Эстәлеккә күсергә

Бондарук Анатолий Моисеевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Анатолий Моисеевич Бондарук битенән йүнәлтелде)
Бондарук Анатолий Моисеевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 21 март 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны Козятын, Винница өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре
Биләгән вазифаһы Федерация Советы ағзаһы[d][1]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй
Дәүләт  Рәсәй[2]
Ойошма ағзаһы Федерация Советы һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай
 Бондарук Анатолий Моисеевич Викимилектә

Бондарук Анатолий Моисеевич (21 март 1958 йыл) — ғалим, йәмәғәт эшмәкәре. Техник фәндәр докторы. 2011—2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһынан Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған химигы.

Анатолий Моисеевич Бондарук[3] 1958 йылдың 21 мартында Украина СССР-ының Винница өлкәһе Казатин ҡалаһында тыуған. Дөйөм белем биреү мәктәбе менән бер рәттән музыка мәктәбендә уҡый, уны 1975 йылда тамамлай.

М. И. Неделин исемендәге Ростов юғары хәрби команда училищеһын (1981 йыл) радиоэлектроника буйынса инженер һөнәре буйынса тамамлай. Ф. Э. Дзержинский исемендәге хәрби академияның команда факультетын ҡыҙыл дипломға бөтөрә (1989).

Эш урыны (хеҙмәте): 1976 йылдан 1994 йылға тиклем СССР Оборона министрлығының ракета ғәскәрҙәре ғилми-тикшеренеү институтында хеҙмәт итә (Мәскәү өлкәһе, Юбилейный ҡалаһы). Запастағы полковник.

1994—1997 йылдарҙа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә (төҙөлөш).

1997 йылда «Селена» нефть-химияһы төркөмөнөң ойоштороусыһы һәм генераль директоры була (Мәскәү өлкәһе, Королев ҡалаһы); 2005 йылдан — «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры; 2008 йылдан — «Полиэф» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе.

1997—2005 йылдарҙа «Селена-Сервис» шәхси һаҡ предприятиеһының һаҡсыһы булып эшләй, кооперативтарҙа эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

2005 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов тәҡдиме менән «Селена» компанияһы 110 млн долларға Башҡортостандың Благовещен ҡалаһында төҙөлгән, 1989 йылда консервацияланған «Полиэф» заводын ҡабаттан тергеҙеү өсөн һатып ала һәм Анатолий Моисеевич Благовещен ҡалаһына күсеп килә, заводты реконструкциялау менән шәхсән етәкселек итә.

2005 йылдан 2008 йылға тиклем А. М. Бондарук — «Полиэф»[4] асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры (Башҡортостандың Благовещен ҡалаһы). М. Бондаруктың тырышлығы менән «Полиэф» предприятиеһы банкротлыҡтан тартып сығарыла. 2008 йылдан 2010 йылға тиклем — "«Селена» төркөмө" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты.

2010—2011 йылдарҙа — Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе.

2011 йылда Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2011 йылдың 15 мартында 36-сы пленар ултырышта Анатолий Бондаруктың вәкәләттәре, уның сенатор итеп тәғәйенләнеүенә бәйле, ваҡытынан алда туҡтатыла. РФ Федерация Советында ул Совфедтың оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары була. «Татфондбанк» АИКБ-ының төп бенефициарҙары составына инә.

2011 йылдан — Федерация Советының оборона һәм хәүефһеҙлек буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары.

Бондарук А. М. ике докторлыҡ диссертацияһы яҡлай: «Обеспечение промышленной безопасности на этапе строительства и освоения объектов нефтегазового комплекса» һәм «Научные основы автоматизированного контроля и управления системами обеспечения промышленной безопасности»[5]. Техник фәндәр кандидаты һәм докторы, иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәләренә эйә.

А. М. Бондарук Өфөлә булған һайын уға табиптар, уҡытыусылар, күп балалы ғаиләләр үҙҙәренең проблемалары хаҡында һөйләргә килә[6]. Сенатор уларҙың тормош сифаты тураһында хәстәрләргә тырыша.

Ғилми хеҙмәттәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бер нисә фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу патенты бар[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған химигы»[8].