Эстәлеккә күсергә

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишмулла Дилмөхәмәтов
Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы
Тыуған

15 сентябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Йылайыр районы Иҫке Яҡуп ауылы

Үлгән

19 октябрь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (56 йәш)

Үлгән урыны

Өфө БАССР

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы — 1975
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Дилмөхәмәтов Ишмулла Ишҡәле улы (15 сентябрь 1928 йыл19 октябрь 1984 йыл) — башҡорт актёры, атаҡлы ҡурайсы, йырсы һәм композитор. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1975), Башҡорт АССР-ының халыҡ (1973) артисы.

  • 1943 йылда Баймаҡ башҡорт колхоз-совхоз драма театры труппаһына ҡабул ителә һәм 1949 йылға тиклем шунда эшләй.
  • 1949—1952 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә.
  • 1973 йылда — «БАССР-ҙың халыҡ артисы» исеме бирелә.
  • 1975 йылда — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» исеме бирелә.

Ишмулла Дилмөхәмәтовтың үҙенсәлекле артист һәм ҡурайсы-башҡарыусы булып үҫешеүендә драма театрында эшләүе ҙур роль уйнай. 60-сы йылдарҙа ул башҡорт эстрадаһының алдынғы артистарының береһе, бик маһир ҡурайсы, талантлы йырсы-импровизатор, башҡорт фольклорының белгесе була.

Уның ижады менән ҡурайҙа элекке оҫталарҙың уйнауына хас булған өзләү ҡушып уйнауҙың тергеҙелеүе бәйле. И. Дилмөхәмәтовтың репертуарына күп башҡорт халыҡ вокаль һәм иструменталь көйҙәре инә: «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Зөлхизә», «Таштуғай», «Сыңрау торна», «Хәтирә» һ. б.

Дилмөхәмәтов либреттоһына Заһир Исмәғилев «Урал илселәре», «Аҡмулла», «Ҡаһым түрә» операларын яҙа. Рәсәй делегацияһы составында башҡорт сәнғәтен Францияла, Италияла, Швецияла, Швейцарияла, Германияла, Польшала, Венгрияла, Афғанстанда, Пакистанда, Бирмала, Иранда, Японияла тамашасыларға еткерә.

Ишмулла Дилмөхәмәтов йәшәгән йортҡа ҡуйылған таҡтаташ
  • 1984 йылда Өфө ҡалаһында вафат була.
  • Шакур Р. Ишмулла Дильмухаметов //Лауреаты премии имени Салавата Юлаева. Уфа, 1987.
  • Юрий Узиков. Исторические памятники Уфы. [1] (на рус.яз.) «Китап» нәшриәте, 1999, 39 с. ISBN 5-295-02294-3.
  1. YouTube сайтында Видео Песнь курая. Фильм Амира Абдразакова Об Ишмулле Дильмухаметове. 1980 г