / отв.: Хисматуллин А. А.. — Уфа: Китап, 2003. — 536 с. — ISBN 5-295-03286-8. — УДК 94(470.57)(G)
- Азнагулов В.Г., Хамитова З.Г. Книга первая // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 662 с. — ISBN 5-8258-0203-7. — УДК 930(G)
- Ярмуллин А.Ш. У истоков Башкирской республики. Биографии деятелей Башкирского национального движения (1917—1920 гг.). — Уфа: Китап, 2017. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06659-7.
- Самигуллин В.К. Конституционное развитие Башкирии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 174 с. — ISBN 5-295-00665-4. — УДК 930(G)
- Башкирия в 1917 году. Сборник документов и материалов / сост. Рахимов Р.Н.. — Уфа: Китап, 2017. — 304 с. — ISBN 978-5-295-06789-1. — УДК 94(470.57)(G)
- История Башкортостана (1917—1990 гг.): Учебник / под общ. ред. Янгузина Р.З.. — Уфа: Издательство Башкирского университета, 1997. — 276 с. — ISBN 5-7477-0179-7.
- Раимов Р.М. Образование Башкирской Автономной Советской Социалистической Республики. — М.: Издательство академии наук СССР, 1952. — 525 с.
- Еникеев 3.И., Еникеев А.3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- Кульшарипов М.М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-X.\
- История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред.: Кульшарипов М.М.. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2. — УДК 94(470.57)(G)
- История башкирский родов. Ельдяк / ред.:Хамидуллин С.И.. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Т. 13. — 600 с. — ISBN 978-5-85051-650-5. — УДК 39(470.57)(G)
- Заки Валиди Тоган. Воспоминания: Борьба народов Туркестана и других восточных мусульман-тюрков за национальное бытие и сохранение культуры. — Уфа: Китап, 1994. — 383 с. — ISBN 5-295-01269-7.
- Самигуллин В.К. Конституционное развитие Башкирии. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1991. — 174 с. — ISBN 5-295-00665-4. — УДК 930(G)
- Газизов Р.Р. Деятельность Временного революционного совета Башкортостана: дисс. к.и.н.. — Уфа: БашГУ, 2008. — 198 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гильманова В.Н. Территориальный вопрос в процессе национально-государственного строительства в Башкортостане в 1917 - 1934 гг. // РГБ : дисс.. — Уфа, 2013. — ISSN 1683-3554.
- Ясыбаева Р.С. Формирование системы расселения Зауралья // Наука и современность : науч. статья. — Новосибирск: Центр развития научного сотрудничества, 2011. — № 9—1. — С. 61—67. — УДК 911.37(G)