Эстәлеккә күсергә

Сидней

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡала
Сидней
Sydney
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Австралия

Штат

Яңы Көньяҡ Уэльс

Координаталар

33°52′10″ ю. ш. 151°12′30″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1788

Ҡала с

1842

Майҙаны

12144,6 км²

Климат тибы

океаник

Халҡы

4504469 человек (2009)

Тығыҙлығы

371 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+10, йәйге UTC+11

Телефон коды

+61 2

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

cityofsydney.nsw.gov.au  (инг.)

Сидней (Австралия)
Сидней
Сидней
Сидней (Австралия Яңы Көньяҡ Уэльс)
Сидней

Си́дне́й[1] (ингл. Sydney, [ˈsɪdni][2] әйтелеше ) — 12 144,6 км² майҙаны менән Австралияның иң ҙур һәм иң боронғо ҡалаһы[3], 2017 йылдың июненә ҡарата халҡы 5 131 326 кеше тәшкил иткән[4]. Сидней Яңы Көньяҡ Уэльс штатының баш ҡалаһы иҫәпләнә. Ҡалаға 1788 йылда Филлип Артур нигеҙ һалған, ул бында Беренсе флот башлығында килә һәм Австралияла беренсе колониаль ултыраҡ төҙөй[5]. Колонистар ҡаланы Бөйөк Британия колонияларының министры лорд Сидней хөрмәтенә атаған.

Сидней Австралияның көньяҡ-көнсығыш яры буйында урынлашҡан. Ултыраҡ Тасман диңгеҙенән (~ 1 км) тар ҡултыҡ менән айырылыусы һуҙылып киткән Сидней-Харбор бухтаһының — Порт-Джэксон ҡултығының көньяҡ тармағының урта өлөшөндә урынлашҡан түңәрәк бәләкәй бухта ярында төҙөлә. Артабан ҡала Сидней-Харбор бухтаһынан көньяҡҡа ҡарай (бухтаның оҙонлоғо 20 км, киңлеге 1—3 км һәм тәрәнлеге 50 м тиклем), ә аҙаҡ уның тирәләй төҙөлә. Был Сиднейҙы йыш ҡына «Бухта янындағы ҡала» тип атауға сәбәп була.

Ваҡыт үтеү менән ҡала ҡоролмалары тулыһынса өс бухтаны — Сидней-Харборҙы, Урта бухтаны (ингл. Middle Harbour) һәм Төньяҡ бухтаны (ингл. Middle Harbour) үҙ эсенә алған Порт-Джексон ҡултығын биләй. Хәҙерге ваҡытта Сидней тағы ла ҙурайҙы һәм үҙ эсенә Тасман диңгеҙенең көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан Ботани ҡултығын ала, уның төньяҡ ярында Кинсфорд Смит исемендәге халыҡ-ара аэропорт урынлашҡан.

Ҡала үҙенең опера театры, Харбор-Бридж күпере һәм үҙенең пляждары менән дан тота. Ҙур Сиднейҙың торлаҡ йорттары милли парктар менән уратып алынған. Яр һыҙығы (тышҡы «диңгеҙ», шулай уҡ ҡала эсе лә) саманан тыш киҫкеләнгән. Унда күп һанлы ҡултыҡтар, бәләкәй бухталар, утрауҙар һәм пляждар бар.

1999 йылғы Лоуборо классификацияһына ярашлы ҡала бета-класс категорияһына ҡарай[6]. Сидней — күп һанлы халыҡ-ара сәйәси һәм спорт саралараын үткәреү урыны. Бында 1938 йылда Британия империяһының Уйындары, 2000 йылда Йәйге Олимпия уйындары, 2003 йылда регби буйынса Донъя чемпионаты үтә. 2007 йылдың сентябрендә Сиднейҙа АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) ил башлыҡтарының осрашыуы, 2008 йылдың июлендә Халыҡ-ара Йәштәр көнө үтә.

Сидней донъяның күп мәҙәниәтле һәм күп милләтле ҡалаларҙың береһе, был Австралияға даими йәшәү өсөн килгән иммигранттарҙың йәшәүе өсөн төп урын булыу факты менән бәйле.[7]. Мерсер тикшеренеүҙәренә ярашлы, Сидней тормоштоң ҡыйбатлығы буйынса Австралияла беренсе урында һәм донъяла был күрһәткес буйынса 66-сы урында тора[8].

Ҡалаға 1788 йылда инглиз колонистары тарафынан нигеҙ һалына һәм «Сидней» тип (ингл. Sydney) Бөйөк Британия колониялары министры лорд Сидней Томас хөрмәтенә атала. Шул уҡ 1788 йылда, тик бер нисә ай алдан, яҡында Порт-Джексон һалына, уны тиҙҙән Сидней йолоп ала. Шуға күрә XVIII быуат аҙағы — XIX быуат башының тарих-география әҙәбиәтендә йыш ҡына Порт-Джексон (хәҙер Сидней) йәки Сидней (элекке Порт-Джексон) бәйләнеше осрай [9].

Радиоизотопҡа нигеҙләнгән хәҙерге тикшеренеүҙәр Австралияның ерле халҡын аборигендар тип раҫлай, улар тәүге тапҡыр Сидней территорияһында урынлашҡан урынға яҡынса 30 000 йыл элек килә[10]. Был урында төпләнгән аборигендар кадигал төркөмөнә ҡараған. Европалылар килгәнгә тиклем уларға Порт-Джексон ҡултығының көньяғына ҡарай территория ҡараған, унда беҙҙең көндәрҙә ҡаланың үҙәк райондары урынлашҡан[11]. Европалылар килгәнгә тиклем был урында йәшәгән аборигендарҙың теүәл һанын билдәләп булмаһа ла, уларҙың һаны 4000—8000 кеше булған тип фаразлана.

Сиднейҙың 1789 йылдың 24 июендә баҫылып сыҡҡан беренсе картаһы

1770 йылда Джеймс Кук, ер шары тирәләй беренсе экспедицияһы ваҡытында Яңы Зеландиянан көнбайышҡа йөҙөп, үҙе Яңы Көньяҡ Уэльс тип атаған яңы ер аса. Яр буйлап төньяҡҡа ҡарай барып, үҙенең экспедицияһындағы ботаниктар Бэнкс һәм Соландер хөрмәтенә атаған Ботани ҡултығындағы Карнелл ярымутрауына төшә. Экспедиция бында флора, фаунаны һәм урындың картаһын төшөрөп һигеҙ көн үткәрә, шунан һуң яр буйлап төньяҡҡа ҡуҙғала.

1776 йылда АҠШ-тың бойондороҡһоҙлоғо өсөн һуғыш башланғандан һуң, американдар Бөйөк Британиянан үҙҙәренә ебәрелгән каторжандарҙы ҡабул итеүҙән баш тарта, һәм Британия төрмәләре улар менән тула. Колонияларҙың парламенты һәм министры Сидней[en] (ботаник Бэнкстың дуҫы) күскенсе-тотҡондарҙы Ботани-Бейға (унда яңы Британия колонияһын төҙөү өсөн) ебәрергә ҡарар итә.

1932 йылда Сидней

Бөйөк Британия хәрби-диңгеҙ көстәре төҙөгән Беренсе флот капитан Артур Филлип етәкселегендә 11 карап һәм суднонан тора (2 хәрби карап — HMS Sirius флагманы, ул 511 тонналыҡ, ун пушкалыҡ хәрби сауҙа карабы һәм 175 тонналыҡ йомошҡа йөрөү хеҙмәте өсөн хәрби тендер HMS Supply, тотҡондар менән 6 транспорт, 278 алып 452 тоннаға тиклем, һәм кәрәк-яраҡтар менән 3 карап, 272 алып 378 тоннаға тиклем) Ботани-Бейға 1788 йылдың ғинуарында килә. Ботани-Бейҙың ярҙарын ентекле тикшергәндән һуң был урын яңы колониялар төҙөү өсөн етерлек яраҡлы булмай сыға, беренсе сиратта сөсө һыуҙың етешмәүе, тоҙ һәм елдәргә дусар булыуы мөмкинлек бирмәй. Артур Филлип шәхсән төньяҡҡа ҡарай 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан Порт-Джексонды тикшерә, Джеймс Кук уны картала билдәләй, әммә ентекле тикшермәй. Порт-Джэксондың ҙур өс тармаҡлы ҡултыҡ икәнлеген аса. Ҙур булмаған Төньяҡ тармағын тикшереп, (хәҙер был North Harbour), ул аҙаҡ ҡултыҡтың киң һәм океан елдәре һәм тулҡындары үтеп инә алмаҫлыҡ тармағына үтеп инә (хәҙер: Sydney Harbour), унда бик уңайлы түңәрәк бухта аса.

1788 йылдың 26 ғинуарында Беренсе флот Ботаниҙан Порт-Джексонға күсә, һәм Порт-Джексон ҡултығынан тармаҡланған, һуңғараҡ тип аталған 20 км һуҙылған һәм урта өлөшөндә урынлашҡан ошо ҙур булмаған түңәрәк Сидней бухтаһында якорын ташлай. Капитан Артур Филлип Яңы Көньяҡ Уэльстың Бөйөк Битанияға ҡушылыуын, бында беренсе тораҡ төҙөүен һәм, ошонан башлап үҙен Яңы Көньяҡ Уэльстың губернаторы булыуын иғлан итә. Хәҙер был көн — Австралияның милли байрамы. Башта яңы ауылды Альбион тип атау фаразлана, әммә һуңғы мәлдә Артур Филлип уны колония эштәре буйынса Бөйөк Британияның секретары булған лорд Томас Сидней хөрмәтенә атарға ҡарар итә[12].

Беренсе флот артынан тиҙҙән Икенсе флот, унан һуң Өсөнсө флот килә. Асылда, улар Беренсе флоттан бер нәмәһе менән дә айырылмай, сөнки был экспедицияларҙың төп маҡсаты, беренсе осраҡтағы кеүек үк, тотҡондарҙы Британия төрмәләренән яңы төҙөлгән колонияға ташыу була (Икенсе флот, дөрөҫөрәге, юлда күп кешеләрҙең зәңге һәм башҡа ауырыуҙарҙан үлеүе менән билдәләнә). Сидней оҙаҡ ваҡыт Бөйөк Британиянан килгән тотҡондарҙың төп урыны булып ҡала. 1815 йылдан башлап, Наполеон һуғыштары тамамланғанға тиклем, ирекле иммиграция әйләнеш ала башлай, 1820 йылда халыҡтың яҡынса 40%-ын тотҡондар тәшкил итә.

Тиҙҙән 1789 йылдан һуң Сиднейға йәнәш урында төпләнгән аборигендар араһында сәсәк эпидемияһы башлана, уның һөҙөмтәһендә уларҙың меңләгәне вафат була.

Сәйәси карикатура. Унда карауат аҫтына йәшеренгән губернатор Блай ҡурҡаҡ кеүек һүрәтләнгән

1808 йылда Сиднейҙа ром фетнәһе була. Ул Яңы Көньяҡ Уэльс губернаторы Уильям Блайҙың, «Баунти» карабында фетнә менән бәйле ошо ваҡиғаларың төп ҡатнашыусыһы Яңы Көньяҡ Уэльс корпусы офицерҙарының спиртлы эсемлектәргә монополияһын өҙөргә маташыу менән аңлатыла. Колонияла сикһеҙ хакимлыҡ менән файҙаланып, офицерҙар тауар һәм хеҙмәт күрһәтеүҙәр өсөн иҫәп-хисап яһағанда аҡса урынына спиртлы эсемлектәр ҡулланып халыҡты ҡолдарға тиерлек әйләндерә. Оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һәм һөйләшеүҙәрҙән һуң, ҡаршы тороу асыҡ конфронтацияға күсә, губернатор Блайҙы ҡулға алыуға һәм вазифаһынан сығарыуға килтерә. Был фетнә Австралияла власты уңышлы ҡораллы баҫып алыу миҫалы була. Сиднейға яңы хәрби контингенттар килгәндән һуң Корпус тарҡатыла, фетнәлә ҡатнашҡан офицерҙар язаһын ала. Әммә губернатор Блай үҙенең вазифаһынан алына һәм либераль Лаклан Маккуори менән алмашына.

Сиднейҙың ҡала райондары яр буйы үҙәнендә урынлашҡан, ул көнсығыштан Тымыҡ океан, көнбайышта Зәңгәр тауҙар, төньяҡтан Хоксбери йылғаһы һәм көньяҡта Король милли паркы менән сиктәш. Яр буйы һыҙаты күп һанлы ҡултыҡтар һәм бухталар менән киҫкеләнгән, улар боҙлоҡ дәүере аҙағында климаттың йылыныуы һәм Донъя океаны кимәленең күтәрелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән, һыу яр буйы үҙәндәрен һәм бейек булмаған тау тарлауыҡтарын баҫҡан. Сиднейҙың Сидней-Харбор бухтаһын үҙ эсенә алған Порт Джэксон ҡултығы, нәҡ шундай ҡатлам һәм донъяла иң ҙур тәбиғи бухта булып тора[13]. Ҡаланың тораҡ райондары территорияһында яҡынса 70 ҙур булмаған ҡултыҡ һәм пляж иҫәпләнә, шул иҫәптән ҡаланың көньяҡ өлөшөндә танылған Бондай-Бич[en] һәм төньяҡта Мэнли пляжы. Ҡаланың тораҡ райондары майҙаны 2001 йылға 1687 км² тәшкил итә[14]. Әммә Сидней Статистика бюроһы үҙ хисаптарында ҙур майҙанды, шул иҫәптән Зәңгәр тауҙар, Үҙәк яр буйы районын һәм ҡала янындағы милли парктарҙы ҡуллана. Шулай итеп, ҙур Сиднейҙың дөйөм майҙаны 12 145 км² тәшкил итә[15].

Географик яҡтан Сидней ике төбәк: ҡултыҡтан көньяҡ һәм көнбайышҡа ҡарай сағыштырмаса яҫы урын булған Камберленд тигеҙлеге һәм ҡаланан төньяҡҡа ҡарай Хорнсби яйлаһы араһында урынлашҡан. Ҡаланың иң боронғо тарихи райондары Порт-Джексон култығының көньяк ярында урынлашҡан. Төньяҡ яр буйы үҙенең таулы рельефы һәм ҡаланың иртә үҫешендә бында ябай килеү мөмкинлеге булмағанлыҡтан байтаҡ һуңыраҡ үҫешә. Сидней-Харборҙың төньяҡ яры һәм Порт-Джексон ҡултығының пункттары менән бәйләнеш ул саҡта (хәҙер ҙә дауам итә) ҡаланың үҙәк пристаненән борамдар ярҙамында башҡарыла. Ул «Сёркьюлар-Ки»[en] тип атала — тәржемәлә «Түңәрәк пристань» йәки «Циркуляр пристань». Ҡаланың төньяҡ райондарының үҫеше менән хәл ҡырҡа 1932 йылдан һуң ғына үҙгәрә, ул ваҡытта Харбор-Бридж күпере төҙөлөшө тамамлана.

Сидней үҙе өсөн уртаса эҫе йәй һәм йылы ҡыш хас булған субтропик океан климаты зонаһында урынлашҡан. Яуым-төшөм күләме йыл дауамында ҡыш айҙарындағы өҫтөнлөк менән бүленә. Океанға йәнәш ҡала райондарында климат тигеҙерәк, ләкин континенталь Австралияла төптәрәк урынлашҡан көнбайыш райондарҙа йыш ҡына температураның экстремаль сағылыштары күҙәтелә. Иң йылы ай һауаның уртаса 16,6—25,8 °C температураһы менән ғинуар һәм һауа температураһының 30 °C ашыу булған көндәрҙең уртаса һаны — 14,6. Температураның абсолют рекорды 2013 йылдың 18 ғинуарында Австралияла иң эҫе мәлдә теркәлгән, һауа температураһы 45,8 °C, ҡала тирәһендә 47 °C тәшкил иткән. Көслө эҫелекте бер нисә сәғәткә эҫе көнбайыш еле алып килә, ул ҡояш менән бергә бер нисә сәғәт эсендә ҡаланы 24 °C ҡыҙҙыра. Шуның өҫтәүенә икенсе көндә ел киреһенә иҫә, һәм температура инде 22 °C юғарыраҡ күтәрелмәй. Ҡышҡы температура яр буйы райондарында һирәк 5 °C түбән төшә. Иң һалҡын ай уртаса көнлөк 8—16,2 °C температура менән июль иҫәпләнә. Рекордлы түбән температура Сиднейҙа 2,1 °C кимәлендә теркәлгән.

Йыл дауамында яуым-төшөмдәр ҡалала, көнсығыш елдәре һауа торошон билдәләгәндә, йылдың беренсе айҙарында ҡайһы бер өҫтөнлөк менән аҙмы-күпме тигеҙ бүленә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ күләме Сиднейҙа 1217 мм тәшкил итә, йылда ямғырлы көндәрҙең уртаса һаны — 138. Ҡар яуыу ҡаланың үҙәк өлөшөндә һуңғы тапҡыр 1836 йылда теркәлгән. Әммә 2008 йылда ҡалала яуған ҡар ярмаһы, 1836 йылдағы шул уҡ күренештең, ҡар булмауы тураһында уйланырға мәжбүр итә[16]. 1947 йылда Сиднейҙа борсаҡ яуа, унан меңдән ашыу кеше зыян күрә.

1999 йылдың 14 апрелендә Сиднейҙа борсаҡ яуыу ваҡытында боҙ киҫәктәре

Сидней циклондар йоғонтоһона көслө дусар булмаһа ла, Эль-Ниньо ҡала климатын булдырыуҙа ҙур роль уйнай. Был күренеш фазаға ҡарап, бер яҡтан ҡоролоҡ һәм урман янғындарының сәбәбе булырға, икенсе яҡтан, шторм һәм һыу баҫыуҙарға килтереүе мөмкин. Урмандарға яҡын урынлашҡан күп ҡала райондары туранан-тура урман янғындарының ҡурҡынысына дусар була. Янғындар ҡала янында бигерәк тә 1994 йылда, шулай уҡ 2001 йыл2002 йылдарҙа көслө була. Янғын хәүефле миҙгелдәр булып йәй һәм яҙ тора. Ҡалала йыш ҡына көслө борсаҡ һәм көслө штормлы елдәр була. Иң көслө борсаҡ яуыуы ҡала территорияһында 1999 йылда яуа. Ул Сиднейҙың үҙәк һәм көнсығыш райондарына шаҡтай ҙур зыян килтерә. Был шторм ваҡытында күтән төшкән боҙҙар диаметрында яҡынса 9 сантиметрға етә. Был ҙур емереклектәргә килтерә, уны страховкалау компаниялары яҡынса $1,7 млрд. һум баһалай[17]

Сидней һыу баҫыуҙарға ла дусар була, һыу баҫыу ҡалала башлыса ҡыш һәм яҙ ваҡытында яуған мул ямғырҙар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Мул ямғырҙар был осорҙа, үҙ сиратында, көнсығыш Австралия территорияһы өҫтөнән түбән баҫым өлкәһе үтеү менән бәйле. Мул яуым-төшөмдәрҙән тыш был осорҙа һауа торошо диңгеҙҙә көслө елдәр һәм йыш штормдар менән характерлана. Иң көслө һыу баҫыу Сиднейҙа 1986 йылдың 6 авгусында була, ҡалаға 24 сәғәт эсендә 327,6 миллиметр яуым-төшөм яуа. Был һыу баҫыу ҡаланың ҡайһы бер өлөштәрендә трансопрттың туҡталыуына килтерә, күп биналар зыян күрә[18].

Австралия метеорология мәғлүмәттәре буйынса 2002 һәм 2005 йылдар араһы осоро 1859 йылдағы күҙәтеүҙәр башынан алып иң эҫе йәй айҙары булып теркәлә. 2004 йылда уртаса максимум көндөҙгө температура 23,39 °C тәшкил итә, 2005 йылда — 23,35 °C, 2002 йылда — 22,91 °C, 2003 йылда — 22,65 °C. 1859 һәм 2004 йылдар араһындағы осорҙа уртаса көндөҙгө максималь температура 21,6 °C тәшкил иткән. 2003 йылдың ноябренән башлап, Сиднейҙа уртаса максималь көндөҙгө температура осор өсөн уртасанан кәм булған тик ике ай: 2005 йылдың марты (температура 1 °C уртасанан түбән)[19] һәм 2006 йылдың июне (0,7 °C)[20]. Ләкин Бюро мәғлүмәттәренә ярашлы 2007/2008 йылдың йәйе бөтә күҙәтеүҙәр тарихында иң һалҡыны була. Был мәғлүмәттәргә ярашлы 2009/10 йылдың йәйе 11 йыл эсендә иң һалҡыны, шулай уҡ 6 йыл эсендә иң ямғырлыһы була. Был бөтә тарихта көндөҙгө температура 31 °C юғары күтәрелмәгән өсөнсө йәй була[21].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 45,8 42,1 39,8 35,4 30,0 26,9 26,5 31,3 34,6 38,2 41,8 42,2 45,8
Уртаса максимум, °C 27,0 26,8 25,7 23,6 20,9 18,2 17,9 19,3 21,6 23,2 24,2 25,7 22,8
Уртаса минимум, °C 20,0 19,9 18,4 15,3 12,3 10,0 8,9 9,7 12,3 14,6 16,6 18,4 14,7
Абсолют минимум, °C 10,6 9,6 9,3 7,0 4,4 2,1 2,2 2,7 4,9 5,7 7,7 9,1 2,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 91 132 118 114 101 142 80 75 63 68 91 73 1147
Сығанаҡ: Австралийское бюро метеорологии

Архитектура яғынан Сидней үҙенең үҙәгендә күп ҡатлы йорттарҙы[22] һәм уның тирәләй верандалы колониаль йорттар менән ҙур шәхси секторҙы берләштерә[23].

Ҡалала дини биналар күп. Изге Петр, Изге Филип һ.б. христиан англикан сиркәүҙәре, Изге София сиркәүе һәм Петропавловск соборы, Дева Мария Соборы православие сиркәүҙәре, эре мәсеттәр (Лакемба мәсете һәм Оберн-Галлиполи мәсете) һәм Ҙур синагога бар.

Сидней опера театры ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.

Сит илдәрҙә тыуған халҡы[24]
Ил Халҡы (2006)
Бөйөк Британия 175 166
ҠХР 109 142
Яңы Зеландия 81 064
Вьетнам 62 144
Ливан 54 502
Һиндостан 52 975
Филиппин 52 087
Италия 44 563
Гонконг 36 866
Көньяҡ Корея 32 124
Рәсәй 5364[25]
Украина 4330[25]

2006 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, Сидней һәм уның тирә-яғында 4 119 190 кеше иҫәпләнгән, бының өҫтәүенә Сиднейҙың үҙендә — 3 641 422 кеше[26]. Сидней халҡы йыш үҙҙәрен австриялы, инглиз, ирланд, шотланд һәм ҡытай сығышлы тип билдәләй. Халыҡ иҫәбе буйынса Сиднейҙа 1,1 % аборигендар, ә халыҡтың 37,7 % Австралиянан ситтә тыуғанлығын күрһәтә. Ҡаланың 18,1 % кешеһе — Азиянан килгән[27]. Иммигранттарҙың өс төп сығанағы — Бөйөк Британия, Ҡытай һәм Яңы Зеландия. Унан һуң Вьетнам, Ливан, Һиндостан, Италия һәм Филиппин килә. Инглиздәрҙән башҡа халыҡтың күп өлөшө инглиз теленән тыш тағы бер телдә һөйләшә, йышыраҡ ҡытай кантон йәки төньяҡ ҡытай телендә, ғәрәп, грек һәм вьетнам телендә[28]. Урыҫ телендә 13 220 кеше һөйләшә, уларҙың 156-нан инглиз теленә эйә булыу кимәле тураһында һорауға яуап алынмай[29]. Сидней проценттарҙан сығып халҡының сит илдәрҙә тыуыуы буйынса донъяла етенсе урында тора. Халҡының уртаса йәше — 36 йәш, 15,4 % — 65 йәштән өлкәнерәктәр, 15,2 % иң кәмендә бакалавр дипломына эйә.

2011 йылғы иҫәп алыуҙар мәғлүмәттәренә ярашлы, урыҫ телендә 15 431 кеше һөйләшә, шуларҙың 181 кешеһе инглиз теле тураһында һорауға яуап бирмәй[30]. Ҡалала 4 391 674 еншн йәшәй[31]. Уларҙың 60,9 % үҙен христиандар тип һанай, 17,6 % — бер ниндәй ҙә дин тотмай, 7,6 % һорауға яуап бирмәй, 4,7 % — мосолмандар, 4,1 % — буддистар, 2,6 % — индуистар, 0,9 % — йәһүдтәр һәм 1,6 % — башҡа дин вәкилдәре[32].

Сидней иҡтисадының мөһим секторҙары булып хеҙмәтләндереү өлкәһе, сауҙа, етештереү, һаулыҡ һаҡлау һәм коммуналь хеҙмәт тора[33]. 1980 йылдарҙан башлап, хеҙмәт баҙарында хәл шулай итеп үҙәгәрә, етештереү өлкәһенән эш урындарының хеҙмәтләндереү һәм мәғлүмәт технологиялары өлкәһенә күсеүе артҡандан арта. Сидней иҡтисады Австралияның бөтә иҡтисадының яҡынса 25 процентын тәшкил итә[34]. Ҡалала Австралияның ҡиммәтле ҡағыҙҙар биржаһы һәм Резерв банкы, шулай уҡ 90 банктың һәм илдәге иң ҙур комапанияларҙың яртыһынан күберәгенең штаб-фатирҙары урынлашҡан. Сидней халыҡ-ара компанияларҙың төбәк офистары урынлашҡан Австралияның төп үҙәге булып тора[35]. Австралияның ун иң эре компанияларҙан дүртеһенең Сиднейҙа офистары бар (Caltex Australia, Commonwealth Bank, Westpac һәм Woolworth). Fox Studios Australia ҡалала ҙур киностудияһына эйә. Сидней фьючерс биржаһы (SFE) Австралия-Тымыҡ океан төбәгендә иң ҙур биржа. Ул донъяла 12-се иң ҙур фьючерс биржаһы һәм опциондар әйләнеше буйынса 19-сы[36]. Forbes тикшеренеүҙәренә ярашлы, 2014 йылда Сидней, йәлеп ителгән сит ил инвестициялары һәм ғөмүмән иҡтисады торошо буйынса, донъяның иң йоғонтоло ҡалалары исемлегендә һигеҙенсе урында тора[37].

Ҡала халҡы Австралияла йән башына иң юғары уртаса килемгә эйә, ул бер кешегә 42 599 US$ тура килә. 2004 йылға ҡарата эшһеҙлек кимәле ҡалала 4,9 процент тәшкил иткән[38]. The Economist журналы тикшеренеүҙәренә ярашлы, Сидней донъяла иң ҡиммәтле ҡалалар исемлегенең 16-сы урынын биләй. Башҡа тикшеренеүҙәр уның халҡының эш хаҡы кимәле буйынса ҡала 15-се урында тороуын күрһәтә[39]. 2007 йылдың 20 сентябренә ҡарата Сиднейҙа йорттарҙың уртаса хаҡы башҡа Австралия йорттары араһында ныҡ юғары була һәм 559 000 A$ тора[40]. Сидней Австралияла шулай уҡ рентаның иң юғары уртаса кимәленә эйә: ул аҙнаһына 450 A$ тәшкил итә.

Ҡаланың үҙәк өлөшөндә күп һанлы офистарҙан тыш сауҙа үҙәктәре, магазиндар һәм кибеттәр күп. Магазиндарға йөрөү, күп һанлы спорт һәм мәҙәни ваҡиғалар, архитектура, тарихи урындар һәм ҡаланың матур тәбиғәте бында Австралиянан ғына түгел, бөтә донъя туристарын йәлеп итә. 2004 йылда статистикаға ярашлы ҡалаға 7,8 миллион Австралия туристары һәм сит илдәрҙән 2,5 миллион ҡунаҡ килгән[41].

Төп иҫтәлекле урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Сидней опера театры бинаһы Харбор-Бридж күперенән төнгө күренеш
Харбор-Бридж күперендә 2000 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын ябыу хөрмәтенә салют
  • Сидней опера театры.
  • Австралия музейы — Австралияның иң боронғо музейҙарының береһе, элек Сидней музейы тип аталған (The Sydney Museum).
  • Музей «Силовая станция» (ингл. Powerhouse Museum), фән музейы.
  • Австралияның милли диңгеҙ музейы.
  • Сидней ратушаһы.
  • Сидней аквариумы.
  • Сидней телебашняһы.
  • Centennial Parklands — Сиднейҙа парк.
  • Елизабет Бейҙа йорт.
  • Елизавета фермаһы.
  • Суд эшмәкәрлеге һәм Полиция музейы (Justice & Police Museum).
  • Роус Сидлер йорто.
  • Усадьба Rouse Hill[en]
  • Meroogal йорто.
  • Susannah Place Museum.
  • Сидней тәңкә йорто.
  • Усадьба Vaucluse House[en]
  • Hyde Park Barracks[en]
  • Сидней Хөкүмәте йорто.
  • Харбор күпере.
  • Дева Мария Соборы.
  • Вуллумулу ҡултығы пристане.
  • Darling Harbour яры буйы.
  • Bondi Beach пляжы.
  • Таронга зоопаркы.

Сиднейҙың 6 туғандаш ҡалаһы бар[42]:

  1. Согласно «Словарю имён собственных» (автор — Ф. Л. Агеенко) ударение — на первом слоге, в «Словаре образцового русского ударения» (автор — М. А. Штудинер) допустимы оба варианта, причём ударение на втором слоге предпочтительное.
  2. Macquarie ABC Dictionary. — The Macquarie Library, 2003. — С. 1000. — ISBN 1-876429-37-2.
  3. City of Sydney — General Introduction. Архивировано из оригинала 18 март 2011 года.
  4. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; автоссылка1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  5. History of Australia (недоступная ссылка — история). Дата обращения: 22 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 28 август архивланған.
  6. Beaverstock, J.V.; Smith, R.G.; Taylor, P.J.: Research Bulletin 5: A Roster of World Cities. Globalization and World Cities. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  7. Designing for Diversity: the Multicultural City (недоступная ссылка — история). 1995 Global Cultural Diversity Conference Proceedings, Sydney. Australian Government Department of Immigration and Citizenship. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  8. Cost of living — The world’s most expensive cities. City Mayors. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 23 август 2011 года.
  9. Поспелов, 2002, с. 383
  10. Macey, Richard Settlers' history rewritten: go back 30,000 years (ингл.). The Sydney Morning Herald (15 сентябрь 2007). Дата обращения: 15 сентябрь 2007.
  11. City of Sydney. City of Sydney Indigenous History of Sydney Cove
  12. The 10 people Who Shaped Sydney. Fairfax Media. Sydney Morning Herald. Дата обращения: 21 декабрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  13. The Harbour City (недоступная ссылка — история). Showcase Destinations Sydney, Australia. Дата обращения: 24 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 17 август архивланған.
  14. 2016.0 Census of Population and Housing: Selected Characteristics for Urban Centres, Australia. Australian Bureau of Statistics. Дата обращения: 24 ноябрь 2008.
  15. 1217.0.55.001 Glossary of Statistical Geography Terminology, 2003. Australian Bureau of Statistics. Дата обращения: 24 ноябрь 2008.
  16. Sydney weather hail, not snow, AAP (27 July 2008). 11 август 2008 тикшерелгән. 2009 йыл 6 ғинуар архивланған.
  17. The Sydney Hailstorm - 14 April 1999. Bureau of Meteorology. Дата обращения: 5 октябрь 2006. Архивировано 25 август 2011 года. 2011 йыл 29 июнь архивланған.
  18. Rain in Sydney, 1986. 619/http://www.bom.gov.au/lam/climate/levelthree/c20thc/cyclone8.htm Архивировано 23 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 23 ноябрь архивланған. in Australian Climate Extremes, Bureau of Meteorology, accessed 9 September 2006.
  19. Cool, cloudy and rainy end to March in Sydney in Sydney Climate Summary — NSW Regional Office, Bureau of Meteorology, accessed 21 October 2007.
  20. Sydney has coldest June in 24 years in Sydney Monthly Climate Summary — NSW Regional Office, Bureau of Meteorology, accessed 21 October 2007.
  21. Sydney has coolest summer in 11 years in Sydney Climate Summary — NSW Regional Office, Bureau of Meteorology, accessed 25 March 2008.
  22. небоскреб 505 George Street станет самым высоким жилым зданием в Сиднее; 270-метровая башня общей площадью около 66 тыс. кв. метров спроектирована в Ingenhoven Architects; начнут строить в 2021 г., закончат в 2024.
  23. Michael Spens. Sydney. — Издательство Оксфордского университета, 2003. — (Grove Art Online).Ҡалып:Subscription required
  24. 2006 Census Community Profile Series 2011 йыл 2 июнь архивланған.
  25. 25,0 25,1 Expanded Community Profile — Sydney _ Sheet X(недоступная ссылка)
  26. 2006 Census QuickStats 2013 йыл 2 сентябрь архивланған.
  27. Australian Census 2006, Ancestry by Region. Censusdata.abs.gov.au. Дата обращения: 1 июнь 2010. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  28. When diversity means cultural richness. Webdiary. Дата обращения: 1 июнь 2010. Архивировано 14 ғинуар 2013 года.
  29. Expanded Community Profile — Sydney _ Sheet X05e(недоступная ссылка)
  30. Expanded Community Profile — Sydney _ Sheet X 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
  31. 2011 Census QuickStats 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
  32. 2011 Census Data — Greater Sydney Community Profile 2013 йыл 16 ғинуар архивланған.
  33. Sydney — Basic Community Profile and Snapshot — 2001 Census (недоступная ссылка — история). Australian Bureau of Statistics. 2002. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  34. City Commerce (недоступная ссылка — история). City of Sydney Media Centre. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 4 февраль 2012 года.
  35. Of the ten largest corporations in Australia (based on revenue). BRW 1000. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 20 август 2007 года.
  36. Overview. Sydney Futures Exchange website. Дата обращения: 3 июль 2006. Архивировано из оригинала 30 декабрь 2006 года. 2006 йыл 30 декабрь архивланған.
  37. The World’s Most Influential Cities 2014], шулай уҡ. Economics. Forbes is an American business magazine (2014). Дата обращения: 8 август 2014.
  38. Sydney Statistical Division. Australian Bureau of Statistics. 2005. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано из Sydney оригинала 1 июнь 2008 года. 2008 йыл 1 июнь архивланған.
  39. London is the most expensive city in the world while Swiss cities are home to highest earners. Economics. City Mayors (2007). Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано 25 август 2011 года.
  40. Still strong confidence in the housing market. Press Release. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 19 июль 2008 года. 2008 йыл 19 июль архивланған.
  41. Tourism Data Card — Forecasts, Economic Impacts and selected Regional Data — 2004 (PDF). Tourism NSW. 2004. Дата обращения: 23 ноябрь 2008. Архивировано из оригинала 22 май 2006 года. 2006 йыл 22 май архивланған.
  42. City of Sydney: Sister City (инг.)