Ҡоншаҡ
Ауыл | |||
Ҡоншаҡ | |||
| |||
Ил | |||
---|---|---|---|
Федерация субъекты | |||
Муниципаль район | |||
Ауыл биләмәһе | |||
Координаталар | |||
Нигеҙләнгән | |||
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |||
Халҡы | |||
Милли состав | |||
Конфессиональ составы | |||
Телефон коды |
+7 35148 | ||
Почта индексы |
456730 | ||
Һанлы танытмалар | |||
Автомобиль коды |
- | ||
Код ОКАТО | |||
Код ОКТМО | |||
Номер в ГКГН | |||
Ҡоншаҡ — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы үҙәге. Ҡоншаҡ ауыл биләмәһенең үҙәге.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Силәбе өлкәһенең төньяғында, Силәбе ҡалаһынан 85 км төньяҡтараҡ, Ҡоншаҡ күленең көньяҡ-көнбайышындағы бәләкәй күлдәр яр буйҙарында урынлашҡан. Ҡоншаҡ тимер юл станцияһы ауылдан төньяҡ‑көнбайыштараҡ 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫәт провинцияһы башҡорттары тарафынан нигеҙ һалына. Тәүге тапҡыр 1763 йылда телгә алына. Һуңыраҡ Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Ҡоншаҡ улусының үҙәге була[2].
1869 йылда 4 мәсет теркәлгән. XX быуат башында ауылда өс синыфлы мәктәп һәм мәҙрәсә эшләгән.
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан һуң Башҡорт АССР-ының) Арғаяш кантоны составында була.
1930 йылдан Башҡорт АССР-ы Ҡоншаҡ районы үҙәге. 1934 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш милли округы составына бирелә, шул уҡ йылдың көҙөнән — Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы үҙәге.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1869 | 1920 | 1959 | 1989 |
---|---|---|---|
2473 | 6531 | 4199 | 5546 |
Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[3] | 2010[1] |
5993 | ↗6296 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса татарҙар (77,5 %), башҡорттар (12,7 %), урыҫтар (8 %) йәшәй[4].
Инраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халҡы башлыса ауыл хужалығында эшләй. Ҡоншаҡта балыҡ эшкәртеү заводы, лесхоз, нефть базаһы, асфальт-бетон заводы һәм башҡа предприятиелар бар.
Урта һәм башланғыс мәктәптәр, үҙәк район дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, балалар сәнғәт мәктәбе, көрәш бүлеге булған балалар һәм үҙмерҙәр спорт мәктәбе, Ҡадир Даян исемендәге үҙәк район китапханаһы, балалар китапханаһы, тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 2 мәсет бар. Ҡоншаҡта шулай уҡ Башҡорт‑татар мәҙәниәт үҙәге һәм «Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы эшләй[2].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Жан Лоҡман (1912—1959) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы.
- Ҡадир Даян (1910—1975) — башҡорт шағиры һәм драматургы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
- Мөтиғулла Ғатауллин (1875—1936) — башҡорт дин әһеле. Башҡорт АССР-ы мосолмандары Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1924—1936).
- Мәғәсүмов Мансур Мәғәсүм улы (1891—1936) — медик, совет органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе.
- Сәйәрғәлиев Барый Сәйәрғәли улы (12.12.1907—1964), ғалим-тел белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1945 йылдан Башҡорт театр-художество училищеһының уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, 1951—1964 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми хеҙмәткәре. Филология фәндәре кандидаты (1956). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм «Почёт Билдәһе» орденындары кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ҡоншаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡоншаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 9 декабрь 2022)
- Ҡоншаҡ районының рәсми сайты
- Ҡоншаҡ легендаһы
Был Силәбе өлкәһе географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |