Эстәлеккә күсергә

Ҡондорса буйындағы яу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡондорса буйындағы яу
Төп конфликт: Тимер менән Туҡтамыш араһындағы һуғыш
Ҡондорса буйындағы яу
Дата

18 июнь 1391 йыл

Урыны

Ҡондорса йылғаһы, хәҙерге Һамар өлкәһе

Нәтижә

Тимерҙең еңеүе

Ҡаршы тороусылар

Мәүереннаһр

Алтын Урҙа

Командирҙар

Тимер әмир

Туҡтамыш хан

Ҡаршы тороусы көстәр

300—400 мең

200—300 мең

Юғалтыуҙар

яҡынса 100 мең

100 меңгә тиклем

Ҡондорса буйындағы яу — 1391 йылдың 18 июнендә Аҡһаҡ Тимер һуғышсылары һәм Алтын Урҙаның Туҡтамыш хан етәкселегендәге ғәскәре араһында Ҡондорса йылғаһы буйында үткән ҙур бәрелеш. Ул Туҡтамыш хандың тулыһынса ҡыйратылыуы менән тамамлана. Был алыш башҡорт ҡәбиләләре биләмәләрендә бара һәм был ерҙәргә иҫ киткес ҙур һәләкәт килтерә.

Туҡтамыштың хан тәхетенә ултырыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҡһаҡ Тимер менән һуғышҡа тиклем Алтын Урҙа ханлығының сиктәре

Жуси улусының[1] иң ҡеүәтле хандарының береһе Үзбәк хан вафатынан һуң (1342 йыл) илдәге ҡаты тәртип үҙ-ара низағтар арҡаһында ҡакшай башлай. Урҙа үҙаллы кенәзлектәргә тарҡала башлай, ә бер-береһенә ҡаршы көрәш менән мәшғүл булған хандар яулап алынған халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡты бөтөнләй юғалта, күрше дәүләттәргә генә түгел, үҙ биләмәләрендә булған йоғонтоһонан да мәхрүм ҡала.

Ул арала тәхет өсөн көрәш майҙанында йәш, һәләтле жуси нәҫеле вариҫы Туҡтамыш ҡалҡып сыға. 1376 йылда ул үҙ ғүмерен һаҡлап ҡалыр өсөн Аҡ Урҙанан Сәмәрҡәндкә, Мәүереннаһр дәүләтенең әле йәш, әммә ҡеүәтле әмире Аҡһаҡ Тимерҙең ҡанаты аҫтына килеп һыйына. Күрше Урҙаның көсәйеүе Мәүереннаһр файҙаһына түгеллеген алдан һиҙемләп, Аҡ Урҙала үҙ кешеһен ҡуйып, үҙ йоғонтоһон көсәйтергә була, Тимер әмир Туҡтамышты бик ололап ҡабул итә. Ырыҫ хан менән улдарына ҡаршы көрәштә бөтә кәрәк-яраҡтар менән йыһазлай, ғәскәр менән тәьмин итә. Нәҡ Тимерҙең ярҙамы менән Туҡтамыш, өс уңышһыҙ походтан һуң, ниһайәт дүртенсеһендә еңеп сығып, 1377 йылда үҙен Аҡ Урҙаның ханы тип иғлан итә. 1380 йылда Мамай мырҙаға яу менән барып, тулыһынса тар-мар итә һәм Алтын Урҙаның ханына әүерелә. Шулай итеп, Туҡтамыш хан үҙенең ҡулы аҫтында боронғо бабаһы Жуси ерҙәрен ҡайтанан берләштереүгә ирешә.

1380—1385 йылдарҙа Туҡтамыш хан иленең сәйәси һәм иҡтисади мәсьәләләрен хәл итеү менән була, реформалар үткәрә. Ахырҙа ул Алтын Урҙаның элекке ҡеүәтен һәм йоғонтоһон ҡайтарыуға ирешә.

Үҙенең уңыштары өсөн Туҡтамыш иң беренсе нәүбәттә Аҡһаҡ Тимергә бурыслы була. Башта Туҡтамыш, кәңәшселәре һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, үҙенең ҡурсалаусыһына тоғро ҡала. Ҡеүәте үҫә төшөү менән, Туҡтамыш Аҡһаҡ Тимерҙән бойондороҡлолоғонан арынырға ынтыла.

Туҡтамыш хан менән Аҡһаҡ Тимерҙең араһы киҫкенләшеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Аҡһаҡ Тимер

1385 йылда Туҡтамыш иғтибарын мөһим сауҙа юлы үткән Иран һәм Әзербайжан ерҙәренә йүнәлтә. Был ерҙәрҙә Мәүереннаһр дәүләте әмире лә 1380 йылдан уҡ баҫып алыу походтарын алып бара. Тимерҙе Әзербайжанға индермәҫ өсөн, Туҡтамыш 1385 йылда унда ғәскәр ебәрә, Тәбризде ала һәм, илде талап, ҙур улъялар менән кире боролоп ҡайтып китә. Исфахан һәм Ширазда яуҙар алып барыу менән мәшғүл булған Тимер йыһангир Туҡтамышҡа ҡаршы сыға алмай. 1386 йылда Тимер Грузияны яулап алып, Урҙа ханының Иранға үтер юлын ҡамай.

1387 йылдың көҙөндә, Тимерҙең Ширазда ҡупҡан боланы баҫтырыу менән булыуынан файҙаланып, Моғолстан әмире Ҡәмәр-әд-дин менән берлектә Туҡтамыш Тимер Йыһангирҙең үҙ биләмәләре — сығатай ерҙәренә баҫып инә. Тимер ғәскәре менән алһыҙ-ялһыҙ сабып, 1388 йылдың башына ҡайтып етә. Был ваҡытта Хәрәзм Урҙа ханының ҡулында, ә Бохара ҡамалған була. Тимер йыһангир көтөлмәгән һөжүме менән Туҡтамыш ғәскәрҙәрен үҙ далаларына кире боролорға мәжбүр итә. Туҡтамыштың Мәүереннаһрҙы талауына яуап итеп, Тимер 1387 йылда Хәрәзм улусын ҡыйрата.

1388—1389 йылғы ҡыш тамамланыр-тамамланмаҫ Туҡтамыш ҙур ғәскәр менән йәнә Тимерҙең биләмәләренә ябырыла. «Ул бөтә улусынан урыҫтар, черкестар, болғарҙар, ҡыпсаҡтарҙан, Ҡырым, Ҡаф һәм Азак аландарынан, башҡорттарҙан һәм мокшиҙарҙан торған оло ғәскәр — иҫәпһеҙ-һанһыҙ, ағас япраҡтары һәм ямғыр тамсылары һанынан ҙурыраҡ сиреү йыя»[2]. Йыһангир ҡулы аҫтындағы ғәскәрҙе ҡабалан йыйып, дошманына ҡаршы ҡуҙғала. Туҡтамыштың ғәскәре ҙурыраҡ, әммә Аҡһаҡ Тимер оҫтараҡ була — Урҙа ғәскәрен сигенергә мәжбүр итә. Был алыш һөҙөмтәһендә Хәрәзм сүллеккә әйләнә, Туҡтамыш Сығнаҡ ҡалаһынан яҙа.

Туҡтамыш ханға ҡаршы фетнә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы сәйәсәттәге уңышһыҙлыҡтар, әлбиттә, Туҡтамыштың абруйын бик ныҡ ҡаҡшата. Уғландар һәм бейҙәр араһында ул алып барған сәйәсәт менән ҡәнәғәтһеҙҙәр төркөмө бермә-бер арта һәм әүҙемләшә. 1387 йылғы Тимергә ҡаршы уңышһыҙ походтан һуң Тимер-Мәликтең улы Тимер-Ҡотлоҡ Туҡтамыш ханға ҡаршы фетнә күтәрә. Туҡтамыш хан Тимер-Ҡотлоҡто үлтермәк була, әммә, һуңғыһы ҡасып, Аҡһаҡ Тимер янына һыйына. Был фетнәне ойоштороуҙа тәжрибәле һәм хәйләкәр Аҡ Маңғыт бейе Иҙеүкәй уғата мөһим роль уйнай, ул да, фетнәлә ҡатнашҡан Көнсө уғлан да Тимер-Ҡотлоҡ артынса Сәмәрҡәндкә ҡаса. 1393 йылда Туҡтамыштың Бөйөк Литва кенәзе Ягайлоға яҙған ярлығында былай тиелә: уғландар ханға ҡаршы йәшерен берләшә, Тимер менән бәйләнешкә керә, улар Иҙеүкәй кенәзде Тимерҙең һарайына ебәреп, һуңғыһын Туҡтамыш менән һуғышҡа ҡоторта[3].

Йыһангир был походҡа айырыуса ныҡлы һәм оҙайлы әҙерләнә. Бараһы юлды планлаштырғанда, ул алдан күҙаллау маһирлығын күрһәтә. Мәүереннаһрҙан Алтын Урҙаның үҙәк биләмәләренә табан Арал диңгеҙен көнбайыштан йәки көнсығыштан урап үтергә кәрәк була. Көнбайыштан барған хәлдә, юл Хәрәзм ерҙәре аша үтә — был юл ҡыҫҡараҡ, әммә Аҡһаҡ Тимерҙең һуңғы походтарынан һуң ул ерҙәр ҡыйралған хәлдә була әле, бынан тыш, Арал диңгеҙенән ары ҡоро далалар аша барып, арыған хәлдә, дошман менән алышҡа инергә тура килә. Көҙҙән үк ғәскәрҙе хәҙерге Ташкент йә Отрар янында йыйып, шунда ҡышлап, көнсығыштан киткән хәлдә, юл оҙонораҡ була һәм тағы ла далалар аша үтеп, ғәскәр хәлһеҙләнәсәк. Ахырҙа йыһангир Урҙа ерҙәренә табан иң оҙон, әммә ғәскәре өсөн уңайлыраҡ булған өсөнсө юлды һайлай — башта ул туп-тура төньяҡҡа, Тубыл йылғаһына табан китергә тейеш, ул осраҡта даланы ҡабаланмай, дошман күҙенә күренмәй үтергә мөмкин була. Тубыл буйында аттарҙы ашатып, ғәскәрҙе ял иттереп алғандан һуң, ул Урҙаға йылдамыраҡ бара ала.

Шулай итеп, Тимер ғәскәренең бараһы юлын алдан билдәләй, ул ғына ла түгел, ошо юлда алдан сәсеүҙәр сәсеп ҡуйырға бойора. Яугирҙәре быға тиклем булмағанса ныҡ йыһазландырыла, һәр кем түләнергә тейеш аҡсаны алдан ала. Шәрәф-әд-дин Йезди үҙенең «Зәфәрнамә»һендә («Еңеүҙәр китабы») яҙыуынса, «Дәшт-и-ҡыпсаҡҡа сәфәр сығырға йыйынып, Тимер үҙенең империяһы төбәктәренән ғәскәр табырға табышсыларын юлландыра: һәр өлкәнән һәм ҡәбиләнән атлылар һәм йәйәүлеләр, төркиҙәр һәм тажиктар йыллыҡ аҙыҡ мөлкәттәре менән килергә тейеш. Шулай ҡарар ҡылынды: һәр кешелә дүрт төр ҡорал әҙер торһон — ян, 30 уҡ, тоҡсайлы ян ҡулсаны һәм ҡалҡан; һәр 10 кешегә — 1 сатыр, 2 көрәк, 1 кәтмән, 1 ураҡ, 1 бысҡы, 1 балта, 1 беҙ, 100 энә, ярты ман (ман — 20 кг) амбар үлсәмендәге бау-шыу, 1 ныҡ тире һәм 1 оло ҡаҙан булһын һәм йәмғеһен һәр урында, талап ителгән һайын, сығарып күрһәтһендәр. Быларҙан тыш, бөйөктәрҙән бөйөк фарман бирелде: Ташкенттан сәфәр сыҡҡандан һуң һәр кеше айына 1 ман амбар үлсәмле он ашаһын һәм бер кем дә икмәк тә, көлсә лә, туҡмас та бешермәһен, ә өйрә менән генә туҡланһын.»[4]

Юлға сығыр алдынан Тимер Йыһангир ғәскәрен тағы бер байҡап сыға. Икенсе көн, 1391 йылдың 19 ғинуарында ғәскәр ҡуҙғала. Жуси улусының географияһын да, ҡәбиләләрен һәм илдең стратегик объекттарын да бик яҡшы белгән Иҙеүкәй мырҙа ла ғәскәргә юл күрһәтеүсе булараҡ ҡушыла.

Файл:Eermitaj2.jpg
Ҡаҙағстанда XX быуаттың 30-сы йылдарында табылған һәм Эрмитажда һаҡланған ташта былай тип уйылған: «Торан солтаны Тимер ике йөҙ меңлек ғәскәре менән Туҡтамыш хандың ҡанын көҫәп юлға сыға». 1391 йыл.

1391 йылдың башында Туҡтамыш хан Аҡһаҡ Тимергә солох тәҡдиме менән илселәрен ебәрә. 21 февралдә йыһангир ҡоролтай йыйып, үҙенең уғландары һәм әмирҙәре менән кәңәшләшкәс, илселәрҙе үҙе менән бергә алып, һәр төмәнгә шул илселәрҙән берәр кешене юл күрһәтеүсе итеп беркетеп, яуға сыға.

Шулай итеп, Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәре хәҙерге Ташкент тирәһенән ҡуҙғалып, Күк Урҙаның Сауран, Ҡарасуҡ, Яҫы ҡалалары аша үтә, артабан хәҙерге Ҡаҙағстан буйлап аҡҡан Һарыһыу (ҡаҙ. Сарысу) буйлап бара. «Шул төндә Йеҙекәй-үзбәктең ике нөгәре ҡасты һәм далалар, сүлдәр аша Туҡтамыш-ханға китте»[4]. Тап бына шулар була ла инде Туҡтамыш ханға Аҡһаҡ Тимерҙең ябырылыуы тураһында тәүге хәбәр биреүселәр. Шунан һуң ғына Алтын Урҙала ашығыс мобилизация башлана. Туҡтамыш хан Тимер һөжүмен иң яҡын һәм тура юлдан көткәнлектән, Урҙаның төп хәрби көстәре Волганың уң яры яғында ҡала.

Ул арала Олотау тауҙарын (ҡаҙ. Ұлытау) уң яҡта ҡалдырып, Тимерҙең ғәскәре Иланчуҡ (ҡаҙ. Ұлы Жыланшық) йылғаһына сыға. Олотауҙың Алтыншокы (ҡаҙ. Алтыншоқы) тауы буйындағы ташта, хәҙерге Ҡаҙағстанда XX быуаттың 30-сы йылдарында табылған, Эрмитажда һаҡланған ташта уйылған: «Торан солтаны Тимер ике йөҙ меңлек ғәскәре менән Туҡтамын хандың ҡанын көҫәп юлға сыға». Бында Аҡһаҡ Тимер ғәскәренә бер ни тиклем артабан ял бирә лә, Тубыл йылғаһына табан йүнәлә.

Был юл бик ауырға төшә. Сикһеҙ далаларҙы үтеп, Туҡтамыш күсеп йөрөгән урындарға еткәнсе, өс ай ваҡыт үтә. Был ваҡытта ғәскәр аҙығын бик һаҡсыл тотона.

Туҡтамыштың эҙенә төшөү бик үк еңелдән булмай. Бер нисә төркөм унлаған километрға китеп, тирә-яҡты ҡапшап сыға, әммә Туҡтамыш һыуға төшкәндәй юҡ була. Аттар ҡырыла, яугирҙарҙың аҙығы наҡыҫлана башлай, ғәскәрҙең һуғышҡа дәрте һиҙелерлек кәмей, Тимергә дошманын йәһәтерәк ҡыуып тотоп, яу башларға кәрәк була. Ахырҙа, йыһангир бер нисә «тел» эләктереп, улар аша Туҡтамышҡа сығыуға өлгәшә.

Аҡһаҡ Тимер, телдәр биргән мәғлүмәткә таянып, ғәскәрен Яйыҡ йылғаһына табан йүнәлтә. Уның һиҙемләүенсә, Туҡтамыш хандың ғәскәре уларҙы Ҡрыҡ-күл тигән урындағы кисеүҙә (хәҙерге Ырымбур өлкәһе, Беляевка районы, Бурансы ауылы эргәһендәге Ҡоро-күл[4]) аңдып тора. Тимер иһә, быны аңлап, йылғаны шул кисеүҙән үрҙәрәк аша үтә. Быға әҙер булмаған Туҡтамыш хан ғәскәре менән сигенергә мәжбүр була. Сигенгәндә, дошманының күҙенә салынмаҫ өсөн, шәрә далаларҙы урап үтеп, ғәскәрен урманлы урындарҙан, төньяҡ-көнбайышҡа, Болғар ерҙәренә табан алып китә. Туҡтамыш хан Сәмәрҡәнд ғәскәрҙәре дала буйлап оҙайлы юлда, аҙыҡ етмәүҙән хәлһеҙләнеренә иҫәп тотоп, уларҙы, яуға инмәйенсә, иле буйлап оҙағыраҡ йөрөтөп, арытып алдырырға ниәтләй. Туҡтамыш хан дошманының үҙе күҙаллағандан күпкә көслөрәк һәм әҙерлерәк икәнлеген аңғармай әле.

Тимер, Алтын Урҙаның сигенгән ғәскәрен ҡыуалап, Һаҡмар, Һамар һәм Суҡ йылғаларының осрашҡан урыны аша үтә. Ике сиреүҙең араһы яҡынайғандан-яҡыная, ҙур булмаған бәрелештәр йышая бара. Хәл иткес алыш көнө алыҫ түгелен ике яҡ та һиҙемләй. Ниһайәт, Һамар йылғаһынан төньяҡтараҡ аҡҡан Ҡондорса йылғаһы буйында Туҡтамыш хан дошманы менән осрашырға була. Волга буйы ерҙәрендә бығаса тарихта булмаған ваҡиға — ике яҡтың да көстәрен һанағанда, ярты миллионға яҡын халыҡ йыйыла.

Ғәскәрҙәрҙең ҙурлығы һәм төҙөлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ғәскәр ҙә ул осор иҫәбе менән ғәйәт ҙур була. Яуҙы өйрәнгән ҡайһы бер тарихсылар Аҡһаҡ Тимер ғәскәрендә ике йөҙ яугир ҡатнашҡан тип раҫлай, бәғзеләре өс йөҙ мең кеше тигән һан килтерә. Тимерҙең ғәскәре 7 өлөшкә бүленеп, 2-һе резервта ғәскәр башлығы әмере буйынса үҙәккә йәки флангҡа ярҙамға килергә әҙер була. Тимерҙең йәйәүле ғәскәрҙәре окоптар һәм ҙур ҡалҡандар менән һаҡланған була. Үҙәктә Сөләймәншаһ мырҙа етәкселеге аҫтында бер ҡул (корпус), артта Мөхәммәт солтан етәкселеге аҫтында тағы бер ҡул, уның янында шәхсән Тимерҙең етәкселеге аҫтындағы 20 ҡошан урынлаша. Уң яҡ флангта Мираншаһ мырҙа ҡулы, уның янында — әмир Сәйфетдин-хажи башлығындағы ҡул урынлаша. Һул яҡ флангта мырҙа Үмәршәйх башлығында бер ҡул, уның янында Бирҙебәк-и-Сарбуға һәм Ходадат Хөсәйен башлығында йәнә бер ҡул урынлаша.

Шулай ҙа Туҡтамыш ғәскәре тағы ла ҙурыраҡ була. Шәрәф-әд-дин үҙенең «Зәфәрнамә»һендә: «Ике яҡтың да ғәскәрҙәре бер-береһенә ҡаршы хәрби һыҙыҡтарын сығарғанда, дошман ғәскәрҙәре ике флангта ла, уңда һәм һулда, бер нисә ҡошанға был яҡтың (Тимер ғәскәренең) ғәскәренән ҙурыраҡ була», — тип яҙа. Туҡтамыш яғында шулай уҡ Алтын Урҙа подданыйҙары — башҡорттар, болғарҙар, мокшалар, урыҫтар һәм черкестар булғандар[5].

Аҡһаҡ Тимерҙең Урҙа ғәскәрҙәрен еңеп сығыуы

Оло яу 18 июндә Туҡтамыш хандың көслө һөжүме менән башлана. Алыш башынан уҡ Урҙа ғәскәрҙәре дошмандарын флангтарҙан уратып үтеп, ике яҡтан ҡыҫырыҡларға тырыша, һул яҡ ҡанаты менән Тимер ғәскәренең Сәйфетдин хажи етәкләгән уң яҡ ҡанатын үтеүгә өлгәшә лә. Артабан Аҡһаҡ Тимерҙең һул яҡ флангы менән дә шул уҡ хәл ҡабатлана.

Алыштың иң ҡыҙған мәлендә Сәмәрҡәнд әмире ейәне Әбүбәкер мырҙаға үҙенең яугирҙары менән ашарға әҙерләргә бойора. Урҙа ғәскәрҙәре алдында бөтә ғәскәр юрамал туҡтап, һый-ниғмәткә бирелә. Шәрәф-әд-дин Йәзди былай тип яҙып ҡалдыра: «Яулаусы Тимер, үҙенең әһәмиәте һәм бөйөклөгө йоғонтоһо аҫтында һәм үҙенең ҡыйыулығы һәм батырлығы менән, бөтә ғәскәргә палаткалар асырға бойора. Быны күреп, Туҡтамыш еңеүсе ғәскәрҙең тулы һынса үҙен ҡулында тотоуына һәм ғәҙәттән тыш ҡыйыулығына һәм дошман ғәскәренә ҡарата тулы ғәмһеҙлегенә хайран ҡала».

Туҡтамыш хан ғәскәрҙәрендә, Аҡһаҡ Тимер күҙаллағанса, тарҡалыш башлана. Берҙән, Мәскәү кенәзе Василий I алышта ҡатнашыуҙан бөтөнләй баш тарта. Унан, оппозицияла булған мырҙалар һәм бейҙәр нәк ошо яуҙа баштарын күтәрә. Тәүгеләрҙән булып Бикбулат уғлан үҙенең яугирҙарын алып, артабан Иҙеүкәй мырҙа тырышлығы менән манғыттар ҙа яу яланын ташлап китә башлай. Бындай тарҡалыш Урҙа ғәскәрҙәренең хәрби кәйефенә кире тәьҫир итмәй ҡалмай.

Шулай итеп, Аҡһаҡ Тимерҙең ғәскәре контрһөжүм менән ябырыла. Ни сәбәп менәндер, Алтын Урҙаның байраҡсыһы байрағын ҡулынан төшөрә. Туҡтамыштың ғәскәре быны юлбашсылары үлгән йә үлемесле яраланған булыуы тураһында хәбәр, тип ҡабул итә һәм ҡасыу яғын ҡарай. Бәғзе тарихсылар Аҡһаҡ Тимер дошман байраҡсыһын кәрәк ваҡытта байраҡты төшөрөргә алдан күндергән була, тип тә раҫлай.

Флангтарҙан һөжүм итеп, Тимер Урҙа ғәскәрҙәрен 200 саҡрымға алып ташлай һәм Волга буйҙарына тиклем ҡыуып бара. Туҡтамыш хан ярға ҡыҫырыҡлана. Алыш ғәйәт ҡаты бара, бығаса булмаған ҡан түгелеш өс көн дауам итә. Сәмәрҡәнд ғәскәрҙәре баҫып алып бара, әммә Урҙаның яугирҙары ныҡлы ҡаршы тора. Туҡтамыштың үҙенә әсирлеккә төшөү хәүефе янай башлай, һәм ул урманға ҡасып юғалырға мәжбүр була.

Был оло яу һөҙөмтәҙендә Алтын Урҙа йөҙ меңгә яҡын кешеһен юғалта. Әлбиттә, Тимерҙең юғалтыуҙары ла ҡәҙимге була. М. Г. Сәфәрғәлиев, Фрао Мауро төҙөгән картала 18 төмән башлығы ҡәбере булыуына таянып, Аҡһаҡ Тимерҙең юғалтыуҙары шулай уҡ йөҙ меңгә барып етә, тип иҫәпләй[6].

26 көн йыһингирҙең яугирҙары еңеүен билдәләй, ваҡытын бөткөһөҙ мәжлестәрҙә үткәрә. Еңеүселәр Волга буйы халҡын талауға керешә. Отрядтар бар тарафтарҙан аттар, дөйәләр, һыйыр, һарыҡ көтөүҙәрен ҡыуып килтерә, ауылдарҙан ҡыҙ-егеттәрҙе ҡоллоҡҡа йыя. Шәрәф-әд-дин яҙмалары буйынса, «Тимер лағырына шул тиклем күп һәм хуриәләргә тиң һылыу ҡыҙҙар, сибәр үҫмер-егеттәр ҡыуып килтерелде ки, шәхсәнә Тимерҙең үҙе өсөн генә һайлап алынғандары ла биш меңдән артыҡ ине»[4].

Дошманын ул артабан эҙәрлекләмәй һәм ғәскәре менән кире Сәмәрҡәндкә юлланып, сәфәр башынан 11 ай үтеүгә иленә ҡайтып инә. Тимер сиреүе үҙ иленә ҡайтышлай ҙа талауын туҡтатмай. Л. Н. Гумилев яҙыуынса, Тимергә еңеү ҡиммәткә төшә. Был уның уңышын дауам итмәй, Волга аша үтмәй, тырым-тырағай ҡасышҡан ҡыҙҙарҙы һәм малды йыйыу менән сикләнеүенән күренә[7].

Туҡтамыш Волга аръяғында юҡ була, ҡайһы берҙәр уны Литва короленә барып һыйынған, тип иҫәпләй. Бер ни тиклем ваҡыт уның тураһында бер ни ҙә ишетелмәй. Күп тә үтмәй, Туҡтамыш хакимлығын тергеҙеп, тағы ла Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы ҙур сиреү йыя. 1395 йылда Урҙа һәм Мәүереннаһр ғәскәрҙәре Терек буйында тағы ла ҡан ҡойошлораҡ яуҙа бәрелешә. Бында еңелеү һәм артабанғы бихисап Алтын Урҙа ҡалаларын юҡ итеү Туҡтамыштың хакимлығының һәм Алтын Урҙаның ахырын билдәләй. Алтын Урҙа XV быуаттың тәүге яртыһында Оло Урҙа, Нуғай Урҙаһы, Ҡазан, Себер, Ҡырым, Әстерхан, Ҡаҙаҡ, Үзбәк ханлыҡтарына бүленә. Нуғай Урҙаһы, Ҡаҙан һәм Себер ханлыҡтарының сиктәре — Башҡортостан ерҙәрен бүлгеләп үтә.

Алыш тураһында хәтер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡондорса яуы башҡорт фольклорының бер нисә ҡомартҡыһында сағыла. «Һуңғы Һартай» хикәйәтендә һарт ырыуының, Туҡтамыш сиреүендә түгел, ә үҙ алдына тыуған илен ҡурғап, Тимер менән иң һуңғы кешеһе ҡалғанса һуғышыуы, иҫән ҡалған ҡарт ырыу башының тыуған ил ҡазаһы һәм яуҙа үлгән ырыуҙаштары өсөн һаман туҡтамай дошмандан үс алып йөрөүе хаҡында бәйән ителә.Риүәйәт буйынса, һуғышта һәләк булған Ялыҡ бейҙең улдары — ике батыр хөрмәтенә Ҡармасан һәм Сәрмәсән йылғалары аталған[8].

«Иҙеүкәй менән Мораҙым» тарихи ҡобайырында башҡорт халҡының татар-монгол иҙеүенән ҡотолоу өсөн көрәше сағылдырыла. Был көрәш Алтын Урҙа хакимдарының үҙ-ара низағтарын һүрәтләү ерлегендә бирелә, Туҡтамыш хан менән Иҙеүкәйҙең үҙ-ара ыҙғыштары үҙәктә тора, яуыз һәм мәкерле хан менән халыҡ мәнфәғәтен яҡлаған ғәҙел башҡорт батырының көрәше рәүешле һүрәтләнә.

«Учалы» атамаһының сығышы тураһында легендар риүәйәт — Аҡһаҡ Тимергә бер ауылда башҡорттар ҡыҙ бирмәй, уныһы үс итеп шул тирәләге бөтә башҡорт ырыуҙарын туҙҙырып, халыҡты бөлдөрөүе тураһында, юлбаҫарҙарҙың буйһондоролған ерҙәрҙәге ҡатын-ҡыҙҙарҙы көслөк менән әсирлеккә алыу күренеше бер ни тиклем идеаллаштырылған формала сағылыш тапҡан. Ә аҙаҡ инде, риүәйәт буйынса, бындағы халыҡ «үс алды» тигән, Учалы һүҙе ана шунан ҡалған[9].

Һуғыштың башҡорт әҙәбиәтендә сағылышына килгәндә, Әхиәр Хәким үҙенең «Думбыра сыңы» тарихи романында Ҡондорса буйындағы яуҙы «Иҙеүкәй менән Мораҙым» ҡобайырына таянып тасуирлай. Сығанаҡта был ваҡиға тураһында һүҙ араһында ғына иҫкә алынһа, романда иһә көслө динамизм, эске экспрессия менән һуғарылған һуғыш күренеше һүрәтләнә.

Бөгөнгө көндә Һамар тарихты өйрәнеү музейы һәм хәрби-тарихи клубтар ярҙамы менән йыл һайын алыш урырында тарихи инсценировка ҡуйыла.

  1. XIV быуат башына тиклем Алтын Урҙа мосолман илдәрендә Жуси (Яусы) улусы булараҡ билдәле биләмәләр менән тап килә. Әммә XIV быуат башынан Жуси улусы ике дәүләткә — Күк Урҙа һәм Аҡ урҙаға тарҡала. Бынан ары Алтын Урҙа термины башлыса Күк Урҙа ерҙәренә ҡарата ҡулланыла, ә Жуси улусы тигәндә Күк Урҙа һәм Аҡ Урҙа тураһында һүҙ йөрөтөлә.
  2. Тизенгаузен В. Г., 1941, с. 156
  3. Березин Н. И. Ханские ярлыки: ч. I. — Казань, 1850. — 21, 51 бб.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Йыһат Солтанов тәржемәһе: Солтанов Й. Ә. Әҫәрҙәр ун дүрт томда, XIII том. Заманалар. Башҡорт халҡына көҙгө. II киҫәк. Боронғо заман. — Өфө: Китап, 1997.
  5. История Башкортостана. Ч. 1. С древнейших времён до 1917 г. / Учебник для 8—9 кл. — Под ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1996. — 240 с. — ISBN 5-295-01918-7.
  6. Сафаргалиев М. Г. Распад Золотой Орды. — Саранск: Мордовское книжное издательство, 1960.
  7. Гумилев Л. Н. Древняя Русь и Великая Степь. — М., 1992. — С. 442.
  8. Хрестоматия по истории Башкортостана. Часть первая. Документы и материалы с древнейших времён до 1917 г. // Учебное пособие / Составитель: Гумеров Ф. Х. — Уфа: Китап, 1996. — С. 71. — 336 с. — ISBN 5-295-01671-74.
  9. Нәҙершина Ф. А. Риүәйәт һәм легендаларҙа халыҡ тарихы. Тулыландырылған баҫма. — Өфө: Китап, 2011.
  • Башкирское народное творчество. Исторический эпос. / Сост., автор вступительной статьи и комментариев Н. Т. Зарипов. — Уфа, 1997. — 395 с.
  • Гагин И.А. Токтамыш-Хан в истории Среднего Поволжья (к вопросу о битве на реке Кондурча в 1391 году) // Известия Самарского научного центра Российской академии наук : журнал. — Самара, 2009. — Т. 11. — № 2. — С. 7-11.
  • Греков Б. Д., Якубовский А. Ю. Золотая Орда и её падение. — М.-Л., 1950.
  • Бейеш Әкрәм. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Очерк. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1993.
  • Миргалеев И. М. Войны Токтамыш-хана с Аксак Тимуром. — Казань, 2003.
  • Миргалеев И. М. Политическая история Золотой Орды периода правления Токтамыш хана. — Казань, 2003.
  • Нерсесов Я. Н. Великий Тамерлан. «Сотрясатель Вселенной». — Москва : Яуза : Эксмо, 2013.
  • Ру Ж.-П. Тамерлан. — М., 2004.
  • Тизенгаузен В. Г. Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды: извлечения из персидских сочинений, собранные В. Г. Тизенгаузеным и обработанные А. А. Ромаскевичем и С. Л. Волиным. — М.—Л., 1941. — Т. 2.
  • Шамси С. Золотая Орда накануне распада. — Казань: Татарское книжное издательство, 2008.