Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. Прокудин-Горский фотоһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. Прокудин-Горский фотоһы
Нигеҙләү датаһы 1910
Атамаһы Милли кейемле башҡорт ҡатыны һәм File:Bashkir woman in national costume.jpg
Урын китапхана
Булдырыусы Прокудин-Горский Сергей Михайлович
Коллекцияләре Конгресс китапханаһы һәм китапхана
Милли кейемле башҡорт ҡатыны
Сергей Прокудин-Горский

Милли кейемле башҡорт ҡатыны — рус фотографы, (күренекле урыҫ химигы Менделеевтың уҡыусыһы), уйлап табыусы, нәшерсе, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре Прокудин-Горский Сергей Михайлович фотоһы. Фото 1910 йылда Өфө губернаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙерге Салауат районы) төшөрөлгән[1].

Фотоның тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1909 йылда Николай II император ул ваҡытта төбәктәрҙән фотографиялары менән танылып өлгөргән Сергей Михайлович Прокудин-Горскийға Рәсәйҙең төрлө өлкәләрендә йәшәгән халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен фотоларҙа теркәү өсөн махсус күрһәтмә бирә. Был күрһәтмәгә ярашлы, фотографҡа тимер юлында махсус вагон, һыу буйлап хәрәкәт итер өсөн пароход, йылғаларҙы аша сығырға моторлы кәмә бүленә, Урал тауҙары буйлап йөрөргә Екатеринбургҡа «Форд» автомобиле ҡайтарыла. Сәйәхәтендә уға урындағы түрәләр һәр төрлө булышлыҡ итергә тейешлеге, бөтә ергә лә ҡаршылыҡһыҙ үтергә рөхсәт ителеүе хаҡында документ бирелә.

1910 йылда ул Уралдағы сәнәғәт үҙәктәрендә, хәҙерге Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә була. «Яхъя ауылы» тигән цикл да шул ваҡытта төшөрөлә, Өфө губернаһы Шайтан-Көҙәй улусында (хәҙерге Салауат районы) була был.

Сергей Михайлович Прокудин-Горский 1944 йылда Парижда вафат булып ҡала. Вариҫтары Прокудин-Горскийҙың фотоархивын АҠШ конгресы китапханаһына һата.

Фото төшөрөлгәндән теүәл бер быуат үткәс, тап уның бүләһе Америка китапханаһының сайтында ошо һүрәттәрҙе күреп ҡала, Эхъя тип билдәләнгән фотоларҙы тап Яхъя күренештәре тип таный, туғандарына ебәрә.

Өфөлә йәшәгән туғаны Айгөл Яппарова фотолағы күтәрмәлә ултырған ҡатынды күргәс, Фәрхиназ өләсәһе тип таный. Фәрхиназдың бүләсәре булып сыға ул. Бәләкәй сағынан танып белгән, уның әкиәттәрен, бәйеттәрен, эпостарын тыңлап үҫкән ейәнсәрҙәре Сания, Рәйфә әбейҙәренә күрһәтә.

Фәрхиназдың оло улы Ғәйнетдиндең ҡыҙы Сания Шәрәфетдинова видеояҙмала: «Яхъя ауылы халҡына батша власы шикләнеберәк ҡараған, нимә тиһәң дә, Салауат ерҙәре бит инде, шуның өсөн унда кешеләр нимә менән ҡыҙыҡһына, нимә менән йәшәй, шуны белергә фотографты ебәргән», — тип әйтеп ҡалдырған.

Ҡаҙағстан сигендә офицер булып хеҙмәт иткән Сайран исемле егеткә ҡаҙаҡ тарханы Үмәрбикә исемле ҡыҙын ҡалымһыҙ биргән. Ғаиләлә яңы донъя күргән ҡыҙ баланы Фәрхиназ тип атайҙар. Уны Мусабай ауылы егете, оҙон булғанға «Текә Шәрәй» ҡушаматлы Борхан улы Шәрәфетдингә кейәүгә оҙатҡандар. Уларҙың Фәсхетдин, игеҙәк Ғәйнетдин һәм Ғилметдин исемле улдары, Фәтиха исемле ҡыҙҙары тыуа.

Шәрәфетдин менән Фәрхиназ тимерлек тотҡан. Тимер юлды төҙөгән осорҙа Фәрхиназ төҙөлөшкә кәрәк ҡырҡ ломды ослап, шуны бер тоҡ аҡ онға алмаштырып алып ҡайтыр булған. Мыҡты ҡатын ҡыҙ-ҡырҡынға тәңкәнән балдаҡ һуғып та биргән.

Ейән-ейәнсәрҙәрен йыйып ер күрһәтеп тә килә, кистәрен уларға мауыҡтырғыс әкиәттәр, хикәйәттәр һөйләй. «Уҫаллығы ла, ихласлығы ла бар ине, ҡыйыулығы, тәүәккәллеге хаҡында һөйләп тораһы ла түгел», — тип иҫләй тоҡомдары уның хаҡында. Һыбай йөрөгән, мылтыҡтан атҡан, һунарға сыҡҡанында табышһыҙ ҡайтмаған.

Ейән-бүләләре алдынғы ҡарашлы, эшсән, ҡыйыу булыуҙары, техниканы ҡыйыу индереүҙәре менән танылған. Күрше Радио тигән ауылға ла уның улы Ғәйнетдин нигеҙ һалған.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф һәм Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Япарова — уның бүләсәре. Фәрхиназ ҡартинәйем һәләтле булмаһа, балалары талантлы булмаҫ ине, ти. Ҡартинәһенең Көртбаҫымдағы сабынлығы «Фәрхиназ соҡоро» тип аталған була.

«Берҙәмлек» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашҡан сит ил ҡунаҡтары ҡасандыр беренсе фотограф Прокудин-Горский эҙҙәре буйлап үтергә теләк белдерә. Фәрхиназдың ейәнсәрҙәре менән осрашалар, һорауҙар бирәләр.

Фәрхиназ, 91 йәшкә етеп, 1942 йылда вафат була. Физик яҡтан да, рухи йәһәттән дә көслө, ҡеүәтле башҡорт ҡатынының фотоһы иһә АҠШ Конгресы китапханаһында һаҡлана.

Яхъя ауылы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Прокудин-Горский төшөргән фотоларҙан күренеүенсә, Яхъя ауылы күркәм тәбиғәте менән генә түгел, ул заман өсөн ныҡлы ҡаралтылары, матур мәсете булыуы менән үҙе иғтибарға лайыҡ, бында тырыш, хужалыҡсан халыҡ йәшәгәне күренеп тора. Ауыл тимер юлдан алыҫ булмаған, ирҙәр шунда эшләгәндәрҙер, сөнки «Тимер юлсы башҡорт» тигән фото ла ошонан йыраҡ түгел төшөрөлгән[2].

Биҙәкләп үрелгән ситәнле йәшелсә баҡсаһында көнбағыштар сәскә атҡан. Йорттарҙың ҡапҡалары «урыҫ ҡапҡаһы» тип аталып йөрөтөлгән төрҙән, ҡоймалар буралап һалынған. Тәҙрәләр — семәрле ҡапҡаслы; йорт алды баҡсалары бар. Һарай, ихата — тәртиптә, төҙөк.

Милли кейемдәре бәҫле, ҡырма бүрек, эшләпә кейгәндәре аңлашыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Г. Ҡотоева. Башҡортомдоң аҫылы Фәрхиназ [3] 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
  • Башкирская деревня Эхъя [4]
  • В поисках деревни Эхья[5]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Наследие С. М. Прокудина-Горского» [6]
  • Дореволюционная Россия в цветных фотографиях Сергея Прокудина-Горского[7]
  • Редчайшие цветные фотографии Прокудина-Горского[8]
  • Как выглядела великая Россия до революции[9] 2018 йыл 23 июль архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. БАШҠОРТОМДОҢ АҪЫЛЫ ФӘРХИНАЗ[1] 2018 йыл 22 ғинуар архивланған.
  2. БАШКИРСКАЯ ДЕРЕВНЯ ЭХЬЯ[2]